-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ғинуар , 21:00

Йәшлектең бер мәле. Хикәйә. Айһылыу Вәхитова

Бер туҡтауһыҙ өҙөлөп ялғаныуҙан сырмалып бөткән уйҙарынан арынырға теләп Әнисә бер генә мәлгә эшен ҡуйып тәҙрәгә төбәлде: һиҙҙертмәй генә тирә-яҡты эңер селтәре ҡаплай башлаған икән... Ҡуйы дегет сәсенә, баҡыр төҫөн, тағы әллә ниндәй төҫтәрҙе сағылдырған шыма тәненә, бәләкәй йомро йөҙөнә серле матурлыҡ өҫтәгән бәрхәт керпектәрен елпелдәтеп ҡатын алыҫтағы билдәһеҙлеккә ҡараш ташланы. Тәненең, сәсенең, күҙҙәренең ҡаралығы арҡаһында үҙенсә һылыу булыуы, көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарына оҡшап тороуы тураһында белмәй ҙә ул. Киреһенсә, үҙен ҡотһоҙ күреп, кеше алдында оялып, кәмһенеп ҡуя торған холҡо бар. Ябалаҡлап яуған ҡар бөртөктәре уны тышҡа саҡырғандай шаярышып тәҙрәгә килеп һылашалар. Һылашалар ҙа щунда уҡ күҙ йәше булып иреп, ялтыр быяла буйлап тәгәрләшәләр. Ҡупшы ҡар бөртөктәренең өйрөлөүе ошо саҡта ҡатынға бер нәмәне хәтерләтте – ҡыҙҙар бейеүен. Һәм ошо ыңғайҙан: " Уйын була бит... " – тип, мейеһендә яңынан тыуған уйы арҡала күңеле төпкөлөнән көрһөнөү тауышы яңғыраны. Ололарҙың көрһөнөргә ярамай, тип әйткәнен иҫенә төшөрөп, ҡәйнәһенә ҡарап ҡуйҙы ла, ипле генә тамаҡ ҡырып алды. Аҡбуры ҡойолоп, һарғайып-ҡарайып ҡалған мейес алдында йонсоу ҡиәфәтле, оҙонса ябыҡ, йөҙҙәрсә һыр менән телгеләнгән йөҙөнә ҡәнәғәтлелек тойғоһон сығарып, Мәликә ҡарсыҡ бәрәңге әрсей... Бына шулай һәр кис һайын: тамаҡ ялғайҙар ҙа йоҡларға яталар. Ә юрғанға төрөнөп оҙаҡ ҡына йоҡлап китә алмай ятҡан Әнисә уйҙары менән тағы ла гәлсәр әйбер кеүек селпәрәмә килергә әҙер торған нескә хыял донъяһына күсә... Йәнәһе лә ул әсәһенең өйөндә, кис ултырырға тип ҡыҙҙары менән күрше апайҙар кергән. Үҙҙәренең йәш саҡтарындағы төрлө ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫтәренә төшөрөп тәмләп-тәмләп һөйләйҙәр. Кем уҙарҙан йырҙар йырлайҙар, таҡмаҡ әйтәләр. Ә шунан Әнисәнең йырлап күрһәтеүен үтенәләр. Ул көтөлмәгәнлектән ҡыҙарынып оялып бөтә, әммә "Йәш ғүмер"ҙе шундай итеп йырлай, хатта ошондай сихри, илаһи моңдан тыңлап ултырыусыларҙың ирекһеҙҙән күҙ йәштәре атылып сыға... Йәш ҡатын тәҙрә аша тышҡа тағы ла өмөтлө ҡараш твшланы. Эңер селтәрен алыштырып өлгөргән төн пәрҙәһе ерлегендә теҙелешеп киткән өйҙәрҙең тәҙрәләрендә уттар йымылдашып ҡабынды. Яңғыҙ ай яҡтыһында ҡар бөртөктәре тағы ла матурыраҡ өйрөлә. Өҫкө урамдан төшөп килгән ҡыҙҙар-егеттәрҙең шаярышып көлөшкән тауыштары ҡараңғы бушлыҡты ярып ишетелде. Бәлки уның дуҫтарылыр?. Әгәр ҙә улар өй тапҡырына килеп еткәс, тәҙрәгә ҡарап уның яратҡан йырын йырлай башлаһалар...

 

 

Ул уйлап та өлгөрмәне, урам уртаһында туҡтап ҡалған йәштәрҙең йыры өйҙөң ҡарағай бүрәнәләре аша үтеп уның йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Йәштәр Әнисәнең күңел асырға йөрөй алмауын белә тороп та үҙҙәренсә шулай ирештереп шаяртҡан булһалар, ҡатын илап ебәрүҙән саҡ тыйылып ҡалды.

Ғәҙәттә һөйләшмәҫ һынсыл ҡарашлы Мәликә ҡарсыҡ та был осраҡта һүҙһеҙ ҡалманы:

Закирҙың дуҫтары, ахырыһы, – тип өҫтәлгә бешкән бәрәңге менән май ҡуйҙы. – Һин уны күрмәнеңме ул? Әллә ҡайҙа юҡ булды.

Әллә тағы... Клубта комсомолдар ойошторған кисә була, шикелле... Бөтә йәштәр ҙә шунда йыйыла бөгөн... – тине ҡатын күңелһеҙ генә.

Шул камсамул ти ҙә саба хәҙерге бала-саға. Атай-әсәйҙе ҡайғыртыу ҙа юҡ, – тип ҡарсыҡ килененә бер аҙ текләп ҡарап торҙо. – Аша, килен, беренсе тапҡыр килгән кешеләй ҡыланып ултырма.

Ниңәлер аш бармайсы... – Әнисә үсеккән балаға оҡшатып ҡалағын ситкә этеп ҡуйҙы. – Ауырырға иткән һымаҡ тоям үҙемде... – һуңғы һүҙен ниңә әйтеп ысҡындырҙым инде, тип үкенеп тә өлгөрҙө.

Бәй... Нимә булды тағы?

Ҡарсыҡ ултырған урынынан ҡуҙғалып түрбашта ниҙер эҙләне, эҙләгән әйберен таба алмағас, соланға сығып әйләнде. Өҫтәлгә табан яҡынайған сағында килененә ҡарап йылмайҙы, тауышы ла йомшара бирҙе:

Әллә ҡатындарҙа ғына була торған ауырыумы тием?

 

Ә?

Ҡатындарҙа ниндәй ауырыу булыу-булмау тураһында килене аңламағас, ул түшенең аҫты тәңгәленән ҡулы менән йөклө ҡатындарҙың ҡорһағын эшләп күрһәтте.

Ю-юҡ та-а... Һы-һы...

Бәй, ниңә юҡ тиһең, килен булып төшөүеңә ярты йыл булып килә бит инде.

Беҙ бит теүәл бер ай ғына йәшәп өлгөрҙөк... – тине күңеленә ятмаған һөйләшеүҙән ҡотолорға теләгән Әнисә.

Булһа һуң. Беренсе айҙа уҡ...– ҡәйнә бирешергә теләмәне. – Бәлки, әйтергә генә оялып йөрөйһөңдөр?

Һаман да өйрәнеп бөтмәгән йортта йәшәүҙән, сит кеше кеүек булған ҡәйнәһе менән теләмәгән әңгәмә ҡороуҙан ҡатындың әлһерәгән түҙеме һуңғы сиккә нөктә ҡуйҙы:

Юҡ! – тине ул ҡаты ғына һәм ҡалағын иҙәнгә яңылыш төшөрөп ебәрҙе.

Өй эсендә оҙайлы тынлыҡ урынлашты. Бер аҙҙан Әнисә әсәһе яғына ҡунырға барыу ниәте менән урамға сыҡты.

ар, балам, бар, әсәйеңә ҡасан ебәрмәгән сағым бар" – тип, ишектән оҙатырға сыҡҡан ҡарсыҡтың күҙҙәрен алдар өсөн, ҡатын әсәһе йәшәгән яҡҡа атлаған булып ҡуйы ҡараңғылыҡҡа сумды.

Күңелгә шом һалыусы һәм өнһөҙ билдәһеҙлегенән ҡурҡыу кимәленә еткереүсе тынлыҡ урам ҡуйынына кереп боҫҡайны... Һәм ҡапыл уны, дерелдәп торған тынлыҡты, өркөтөп, эт олоған тауыш ишетелде. Билдәһеҙ бушлыҡҡа инеп юғалған тауыш Әнисәне һиҫкәндереп ебәрҙе – ул бар көсөн йыйып клуб яғына табан йүгерҙе.

Күршеләрҙең ҡарт эте йәмһеҙ итеп олоғанға күрә Мәликә ҡарсыҡ йоҡлап китә алмай ыҙаланды: башына әллә ниндәй уйҙар инә. Бер ниндәй ҙә дәүмәлгә һыймаған һәм бер ниндәй ҙә көскө буйһонмаған уйҙар... "Бисмилла"һын ҡат-ҡат уҡып күҙҙәрен йомғайны, тағы ла теге хайуан олоно. Урамда әллә кемдәр ҡысҡырыша, йүгерешә. Күрәһең, ҡарт эт юҡҡа ғына юрап оломағандыр... Ниндәйҙер әҙәмдәр уларҙың өйө тапҡырында туҡтап ҡалдылар ҙа ҡапҡаны асып инергә маташалар. Ҡарсыҡ, тәҙрә пәрҙәһенең бер мөйөшөн генә күтәреп ҡарарға теләп, урынынан ҡуҙғалырға иткәйне – ойоған кәүҙәһенең аяҡ-ҡулдары тыңламаны. Ишек шаҡыған тауышҡа ҡото алынған Мәликәгә тирә-яҡ зыр килгән һымаҡ булды, ул башы әйләнеп, упҡынға осоп төшкәндәй тойҙо үҙен. Ҡапыл ғына көс-хәл менән күҙҙәрен асып ебәрҙе. Тышҡы яҡтан тағы ла ишек шаҡынылар:

Әсәй, ас!... Был – беҙ!...

Өн менән төш араһында буталыуҙан айнымаған ҡарсыҡ сайҡала-сайҡала ишекте асырға үрелде:

Килен? Аһа-аһа... Ни булды тағы? Закир?! – берсә илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып бөткән килененә, берсә асыуы йөҙөнә сыҡҡан улына ҡарап алды.

Закир әсәһен тапап китерҙәй булып өйҙөң эсенә уҙҙы, һорғолт иҙән таҡталарында ҡарлы эҙҙәр ҡалдырып, түрбаш яғында тапанды. Һыуыҡ бәрәңге менән һыуыҡ һыу алып өҫтәл артына ултырҙы. Башындағы иҫке, ашалып бөткән бүректе һалғас, ҡара ҡуйы сәстәренең һылашып ятҡан бөҙрәләрен ҡулы менән һыпырып алды. Үҙенең зәңгәр төҫлө, асыҡ ҡарашлы күҙҙәренә йөҙөнә сыҡҡан ҡырыҫлығы, асыуы бер ҙә генә килешмәй.

Өнһөҙ ҡарашы менән яуап көткән әсәһенә ҡарап:

- Нимә булһын! Ана, киленеңдән һора, – тип асыуланды.

Былай ҙа мышнап торған Әнисәгә етә ҡалды: буҫлығып илап ебәрҙе.

- Нимә булды тием һеҙгә? Нимәгә тағы асыуланыштығыҙ? – бығаса уларҙы шым ғына күҙәткән ҡарсыҡтың тауышы ҡатыраҡ сыҡты.

- Нимә! Нимә! Бынау киленең!... Оятһыҙ!... Үҙен уйында тотоп алдым, – Закир тамам ҡыҙғайны. – Эргәһендә ире юҡ, ә ул һин дә мин бер үҙе йөрөп ята!. Оятһыҙ!...

Мәликә ни өйгә уҙмай, ни сығып ҡына китмәй ишек төбөндә тапанып торған ҡатынды етәкләп өй эсенә алып керҙе:

- Ә, һин, килен, ниңә бәләкәй балалар һымаҡ ҡыланаһың? – һәм мыҫҡыллы ҡараш ташлаған улына яҡынлашты. – Закир! Бынан кире кеше бисәһендә эшең булмаһын!

- Нисек? – көтөлмәгән һүҙҙәргә аптыраған Закир әсәһенә ҡаршы төшөп маташты. – Минең ағайым унда, хеҙмәттә, ил сиген һаҡлай! Ә был бында күңел аса! Оятһыҙ!

- Үҙең еңгәңде эйәртеп йөрөмәгәс, бер үҙе сыға инде... Йәш кешегә гел генә бикләнеп ултырырға тигәнме ни?

Һаман да асыуын баҫалмаған Закир әсәһенә ышанмайыраҡ ҡараш ташланы, тегенеһе борсолмай ҙа, ҡиәфәте тыныс.

- Ә бына һиңә нимә тине?! Әсәйемә ҡунырға барам тинеме?

- Ярар, тыныслан. Бында һиңә камсамул йыйылышымы ни? – ҡәйнәһе киленен икенсе бүлмәгә алып кереп китте.

 ....Пәрҙәһе асыҡ тәҙрәнән ҡапыл ғына тоноҡ төҫ алған тумалаҡ айға ҡарап ята бирҙе йәш ҡатын. Айға түгел, ай сүрәтендәге билдәһеҙлеккә. Башында бер-бер артлы өйрөлгән уйҙары бер теҙмәгә йыйылды: уның был уй таҫмаһын өҙөрлөк хәле юҡ ине. Эстән үҙен"Аһ!...Үҙ башың менән уйламайынса, әсәйеңдең, башҡа туғандарыңдың өгөтләүе буйынса, ун алты йәшеңдән кейәүгә сыҡтың... Ҡалаға уҡырға бара алманың...Ә бөгөн килеп кешеләр араһында көлкөгә ҡалдың " – тип һүкте.

Күҙ йәштәре әллә ҡасан кипте, ә Әнисәнең күңеленә һаман да ҡыйын – ул үҙенсә илай. Ситлек кеүек бошмаҫ кәүҙә эсендә ҡошсоҡтай бәрелеп-һуғыла. Ни бары сәхнәгә менеп әш ғүмер"ҙе йырларға ине ниәтем бөгөнгө кисәлә, тип бар донъяға ҡысҡырғыһы килә уның.

Әнисә тағы ла үҙ-үҙен әрләүгә күсте: "Теге саҡта бөтәһе лә үҙ ҡулыңда ине, тик, һин, хыялый, ике юлдың дөрөҫөн генә һайлап ала белмәнең. Ҡалаға ебәргеһе килмәгән әсәйеңде йәлләнең. Һуғыштан һуң бер ҙә һайланып торманыҡ, ирһеҙ ҡала күрмә, тигән апайыңдың һүҙенә ышандың. Өләсәйеңдең, оло кешенең, һүҙен тыңламау насар була, тип уйланың – һәм Мәликәнең улына кейәүгә сығырға риза булдың. Бөгөн килеп шуның өсөн күҙ йәштәре менән хаҡ түләйһең...

Өлкәр тауы артынан ҡалҡҡан ҡояштың шуҡ нурҙары ҡар өҫтөндәге ялтырауыҡтар менән шаярҙы, бәҫ ҡунған ҡупшы шыршыларҙы, оялсан ҡайындарҙы иркәләп үтте. Ҡояш – дәртле, ихлас, йомарт. Тик тәҙрәнән ҡарап торған Әнисәнең генә бер эше юҡ көндә, ҡояшта, күңелендә буран булғас.

Ул үҙенең ебәргән хатына яуапты тыны менән һурып алырҙай булып көтә. Сабырһыҙланып, зарығып. Нисә көн инде әсәһенә йөрөгәне юҡ. Ҡәйнәһе менән дә аралашып бармай. Ә төртмә һүҙле, уҫал, бер һүҙгә ҡырҡ яуап ҡайтара торған Закирға бөтөнләй иғтибар итмәне. Көндөҙ эш менән булһа, кисен тәҙрә төбөндә өнһөҙ уйланып ултырҙы.

Еңгә...

Бесәй аҙымы менән шым ғына килеп ингән Закирҙың тауышына ҡатын "терт" итеп ҡалды. Ҡараманы ла, өндәшмәне лә – ҡәйнешенә асыуы бөтмәгәйне әле.

- Һөйөнсө! Йә, бейеп күрһәт әле, еңгә, – Әнисәнең битарафлығын күреп, шаяртып һорап ҡуйҙы. – Хатта, йырламайһыңдамы ни?

Ҡатын иренен тешләне: ҡәйнеше урынында башҡа берәү булһа, әллә ҡасан хатты йолҡоп алыр ине.

Ә ниңә йырламайһың? Теге ваҡытта, кисәлә, бик шәп йырланы, тиҙәр ине.

Һәр нәмәгә яуап алып өйрәнгән егет еңгәһенең өнһөҙ тороуы менән ҡәнәғәтләнергә теләмәне, тегенеһе, ахыр сиктә уҡлау алған булып ҡәйнешенә ҡысҡырҙы:

- Етте һиңә, малай! Тиҙ генә хатты бир!

- Һа-һа!... Һуғып ҡуйма! Мә, мә хатың! – Закир рәхәтләнеп көлдө.– Исмаһам, үҙеңә оҡшап ҡалдың, әтеү ҡулыңдағы уҡлау һымаҡ ҡатып тик тораһың.

Донъялағы бөтә нәмәне онотҡан Әнисә хатты уҡырға тотондо: " хәлдәр арыу ғына" тигән... "хеҙмәт итеү бер аҙ ауырая төшһә лә, һанауҙарҙы яҡшы үтәйем" тигән... "өйҙә генә ултырма, әхирәттәрең менән кисәләргә йөрө, уйынға сығып бейеп күңел ас, мин һиңә ышанам" тигән... "Закир ҡусты үҙе менән бергә алып йөрөтһөн" тигән...

Һыңар биҙрә менән һыу алып кергән Мәликә ҡарсыҡҡа, мейескә утын өҫтәгән Закирға ҡарап, ҡатын серле итеп йылмайҙы... Ә тышта теге саҡтағы кеүек ябалаҡлап ҡар яуа...Теге саҡтағы һымаҡ ҡар бөртөктәренең өйрөлөүе ҡыҙҙар бейеүен хәтерләтә...Улар шулай уҡ тәҙрәгә килеп һылашалар ҙа күҙ йәше булып тәгәрләшәләр... Тышта – саф һауа, күңелле, өйҙә – бөтәһе лә шат. Ҡәйнәһе менән ҡәйнеше үҙ-ара һөйләшеп, юҡ-барға көлөшкән булалар. Тик, Әнисәнең сере, иренә, Искәндәргә, теге саҡтағы хәл тураһында яҙғаны һәм ғәфү үтенгәне хаҡында ғына белмәйҙәр.

Кисен урамда, бар тәбиғәттең йоҡоһон боҙоп сана шыуған йәштәрҙең тауыштары сыҡҡан, тағы ла эт өрөүе, ат кешнәүе ишетелгән мәлдә, Закир Әнисәгә шым ғына өндәште:

Еңгә, әйҙә үҙебеҙҙең урам егеттәре-ҡыҙҙары менән сана шыуырға барайыҡ... Күңелле буласаҡ...

Ҡатын үҙ йәшендәге ҡәйнешенә ҡарап "юҡ" тигәнде аңлатып башын һелктте һәм: "Моғайын, был ағаһының тәҙрә төбөндә ятҡан хатын уҡығандыр", – тип уйлап йылмайҙы.

Йылмайыуы уның нур бөркөп ҡараңғы өйҙөң эсен яҡтыртты. Урам яғына ҡараған тәҙрәнән үтә сығып, ҡар өйөмдәре өҫтөнән ел етеҙлеге менән елдереп, сикһеҙ урман-тауҙар аша әллә ҡайҙа алыҫҡа таралды. Бәхетле, тормоштан ҡәнәғәт булыуҙы аңлатҡан йылмайыу.

"Ағиҙел" жураналы төркөмөнән.

 

 

 

 

 

Йәшлектең бер мәле. Хикәйә. Айһылыу Вәхитова
Йәшлектең бер мәле. Хикәйә. Айһылыу Вәхитова
Автор:
Читайте нас в