1923 йылда Башҡортостан Хөкүмәте, революцияны «Ҡыҙыл байраҡ» шиғыры менән ҡаршылаған талантлы ҡәләм оҫтаһы Мәжит Ғафуриҙың ижади эшмәкәрлегенең 20 йыллығын киң билдәләп үтеү маҡсатында, төрлө саралар үткәреү тураһында план һәм ҡарар ҡабул итә. Унда «Мәжит Ғафуриға Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының халыҡ шағиры исемен бирергә, персональ пенсия тәғәйенләргә, китаптарын нәшер итергә» тигән пункттар ҙа була. Башҡортостан Хөкүмәте шулай уҡ әҙипкә Гоголь урамында урынлашҡан йортто бүләк итә. XIX быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән был бер ҡатлы ҙур ғына йорт Петр Филиппович Гиневский тигән дворян ғаиләһенең шәхси мөлкәте иҫәпләнгән була. Революциянан һуң йорт хөкүмәт ҡарамағына күсә, һәм унда 1917–1923 йылдарҙа балалар туберкулез диспансеры урынлаша. Мәжит Ғафури үҙенә бүләк ителгән был йортта 1923 йылдан алып вафатына, йәғни 1934 йылға тиклем йәшәй. Шағир вафат булғас, уның улы Әнүәр Ғафуриҙың ғаиләһе менән бергә, Башҡортостандың тағы ла бер буласаҡ халыҡ шағиры – Сәйфи Ҡудаш та ҡатыны һәм ике ҡыҙы – Сөйөмбикә һәм Венера менән 1935–1948 йылдарҙа ошонда йәшәй. Мәшһүр йырсыбыҙ Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡудашева ла ҡыҙы Ренара менән бер нисә йыл ошо йортта йәшәп китә.
Шағир вафат булып ете йыл үткәс, 1940 йылда республика йәмәғәтселеге халыҡ шағирының 60 йыллыҡ юбилейын үткәрергә йыйына. Ошо айҡанлы, Башҡортостан Хөкүмәте һүҙ барған йортта Мәжит Ғафуриҙың музейын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Әммә был изге ниәтте тиҙ генә тормошҡа ашырырға насип булмай. Шағирҙың улы – журналист, яҙыусы Әнүәр Ғафури үҙенең төрлө шарттарын, талаптарын ҡуя, башҡа сәбәптәр ҙә килеп тыуа. Ул арала Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Бары тик 1948 йылдың 10 ғинуарында шағир йәшәгән йортта уның мемориаль йорт-музейы асыла.
(Мәҡәләнең тулы вариантын "Тамаша" журналының 2023 йылдың 1-се һанында уҡырһығыҙ).
Ғәҙилә Бүләкова,
филология фәндәре кандидаты,
М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире