+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2023, 21:00

Һуңға ҡалған үкенес

Земфира ауырға ҡалғанға ғына өйләнде Ишмырҙа. Яратмаһа ла, туғандарының һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды. Ҡылынаһы ҡылынған, инде ни хәл итмәк кәрәк тип, артыҡ кәйеф-сафа ҡормай ғына туй үткәреп, бергә йәшәй башланылар.Ата-әсәһе менән торғанда ла Ишмырҙа ҡатынына ҡул күтәрергә оялмай ине, башҡа сыҡҡас, бигерәк кинәнде. Ни өсөн ашың тоҙһоҙ, картуфың көйгән, һауыт-һабаң йыуылмаған, өйөң бола... Земфираға туҡмаҡ эләгергә сәбәп табылып ҡына торҙо. Килендәренең битендәге күкте күргән һайын ҡәйнә кеше, йәне әрнеп, улын тиргәне:—Теймә киленгә, Ишмырҙа, кеше көлдөрмәсе, улым! Тоҡомда булмаған эш бит бисә туҡмау! Ҡайһы еренә һуғаһың оялмай, сыҡмаған йәне генә бар бит баланың!Иҫерек улы шарҡылдап көлөп:—Ҡайтһын да китһен, кем тота уны? Дүрт яғы ҡибла!—тип яман һүгенеп ебәрер ине.Ишмырҙа иҫерек ҡайтып, ишектән үк ҡысҡыра башлай, бер туҡтауһыҙ өйҙән ҡыуа. «Уф, яратмайым бит мин һине, яратмайым, Земфира! Яңылыштым иҫерек баштан, дүрәк! Ҡайт кире атайыңдарға, ҡайт зинһа-а-а-а-р, үлтерәм бит юғиһә! Башымды төрмәгә тыҡтыраһың бит»,—тип илар булып китте. Бөтәһен дә аңлай Земфира. Ишмырҙаның һөйөп, вәғәҙәләшкән кешеһе булғанын да бик яҡшы белә ине. Тик... Ярата ул Ишмырҙаны. Йәне-тәне, бөтә булмышы менән өҙөлөп һөйә ирен. Ишмырҙа—һулар һауаһы, эсәр һыуы, батыр күле! Унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй ҡатынға! Ире төнгөлөккә ҡайтмай ҡалһа, ҡыҙғаныуҙан аҡылдан шашыр сиккә етә торғайны. Хатта иҫерек Ишмырҙаның ҡайҙа, кемгә барып, ни ҡылғанына тиклем күҙәткәне әҙ булманы. «Йөрөһөн. Барыбер миңә ҡайта». Тешен ҡыҫып түҙҙе ҡатын аяныс хәленә. «Сабый тыуғас, әлбиттә, тынысланасаҡ—бала баҫа тиҙәр бит»,—тип үҙ-үҙен йыуатты.

Ләкин малайҙары Азат тыуғас та баҫылманы Ишмырҙа. Киреһенсә, оторо ҡоторҙо. Бәләкәс улы менән ҡатынын көн-төн тимәй баҫтырып сығарыр ине. Бала саҡтан Азат атаһынан ҡурҡып үҫте. Донъяла иң ҡәҙерле кешеһен—әсәһен яҡлай алмағанына ғәрләнеп илай торғайны. Хатта атаһы айыҡ саҡта ла уның янына барырға баҙнат итмәй, өйҙә шым ғына баҫып йөрөнө. Әсәһе лә шулай ҡушты: уянып ҡуймаһын, борсолмаһын, ҡысҡырмаһын. Атай менән ул араһында була торған дуҫлыҡтың, яҡынлыҡтың тамсыһы ла юҡ ине был икәүҙә. Азаттың хатта бер нисә тапҡыр: «Киттек өләсәйгә, шунда рәхәтләнеп йәшәрбеҙ»,—тип инәлгәне лә булды. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, әсәһе, шым ғына илап, малайының сәсенән һыйпаны. Улына бөтәһен дә һөйләп, аңлатып бөтөрөрлөк түгел ине шул. Бәләкәй сағында атаһынан ҡурҡһа, ҙурая килә малай уны күрә алмаҫ сиккә етте.
Fаиләһендә тыныслыҡ булмаһа ла, Азат уҡыуға бик әүәҫ ине. Төн уртаһында иҫерек атаһы аҡырып, йоҙроҡтарын һелтәп ҡыуа башлаһа, сығыр алдынан ҡулына иң беренсе мәктәп сумкаһын эләктерер булды.
Эскелектең ни икәнен күреп, белеп, үҙ иңендә татып, аңлы егет булып буй еткерҙе Азат. «Мин бер ҡасан да эсмәйәсәкмен, атайым кеүек булмаясаҡмын!»—тип эстән генә үҙ-үҙенә һүҙ биреп ҡуйҙы. Имтихандарын уңышлы тапшырып институтҡа инһә лә, әсәһен йәлләп, уҡымаҫҡа ҡарар итеп, кире ауылына ҡайтты, сөнки атаһының ул өйҙә саҡта шашмағанын күрә ине. Нисек тә әсәһен туҡмаҡтан йолоп алып ҡалыу ине теләге. Ә уныһы ай-вайына ҡуймай: «Ю-у-у-ҡ, бараһың! Беҙ олоғайҙыҡ бит инде, улым, атаң да артыҡ ҡотормай хәҙер. Мин күнгәнмен яҙмышыма, яҡшыны ҡайҙан алаһың? Ә һин уҡып, ҙур кеше булырға тейешһең!»—тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп яратып, улын кире уҡыу йортона оҙатты. Хәҙер Азат йылына бер-ике тапҡыр ғына ҡайта башланы тыуған йортона. Бөтөнләй йөрөмәҫ тә ине, әсәһе зарығып көтә бит.
Улының ялында төрләндереп тәмлекәстәр бешерә, ауыл яңылыҡтарын тәфсирләп һөйләй, балаһын күреп, һөйөп туя алмай. Кем, нимә тураһында ғына гәпләшмәйҙәр икәүләп, тик атаһы тураһында ләм-мим! Һиҙә Азат, аңлап тора барыһын да: үҙгәрмәгән ул, һаман булһа әсәһен ыҙалата, дөмөккөр! Бер мәл хатта: «Ниңә өләсәйгә ҡайтмайһың? Туҡмалып, иҙелеп йәшәү оҡшаймы әллә?!»—тип ҡысҡырҙы әсәһенә, йәшел күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп. Терт итеп ҡалды ҡәҙерлеһе, арыҡ яурындары ҡалтыранып китте. Унан улына: «Бер ҡасан да ҡысҡырма миңә, юғиһә һин дә уға оҡшарһың»,—тип ҡуйҙы. Ҡыҙып киткәнен аңлаған Азат, әсәһен ҡосаҡлап, тиҙ генә ғәфү үтенде лә башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатманы.
Бына егет ашҡынып ҡышҡы ялға ҡайтты. Йүгереп килеп инһә, өй һып-һыуыҡ, түрбашта—иҙән тулы буш шешә... Әсәһе өйҙә юҡ. Тимәк, атаһы иҫерек. Тимәк, әсәһе тағы ла кемдәрҙәлер йәшенеп ята. Тимәк, тағы ла туҡмалған... Мейеһендә ҡайнашҡан меңәрләгән «тимәк»тәрҙән егеттең башы шартлар сиккә етте. «Туҡтаймы ул бер ҡасан, юҡмы? Эх! Йә, ярар»,—тип үҙен тынысландырырға тырышты. Иң мөһиме—әсәһе иҫән, ә ҡалғаны... Сәнселеп киткәнсе эсмәйме ни! Өҫтөн дә һалмаҫтан Азат өйҙө йыйыштыра башланы: утын индереп, мейес тоҡандырҙы, шешәләрҙе сығарып ташланы. Ең һыҙғанып иҙәндәрҙе йыуып йөрөгәндә атаһы ауа-түнә килеп инде.—Оһо, улым ҡайтҡан икән дә! Ҡасан ҡайттың? Мин ней, әсәңде эҙләп киләм әле, әпәт ҡасҡан, кәнтәй, кемдәрҙә яталыр инде. Ну, ну, һаумы?—тип һөйләнә-һөйләнә күрешергә ҡулын һуҙҙы. Үҙ-үҙенән бик риза булып, ауыҙ тултырып йылмайып торған иҫерек атаһын күреү, уның ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәрен ишетеү егеттең тынысланып барған күңелендә йәнә ҡойон уйнатты. Азат турайып баҫты. Әкренләп кенә атаһына бөтә кәүҙәһе менән боролдо. Күҙҙәренән йәшен сат-ҡылары сәсеп Ишмырҙаға ҡараны. Әммә иҫәнләшмәне. Атаһы берсә һауала аҫылынып ҡалған ҡулына, берсә ир етеп, үҙе менән типә-тиң булған улына ҡарап торҙо ла йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыу сығарҙы.—Һе! Дәәә... Көсөк ҙ-у-р-а-й-ҙы. Хәҙер килеп, тешләмәк булаһыңмы? Барып сыҡмаҫ, маңҡа!!! Миңә ҡулыңды бирергә ғәрләнеп тораһыңмы? Һине үҫтергән, кеше иткән атайыңа, ә?—тигән ыңғайға тондорам тип һелтәнгән ҡулды Азат ныҡ итеп шаҡарып, кире урынына ҡуйҙы. Үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәй, курткаһына үрелде. Улының өндәшмәүе Ишмырҙаны тағы ла енләндерҙе:—Ха-ха! Сығып таяһыңмы? Бар, бар, әсәң менән ҡуша һыпырт, көсөк! Бәлки, үҙеңдең ысын атаңа барырһың, ә? Нимә аҡшайҙың? Ҡәҙерле әсәйең ни өсөн туҡмалғанын һаман да һөйләмәнеме ней? Их, ә бит табанымды яларға тейешһең һин! Мин һине көттөм! Мин! Һине лә, әпсәңде лә, ҡәҙерҙе белмәгән эттәр! Хәҙер килеп, ҡулыңды бирергә ғәрләнеп торһаң да...—тип екеренә-екеренә төпкә үтеп, бысраҡ килеш диванға ауҙы ул.
Курткаһын ҡулына нисек тотҡан, шулай шаҡ ҡатып торҙо Азат. Барыһын да төшөндө егет. Әсәһенең нисә йылдар буйы уның өсөн кәмһетелеүен, иҙелеүен, рәнйетелеүен, туҡмалыуын аңлауы егеткә түҙеп торғоһоҙ ғазап килтерҙе. Хатта ҡапыл тыны ҡыҫылып, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып дарҫлап типте. «Аһ! Мин генә ғәйепле!»—тигән уй зиһенен ағыуланы. Курткаһын тотҡан килеш тышҡа атылып сыҡты. Тик саф һауа өмөт иткән еңеллекте килтермәне. «Бына ни өсөн, бына кем арҡаһында, их!» Курткаһын ергә атып бәрҙе лә келәткә инде Азат. Унан ҡулына арҡан тотоп һарайға йүгерҙе. Үҙенең ни ҡыланғанын аңларлыҡ, туҡтарлыҡ хәлдә түгел ине был ваҡытта. Башын элмәккә тыҡҡанда ла, баҫҡан ултырғысын йән-тәслимгә тибеп осорғанда ла мейеһендә: «Мин ғәйепле! Барыһы ла минең өсөн булған»,—тигән хәсрәтле уйҙар өйөрөлдө...
Әллә ҡайҙан, бик алыҫтан әсәһенең: «Улы-ы-ы-ы-м! Улыҡайым»,—тип өҙәләнеп саҡырғанын ишетеп, Азат күҙҙәрен асты. Ул диванда ята, янында илап, йөҙө шешенеп бөткән әсәһе, арыраҡ айыҡ атаһы ултыра. Ни булғаны башына еткән егет: «Әсәй, илама, тыныслан йәме. Fәфү ит. Мин бөтәһен дә беләм. Башҡаса бер ҡасан да улай итмәм»,—тип саҡ-саҡ әйтә алды.
—Балам, улым, Азатым! Бөртөгөм минең, алтыным! Иҫерек атайың ни һөйләмәҫ, юҡ хәбәр бит ул! Ышанамы инде кеше эскесегә, йә, Аллам! Ҡуй, яңылышма, улым! Эй, балам, һин бит асһың! Уф, ҡана, берәй нәмә йүнәтә һалайым,—тип тороп китте әсәһе. Унан ултырғысҡа Ишмырҙа килеп ултырҙы. Балаһының күкрәгенә ҙур ҡулын һалып, унан ысын күңелдән ғәфү үтенгеһе, яңылыш хәбәр һөйләүен, хаталанғанын, балаһын ошо көнгә төшөрөүенә бик ныҡ үкенеүен әйткеһе килде. Тик: «Улым, ныҡ тейәп ташлағанмын шул, һин ней, теге»,—тиеүҙән үтә алманы, улының күҙҙәренә ҡарарға батырсылыҡ итте. Ҡараштар осрашты. Азаттың мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәре Ишмырҙаға бөтмәҫ рәнйеш менән баҡҡан ине. Тап ошо мәлдә атай кешегә ниҙер булды: гүйә, ошо һағыш тулы йәп-йәшел күҙҙәр уның бөтә үткән тормошоноң мәғәнәһеҙлеген асып бирҙе. Нисәмә йылдар буйы бер бөртөк улын, ғәзиз ҡатынын ыҙалатҡанын тәрән төшөндө. Ҡапыл ярһып киткән күңел кисерештәренән күңеле тулды. Fәфү үтенәм тип асҡан ауыҙын да яба алмай, ырғып тороп өйҙән сығып уҡ китте.
Азаттың ҡалған ял көндәре ғүмерҙә булмағанса бик тыныс үтте. Әсәһе менән атаһы икәүләшеп улдарының эргәһендә ни алып, ни ҡуйырға белмәй өлтөрәп кенә торҙо. Ишмырҙа ул тышҡа сыҡһа—сығып, инһә, артынан тып итеп өйгә кереп йөрөнө. Икәүләшеп утын өйҙөләр, мал ҡаранылар. Ошо йәшенә етеп атаһы менән бергә ниҙер эшләү түгел, уны бик һирәк айыҡ күргән егеткә был хәл сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та тойолдо. Әлбиттә, һиҙҙе Азат атаһының һүҙ башлай алмай йөрөгәнен, шулай ҙа өндәшмәне. Ә Ишмырҙа һуҙа килде. Тупаҫ, ҡот осҡос ҡылығы, ауыҙынан сыҡҡан ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәре арҡаһында балаһыҙ тороп ҡала яҙыуы уны тетрәндергәйне. Улы янында саҡта ғәфү үтенәйем тип ынтыла ла, ғәрләнеүенән күңеле тулып, һүҙен башлай алмай ҙа ҡуя.

Һанаулы көндәр бик тиҙ үтте. Бына Азат сумкаһын яурынына аҫып, хушлашып өйҙән сыҡты. Әсәһе улын автобус туҡталышына тиклем оҙата китте. Ишмырҙа урамдан сыҡҡас, ҡул биреп һаубуллашты, килешһеҙ генә итеп яурынынан ҡосоп алды малайын. «Йә, ярар, киләһе ҡайтҡанында һис шикһеҙ ғәфү үтенермен улымдан»,—тип үҙен тынысландырыр-ға маташты. Толҡа тапмаған күңеле генә ҡапыл һулҡылдап-һулҡылдап ҡуйҙы....
Ә бер нисә сәғәттән Азаттың юлда фажиғәле һәләк булыуы хаҡында хәбәр барыһын да шаңҡытты. Алҡымына килеп тығылған оло ҡайғынан Ишмырҙа ни эшләргә лә белмәне. «Улым, балам минең,—тип иңрәне ул эстән.—Нисек? Нимә булды? Мин бит һинең менән һөйләшеп тә өлгөрмәнем, улым! Һин бит йәшәргә тейешһең! Уф, әгәр белһәм, улым... өлгөрмәнем... Азат, ғәфү ит, улым, кисер алйот атайыңды, балам». Күк ҡабағы асылып, улыңдың урынына һин киләһеңме, тиһәләр, Ишмырҙа һис һүҙһеҙ китер ине лә бит! Көс еткеһеҙ юғалтыуҙан алйырҙай булды ул. «Йә Хоҙай! Исмаһам, кисергәнен белһәм, бәлки, былай уҡ ҡыйын булмаҫ ине»,—тип уйлап ҡуйҙы хатта. Земфираны ла эргәһенә барып йыуатырға хәленән килмәне. Оло ҡайғыны икеһе ике яҡта, айырым күтәрергә тырыштылар.
Fүмеренең ҡайһылыр мәлендә яҙа баҫып, шул аҙымын үҙ мәлендә төҙәтмәне Ишмырҙа. Кемделер ғәйепләй ҙә алмай. Ошо тиклем әсе үкенес менән йәшәү оло ғазап. Терһәк яҡын да бит...
Автор: Әлмирә Исхаҡова.
Һуңға ҡалған үкенес
Һуңға ҡалған үкенес
Автор:
Читайте нас: