-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ғинуар 2023, 11:32

ЙӘ ЯУА ЛА, ЙӘ ЮҠ...

-

Борон-борондан халҡым ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең, хатта бөжәктәрҙең үҙен нисек тотоуына ҡарап, һауа торошон, тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе фаразлай алған.

Был тәңгәлдә ҡәрсәйемдең һынамыштары бик тура килә торғайны. Ҡыштың айырым көндәренә ҡарап, яҙҙың, йәйҙең нисек килерен билдәләй ине ул. Көҙөн айырым көндәрҙе билдәләп, урман-ҡырға сығып килер ҙә, "Быйыл ҡыш ҡаты һыуыҡтар булырға оҡшаған. Ҡырмыҫҡа үҙ иләүен бигерәк бейек, ҙур итеп һалған" йәки "Быйыл ҡыш йомшағыраҡ килер, ҡырмыҫҡа иләүе тәпәш кенә" тиер ине. Һуңғы йылдарҙа ҡәрсәйемдең әйткәндәрен һынап ҡарамаҡҡа мин дә иләүҙең ҙурлығын-бәләкәйлеген һынағаным бар. Ысынлап та, тура килә. Ҡырмыҫҡаға ҡағылышлы тағы шундай һынамышы бар ине ҡәрсәйемдең: "Көн матурайыр, ахыры, ҡырмыҫҡалар йәнләнде".
Ай кәртәләнһә, буран була, тигәне лә раҫ килә торғайны. Болотло көндә бесәй арҡаһына ятһа, көн йылыта тигәне лә дөрөҫ.
Ағасҡа бәҫ һырыhа, һоло яҡшы уңыр, тигән юрауы ла бар ине ҡәрсәйемдең. Ғөмүмән, ҡарға, ҡышҡа бәйле һынамыштары күп булды һәм һәр ваҡыт тура килә ине. Ҡар ни тиклем күп яуһа, яҙын үлән дә шул ҡәҙәре күпереп үҫер, тигәне әле лә бик актуаль.
Халыҡ һынамышына ярашлы, 19 декабрҙә ҡар яуһа, ҡыш - һалҡын, буран булһа, ҡыш буйы буран буласаҡ. Быйыл ҡар ҙа яуҙы, еле лә көслө булды. Һыуыҡ та, буранлы ла булырға тейеш тә, әммә һуңғы йылдарҙа илдә генә түгел, республикала ла климат үҙгәрә. Шуға күрә халыҡ һынамыштары тура килмәүе лә ихтимал. Йылдан-йыл ҡар аҙыраҡ яуа. Һыуыҡтар ҙа элекке һымаҡ түгел тип әйтер инем, быйыл 80 йыл элек күҙәтелгән 50 градус һыуыҡтар аптыратты. 
Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булырға тейеш. Һарысай нисек булды, кем хәтерләй?

Гидрометеорологтар ҙа икеләнә: 2023 йылда һауа торошо ҡышын да, йәйен дә үҙгәреүсән була, тип белдерҙеләр белдереүгә. Был гидрометеорологтар тураһында халыҡ телендәге лаҡапты раҫлай инде: йә яуа ла, йә юҡ, тип шаярталар бит.

Хәмиҙә ҠУНАҠҠУЖИНА.

ЙӘ ЯУА ЛА, ЙӘ ЮҠ...
ЙӘ ЯУА ЛА, ЙӘ ЮҠ...
Автор:
Читайте нас: