Математиканы бала саҡтан яраттым. Әсәйем дә теүәл фәндәргә һәләтемде тойғандыр инде, уйынлы-ысынлы итеп: “Бына, улым, мин уҡытҡан дәүерҙә генә грамматиканан әллә күпме үҙгәреш булды, ә математикала бер нәмә лә үҙгәрмәй”, ‒ тип әйткеләп ҡуя ине. Математика еңел бирелде. Әйткәндәй, мәктәпкә йөрөй башлауым да бик ҡыҙыҡ булды. 54-се йылғымын. 60-сы йылда минең менән бергә уйнап йөрөгән 53-сө йылғы малайҙар бөтәһе лә мәктәпкә китте. Мин тор ҙа ҡал. Күңелһеҙ килеп тороп. Ҡайтам да тауыш күтәрәмдер инде. Мин бөтөнләй мәктәпкә әҙерләнмәгәнмен, кейем дә, портфель дә юҡ, тигәндәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ныҡыша-ныҡыша октябрь айында иптәш малайҙар янына уҡырға киттем. Эш былайыраҡ булды: роно инспекторы Һибәт Сәхи улы Ҡотлогилдин беҙҙең ауылда йәшәй ине, дуҫ булдыҡ. Балыҡҡа йөрөргә яратты. Һуңыраҡ өйләнгән дә бала-сағаһы юҡ әле. Шуғалыр инде, ҡыҙыҡ күреп, мине үҙе менән эйәртеп алып китә торғайны. Мин баяғы шул “блат”ты файҙаланып, октябрь уртаһында беренсе класҡа барҙым. Барыуын-барҙым да, тик уҡығы килмәй бына. Унда ултырырға кәрәк бит. Икенсе сменаға йөрөйбөҙ. Бер мәлде шундай ғәҙәтем барлыҡҡа килде: дәрес башланыр алдынан өйҙән сығып ҡасам. Әсәй ҡысҡыра-ҡысҡыра мине эҙләй. Ҡайҙа ҡасырға беләм. Өй эргәһендә бейек тирәк бар. Шунда менәм дә йәшенеп ултырам. Әсәй кәнфит бирәм тигәс кенә, шуға алданып, килеп төшәм. Тәмле нәмәне ярата торғайным былай. Шул глюкоза математиканан ярҙам иткәндер ҙә, бәлки. Ҡыш үткәнсе уҡыуым шулайыраҡ барҙы: әсәй минең өсөн дәресте үҙе әҙерләй. Уҡытыусым Рәйсә апай, әйткәндәй үҙе әсәйемдең уҡыусыһы, үҙең эшләнеңме тип һорай, мин иһә, эйе, үҙем, тигән булам. Бына шулай ярты йыл үткәйне, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуым уянып китте. Икенсе-өсөнсө кластарҙа математиканан ике-өс һандан торған һандарҙы ҡағыҙҙа яҙмай, башта ғына ҡуша, ала торғайным. Уҡыуы еңел булды. Ҡыҫҡаһы, бик көслө уҡытыусыларҙа белем алып, әҙерлекле сыҡтыҡ. Математика факультетына барыу минең өсөн тәбиғи ине. Бөтә имтихандарҙы ла “бишле”гә тапшырҙым.
Университетты тамамлағанда Хәйрулла Хәбибулла улы Мортазинда диплом яҙҙым. Талантлы математик, фән докторы, үҙе бына тигән йыраусы, бына тигән бейеүсе ине ул. Яҙмыш беҙҙе юҡҡа ғына осраштырмағайны, ахыры. Хәйрулла Хәбибулла улы бар йәһәттән дә ысын остаз булды, уның вафатынаса яҡын ҡатнаштыҡ. Математика ныҡ ылыҡтырҙы. Әммә ҡурайҙан һис айырылманым. Университетта уҡыған йылдар һиҙелмәй генә үтеп тә китте. Ул заманда сығарылыш студенттарын йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр ине. Мине нефть институтына юғары математика кафедраһына уҡытыусы итеп ебәрергә булдылар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ана шул ҡурайҙа уйнауым да булышлыҡ иткәндер инде, өлкән курстарҙа уҡығанда университеттағы уҡытыусылар мине нисектер үҙҙәренең даирәһенә индергән. Хатта мәжлестәргә саҡыра торғайнылар.
БДУ-ла матанализ кафедраһынан бер уҡытыусы хаҡлы ялға сыға икән, Юлайҙы үҙебеҙҙә ҡалдырайыҡ әле, тип, Нефть университетына барған ерҙән кире саҡырып ҡайтарҙылар. Шулай итеп, үҙебеҙҙең университетта өс йыл уҡыттым.
Г. Ҡаһарманова
"Шоңҡар" журналында донъя күргән әңгәмәнән өҙөк