+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2023, 17:00

Артур Таджидинов (актер):

«Иң тәүҙә театрҙың репертуарына күҙ һалдым...»

Артур Таджидинов (актер):
Артур Таджидинов (актер):

Баймаҡ ҡалаһында тыуҙым, шунда үҫтем, шунда мәктәп тамамланым. Һуңынан Өфөгә уҡырға юлландым. Юрист булам, йәнәһе. Тик һуңынан был һөнәр һис тә минеке түгеллеген аңланым. Ниңәлер сәхнәгә тартылған һымаҡмын. Ике ай уҡыным да, оҡшамай, ҡайтам тип, әсәйгә шылтыраттым. Сөнки дуҫтар Сибай сәнғәт колледжының театр бүлегендә бер бюджет урыны булыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Һәм мин Өфөнө ташлап, Сибайға ҡайтып киттем.

Студент йылдарында уҡ Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрында эшләп алғайным. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, дөрөҫөрәге, диплом спектаклен ҡарағандан һуң, Айбулат Миңлеғәли улы Ҡотошов Салауат драма театрына эшкә саҡырҙы. Минең өсөн был көтөлмәгән хәл ине. Иң тәүҙә театрҙың репертуарына күҙ һалдым. Унда ғәҙәти булмаған, быға тиклем күренмәгән әҫәрҙәр, заманса жанрҙар бар ине. Һәм, ысынлап та, был театрҙың башҡа театрҙарға оҡшамағанлығын аңланым. Ошо миҙгелдә әлеге мәртәбәле коллективта эш башланым.

Театр йүнәлешен һайлауыма һис тә үкенмәйем. Сөнки ошо даирәгә күсеп уҡый, эшләй башлағас, минең донъяға ҡарашым үҙгәрҙе, рухым байыны, тормошта тик матурлыҡты ғына күрә башланым, пессимизм юҡҡа сыҡты. Әле ситтән тороп, Өфө дәүләт сәнғәт институтында театр белгесенә уҡып йөрөйөм. Сөнки башҡорт театр белгестәре бөтөнләй юҡ тиергә лә була. Был белем миңә театр ҡанундарын тағы ла нығыраҡ аңларға ярҙам итер, тип уйланым. Ғөмүмән, яҙышырға ла яратам. Социаль селтәрҙәрҙә үҙемдең тормоштағы төрлө күренештәргә ҡарашымды белдергән яҙмаларымды теркәп барам.

 

Гөлшат Ҡаһарманова

Автор:
Читайте нас: