+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ғинуар 2023, 11:00

Алһыу Бәхтиева:

Беҙҙең ғаилә ҙур булғас, мал да күп булды, 25 һарыҡ, 25 кәзә тоттоҡ, шул һарыҡ-кәзәләрҙең һәр береһен танып, баҫтырып кисен өйгә алып ҡайтып йөрөгән Алһыу ҙа – ул да мин! Сибай педучилищеһында шаянлығым өсөн балалар колонияһына ебәрергә теләп тә, курсташтары порукаға алып, ебәрмәй алып ҡалған Алһыу ҙа – мин!.. Ҡыҙыл дипломға уҡыуҙы бөткән ҡыҙҙарға юллама биреп, ә миңә бирмәгәстәр, Сибай мэрына инеп, “мине артислыҡҡа уҡырға ебәрегеҙ, 19 йәштән һуң унда алмайҙар” тип бик ныҡ инәлеп һорап, үҙемә юллама алған һәм тырышып-тырышып уҡырға инеп, ҡыуанып йөрөгән ваҡытта аварияға осрап, үлем менән айҡашҡан ваҡытта “Эх, үҙ аяҡтарым менән атлай алһам, мин дә ҡыҙыл дипломға уҡыуымды бөтөр инем”, тип һүҙ биргән студентка ла мин!

БЕЛЕШМӘ:

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Алһыу Бәхтиева 1970 йылдың 26 июлендә Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Уҡыу йылдарында бер төркөм егеттәр менән бергә “Ҡарауанһарай” фольклор-эстрада төркөмө төҙөп, республикабыҙ, Рәсәй буйлап гастролгә сығалар.

1993 йылда А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә инә. Сибай театры сәхнәһендә Әсифә (“Һуңғы аҡсарлаҡ”, Б.Исҡужин), Сажидә (“Ҡазан һөлгөһө” К.Тинчурин, Наза (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай, З.Исмәғилев), Миңһылыу (“Эх, Байтимер дуҫ”, Р.Кинйәбаев), Гөлзифа, Мәсекәй (“Тылсымлы ҡурай”, З.Биишева), Гөлсәриә (“Абыстай”, Г.Әхмәтҡужина) һәм башҡа ролдәрҙә уйнай.

2000 йылда актрисаны М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының “Шәүрәкәй” (М.Буранғолов) спектаклендә төп ролде уйнарға саҡыралар, ә ярты йылдан ул М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай. Бөгөнгө көн репертуарындағы шаян еңгәй Шәмсиәне (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай, З.Исмәғилев), йылғыр Сабира ҡарсыҡты (“Шәүрәкәй”, М.Буранғолов), йә булмаһа балалар өсөн “Mouse story” (Д.Урбан) әкиәтендә Лидины, етди ханым Медэкспертты (“Гөлбостан”, Ҡ.Даян), башҡорт халыҡ эпосы буйынса ҡуйылған “Урал батыр” спектаклендә Рухты башҡарһынмы – һәр роле актриса өсөн ҡәҙерле.

Алһыу Бәхтиева - танылған эстрада йырсыһы ла, “Аманат” башҡорт эстрада музыкаһы, “Ирәндек моңдары-99” конкурстары лауреаты, “Актер йыры -98” конкурсы дипломанты. Бер нисә аудио-һәм видеоальбомы бар. Алһыу башҡарыуында "Һандуғас", "Мәктәп вальсы", "Мөхәббәтем", "Аҡсарлаҡ", "Яңғыҙ ҡатын" йырҙары киң билдәлелек яуланы.

“Егәрле, уңған, тырыш” тип тә өҫтәйҙәр талантлы актриса һәм моң эйәһе Алһыу тураһында һүҙ сыҡҡанда. Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған Алһыуға бар булмышы менән тәбиғәтте яратҡан Исмәғил ағайҙан ер-һыуҙы һөйөү, әсәһе Рәйсә апайҙан халыҡ ижадының күңел гәүһәрҙәре күскән, шуға күрә уның уйнаған ролдәре лә халыҡсан, башҡарған йырҙары һәм тәрән моңо тамашасыларҙың күңелен арбаусан… Ә инде Алһыуҙың ихлас, йор һүҙле, шаян булыуы уға тағы ла һөйкөмлөк өҫтәй.
 
 
- Һайлаған һөнәрең бала саҡ хыялындағы булған һөнәргә тап киләме? 

Беҙҙең бала саҡта “актриса” тигән төшөнсә булманы бит инде, ә “артист” тигән ҙур төшөнсә йәшәй ине халыҡта: кем йырлай, бейей, шиғырын да һөйләй, ниндәйҙер инструментта уйнап ебәрә икән– шундай кешене “артист” тип әйтәләр ине. Дүрт йәшемдә саҡта беҙҙең Баймаҡ районында үткән конкурста ҡатнашып, лауреат исемен алдым. Һаман да иҫемдә – тап-таҡыр башлы, әммә бантиклы ҡурсаҡ һәм Маҡтау ҡағыҙы бирҙеләр. Беҙҙең ағас өй булғас, атай-әсәйем әлеге шул маҡтау грамотаһын кнопка менән тишеп, стенаға элеп ҡуйҙылар. “Бына һинең Почет грамотаң!” – тип ваҡыты-ваҡыты менән шул ҡағыҙға төртөп күрһәтеп алалар ине. Ул ҡағыҙға артыҡ әһәмиәт бирмәһәм дә, әммә әсәйем тегеп биргән аҡ күлдәкте бик яратып кейҙем, шул матур күлдәгемде кейеп, ауыл клубы сәхнәләрендә сығыш яһап йөрөнөм. Бала сағымдың иң матур, сағыу иҫтәлеге лә тап сәхнәлә торғаным килеш уйылып ҡалған – тәү тапҡыр мине, Берлиндағы һалдат күтәреп торған ҡыҙ һүрәтендәге һымаҡ, һалдат ағай күтәреп сәхнәгә алып сыҡты. Шул ваҡыттан башлап сәхнәлә йырлап-бейеп йөрөнөм.

 

- Атай-әсәйеңә бәйле ниндәй хәтирә күңелеңде йылытып тора? 

Иң бәхетле минуттарым бала саҡҡа барып тоташа. Иртәнге һиллек, самауыр шыжлап ултырған тауыш, уянып, күҙҙе асып ебәрһәң - атай менән әсәй әкрен генә һөйләшеп, сәй эсәләр, әле булһа шул мәлдәрҙе ныҡ һағынам. Ата-әсәйем уҡытыусылар булды: атайым география, биология, хеҙмәт дәрестәрен алып барҙы, уның үткәргән дәрестәрен, темаларҙы тормоштағы күренештәр менән бәйле аңлатып һөйләүен һағынам. Әсәйем башланғыс кластарҙы уҡытҡас, ул өйгә уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен алып ҡайта ине, мин шул дәфтәрҙәрҙе тикшерергә ярҙам иттем - шул миңә башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен һайларға этәргес булғандыр. Атайым менән арбала йәнәш ултырып йөрөгәнем хәтерҙә. Бесәнлеккә, урманға барғансы һәм ҡайтып еткәнсе ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләй ине, юл буйында үҫеп ултырған борсаҡ баҫыуынан йәһәт кенә төшөп борсаҡты ҡосаҡ-ҡосаҡ итеп өҙөп алып, арбаға өйөп һалабыҙ ҙа, барып еткәнсе борсаҡ ашап бара инек. Арбаның тәгәрмәстәре ысҡынып китеп тауҙан аҫҡа ҡарай тәгәрәгәне лә булды. Бесәнгә йөрөгән мәлдәге бик матур иҫтәлектәр һаҡлана, әсәйемде атайым бесән эшенә йөрөтмәне, ә мин бесәнселәребеҙгә аш-һыу бешерергә йөрөнөм. Алты малай араһында ике ҡыҙ үҫтек, апайым йәшләй генә кейәүгә сығып китте, мин малайҙар араһында бер үҙем ҡалғас, ҡыҙыҡ күргәндәрҙер. “Кухарка, айран килтер!” – тип ҡысҡырып өндәшкәндәре иҫемдә, мин йәһәт кенә шишмәгә төшөп, унда һыу эсендә ятҡан һыуыҡ айранды алып киләм. Эргә-тирәлә еләк йыям, биҙрәлә сәй ҡайнатам, ашарға йүнәтәм… Әсәйем өлкән йәшендә тапҡан мине, шуға күрә мин гелән уға эйәреп, сейә, бөрлөгән йыйырға йөрөнөк. Шул йөрөгән ваҡытта өгөт-нәсихәттәр, кәңәштәр бирә ине.

 

- Алһыу, һин өс бала әсәһе. Һин ижади мөхиттә, халыҡ ижады, фәлсәфәһе эсендә үҫкәнһең. Үҙеңдең балаларыңды ла шулай тәрбиәләйһеңме? 

Шөкөр, Азамат улыма 25 йәш, ҡыҙҙарым бәләкәйҙәр әле: Фатима беренсе класҡа барҙы, Зәйнәп балалар баҡсаһына йөрөй. Ысынлап та, беҙҙе ата-әсәйебеҙ ауыҙ-тел ижады аша тәрбиәләнеләр. Әсәйҙәрҙең бала саҡтағы әйткәндәре барыбер башҡа һеңеп ҡалған икән, йылдар үткәс, үҙеңдең балаларың булғас, шул һүҙҙәре иҫкә төшә. Мин дә балаларым менән аралашҡанда мәҡәл-йомаҡтар ҡулланам, уларҙың мәғәнәһен төшөндөрөргә тырышам, башҡорттарҙың милли ашы шундайҙар, йырҙары-бейеүҙәре, кейемдәре бына ошолай, тип уларҙың күңеленә һалып барам. Бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың кейемдәре ҡайһы бер осраҡта танымаҫлыҡ хәлгә етте, мәҫәлән, Азамат улым музыка мәктәбендә уҡығанда уға һөйләгәнем хәтерҙә: “Беҙҙең башҡорттарҙың оҙон көйҙәре, йырҙары рухлы, тәрән мәғәнәле, кейемдәре зауыҡлы, һәр биҙәгенең үҙ мәғәнәһе бар” - тип. Ул ихлас тыңланы, аҙмы-күпме ваҡыт үткәс, уның менән бергә телевизорҙан концерт ҡарап ултырабыҙ: йырсы башҡорт халыҡ йырын башҡара, ә янында йөрөгән бейеүселәр ҡыҫҡа ғына күлдәктәр кейеп, уның тирәләй заманса һикерә-һикерә бейей башланы. Улым Азамат миңә ҡараны ла: “Әсәй, ошомо инде һинең башҡорт йырҙарың һәм бейеүҙәрең? Ошо милли рухлы йыр менән бейеүме?” – тип һораны. Мин уға заманса күҙлектән шулай йәнләндеререргә тырышҡандыр йырсы, тип әйтеп маташтым шунда, әммә бала бит үҙ күҙҙәре менән күрҙе, башҡорт халыҡ йыры башҡарыла, тип титрҙан уҡыны… Ф.Ғәскәров кеүек данлыҡлы бейеү һалыусыларҙың бейеүҙәрен, халыҡ йырҙарын беҙ изге Ҡөръән китабы һымаҡ, үҙгәртмәйенсә, боҙмайынса быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Әлбиттә, беҙҙең мәҙәниәттә шундай күренештәр ҙә бар – кейемдәрҙе заманса сығарам, тип, киреһенсә, уны боҙалар, “ҡаш төҙәтәм, тип, күҙ сығаралар”. Ҡайһы берҙә эс бошоп китә, шул тиклем мәғәнәле йырҙарҙы һайлай йырсылар, әммә башҡарыусыһы уның мәғәнәһен аңлап, еренә еткереп йырлай алмай. Шуға күрә теләгем – йырсылар һәм бейеүселәр йырҙы, бейеүҙе үҙ репертуарына алғас, уны еренә еткереп йырлаһындар ҙа ине. Эсемде бошорған тағы ла бер күренеш - бөгөнгө көндә һәр кем йырлай, әлбиттә, йырлай беләме, юҡмы - уныһын уйлап тормайҙар, ретро-йырҙарҙы хатта үҙешмәкәр артистар әллә нисә вариантта йырлай. Йырлаһындар, әлбиттә, әммә һәр һөнәрҙең үҙ оҫтаһы, тигәндәй, радио, телевидение аша үҙешмәкәрҙәр башҡарған йырҙар көнө-төнө, самаһыҙ бирелергә тейеш түгел, улар өсөн төп радио менән телевидениенан башҡа ла сығанаҡтар бар - интернет, төрлө саралар. Профессиональ йырсыларҙы күтәрергә кәрәк, уларҙың баһаһын ебәрмәҫкә, йырсылар менән йырлаусыларҙы бер рәткә тигеҙ ҡуймаҫҡа, сөнки йырҙар, моңдар аша тәрбиә бирелә, беҙ тамашасыларға, киләсәк быуынға осһоҙ рухи аҙыҡ бирергә тейеш түгелбеҙ, халыҡтың күңеленә сәскән рухи орлоҡтар сифатлы булырға тейеш…

- Әҙәби әҫәрҙәр, китаптар уҡыйһыңмы?

- Әҙәби әҫәрҙәр уҡырға яратам. Йәйге ял алдынан китап магазинынан барып алып ҡуям. Шулай ҙа күбеһенсә интернетта уҡыйым –унда “яңы ғына табанан төшкән” әҫәрҙәр бар. Хәйҙәр Тапаҡов, Мөнир Ҡунафин, Таңсулпан апай Ғарипова, Гөлнур Яҡупова әҫәрҙәрен көтөп алам. Ҡәләмгә яңы тотонған йәштәрҙең дә әҫәрҙәрен уҡып барам – сейерәк, оҙонораҡ булһа ла, аҙағына тиклем уҡыйым. Яңыраҡ ҡына уйламаҫтан-аңғармаҫтан Ғабдулла Туҡай китабына барып юлыҡтым. Уның “И, туған тел”, “Шүрәле” кеүек әҫәрҙәре халыҡ араһында йөрөй, улары һәр кемгә яҡшы таныш, ә был йыйынтығында мин Туҡайҙы үҙемә өр-яңынан астым. Һуңғы ваҡытта радиола хикәйәләр уҡырға саҡыралар, үҙем дә авторҙарҙың әҫәрҙәрен тәҡдим итәм. Ғөмүмән, уҡырға ныҡ яратам.

 

- Уҡытыусыларың, остаздарың кемдәр?

- Беренсе уҡытыусым ауылда, Әлифә Мәхмүтйән ҡыҙы Үҙәнбаева. Атай-әсәйем уҡытыусы булғас, бөтөн уҡытыусылар коллектив миңә яҡын ине. Уҡытҡаны ла, уҡытмағаны ла минең өсөн ҡәҙерле ине. Педучилищела, һуңынан институтта уҡытҡан уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Йыр донъяһына ныҡлап алып ингән Ләлә Зөфәр ҡыҙы менән осрашыуым өсөн рәхмәтлемен, ул миңә үҙенең йырҙарын аманат итеп ҡалдырҙы. Хыялым бар – “Актерская песня” конкурсына Ләлә Муллабаева исемен бирһендәр ине, ул бит бик күп йырсы актерҙар әҙерләгән шәхесебеҙ.

Тормошта, юлымда кемдәр генә осраһа ла – уларҙың бөтәһе лә минең өсөн уҡытыусы булдылар, сөнки кемдер миңә биш йылға бирелә Хоҙай тарафынан, кемдер бер аҙнаға, тигәндәй… Тормошта осраған бер кеше ниндәй ҙә булһа тәжрибәһе менән бүлешә, һабаҡ бирә.

 

- Режиссерҙар араһында кемделер айырып әйтер инеңме?

- Режиссерҙарҙың һәр береһе үҙенсә ҡыҙыҡлы. Бер ролде сығарғас, күңел йәнә аҡ ҡағыҙ һымаҡ булып китә, яңы роль биргәс, тәүҙә үҙемде аңын-тоңон төшөнмәгән, бер аҙ албырғап ҡалған хәлдә тоям. Пьесаны уҡып, геройҙар менән танышҡас, ролдәр өҫтөндә эш башлана. Ғөмүмән, бөтә режиссерҙар менән дә эшләргә яратам, уларҙы һәр береһен ихтирам итәм.

 

- Бала саҡта, тәүге тапҡыр тере килеш күргән артистар һиндә ниндәй тәъҫораттар ҡалдырҙы? Бөгөн үҙең, ошо мөхиттә үҙең йәшәүсе булараҡ, коллегаларың хаҡында ни әйтерһең? 

- Тәүләп күргән артистарымдың береһе Бәхти ағай Ғайсин булды. Партия ваҡытында Ленин, комсомол менән үҫкән ваҡытта, балаларға клубҡа инеү ҡайҙа инде?! Ә Бәхти ағай гастролгә килгәнендә беҙҙән бер өй аша ғына йәшәгән Әхмәҙи ағайҙарға фатирға төшә инә. Ул ағай үҙе баянсы булды, шуға икәүләп ултырып дуэт менән уйнай торғайнылар. Концерттан һуң беҙ уларҙың йорто янына барып, ҡойма аша ҡарап тора инек. Шунда мин аптырай инем: “Нисек инде ул шундай ҙур сәхнәләргә сыҡҡан артист, ябай ғына бер кеше һымаҡ һөйләшеп, баянда уйнап ултыра ала икән?“ – тип. Бөйөк тә һәм ябай ҙа булды тәү күргән ысын артисым. Беренсе күргән артистарҙан тағы ла Хәмзә ағай Ҡурсаев, Рәмилә апай Сәлимгәрәева, Вәкилә Ҡалмантаева, Сибай театры артистары булды. Улар гастролдәр ваҡытында кешеләргә фатирға төшә торғайнылар. Сибай башҡорт драма театрында эшләгән ваҡытымдан шул хәтерҙә ҡалған – беҙ бер ғаилә, туғандар һымаҡ йәшәнек, бер-беребеҙҙе аш-һыу бешереү серҙәренә, ҡул эштәренә өйрәтә инек.

Әлеге ваҡытҡа ҡайтһаҡ, мин белгән артистар бик ябайҙар, уларҙың һәр береһенең үҙ шөғөлө бар – кемдер баҡса үҫтерә, кемдер ҡул эштәренә оҫта… Мин аралашҡан артистарҙың һәр береһе йор һүҙле, асыҡ, шаярып һөйләшкән, бер-береһенә ихтирам менән ҡарап, үҙҙәре тормошто яратҡан, йылмайып-көлөп торған, күп ҡырлы шәхестәр. Мәҫәлән, Рәшиҙә апай Туйсинаны алайыҡ. Ул шул тиклем ябай, берәй концертта, сарала ҡатнашҡандан һуң, үҙенә ҡунаҡҡа саҡырһа – өйҙәренә барып инеүебеҙ була, ул йәһәт кенә табын әҙерләй – турамаһын һыуытҡыстан алып өҫтәлгә ҡуя, тәмлекәстәр, ҡайнатм менән, баллап-майлап сәй эсерә. Ғөмүмән, һәр бер артист шулай ҡунаҡсыл, хужа булараҡ та уңған. Әҙергә-бәҙер генә йөрөгән артистар юҡтыр, тип уйлайым, сөнки сәхнәгә сығыу, үҙ тамашасыңды юғалтмау ҙа – ҙур эш һәм тырышлыҡты талап итә. Мин артист халҡын егәрле халыҡ тип ҡабул итәм.

 

- Сәхнәлә уйнаған ниндәй героиняңдың тормошо менән ысынбарлыҡта йәшәргә теләр инең? 

- Элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һымаҡ йәшәргә, тигән хыялым була торғайны - тирмәләрҙә, башҡорт кейемдәрен кейеп, йәйләүҙән –йәйләүгә күсеп йөрөп… Н.Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Әхмәтзәки Вәлиди” спектаклендә Бүләкбикә исемле ролем булды, шул ролемде уйнағанда мин үҙемде элекке тормошта йәшәгән башҡорт ҡатыны итеп күҙ алдына баҫтыра инем, “Эх, хәҙер ҙә шулай йәшәһендәр ине, шунда ғөрөф-ғәҙәттәр булһын ине” тип хыяллана инем.

- Ниндәй роль уйнарға хыялланаһың?  

- Уйнарға теләгән ролдәр күп инде ул. Кабаниха кеүек мөһабәт ролдәр уйнап ҡарарға ине.

 

- Айырыуса яратҡан ролдәрең? 

- Үҙем сығарған һәр ролемде яратам. “Mouse story” (Д.Урбан) әкиәтендә уйнаған һоро сысҡан Лидины ла яратам, “Шәмсетдин менән Шәмсура” (Т.Ғиниәтуллин) спектаклендәге Латифамды ла яратам, “Шәүрәкәй” (М.Буранғолов) комедияһындағы Сабира ҡарсыҡты ла яратам. Улар бит үҙҙәре мине эҙләп тапҡан, актер яҙмышыма яҙылған ролдәрем, шуға уларҙың һәр береһе ҡәҙерле. Әйтәйек, бына башҡорт халыҡ эпосы буйынса ҡуйылған “Урал батыр” спектаклендә башҡарған рух образы шулай үҙе килеп тапты мине. Тәүҙә мин ул спекатклдә юҡ инем, композитор Урал Иҙелбаевтың студияһында осраҡлы ғына спектаклдең режиссеры Андрей Борисов менән осраштыҡ. “Һеҙ кем?” – тип һорай минән. “Актриса” – тим. “Ә ниңә мин һеҙҙе күрмәнем?” –тип тағы төбәшә. “Мин бит приказда юҡ, шуға репетицияғыҙға йөрөмәйем” – тим. “Һеҙ йырлайһығыҙмы?” – ти ул. Шул ваҡыт Урал Мирас улы: “Йырлай, нисегерәк йырлай әле!” – тип һүҙгә ҡушылды. Йырлап ҡарағыҙ әле, тигәс, халыҡ йырын башҡарҙым. “Булды! Миндә һеҙҙең өсөн роль бар, иртәгә репетицияға килегеҙ” – тип саҡырып тороп ҡалды. Беҙ тормошта булған хәлдәрҙе яңылыҡ, уңыш, тип ҡабул итәбеҙ, ә ысынында иһә, улар күптән Хоҙай тарафынан билдәләнеп ҡуйылған, уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн ниндәй ҙә булһа сәбәп кәрәк. Минең өлөшкә күбеһенсә йырлы ролдәр эләгә, уныһына ла мең шөкөр! Ролдәремдең бөтәһен дә яратам, булһындар ғына!..

 

- Ысынлап та, йырлы ролдәрең күп шул. Хатта ки спектаклдәрҙә йырлаған йырҙарың эстрадала үҙаллы йәшәп китәләр. Шундайҙарҙың береһе - “Торналар”. Унда “үткәндәрҙән үкенестәр ҡалған, үҙәктәргә үтеп көйөүҙәр” тигән һүҙҙәр бар... Һинең үҙ ғүмереңдә үкенестәрең күп булдымы? 

- Был йыр спектакль өсөн махсус яҙылды. Эйе, кешенең ғүмер эсендә үкенесле мәлдәр була, әммә ваҡыт үткәс, Хоҙай барыһын да үҙ урынына ҡуя. Үҙ тормошома килгәндә, мәҫәлән, 20 йәшемдә, “Их, ниңә шулай булманы икән?!..” - тигән үкенестәрем булһа, 25 йәшкә еткәс ниңә шулай булғанын аңлай инем – һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, шул ваҡытта ваҡиғалар дөрөҫ эшләнгән икән, тип һығымта яһай инем. Бына шундай үкенесемдең береһе – мине Ҡазанға консерваторияға уҡырға саҡырған инеләр, опера йырсылары әҙерләгән факультетҡа, ниңә барманым икән, ниңә баш тарттым икән, тип... Һуңынан уйлап ҡуйҙым: билдәле йырсы булып китһәм, донъя гиҙеп, башҡа ерҙәрҙә йырлап йөрөргә тейеш булам, ә мин шул тиклем ныҡ тыуған еремә береккәнмен, тыуған еремде, театрымды яратам, ғөмүмән, халҡымды, башҡорттарымды яратам, ситкә китһәм, һарғайып һарыларға һабышыр инем, мин үҙемде башҡа ерҙә, урында күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡайҙа тыуғанмын, шунда кәрәк булғанмын – һәм шуның менән бәхетлемен. Тормошомда, әлбиттә, хаталар булды, әммә ләкин хаталанмаған кеше булмайҙыр. Шул хаталар тәжрибә булып, улар ярҙамында кешеләр үҙҙәренең йәшәйешен үҙгәртәләр, ә аҡыллыраҡ кешеләр башҡаларҙың үкенесле хатаһы аша үҙенә тәжрибә туплай. Үҙ тормошомда булған хаталарҙы мин ҙур трагедия итеп ҡабул итә алмайым.

 

- Тормош дәфтәреңдең ҡайһы бер биттәрен алып ташлағың килгән саҡтар булғылаймы?

- Хоҙай биргән һәр бер көндө шөкөр итеп ҡабул итәм. Үҙ тормошомдоң бер битен дә алып ташлағым килмәй, бер ваҡытта ла үкенгән саҡтарым булманы. Әгәр юлымда ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡ булған икән – мин унан һабаҡ алып, артабан атларға тейешмен. “Йәмһеҙ кешеләр булмай, уның ҡашы, күҙе, йә холҡо, бик тә булмаһа сәтәкәй бармағы булһа ла матур була”, - тип әйтә ине әсәйем, шуға күрә тормошомда ла йыртып ташлағым килгән биттәре юҡ. Уларҙың һәр береһе – минеке, минең үткәнем, хаталарым, әммә һәр береһенең эсенә өмөт, кескәй генә шатлыҡ йәшеренгән.

 

- Дуҫтарыңдың хыянатын кисергәнең булдымы? Хыянаттарҙы ғәфү итеп буламы? 

- Тормош булғас, дуҫтар ҙа бар, дуҫтарға ышанмайынса ла булмай. Әгәр ҙә кемдер минең менән ысын күңелдән дуҫлаша икән – мин дә үҙ сиратымда уның менән ғүмерлеккә дуҫмын. 30 йылдан артыҡ дуҫлашып йөрөгән әхирәттәрем бар, бергә уҡыған ваҡыттан уҡ ҡатышып йәшәгән дуҫтарым бар. Беҙ утты-һыуҙы бергә кисеп, бөтә нәмәне бергә үткәргән кешеләрбеҙ һәм бер ваҡытта ла бер-беребеҙгә хыянат иткәнебеҙ булманы. “Әхирәт булып ҡына йөрөгән” кешеләр ҙә булды – тормоштары ҡыйын ваҡытта улар ошо дуҫлыҡ менән файҙаланып, һуңынан танау сөйөргәндәр... Ни эшләп ғәфү итмәҫкә? Аллаһы Тәғәлә бөтә яҙыҡтарҙы ғәфү иткәнде, ни эшләп мин ғәфү итмәҫкә тейешмен, ул тиклем кем һуң мин? Йөҙөнә бәреп, “мин һине ғәфү итәм” тип аҙым һайын ҡысҡырып булмай, әлбиттә. Әгәр ҙә дуҫлыҡҡа хыянат итәләр икән, мин ундай дуҫлыҡтан ситләшәм, үҙ-үҙемә йомолам. Хыянат итеүҙе мин арҡама бысаҡ ҡаҙау тип ҡабул итәм, ул минең өсөн башҡаса яҡын дуҫ булып китә алмай, күңелемдә уға ҡарата үс һаҡламаһам да, әммә ундай хыянатсыл дуҫлыҡтан, мине ғәйепләгән, минән кер эҙләгән кешенән ары йөрөүемде хуп күрәм.

 

- Киләсәген бәхетле итеп күрергә теләгән йәш ҡыҙҙарға тормош тәжрибәңдән сығып ниндәй кәңәштәр әйтер инең? 

- Бөгөнгө көндә беҙҙең тормошта тыйыу тигән нәмә юҡ – кеше теләгән еренә бара ала, теләгән һөнәрен – үҙләштерә, теләгән кейемен кейә ала. Шуға күрә ҡыҙҙарға теләгем – һәр яҡлап үҫеү яғын ҡараһындар, инглиз телен өйрәнһендәр, тормошто күберәк күрергә, сәйәхәт итергә тырышһындар. Юл йөрөүҙәр кешенең күңелен байыта, башҡа илдәрҙә булыу, уларҙың мәҙәниәте менән танышыу рухи яҡтан үҫтерә. Үҙемдән генә беләм: юл йөрөү яңы танышлыҡтар бүләк итә – тормошҡа позитив ҡараған, уны яратҡан һәм нисек бар - шулай ҡабул иткән кешеләр осрай. Күп йөрөгән кеше “шымара”, тәжрибә туплай, шуға күрә йәштәр үҙҙәрен сикләмәһендәр ине. Ҡатын-ҡыҙ яҡшы хужабикә булырға тейеш тигән фекер йәшәй халыҡта, йәнәһе, “ҡатын-ҡыҙҙарға ҡул эштәрен белергә, аш-һыуҙа оҫта булырға кәрәк”, тигән фекер бар. Әммә минең уйымса, ҡатын-ҡыҙҙар уңған хужабикә булам, тип башкөллө шул юҫыҡҡа ғына сумып китергә тейеш түгелдәр. Сөнки нисек кенә тәмле итеп былау, борщ, йә башҡа ризыҡтар бешерһәң дә, тигеҙ һәм йоҡа ғына итеп һалма ҡырҡһаң да, бөтә ирҙәр өсөн былар мөһим булып тормай. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ бешерә белергә, донъя көтә белергә тейеш. Ғаилә ҡорған ҡатын-ҡыҙҙар һәр нәмәлә “алтын урталыҡ”ты табырға өйрәнһен, йәғни яратып бешергән бер-нисә рецепты булһа – шул етә, үҙеңде йонсотоп, “иргә ярайым, балаларҙы һыйлайым”, тип, артыҡ тырышыу кәрәкмәй, тип иҫәпләйем. “Алһыуҙың йөҙөм менән бешергән былауын яратам”, йә иһә “Эййй, тортың бигерәк тәмле!” – тип ебәрә ҡунаҡтарым, минең шулай маҡтап ашарлыҡ бер-нисә рецептым бар – шулар етә, тип уйлайым… Ҡатын-ҡыҙ иҫе китеп йөҙ төрлө һөнәрҙе үҙләштереп, үҙенең бар көс-хәлен шуға биргәнсе, буш ваҡыттарын ғаиләһенә, һөйгән кешеһенә бүлһен, үҙе өсөн дә ваҡыт ҡалдырһын, тимәксемен.

 

- Йондоҙнамә, ырым кеүек нәмәләргә ышанаһығыҙмы? Һеҙҙең тормошоғоҙҙа, яҡындарығыҙ, таныштарығыҙ араһында ошо төшөнсәләргә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр булғаны бармы? - Йондоҙнамәләрҙе беҙҙең һымаҡ ябай ғына кешеләр төҙөйҙөр, тип уйлайым. Сөнки беҙҙең яҙмышты-тормошто Аллаһы Тәғәләнән башҡа бер кем дә белмәй. Хатта беҙ үҙебеҙ ҙә бер сәғәттән, йә иһә ун минуттан нимә булырын белмәйбеҙ. Шуға күрә йондоҙнамәгә иҫем китеп бармай. Ырымдарға килгәндә, “ҡара бесәй юлды ҡыйып үтһә – юл уңмай”, тигәнгә ла ныҡ иғтибар итмәйем. Бала саҡтан бер ырым иҫемдә ҡалған: еләккә китергә тип торғанда юлда эт осраһа, әсәйем: “Эт осраны, былай булғас, балам, юлыбыҙ уңыр”, - тип әйтә торғайны һәм ысынлап та уңа инек.

- Ниндәй миҙгелде, аҙнаның ниндәй көнөн, тәүлектең ҡайһы сәғәтен айырыуса яратаһың? 

- Мин, ғөмүмән, бөтә миҙгелдәрҙе лә яратам. Уйланғаным бар ошо хаҡта – мәҫәлән, эҫе яҡтарҙа, Төркиәлә булһын, ти – унда һәр ваҡыт тиерлек эҫе һәм йылы көндәр. Ә беҙҙә? Иртән тораһың да тәҙрәгә ҡарайһың “Тышта һыуыҡ, ел сыҡҡан икән, йылыраҡ кейенергә кәрәк”, йә булмаһа “Бөгөн ямғыр яуа, ҡулсатырҙы алайым”, тип уйлап ҡуяһың. Ә көн һайын һис тә үҙгәрешһеҙ тәбиғәт булһа, күңелһеҙ булыр ине – иртәнсәк тораһың- ҡояш һәм йылы, иртәгә лә – шулай уҡ, унан һуң да… Беҙҙең һауа торошона ҡарап кейемдәребеҙҙе алмашлап кейеү мөмкинлегебеҙ бар. Көн һайын төрлөсә кейенергә тырышабыҙ. Кешенең кейеменән дә, һауа торошонан да кәйефтәр үҙгәрә. Мин үҙебеҙҙең Башҡортостандағы, Рәсәйҙәге һауа торошон яратам. Ҡарҙар яуған ваҡытты ғына алайыҡ – шундай матур, тәбиғәт аҡ юрған аҫтында, ҡояш нурҙарында күҙҙәрҙе сағылдырып ҡар балҡып ята. Ул ниндәй иҫ китмәле матурлыҡ! Яҙ көнө үҙе ни тора! Ерҙәр ҡарҙан әрселеү менән бар тәбиғәт уяғандай… Көҙҙө яратам – бар тәбиғәт һары төҫкә инә. Йәйҙең эҫеһе, ямғыры, йәшене – үҙе бер матурлыҡ.

Аҙна көндәренә килгәндә лә шулай уҡ, беҙ, мәҫәлән, дүшәмбе көнө ял итәбеҙ – тотош аҙна буйы эшләгәндән һуң айырыуса рәхәтлек ул, бар халыҡтың тәүге эш көнө, ә һин был көндө иртән балаларҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына ебәрәһең дә, рәхәтләнеп йорт эштәренә тотонаһың, ашыҡмайһың, унан үҙеңә лә ял итеп алыу мөмкинлеге лә бар. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрен дә яратам - бөтә ғаилә өйҙә, ҡайҙалыр сығып йөрөп килеү, балаларға ял бүләк итеү, мунса яғыу мәшәҡәттәре оҡшай. Тәүлектең дә бөтә мәлдәрен яратам: таң һыҙылып атҡанын яратам, киске шәфәҡте ҡарап торорға яратам, мин, ғөмүмән, тормошто яратам!

 

- Һәр кем үҙ өлөшө менән тыуа, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙға бәхетле булыр өсөн ниҙәр кәрәк? 

- Ҡатын-ҡыҙға бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итер кәрәк. Ҡайһы бер нәмәләргә иғтибар итмәҫкә, күҙ йомоп ҡарарға була, һүҙ йыйылып китһә – сәсрәп тә китергә тейешбеҙ. Әммә беҙ, мосолман ҡатындары, барыбер ҙә баҫалҡыбыҙ һәм шуның менән дә тормоштоң ығы-зығыһынан өҫтөнбөҙҙөр, тип уйлайым. Ғаиләнең бәхетле булыуы ҡатын-ҡыҙҙан тора, ул – ғаиләнең – йәне, күңеле, ә материаль яҡтан ғаиләне ныҡлы итеү өсөн ир кеше яуаплы.

- Улайһа, ҡатын-ҡыҙҙың көсө нимәлә? 

- Беҙҙең көс, урыҫтар әйтмешләй – “Сила женщины в ее слабости”. Ҡатын-ҡыҙҙың көсһөҙ булыуында, шулай булып күренергә тырышыуында. Ирҙәр алдында барыбер ҙә ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға тырышырға кәрәк. Әлбиттә, бөгөн һәр ҡатын-ҡыҙ утынын да яра белә, башҡа ирҙәр эштәрен дә эшләй белә, әммә ире алдында ул барыбер ҙә көсһөҙ зат булып ҡалырға тейеш.

- Мөмкинлек булһа – космосҡа осор инеңме?

- Мин шул турала күп тапҡыр уйлағаным бар. Әгәр ҙә космосҡа осһам, мин ултырған бәләкәй нөктә генә һымаҡ ракета Ер шарынан айырылып икенсе яҡҡа осоп сығып китһә, яғыулығы бөтһә –нисек кире Ер шарына әйләнеп ҡайтырмын икән, тип уйлай инем. Әгәр ҙә космосҡа барып килеү трамплиндан һикергән бер траектория буйынса ғына булһа, мин дә Терешкова һымаҡ ҡына булыр инем ул.

- Һин үҙең генә белгән Алһыу – кем ул, ниндәй ул?

- Эййй, бик боронғо Алһыу бит ул… Пионерҙарын, комсомолдарын да күргән, йәй көнө ауылға килгән негр менән осрашыуҙа булып, уның устарының ап-аҡ булыуына иҫе киткән ҡыҙ ҙа мин; игенселәр алдында барабан-горндар менән сығыш яһаған, сөгөлдөр утарға йөрөгән, уларҙы йыйған һәм бысаҡ менән сөгөлдөр баштарын ҡырҡҡанда, ҡулдарын, бармаҡтарын яңылыштан эләктереп ебәргән, шул сөгөлдөрҙән ҡайтҡанда кәбән баштарында батут урынына һикергән, шул бесән араһында күмелеп йөрөгән Алһыу ҙа ул мин… Әбейҙәрҙе өләсәһенә ҡунаҡҡа саҡырырға йөрөгән бала, уларҙан: “Тышта минең ҡустым да тора” тип, тағы берәр кәнфит һорап алған, әбейҙәрҙең ул кәнфиттәрен ҡайҙа һаҡлағанын да белгән Алһыу ҙа мин булам!.. Беҙҙең ғаилә ҙур булғас, мал да күп булды, 25 һарыҡ, 25 кәзә тоттоҡ, шул һарыҡ-кәзәләрҙең һәр береһен танып, баҫтырып кисен өйгә алып ҡайтып йөрөгән Алһыу ҙа – ул да мин! Сибай педучилищеһында шаянлығым өсөн балалар колонияһына ебәрергә теләп тә, курсташтары порукаға алып, ебәрмәй алып ҡалған Алһыу ҙа – мин!.. Ҡыҙыл дипломға уҡыуҙы бөткән ҡыҙҙарға юллама биреп, ә миңә бирмәгәстәр, Сибай мэрына инеп, “мине артислыҡҡа уҡырға ебәрегеҙ, 19 йәштән һуң унда алмайҙар” тип бик ныҡ инәлеп һорап, үҙемә юллама алған һәм тырышып-тырышып уҡырға инеп, ҡыуанып йөрөгән ваҡытта аварияға осрап, үлем менән айҡашҡан ваҡытта “Эх, үҙ аяҡтарым менән атлай алһам, мин дә ҡыҙыл дипломға уҡыуымды бөтөр инем”, тип һүҙ биргән студентка ла мин! Унан һуң “Ҡарауанһарай” төркөмөн беренсе тапҡыр егеттәр менән бергә төҙөгән, улар менән бергә концерттар ойошторған, шул гастролдәрҙән бер ай эсендә 600 һум аҡса (ул ваҡытта уҡытыусыларҙың айлыҡ эш хаҡы 100 һум тирәһе) эшләп алып ҡайтып, ата-әсәһен шаҡ ҡатырған да ул мин булам!.. Осоп ҡына А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына ҡайтып героиняларҙы уйнаған йәш актриса ла мин... Бөгөнгө көндә яратҡан эшем тип театрыма осоп барған актриса, тамашасыларым өсөн яңынан-яңы йырҙар табырға тырышҡан йырсы ла мин булам инде. Өлкән улын үҫтереп буй еткергән, хәҙер килеп тағы ла бер-бер артлы ике ҡыҙ табып алған әсәй һәм дә бөгөнгө көндә үҙ бәхетен Мөхәмәтйәр исемле ир-уҙаманда табып, уның менән уртаҡ хыялдар менән йәшәп ятҡан ҡатын-ҡыҙ ҙа мин!.. Бер уйлай китһәң, хәҙер инде тәжрибә туплап, тормоштоң 50 йәшлек матур бер башында баҫып торам. Теге яғына ла, был яғына ла күҙ һалам... Уйлап та алдым, йырлап та алдым тыуған көнөмдә, уйландым да, тормошҡа хәҙер инде етди ҡарарға кәрәк, тигән фекергә килдем. Тик минән улай етди кеше булырмы икән?!..

- Яратҡан ризыҡтарың?

- Беҙ хәҙер шундай йәштә – һаулыҡ тураһында ҡайғыртыу ваҡыты етте. Балаларым бәләкәй булғас, нисек тә булһа үҙемде һаҡларға, ауырымаҫҡа тырышам. Шуға күрә ауылдан килгән таҙа ризыҡтарҙы – май, ҡаймаҡ, ҡорот кеүек ризыҡты ҡулланам. Үҙем өйҙә әҙерләйем: буҙа ҡоям, әсетке менән икмәк бешерәм. Таҙа ризыҡтарға күсеү бигерәк тә пандемия ваҡытында һөҙөмтә бирҙе – магазиндан алып ашаған ризыҡтарҙан баш тартып, тулыһынса тиерлек үҙем бешергән, әҙерләгән ризыҡтарға күстем.

- Һинең турала һәр саҡ “эскерһеҙ, ярҙамсыл” тиҙәр. Тормошта һуңғы телемеңде башҡаға биреп, аҙаҡ үкенгәнең булдымы?

- Тормошта төрлө хәлдәр була. Тәжрибәһе булғандар ғына хаталанмай. Һәр кем хаталаныуҙар аша үтеп, нығына. Ярҙам һораған кешене ярҙамдан ташламаҫҡа тырышам – әйтәләр бит – не оскудеет рука дающего, тип.

- Алсаҡ, көләс йөҙлө булғаның өсөн дуҫтарың да күп, ә моңоңдо һәм талантыңды тамашасылар бик ныҡ яраталар. Тағы ла оҙаҡ йылдар шатланып йәшәргә, рәхәтләнеп ижад итергә яҙһын һиңә!..

Динара Ҡәйүмова

Әңгәмә 2020 йылда "Тамаша" журналында баҫылды.

Алһыу Бәхтиева:
Алһыу Бәхтиева:
Алһыу Бәхтиева:
Алһыу Бәхтиева:
Алһыу Бәхтиева:
Автор:
Читайте нас: