-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2023, 17:00

НИНДӘЙ ДӘҮЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ?

-

- Ер шарының геологик тарихына күҙ һалғанда бер нисә көслө һыуыҡтар булғанлығын белергә мөмкин. Мәҫәлән, 2.4 - 2.2 миллиард йыл элек ерҙә ныҡ көслө һыуыҡтар булып, уны тотошлай боҙ ҡаплаған. Был дәүер геологияла Гурон боҙлауығы тип атала. Бындай оҙайлы һыуыҡ осорҙо фәнни телдә гляциоосор (гляциоэра) тип атайҙар. Ә оҙайлы йылы ваҡыттар термоосор (термоэра) исеме аҫтында йөрөтөлә. Шулай итеп, Гурон боҙлауығынан һуң оҙайлы термоосор башлана. Уны бөйөк боҙлауыҡ паузаһы тип атайҙар. Ул яҡынса 1,5 миллиард йыл дауам итә (2200 - 750 миллион йыл элек).
Ә 750 - 540 миллион йыл элек ергә Африка гляциоосоро йылылыҡ алып килә. Уның ҡатламдары (тиллиты) айырыуса Африкала яҡшы һаҡланған. Шулай уҡ улар Себерҙең Патом таулығында (Патомское нагорье) һәм Алдан ҡалҡанында (Алданский щит), Ҡырғыҙстанда, Ҡытайҙа, Оманда, Канадала, Бразилияла һәм шулай уҡ Көньяҡ Уралда ла бар (фото). Ләкин был һыуыҡ осорҙо ла йылылыҡ алмаштырған һәм 540 - 440 миллион йылдарҙа ерҙә Иртә палеозой термоосоро (Раннепалеозойская термоэра) батшалыҡ иткән.
Ә 440 - 260 миллион йыл элек ерҙә тағы ла йылылыҡты "һүндергәндәр" һәм Гондван гляциоосоро башланған. Уға алмашҡа Мезозой-палеоген термоосоро (мезозойско-палеогеновая термоэра) килә. Бынан 250 - 35 миллион йыл элек була был осор һәм ул ваҡытта динозаврҙар рәхәтләнеп йылыла йәшәй.
Әлеге мәлдә беҙ Антарктик гляциоосоронда йәшәп ятабыҙ. 35 миллион йыл элек башланған һәм бөгөнгө көндә лә дауам иткән был осорҙа төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булған. Мәҫәлән, Антарктида тулыһынса боҙ менән ҡапланған, Европа һәм Төньяҡ Америка биләмәләрен ифрат ҙур һәм ғәйрәтле боҙло ҡалҡандар ҡаплап алған, шулай уҡ 200 меңдән алып 14 меңенсе йылға тиклем әлеге Мәскәү урынында 3 саҡрымға еткән боҙ ҡатламы булған.
Бөгөн ғалимдар Ер шарында климаттың йылыныуы тураһында һөйләй. Ҡасан Антарктик гляциоосорона алмашҡа йылы термоосор килер? Үҙебеҙҙең эшмәкәрлек менән уны артыҡ тиҙләтмәйбеҙме һәм Ер шарының үҙенә генә билдәле процестарына йоғонто яһауыбыҙ ниндәй эҙемтәләргә алып килер?

Исхак Фәрхетдиновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5314

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

НИНДӘЙ ДӘҮЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ?
НИНДӘЙ ДӘҮЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ?
Автор:
Читайте нас: