+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ғинуар 2023, 19:00

ҺУҢҒЫ АЙЫУ. Хикәйә. Флүр Газин.

-

Хисмәт ҡарт бына нисәнсе көн инде айыу эҙләй. Арманһыҙ булып бар ерҙе ҡыҙырып сыға ла, иртәгеһен тағы шул кәсебенә тотона. Ҡайтмаған малға айыу тейеүсән була тип, хатта бер-ике төнөн дә йәлләмәй айыуҙы аңдыны. Уның йоҡоһо ҡасты. Былай ҙа арыҡ кәүҙәһе тамам сауыҡты. Кейем аша ослайып һөйәктәре беленде. Йөҙөндәге бураҙналар тәрәнәйҙе һәм күбәйҙе. Бите ҡояшҡа янып көрәнәйҙе. Тик теремек, аҡыллы күҙҙәре генә донъяға һаман йылмайып, дәртле ҡарайҙар ине. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы осоро сыҙатмаған биленең ауыртыуы, йөрәк, тағы әллә нимәләр сәнсеүе ҡул менән һыпырып алып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Әбейе көн дә был шөғөлөнән баш тартырға өндәп мыжый, һәр эште башынан аҙағына еткерергә ғәҙәтләнгән ҡарт, һүҙен һүҙ итергә ныҡышып, айыуҙы эҙәрләүен дауам итте.
Бөгөн дә ул урманда, һаҡ ҡолағы бәрелә-һуғыла, ҙур тауыш күтәреп килгән кешеләрҙе әллә ҡайҙан уҡ ишетте. Кемдәр былай итеп бар нәмәне өркөтөп йөрөй икән, тип ҡарт уларҙың ҡаршыларына атланы. Өс кешенең теге бәләкәй айыуҙы алған һунарсылар икәнен күргәс, улар менән осрашмаҫ өсөн тиҙ генә ситкә боролдо.
— Хисмәт ҡарт, туҡта әле, туҡта, — тип, улар уны күреп, урман яңғыратып һөрәнләнеләр. Ҡартҡа туҡтарға тура килде, һунарсылар килеп итәғәтле генә ҡул бирешеп күрештеләр. Ҡарт быларҙың әҙәплелегенә аптырап ҡуйҙы. Шулай ҙа уларҙың ниҙер уйлап эстән генә йылмайыуын һиҙмәй ҡалманы.
— Ишеттек, ишеттек, халыҡ эше өсөн йөрөйһөң инде, ә? — тип ҙур башлы, шешмәк йөҙлөһө әйтеп ҡуйҙы.
— Йөрөйөм әле, — тигән булды ҡарт уның тел төбөн аңламай.
— Ялҡытмаймы ни? — тип уға йәшкелт кейемле йәшерәге ҡушылды.
— Был һөнәр ҡанға һеңгән бит ул, уландар! — тип, ҡарт уларҙы һаман аңламаны.
— Ҡанға һеңгән, ҡанға һеңгән, һеҙ, ҡарттар, беҙгә йәшәргә ҡасан юл бирерһегеҙ? — тип шешмәк күҙ асыуланып, әйтеп ҡуйҙы. — Эштә лә пенсионерҙар, хатта урманда ла ҡарттар һинең өлөшөңә керә.
Был һүҙ ҡартҡа ныҡ тәьҫир итте. Бер аҙ ғына ҡурылып, тамағындағы төйөндө йота алмай торҙо. Шулай ҙа үҙен ҡулға алып, тыныс ҡына:
— Улым, һин мәрхүм Искәндәр ҡарттың малайы шикелле?
— Шунан?
— Уға бер ҙә оҡшамағанһың. Атайың ярҙамсыл булды. Икмәген дә ҡап уртаға бүлешер ине. Ә һунарсы булараҡ, бер ҙә был минең ер, тип даулашып йөрөмәне.
— Атайға бәйләнмә, ул һинең һымаҡ кәкрәйгәнсе ҡомһоҙланып урманда йөрөмәне, — тип ир төкөрөгөн сәсрәтә-сәсрәтә уның ҡаршыһына уҡ килеп баҫты.
— Олатай, был хан заманғы пистолетың менән айыу ауламаҡсы булаһыңмы ни? — тип бер яҡ ситтә һүҙгә быға тиклем ҡатнашмай торған сандыр кәүҙәле һунарсы ҡушылды. — Бына беҙҙең ҡоралды ҡара әле, «вертикалка» тип атала. Уның менән хет бер-ике саҡрым ерҙәге себенгә ат, тейә.
— Әй уландар, эш мылтыҡтамы ни?
Ҡарт, ошо ҡушкөбәге менән бер нисә тиҫтә айыу алдым, тип маҡтанырға уйлағайны ла, бының урынһыҙ икәнен аңлап, тауышын сығарманы, һунарсылар унан күңелдәре тулғансы көлдөләр, мыҫҡылланылар ҙа, үҙ юлдары менән китеп барҙылар.
Был һүҙҙәргә уның күңеле бик төштө. Матур-матур уйҙары әллә ҡайҙа китеп юғалды. Дәртле аҙымдары һүлпәнәйҙе. Донъя ҡараңғыланып, төҫһөҙләнеп киткәндәй булды. Ул үсе ҡанғансы ауыҙ эсенән мығырлана-мығырлана теге һунарсыларҙы һүкте.

* * *
Һуңғы көндәре хәле мөшкөлләнгән ҡарт айыу донъянан бөтөнләйгә ваз кисте. Үлемен көтөп, әллә ни тәрәндән булмаған соҡорға боҫто. Аслыҡтан уның ҡасандыр ғәйрәтле тәне хәлһеҙләнде. Күҙҙәрен эрен баҫты, ауыҙынан аҡ күбектәр һәленде. Матур һор тиреһе бысранып ойошто, һаҫыны. Эргәһендә себен-серәкәйҙәр мыжғыны. Улар уны күпме тешләһәләр ҙә, ҡанын һурһалар ҙа айыу урынынан ҡыбырламаны. Сөнки, әҙ генә ҡыбырлаһа ла, яраһы әрнеп һыҙлай ине. Эргәһендә уның үлемен һиҙеп, ҡоҙғондар, һайыҫҡандар күренде. Ул тирә-яҡҡа бөтөнләй иғтибар итмәй ине. Шулай, әжәле килгәнсе ятыр ҙа ятыр ине. Юҡ бит, юҡ, ҡурҡыныс таяҡтар тотҡан әҙәмдәр тағы бимазаланы. Ул ярһып, бар көсөн туплап аяҡ үрә баҫты. Тештәрен ыржайтып, ваҡытһыҙ борсоусыларҙы күреп яман итеп үкереп ебәрҙе. Ер аҫтынан килеп сыҡҡандай, ҡапыл пәйҙә булған дәү айыуҙы күреп, һунарсыларҙың түбә сәсе үрә торҙо. Ауыҙҙарын шаҡ ҡатырып, арбалғандай ҡатып ҡалдылар. Шешмәк йөҙлө һунарсы ғына үҙен ҡулға алып, яурынынан мылтығын һәрмәне. Ажғырынып торған айыуға, ҡалтыранған бармаҡтары менән мылтыҡҡа яһау һалып, атып ебәрҙе. Айыу сайҡалып ҡуйҙы, ләкин ҡоламаны.
— Атығыҙ! Нимә тораһығыҙ һерәйеп, ата һалығыҙ! — тип һунарсы эргәһендәге иптәштәренә ҡысҡырҙы. Тегеләрҙән елдәр иҫкәйне инде. Яралы айыу оторо ҡыҙҙы, ҡып-ҡыҙыл ҡан баҫҡан күҙҙәрен төбәп, аҡһыл-һорғолт ҙур тештәрен ыржайтып, һуңғы көсөн йыйып һунарсыға ташланды.
* * *
Хисмәт ҡарт теге һунарсыларҙың әсе һүҙенән оҙаҡ ҡына үҙен үҙе ҡулға ала алманы. Был һүҙҙәр уның дәрт-дарманын ҡайтарғайны. Шуға ҡайтыу яғына ыңғайланы. Күп тә барманы, уның ҡолағы әллә ҡайҙан шау-шыу ишетеп ҡалды, «һис һүҙһеҙ айыу», тип ул тауыш килгән яҡҡа бар хәленсә йүгерергә тотондо. Түңгәккә эләгеп, ҡолап битен һыҙырһа ла иғтибар итмәне. Үҙен бар көскә ашыҡтырҙы.
Хисмәт ҡарт йыртҡыс менән кешенең көрмәкләшкән урындың тап өҫтөнә барып сыҡты. Был ҡот осҡос күренеште күреп елкә сәсе үрә торҙо. Бер аҙға баҙап, аптырап ҡалды. Ниһайәт, ҡушкөбәген айыуға тоҫҡаны. Иҫ киткес елле айыу, уның атырға торғанын һиҙгәндәй, ҡулында орсоҡ һымаҡ өйрөлткән кешене уның яғына борҙо. Ҡарт юғалып ҡалманы, мылтығын һелтәне лә, билендәге бысағын сығарып айыуға ташланды. Ҡаты ҡулда осло хәнйәр айыуҙың йөрәген тиҙ тапты. Шулай ҙа йыртҡыс һуңғы көсөн йыйып ҡартҡа оҙон тырнаҡтарын батырҙы.
— Хисмәт олатай, һин тереме? — тип башы-бите ҡанға батҡан «шешмәк йөҙ» уны һаҡ ҡына һелкетте.
— Тере... тере... зинһар ярҙам ит әле... айыуҙы... айыуҙы күрһәт әле... — тип хәлһеҙ генә һөйләнде ҡарт.
Күҙҙәре аҡайып йылтыраған, күкрәгенән һаман да ҡыҙғылт ҡарағусҡыл ҡан һарҡып ятҡан иҫ киткес айыуҙы Хисмәт ҡарт томан аша ғына күрҙе. Шунан:
— Һуңғы айыуымды алдым инде, хәҙер халыҡ малы өсөн хафаланмаҫ, — тип мығырлана-мығырлана мәңгегә күҙен йомдо.
«Шешмәк йөҙ»: «Олатай, бая мәсхәрәләгән өсөн зинһар ғәфү ит», тип әйтергә уйланы ла хәрәкәтһеҙ ҡалған кәүҙәне күреп, телен тешләне.
Урман ғына бер ни булмағандай шауланы ла шауланы.

ҺУҢҒЫ АЙЫУ. Хикәйә. Флүр Газин.
ҺУҢҒЫ АЙЫУ. Хикәйә. Флүр Газин.
Автор:
Читайте нас: