+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Февраль 2023, 16:00

Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы

Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы сиктәрендә «Замандарҙың тере бәйләнеше. Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы» тип аталған муниципаль-ара форум уҙған.

Ҡаһым түрә менгән һор(о) юрғаның, вай кем,

Маңлайында булыр урайы.

Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай кем,

Һул ҡулында булыр ҡурайы. (Башҡорт халыҡ йыры «Ҡаһым түрә»)

Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы сиктәрендә «Замандарҙың тере бәйләнеше. Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы» тип аталған муниципаль-ара форум уҙған. Сара Стәрлетамаҡ районының данлыҡлы ҡаһарманы, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙағы рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полкы командиры Ҡаһым Мырҙашев һәм данлыҡлы төнъяҡ амурҙары иҫтәлегенә бағышланды. Форум ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Файзрахман Исмәғилевтың картиналары һәм 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо. Рим Янғужин исемендәге Айыусы ауылы мәктәбе уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға хаттар яҙҙы. Уҡыусылар райондың башҡорт теле уҡытыусылары менән берлектә яҡташ яҙыусыбыҙ Рәшит Шәкүрҙең «Башҡорт телендә һөйләшәм » йырын башҡарҙы. Стәрлетамаҡ районы ауылдарынан ағинәйҙәр һалдаттарға кәзәкейҙәр текте, ойоҡбаштар бәйләне. "Түңәрәк өҫтәл"де Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Вельмир Аҙнаев һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары, урындағы ҡоролтай рәйесе Эльвера Иманғолова ы алып барҙы. Һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, БР Милли архивының бүлек мөдире Азат Ярмуллин, яҙыусы Ғәлим Хисамов, Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры Рөстәм Исхаҡов, «Ағинәй» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Файзрахман Исмәғилов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илдар Моратов һәм башҡалар ҡатнашты. «Билдәле булыуынса, Мырҙаш ауылы мәҙәниәт йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым түрәнең тарихи-этнографик музейы булдырылғайны. Киләсәктә музей районда ғына түгел, республика кимәлендә билдәле тарихи-мәҙәни үҙәк булып , риүәйәттәрҙә, легендаларҙа һөйләнгән, йырҙарҙа йырланған Ҡаһым түрәнең данын тик арттырыр ғына тип ышанабыҙ. Ғөмүмән, тарихи ысынбарлыҡты асыу, батырҙарҙы халҡыбыҙға, илебеҙгә танытыу, улар үрнәгендә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, бәҫебеҙҙе арттырыу — ысын мәғәнәһендә яуаплы һәм мәртәбәле эш», — тип яҙа стәрлетамаҡтар. Билдәле булыуынса, «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла. 
Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы - kurultai.ru
https://kurultai.ru/ba/content/3740-zhivaya-svyaz-vremen-aym-tr--simvol-gordosti-bashkirskogo-naroda-/

Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы
Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы
Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы
Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы
Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы
Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы
Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы
Ҡаһым түрә — башҡорт халҡының ғорурлығы
Автор:
Читайте нас: