- Ҡыҙым, тик кенә ят, һиңә ҡуҙғалырға ярамай, -тине әсәһе. Уның күҙҙәре күп илауҙан шешенеп ҡыҙарған.
-Әсәй, мин ҡайҙа, нимә булды?
- Һыуға һикергәндә башың менән ҙур осло ташҡа бәрелгәнһең, ярай төҙәлерһең, балам, табиптар операция яһаны...
- Операция? Мин бер нимә лә иҫләмәйем.
- Һине һыуҙан сығарғанда ла, дауаханаға алып барғанда ла аңһыҙ инең, бына әле генә күҙҙәреңде астың, - тип әсәһе ҡыҙының битенән үпте, маңлайына һалҡын ҡулдарын терәне.
Табиптар Рәмзиә өсөн барыһын да эшләне: бөтә уңайлыҡтары булған айырым палата, ҡиммәтле дарыуҙар, яңы препараттар. Атаһы менән әсәһе берҙән-бер ҡыҙҙарының аяҡҡа баҫып китеүенә бөтә көсөн һалды, табиптар менән көн дә осрашып, кәңәшләшеп торҙо.
- Умыртҡа һөйәге ныҡ йәрәхәтләнгән, нервылар зарарланған, тағы бер нисә операция кәрәк буласаҡ, әгәр мөмкинлек тапһағыҙ, сит ил табиптарына күрһәтеп ҡарау зыян итмәҫ ине, - тине дауалаусы табип.
Ҡапыл яҙмыш ебәргән һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәне Рәмзиә, һауығырына, алдына ҡуйған маҡсатына ирешеренә ышанды. Яйлап дауахана тормошона өйрәнде, әсәһе, әлбиттә, бер минутҡа ла янынан китмәне. Ҡуҙғалырға ярамағанлыҡтан, бер төрлө генә ятырға тура килә Рәмзиәгә, әсәһе арҡаһына массаж яһай, шәфҡәт туташы ҡалдырып киткән дарыуҙарҙы бирә, ашата. Ул ятҡан палатаға бер ауырыу ҙа инергә баҙнат итмәй, ишек асыҡ саҡта баштарын бороп ҡарап китәләр, ҡайһы берҙәре сәләм дә ҡушҡылай. Бер көн инвалид коляскаһындағы бер егет инергә рөхсәт һораны. Әсәһе тәүҙә егетте күргәс, ни әйтергә белмәй тора ине, Рәмзиә:
- Үтегеҙ, үт!-тип әйҙүкләп саҡырҙы.
-Һеҙ бында күптәнме? - тип һораны егет.
- Мине лә өс ай элек авариянан һуң алып килгәйнеләр, кисә генә коляскаға ултырҙым, бына донъя күрергә сыҡтым әле, - тине, көлөмһөрәп.
- Миңә әлегә ҡуҙғалырға ярамай шул, яңыраҡ ҡына тағы операция яһанылар.
- Иң мөһиме - ышанысты юғалтырға ярамай, бер төшөнкөлөккә бирелдеңме, бөттө, тигән һүҙ. Мин китап уҡыйым, шөкөр, ҡулдарым иҫән-һау, - тине егет.
- Йышыраҡ кереп йөрө, тиңдәштәрем менән һөйләшкем килә, класташтарым хәҙер уҡыу йорттарына таралышып бөткәс, улар килеп йөрөй алмай, - тип ҡарашы менән генә оҙатты Рәмзиә яңы танышын.
Атаһы менән әсәһе ҡыҙҙары өсөн ифрат ҡайғырҙы, тамаҡтарына аш барманы, күҙҙәрен йоҡо алманы, күңелдәре Рәмзиәнең киләсәген уйлап болоҡһоно.
- Израиль табиптары менән телефон аша һөйләштем, консультация яһар өсөн документтар һоранылар, әгәр кәрәк тип тапһаҡ, саҡырырбыҙ, тинеләр, - тине Рәмзиәнең атаһы.
- Эй, Аллам, мәрхәмәтеңдән ташлама беҙҙе, бөтә ышанысыбыҙ, өмөтөбөҙ һиндә Хоҙайым, балаҡайыма кеше ҡулдарына ҡалып ултырырға, башҡалар күҙенә ҡарап тилмерергә яҙмаһын, - тип ялбарҙы әсәһе.
Тағы бер ай самаһы ваҡыт уҙҙы, Рәмзиәнең аяҡ-ҡулы хәрәкәтһеҙ ҡала бирҙе.
- Аяҡ-ҡулды йөрөткән нервы тамырҙарын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тергеҙеп булмай, ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләнек, - тине табиптар.
Израилдән ыңғай яуап алғас, ата-әсәһе ҡыҙҙарын самолет менән сит илгә алып килде. Энә күҙәүенән үткәргәндәй күп һанлы тикшереүҙәрҙән һуң Рәмзиәне яңынан операция өҫтәленә һалдылар. Ете сәғәт операция яһағандан һуң ғына палатаға индерҙеләр.
- Ҡулдары йөрөүенә шигебеҙ юҡ, ә бына аяҡтары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрәкәтһеҙ ҡаласаҡ, беҙ был осраҡта көсһөҙ, - тине табиптар, ләкин һеҙ үҙегеҙ ҡыҙығыҙҙың тормошон күпкә еңеләйтә алаһығыҙ.
Табиптарҙың диагнозы менән һис килешергә теләмәне Рәмзиәнең ата-әсәһе, ҡыҙҙарының йүнәләсәгенә бер ҙә өмөттөрен өҙмәне. Өйҙә бөтә уңайлыҡтар булдырылды: ҡыҙҙары үҙ бүлмәһендә пульт менән бөтә тормошона идара итте, әсәһенә бигерәк тә күп көс төштө. Рәмзиә яңы тормошҡа өйрәнде, ҡулына тотоп ашай, китаптар уҡый башланы.
- Әсәй, минең һөнәр алғым килә, ситтән тороп булһа ла уҡырға инер инем, - тине берҙән-бер көн ҡыҙы.
Атаһы теләгенә ҡаршы килмәне, ҡабул итеү комиссияһын өйөнә саҡыртып, имтихан алдыртты. Шулай итеп, Рәмзиә, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, юғары уҡыу йорто студенты булып китте. Уҡыу компьютер ярҙамында еңел бирелде, әммә һыҙмаларҙы ҡул менән эшләүе ауырыраҡҡа тура килде. Әленән-әле дауаханала ятып сыҡты, ул хәҙер коляскала йөрөй ала, был уның тормошон бер аҙ еңеләйтте.
- Рәмзиә! - тигән тауышҡа боролоп ҡараһа, ҡасандыр дауаханала уның янына инеп йөрөгән егетте таныны.
- Бына күреп тораһың, алға китеш бар, тик коляска тәгәрмәстәре ярҙамында, - тине ҡыҙ моңһоу ғына.
- Ә мин имтихан тапшырырға китеп барам, һуңғы курста инде,- тине Илһам. Һөнәр алып был донъяла кешеләргә яҡшылыҡ ҡылып йәшәгем килә.
-Мин дә уҡырға индем, аралашып торорбоҙ әле, - тип телефондары менән алмаштылар.
Илһам менән телефон, социаль селтәр аша һөйләшеү тормошона йәм керетте Рәмзиәнең. Егеттең алсаҡ, илгәҙәк, тәртипле булыуына тағы ла бер тапҡыр инанды ҡыҙ. Ата-әсәһе лә уларҙың дуҫлығына ҡаршы килмәне, киреһенсә, ҡыҙҙарының йөҙөндә йылмайыу күреп шатланды ғына. Илһам һүрәтте оҫта төшөрә икән, һыҙмаларҙы эшләргә лә һәр саҡ ризалашты.
Һуңғы курсты тамамлар алдынан булды был хәл. Илһам Рәмзиәгә диплом проектын эшләүҙә ярҙам итергә килгәйне. Әсәһе икәүһенә лә тәмле итеп сәй эсерҙе, егеттең хәлен һорашты, ҡыҙҙарына ярҙам иткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Рәмзиәнең бүлмәһендә икәүҙән-икәү ҡалғас Илһам, һүҙ башланы:
- Бәлки, яҙмыштарыбыҙҙы бергә бәйләрбеҙ? Мин был хаҡта күп уйландым, тик... әйтергә батырсылығым етмәне, ни тиһәң дә, икебеҙ ҙә үҙ-үҙебеҙҙе ҡарарлыҡ түгел. Эх, яҙмыш, ниңә шул тиклем беҙгә аяуһыҙ булды икән! Ир башым менән кеше көнлө булып ултыр әле!
- Беҙ йәш әле, Илһам, - тине Рәмзиә уны йыуатып, бәлки, берәй мөғжизә килеп сығып аяҡҡа ла баҫырбыҙ!
- Әйҙә шулай һөйләшәйек - икебеҙҙең береһе һауыҡҡан хәлдә бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, был тормошто бергә үтергә!
Атаһы бөгөн ҡыуанып эштән ҡайтып инде лә:
- Ҡыҙым, һиңә бер яңылығым бар - Израиль табиптары һине яңынан операцияға саҡыра, ярҙам итә алырыбыҙға шигебеҙ юҡ, көтәбеҙ, тинеләр. Медицина бер урында тормай, ни тиһәң дә, ете йыл ғүмер уҙып киткән бит. Йыйын, ҡыҙым, һин аяҡҡа баҫасаҡһың, - тине
Рәмзиә ҡапыл бойоғоп китте:
– Атай, беләм, был операция миллион һумдар торғанын, Илһамды ла алып барһаҡ, нисек булыр икән? – тине.
- Был мәсьәләне егеттең ата-әсәһе менән бергәләп хәл итергә кәрәк, улай еңел генә ҡарар ҡабул итеү дөрөҫ булмаҫ,- тине атаһы. Ҡыҙының күңеле ҡырылғанын һиҙеп:
- Һис юғында, документтарын алып барырбыҙ,- тип өҫтәне.
...Ҡатмарлы операция уңышлы үтте. Рәмзиә йүнәлеренә тамам өмөтләнеп өйөнә ҡайтты, тик ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай, үҙ өҫтөндә күп тир түгергә кәрәклеген аңлай ул. Илһамдың да документтарын алып ҡалдылар, ентекле өйрәнеп яуап ҡайтарырға вәғәҙәләнеләр.
Бөтә нәмә лә һин уйлағанса барһа икән ул! Ярты йылдан һуң ғына, Илһамды операцияға алмайбыҙ, һөҙөмтә бирмәйәсәк, кире ҡайтарғыһыҙ үҙгәрештәр булған, тип яуапланылар.
Илһам Рәмзиә өсөн бик шатланды, уға күнекмәләр яһарға ярҙам итте, кәңәштәрен әйтә килде. Ҡыҙ ҙа егеткә бер генә лә бойоғорға ирек бирмәне, уны дәртләндереп, өмөтләндереп торҙо, төшөнкөлөккә бирелеп ҡуймаһын тип ҡурҡты. Үҙе егеттең көслө ихтыярына, аҡылына, тормошто яратыуына һоҡланып туйманы.
- Рәмзиә, хәтереңдәме беҙҙең бер-беребеҙгә биргән вәғәҙә?
- Һин - еңеүсе! Тик мин, ир кеше булараҡ, һине ҡурсаларға, яҡларға тейешмен, ә киреһенсә түгел. Шулай булғас, биргән вәғәҙәңде кире ал!
- Юҡ, Илһам, алмайым, һин миңә ауыр саҡта ярҙам иттең, хәҙер сират миңә!
- Мин һине бик яратам, тик һиңә ғүмерлеккә имгәк булғым килмәй,- тине егет, Рәмзиәнең күҙҙәренә ҡарап. Ҡыҙҙың яуабын ишетергә лә теләмәй ҡайтырға ашыҡты.
...Ауыр йәрәхәт эҙһеҙ үтмәй инде ул, билдәле. Рәмзиә аяҡҡа баҫһа ла, бөтөнләй үк йүнәлмәне, һәр ваҡыт медицина ярҙамының кәрәклеге үҙен һиҙҙереп торҙо. Өйҙә тороп булһа ла, эшкә урынлашты, бер мохтажлығы булмаһа ла, үҙен кәрәкле тойоу уға көс-дәрт өҫтәне. Атай-әсәй ҡурсауын тойоп йәшәү йәш ҡыҙға ҡыйын ине, уның үҙ тормошон, ғаиләһен булдырғыһы килде, тәбиғәт кешене шулай яралтҡандыр, ҡасан да булһа бер тыуған ояһынан айырылып, һәр кем үҙенекен ҡорорға,үҙенсә генә тәртип булдырырға тейештер.
- Беҙ Илһам менән өйләнешергә ҡарар иттек, - тине бер көн Рәмзиә ата-әсәһенә. Бер-беребеҙгә терәк булып йәшәргә уйлайбыҙ, тик Илһам был турала һеҙгә әйтергә уңайһыҙлана.
Атаһы менән әсәһе ҡыҙҙарын яҡшы аңлай, уның өсөн борсола, шуға ла күңеле кителеп ҡуймаһын тип, шунда уҡ ризалығын белдерҙе:
- Беҙ бик шатбыҙ, ҡыҙым. Хоҙай һеҙҙе ярҙамынан ташламаһын, бәхетле ғүмер итегеҙ,- тинеләр бер тауыштан.
... Илһам менән Рәмзиәнең бөгөн туй көнө. Табынға ултырырға ғына торғанда егеттең кеҫә телефоны шылтыраны:
- Һеҙҙе медицина тикшереүҙәре үтергә саҡырабыҙ, ярҙам итә аласағыбыҙға ихлас ышанабыҙ, - тинеләр икенсе яҡ оста...
Минира БИКӘНӘСОВА.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2022-12-27/u-yp-bula-ik-n-ya-myshty-3087709