– Тәрәнгә ингән бит, йөҙә белмәгән кеүек тә ине, – тине егеттәрҙең береһе.
– Аяҡтарын көҙән тартҡандыр, һыу өҫтө йылы булһа ла төбө шишмә кеүек һалҡын бит,
– Һеҙ бер тирәлә йөҙҙөгөҙ ҙә инде. Батып барғанында тауыш-фәлән бирмәнеме ни? – тип ыҫылданы Дамир.
– Юҡсы, ишетмәнек. Беҙ йөҙгәндә ул да шунда ине, беҙ сыҡҡас батҡан инде. Янында булһаҡ ярҙам итер инек тә.
Дамир тағы ниҙер әйтергәме, һорарғамы уҡталды ла ниңәлер өндәшә алманы, башын сайҡап ҡулын ғына һелтәне. Уның ишараһы буйынса егеттәре мәйетте өҫкәрәк, үләнгә үк һөйрәп һалды. Һәм табын элеккесә дауам итте.
Байтаҡ күңел асҡас осло күҙле егеттәрҙең береһе үҙҙәренән әллә ни йыраҡ та түгел, ярҙағы бейек ҡамыштар араһында, берәүҙең ҡармаҡ һалып ултырғанын шәйләне.
Быға тиклем нисек күрмәгәндәр? Сыбар йәшел күлдәге, шундай уҡ йәшел салбар кейгән икән шул, хатта башындағы кәпәсе лә йәшел төҫтә. Тимәк, уларҙы күреп, Ғәлимйәнде батырғандарын ҡарап ултырған... Ҡәһәрең... Тауышы ла сыҡманы бит әле.
Егет терһәге менән Дамирға төрттө лә балыҡсы яғына ымланы. Дамир тәүҙә иптәшенә, унан баш иҙәгән яҡҡа боролдо. Күрҙе. Күҙҙәре түңәрәкләнде, яңаҡ мускулдары тартышты, шашлыҡ киҫәген ауыҙына килтергән еренән яй ғына кире төшөрҙө.
– Эй, балыҡсы брат, кил беҙҙең янға, тот йөҙ грамм.
Теге ҡуҙғалманы. Яуап та бирмәне. Дамир хәҙер уға түгел, ярандарына өндәште.
– Бар әле, килтерегеҙ шуны елтерәтеп. Ишетмәмешкә һалыша. Ҡолағын ыуғылап алығыҙ, асылып китер.
Балыҡсы янауҙы ишетте. Яй ғына ҡалҡынды. Оҙон ҡармаҡ сыбығын ергә һалды ла табын янына атланы. Лутсы барайым, бәләһенән баш-аяҡ, тигәндер.
– Бәй, Әхиәр, һин түгелме ни? Сәләм-сәләм, шунан, ҡабамы? Күптән ултыраң, ахыры. Балыҡ тоторға әүәҫлегеңде белмәгәйнем, – балыҡсы үҙҙәренә яҡынлағас Дамир ғәжәпләнеп һөйләнде. – Егеттәр, был минең ауылдаш ағай, таныш булығыҙ.
– Һеҙҙең бөтәһе лә туған, ауылдаш, – тип мөгөрҙәне ярандарының береһе ҡәнәғәтһеҙ генә.
– Бәй, ысынлап ауылдаш! Донъя тар, кем әйтмешләй. Әйҙә, яҡын кил, табыныбыҙҙы уртаҡлаш. Беҙ ҡайғынан, ҡайғынан! Ай, иҫәр булып сыҡты Ғәлимйән ҡусты. Иҫерек көйө күлгә төштө лә батты. Саҡ табып, һөйрәп сығарҙыҡ. Көҙән тотҡандыр йә йөрәге туҡтағандыр. Әйттем, төшмә, тинем, тыңламаны. Үҙһүҙле, бүкән күҙле булды ғүмере буйы. Бына хәҙер яуап бир инде. Һин үҙең дә күреп ултырғанһыңдыр инде. Шаһит кәрәк булһа, ҡеүәтләрһең, Әхиәр ағай. Әйҙә, ултыр яныма. Мә, тотоп ебәр, бер һүҙле булайыҡ, закусывай, әллә ашағанһың, әллә юҡ... – Дамир мышҡылдатып танауын тартты, күҙҙәрен һөрттө. – Тормош ҡатмарлы нәмә шул...
Бына ошо икәү батырҙы Ғәлимйәнде, – тине Әхиәр көтмәгәндә, йөҙө асыулы, нәфрәтле, әммә тыныс ине. – Ике яҡтан йөҙөп килделәр ҙә береһе арттан йәбешеп башын һыуға тыҡты, икенсеһе ҡулынан тартты.
– Нисек ... батырҙы? Ошо егеттәрме? Һин дөрөҫ күрмәгәнһең, Әхиәр ағай, ул үҙе батты. Не может быть! Егеттәр, шулаймы, әллә ағай әйткәнсә, һеҙҙең этлек булдымы? – Дамир күҙҙәрен аҡайтып алмаш-тилмәш ярандарына текәлде.
– Юҡ, Дамир Шакирович, нишләп беҙ ти инде? Алла һаҡлаһын. Беҙ ни һыу индек тә сыҡтыҡ, ул ҡалды. Ҡараһаҡ, ярҙа ла, һыуҙа ла юҡ. Һеҙ әйткәс кире төштөк эҙләргә, йөрөй торғас саҡ таптыҡ. Шып-шым ғына төпкә киткән дә ҡуйған, – егеттәрҙең береһе шулай һөйләнде.
– Эйе, дөрөҫ, мин уларға, үҙемә ышанғандай ышанам. Ул үҙе батты, Әхиәр ағай.
– Дамир, мин бит һуҡыр түгел, күреп ултырҙым батырғандарын.
– Күреп торғас ниңә әйтмәнең, ҡысҡырманың һуң? Мине лә танып ултырғанһыңдыр әле? Вәт свидетель, былар батыра, ә ул спокойно ҡарап ултыра, әммә өндәшмәй. Бәлки һин үҙең төшөп батырғанһыңдыр, ә? Короче, Әхиәр ағай, шулай, һин бында булманың, бер нәмә лә күрмәнең. Аңлашыламы? Һөйләнеп йөрөһәң телеңде тиҙ ҡыҫҡартырбыҙ. Тормош үтә лә ҡатмарлы нәмә...
– Дамир Шакирович, һөйләнһә ни, уға кем ышанһын?
– Һүҙ китәсәк. Йәшереп булмай, мал түгел, кеше. Әхиәр ағай, хужалығығыҙға берәй ярҙам кәрәкмәйме? Ремонт, материал, ағас, таҡта, тимер, мәҫәлән. Ярҙам итермен. Аҡсалата ла мөмкин. Ҡайҙа эшләгәнемде, мөмкинселегемде беләһең.
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Үҙең әйттең бит, мин бында булманым, бер нәмә лә күрмәнем.
– Дөрөҫ яуап, Әхиәр ағай. Һин бит аҡыллы кеше. Мин иҫкәрттем генә.
Күпме көсләһәләр ҙә балыҡсы араҡыға ла, брезент буйлап тәртипһеҙ сәселгән ризыҡҡа ла ҡағылманы. Берсә Ғәлимйәндең мәйетенә, берсә күлгә текәлеп, ҡымшанмай ултырыуын белде. Тулҡынланыуын белдермәҫкә тырышһа ла, эсендә нәфрәт, асыу ҡайнағанын яңаҡ мускулдарының тартышып, ҡулдарын ыуғылауынан күреп була ине. Бер аҙҙан ауыр ҡалҡынып, ярҙағы ҡамышлыҡта ҡалған ҡармағы
– Әхиәр ағай, ярар һау бул, әйткәндәрҙе онотма, – тип ҡалды Дамир уның артынан. Әхиәр әйләнмәне лә, яуап та бирмәне.
Дамирҙың егеттәре, аңламаныҡ, шулай китәме ни, тигән ҡиәфәт менән хужаларына текәлде. Дамир ярандарына алмашлап ҡараны ла баш сайҡаны. Тегеләре яурын һикертте.
Сәйнүкте, ҡаҙанды түктеләр, өҫтөндәге ризыҡтарҙы ҡыуаҡ төбөнә һирптеләр ҙә, мәйетте брезенткә төрөп багажникка тыҡтылар. Ашығып ҡуҙғалып китеп илле- алтмыш метр самаһы ара үткәс ҡапыл туҡтанылар. Йүгерешеп төшөп Ғәлимйәндең машинаһын һыу ситенә үк этеп килтереп ут төрттөләр.
Иртәгәһенә эңерҙә Әхиәрҙең ауыл осондағы өйө янына сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Ялтыр кабинаһынан берәү төшөп уны ихатаһынан саҡырып сығарҙы ла, әйҙә әле, һүҙ бар, тигән булып машина артына ымланы. Кабинанан йәнә берәү төштө, эскә ултырырға ҡушты, Әхиәр тыңламағас, башына ауыр асҡыс менән һуҡты. Ҡамырға әйләнгән кәүҙәне йәһәт кенә багажникка тыҡтылар ҙа китеп тә барҙылар.
Ауылдан илле саҡрым самаһындағы һөҙәк тау битләүендә яңғыҙ ҡарт ҡарағай янында туҡтанылар. Аңына килгән Әхиәрҙе, багажниктан һөйрәкләп сығарып, аяғына баҫтырҙылар. Күҙ бәйләнерлек ҡараңғы ялмағайны инде тирә-йүнде.
– Әхиәр ағай, һин кисә Зәңгәркүлдә булдыңмы, юҡмы? – Дамир, терәлеп тигәндәй ҡаршыһына баҫып һораны.
– Юҡ, булманым, – балыҡсы соҡор-саҡырлы, күләүек-һыулы тау юлынан ойпаланып килеп тәненең ауыртыуынан йөҙөн һытып саҡ ике һүҙ һығып сығарҙы.
– Һинең ҡармаҡ һалып ултырғаныңды күргән кешеләр бар бит.
– Унда булмағас нисек ҡармаҡ һалайым? Мин һеҙҙе лә күрмәнем. Дамир ҡустым, ебәр, әйтәм бит, бер нәмә лә күрмәнем. Ҡурҡма, минән һүҙ сыҡмаҫ.
– Ә минең егеттәр ниңәлер һиңә ышанмай, – Дамир алмашлап ярандарына ҡараны. – Һинең Зәңгәркүлгә балыҡҡа киткәнеңде еңгәй белмәй булмаҫ?
– Белә инде. Нисек әйтмәй йөрөйһөң? Әле лә һеҙҙең алып киткәнде күрҙе, – Әхиәр Дамирҙы ҡурҡытырға ниәтләп шулай тине.
– Бына бит, – Дамир ҡулдарын бөйөрөнә таянып берауыҡ өндәшмәй торҙо. – Әпәт свидетель. Улайһа еңгәне лә «тыйырға» тура килер.
– Дамир, зинһар, ҡағылма уға. Еңгәңдең бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ! – Әхиәр илап ебәреүҙән саҡ тыйылды, ирендәре ҡалтыранды, күҙҙәре аҡайҙы.
– Шакирович, һүҙ бутҡаһы тыңлар өсөн килдекме ошо тиклем ергә? – тип ҡыҫылды ярандарының береһе. – Бәйләнек – эш тә бөттө. Кеше килеп тапҡансы һөлдәгә ҡаласаҡ.
– Ҡараңғы төшә, аҙашып йөрөүебеҙ бар. Соҡор ҙа-саҡыр, һыу, батып ултырһаҡ, – тип йөпләне иптәшен икенсеһе. Ҡайтыу юлын ҡайғыртҡас, быныһы шоферҙарылыр.
– Ауыҙын скотч менән сырмайым. Нимә тип тыңлап торабыҙ? Ҡана...
– Дамир ҡустым, минең ни ғәйебем? – шулай тип кенә әйтеп өлгөрҙө Әхиәр, йәнә башына тондорҙолар.
– Ғәйебең бар шул, ағай, кәрәкмәгәнде күреп ултырҙың.
Елкәһе аша алып ауыҙын ҡалын скотч менән сырманылар, инәнән тыума сисендерҙеләр, ҡулдарын, аяҡтарын ҡарағайға айырым бәйләнеләр, ағас аша биленән ураттылар. Ҡабаланып ҡуҙғалып киткәнендә ул һаман аңына килмәгәйне әле.
Ул нисек тә бәйҙән ысҡынырға тырышты. Асырғанып ҡулдарын тартты, аяҡтарын ҡыймылдатты – бәлки йүнләп бәйләмәгәндәрҙер – ләкин синтетик шпагат епте бушатырлыҡ түгел ине. Киреһенсә, һыҡты ғына. Етмәһә, теге ике башкиҫәр, Дамир ҙа ҡушылғандыр, епкә һейеп, уны еүешләгәйнеләр. Ауыҙын сырмаған скотч та ныҡ йәбештерелгән.
Шулай өс көн, өс төн торҙо ғәйепһеҙ балыҡсы ҡарағайға сырмалған килеш. Тәүҙә тартылырға, ҡыймылдарға көсө бар ине әле, яйлап хәле бөтә барҙы, бөтә барҙы. Асыҡты, һыуһауҙан тамағы кипте. Уныһына ла түҙергә мөмкин, бына серәкәй, күгәүен оторо йонсота. Әрһеҙ хәшәрәттәр бөтә тәнен һырып алды. Тешләүҙәре тәүҙә ауырта, ҡысыта ине, тора-бара уны ла һиҙмәй-тоймай башланы, тотош бер һыҙлауға әүерелде лә ҡуйҙы. Туйып төшкәндәре урынына икенселәре йәбешә. Күҙ, танау тишектәренә, ҡолаҡтарына кергәндәре, йән еренә ҡаҙалғандары инде энә ҡаҙаған кеүек. Тәне буйлап ҡырмыҫҡалар, тағы әллә ниндәй бөжәктәр йүгерешә, ҡарағай башына һайыҫҡандар, эре-эре ҡоҙғондар ҡуна башланы...
Бер мәл күҙен асһа алдында айыу баҫып тора. Ике балаһы ла бар. Айыу яҡын үк килеп, уны еҫкәне, башын сайҡаны, унан томшоғон өҫкә күтәреп үкереп ебәрҙе. Торҙо-торҙо ла китеп барҙы. Ниңә ботарламаны, былай этләнгәнсе үлеп ҡотолор инем яфаларҙан, тип уйланы балыҡсы томаланған аңы менән. Йәне булғанға теймәгәндер, уға мәйет кәрәктер. Хәйер, ысынында тере мәйет ине ул.
Икенсегә аңы ҡайтҡанда, эргәһенән боландар үтеп барғанын шәйләне. Баштарын текә тотоп, берсә өркөп, берсә ғәжәпләнеп уға ҡарайҙар. Әммә яҡынламайҙар. Байтаҡ киткәс тә боролоп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙолар. Һикерәндәп ҡуяндар үткеләй, төлкө темеҫкенә.
Бер мәл бала-сағаның сыр-сыу килгәне ҡолағына салынды. Улар ҡарағайҙан йыраҡ та түгел үтеп бара, араларынан берәүһе ҡапыл уны шәйләне лә башҡаларына ҡысҡырҙы. Балыҡсы уларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн ҡыймылдарға, башын борғоларға тырышты, әммә бер көтөү мәктәп балаһы ағасҡа ҡуша бәйләнгән шыр яланғас кешенән – бәлки, ул кеше түгелдер, шайтан бисура, йәки урман эйәһелер – ҡоттары алынып эләгә-йығыла тау түбәненә йүгерҙе. Араларында ир-егет уҡытыусылары ла бар ине. Ғәжәп, ул да ҡурҡты яҡын килеүҙән. Бала-сағаның урман буйлап экскурсияла йөрөп ятыуылыр, моғайын.
Самолет осоп үтте, төнөн йондоҙҙар атылды. Дөбөр-шатыр күк күкрәп биҙрәнән ҡойған ише ямғыр яуҙы, ялағай ялтланы. Ямғыр һыуы бер ни тиклем еңеллек килтерҙе, тәнендәге серәкәй, күгәүендәрҙе, лайлалы әллә ниндәй бөжәктәрҙе, ҡырмыҫҡаларҙы йыуып төшөрҙө...
Ҡарағайҙы уратып йәш ҡыҙҙар әйләнә. Матур кейенгәндәр, барыһы ла оҙон толомло, баштарына төрлө төҫтәге сәскәләрҙән таж үреп кейгәндәр. Улар күңелеңде аҡтарып сығарырлыҡ һағышлы йыр йырлай. Мәктәп балалары тиһәң, олораҡ һымаҡ, клубтарындағы үҙешмәкәр ансамбле тиһәң йәшерәктәр. Йөҙҙәре таныш түгел.
Ҡыҙҙар томан араһына инеп юғалғандай яйлап һүнә бара, арттарынан аттар өйөрө пәйҙә була бара. Өйөр шулай уҡ ҡарағайҙы уратып саба башлай, ҙур түңәрәк яһап сабалар. Кешнәйҙәр, ярһығандар, нимәнәндер өрккән, ҡурҡҡан кеүектәр. Әллә берәйһе баҫтыра, әллә өйөр алдынан барған аҫау айғырға ҡороҡ ташларға йыйына. Иғтибарлабыраҡ күҙ һалһа, ҡара йылан ише оҙон сыбыртҡы менән уларҙы бынау Дамир ҡыуа, имеш. Яра ғына. Меҫкендәр, ниңәлер, әлеге түңәрәктән сыға алмайҙарсы. Үҙе, әленән-әле, һеҙ хәҙер минеке, барығыҙҙы ла иткә оҙатам, Ғәлимйәнгә – шиш, бирмәй маташты, әрем тел, тип һөрәнләй. Шунан ҙур йылҡы өйөрө үрәпсей-үрәпсей, янғын эсенә инеп юғалды ла, тауҙай өйөлөп, шашлыҡ булып килеп сыҡты...
Йәнә өс көндән балыҡсы иҫенән яҙҙы, кәүҙәһе буш тоҡ кеүек һәленеп төштө. Тәненә батҡан нәҙек ептәргә күпме аҫылынып торғандыр, кемдеңдер ауыҙын томалаған скотчты яй ғына аҡтарғанынан аңына килде. Ептәрҙе ҡырҡҡылағанын да хәтерләй. Бәйҙән ысҡынғас аяҡ быуындары тотмай ҡолап китте. Күпме ятҡандыр, хәтерләмәй, күҙҙәрен асҡанда Алла бәндәһе янында юҡ ине. Әллә бөтөнләй булманыламы? Балыҡсы тубыҡланды, терһәктәренә таянды, ҡарағайға йәбешә-тотона аяғына баҫты ла тәнтерәкләй-тәнтерәкләй тау түбәненә атлап китте. Абынып йығылды. Бысраҡ, күләүек-һыуға, соҡор-саҡырлы һуҡмаҡ ишаратынан бары торғас ҡуйы урманға инде, шунан бесән сапҡан туғайға аяҡ баҫты. Туғай уртаһында яңы ғына ҡойолған кәбән ултыра. Кәртәләп тә өлгөрмәгәндәр. Балыҡсы шунда тәнтерәкләне. Хәле юҡ, арыған, уға ял кәрәк. Шунһыҙ артабан атлай алмаясаҡ. Ҡоро бесәнде тартҡылап, эткеләп өң яһаны ла шунда инеп ятты. Башы терәлеү менән йоҡлап та китте.
Күҙҙәрен асҡанда ҡояш байтаҡҡа күтәрелгәйне. Аллаһ бәндәһе кисә төш тирәһендә ысҡындырһа, тәүлек самаһы йоҡлаған булып сыға. Аңы теүәл, тәне ял итте, йоҡоһо туйҙы. Кәрәк йүнәлеште самаланы – беленер-беленмәҫ әлеге юлды ташламаһа, ауылына сығарасаҡ. Кеше күҙенә салынмаҫҡа, бигерәк тә теге хәшәрәттәргә осрамаҫҡа кәрәк. Берҙән-бер мәсьәлә шул. Асығыуы быуынһыҙ итмәҫ борон.
Ауылына яҡынайған һайын теләгенә ҡаршы кешеләр тап булды. Яҡындан күргәне ситкә тайпылды, бармағын сикәһе тирәһендә әйләндерҙе, көлдө, аптыраны, йыраҡтан шәйләгәне – туҡтап ҡарап торҙо. Тәүҙәрәк ҡыйынһынһа ла килә-килә балыҡсы үҙенең яланғаслығына өйрәнде, күнекте. Нишләһен, сараһыҙҙан бит. Көнө буйы атланы. Осраған шишмә-күлдәргә ятып һыуһынын ҡандырҙы, бөрлөгән, ҡурай еләге ҡапты. Йәнә бер кәбән эсенә инеп төн үткәрҙе. Һәм икенсе көндөң кисенә ауылына ҡайтып етте. Төнгә йыраҡ, түҙә алмай, картуф баҡсалары аша өйөнә яҡынланы. Малын эҙләп әрәмәлектә йөрөгән күршеһенең бисәһен ҡурҡытты – теге, уны, күрәһең, таныманы, сәрелдәп өйөнә сапты. Ҡоро һөйәккә ҡалған, бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан яланғас әҙәмде ҡайҙан таныһын инде? Соланына ингәйне, өйҙән сығып килгән ҡатыны ҡулындағы сәйнүген ташлап ултыра төштө. Танығас, ҡосаҡлап алды ла, һинме был, тип түгелеп илап ебәрҙе. Балыҡсы, кейем бир йәһәтерәк, тип көскә әйтә алды. Өйгә ингәнендә ишек тупһаһына эләгеп йығылып китте. Ҡатыны кейем тапҡансы, элгестә элеүле торған пинжәген эләктереп диванға ауҙы. Кейенгәс, ҡалтырана-ҡалтырана бер сүмес һыу эсте, хәлен һөйләне. Ҡатыны, әллә ниндәй кешеләр килеп уны һорағандарын бәйәнләне. Һин нимә тип яуапланың һуң, тигәс, Зәңгәркүлгә балыҡҡа киткәйне, шунан ҡайтманы, юғалды, тип әйттем, тине. Үҙе, төнөн күрше ауылда йәшәгән бер туған һеңлеләренә барып йәшеренергә кәңәш бирҙе. Сөнки теге кешеләрҙең йәнә килеүҙәре ихтимал... Ашағас, мунсаға йылымыс һыу ташып ҡабалан- ҡарһалан сайҡанды ла баҡса артынан күрше ауылға юл тотто. Әхиәр бер әжәлдән ҡотолдо, икенсеһенә һис юлығырға түгел. Тимәк, ул юлда саҡта барып ҡарағандар, юҡлығын күреп, эҙләп йөрөгәндәр. Ниндәй мөғжизә менән тап булышмағандар, аптыраҡ. Кәбән төбөндә йоҡлаған мәлендә үтеп киткәндәрҙер...
Көҙөнә ҡаланың билдәле бизнесмены, ит комбинаты директоры Дамир Шакирович ғәйеп булды. Иртәнсәк эшенә киткән, йомош менән ҡайҙалыр барып килгән, төшкөлөгөн комбинатта ашаған, кисенә машинаһында ҡайтырға сыҡҡан, әммә өйөнә ҡайтып етмәгән...
Оҙаҡ эҙләнеләр, төрлө фараздар булды. Эшендәгеләрҙән, ғаиләһенән, дуҫ-иштәренән һорау алып бөттөләр. Әммә береһе лә кәрәкле мәғлүмәт бирә алманы. Юғалғандан бер ай үткәс кенә сереп ҡурышҡан мәйетен таптылар. Ауылынан илле саҡрымдағы тау битләүендә. Яңғыҙ ҡарағайға сисендереп, сырмап, ауыҙына елемле таҫма йәбештереп киткәндәр, тиме. Ундалығын кем белгәндер, шулай уҡ билдәһеҙ. Хәйер, участкаһын тикшергән лесник күргән, тигән хәбәр ҙә йөрөнө.
Йылтырап торған ҡара иномаркаһы ла эргәһендә торған икән...