+28 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
21 Декабря 2022, 08:00

ОҪТА ЛА, УҢҒАН ДА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ СУЛПАН

Миәкә районының үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә ҡасабаһында йәшәүсе Сулпан Радик ҡыҙы Әғзәмова ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күлдәктәр тегә. Бер нисә йыл элек ул ҡасабала үҙ ательеһын аса, башлыса унда туй күлдәктәре тегә ул. Оҫта ҡуллы Сулпан – биш бала әсәһе. Балалары ла әсәләренә, өләсәләре Рәсимә Мостафина кеүек ҡул эштәренә бик әүәҫтәр. Рәсимә апай хикәйәләре, шиғырҙары менән районда ғына түгел, республикала ла билдәле, ул ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре – селтәр, яға, өй кәрәк-яраҡтары – балаҫ, сигеүле картиналары менән районда, башҡалабыҙҙа ойошторолған күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Журнал уҡыусыларыбыҙға Сулпан Радик ҡыҙы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Күлдәктәр тегеү менән күптән шөғөлләнәһегеҙме?

– Мин үҙемде белә-белгәндән алып тегәм, тиһәм дә була. Әсәйем өйҙә тегенсе булып эшләне, беҙҙе – дүрт ҡыҙын да үҙе тегеп кейендерҙе. Шуға ла машинканың текелдәүе минең өсөн бишек йырылай яҡын. Өлкән кластарҙа уҡыған сағымда «Burda moden» журналынан ҡарап үҙемә күлдәктәр тегә башланым. Мәктәпте тамамлағас ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейем тегеүселәр колледжына уҡырға индем, артабан ательеға эшкә урынлаштым. Шулай ҙа, тормош мине бер мәл бөтөнләй икенсе юлға баҫтырҙы – биология фәнен үҙләштерҙем. Оҙаҡ йылдар биология буйынса уҡыттым. Әммә мин яратҡан шөғөлөмдө һис кенә лә ташламаным. Һигеҙ йыл элек заказдар буйынса күлдәктәр тегә башланым. Өс йыл инде туй һәм төрлө тантаналарҙа кейә торған күлдәктәр тегәм.

– Ә бына, билдәле «тренд» күлдәккә ҡарағанда, үҙең теккән күлдәк күпкә арзаныраҡ була, тигән фекер бар, шул дөрөҫмө?

– Эйе, заказ буйынса тектереп алған күлдәктәр донъяла киң танылған брендттар әҙерләгән кейемгә ҡарағанда арзаныраҡҡа тура килә. Әммә заказ буйынса тектереүҙең сәбәбе унда ғына түгел. Шәхсән үлсәмдәр, өҫ-баштың барлыҡ үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алына, шуға ул килешлерәк тә була. Айырыуса, байрам өсөн үҙеңә тектереп алған күлдәк ыҡсым да, йәтеш тә булыуы бик мөһим бит.

– Хыял күлдәген нисек һайларға?

– Туҡыманың төҫө килешеү-килешмәүе, кәүҙәгә дөрөҫ тура килеүе – төп шарт. Ғәҙәттә, туй күлдәге тектерергә килгән ҡыҙ үҙенә тәғәйен ниндәй күлдәк кәрәклеген алдан күҙаллап килә. Шулай ҙа бер образға ғына туҡталырға кәңәш итмәҫ инем. Төрлө варианттарҙы ҡарарға кәрәк. Һеҙҙе иҫ китмәле асыштар көтөүе лә мөмкин бит.

– Туй күлдәктәре буйынса мода нимәләр тәҡдим итә?

– Йүнәлештәргә иғтибар иткәндә, ынйы-мәрйендәр менән биҙәлгән оҙон итәкле күлдәктәр – хас та әкиәттәге батша ҡыҙҙарыныҡылай, фатаны хәҙер матур һәм еңел япмалар алмаштыра, королева Виктория стилендәге селтәрҙәр, готик (күтәрелеп ҡуйылған) яғалар модала.

– Һеҙ «Золушка» («Көлһылыу») изгелек проекты үткәргәнһегеҙ. Шул турала ла һөйләп үтегеҙсе?

– Зеленокумск ҡалаһында (Ставрополье) йәшәүсе Виктория исемле танышым бар, бик оҫта дизайнер. Ул бер нисә йыл рәттән ошондай проекттар ойоштора. Уның ошо өлгөһөн мин дә ҡулланырға булып, хәҙер инде өсөнсө йыл рәттән үткәрәм.

Проекттың төп маҡсаты – мәктәпте тамамлаусы уҡыусы ҡыҙҙарға ярҙам күрһәтеү. Улар бит бындай мөмкинлектәре юҡлығын кемгәлер белдерергә тартына. Ысын йөрәктән, ихласлыҡ менән кемгәлер ярҙам күрһәтһәң, яҡшылыҡ кире әйләнеп ҡайтасағына ышанып эшләй беҙҙең команда. Героинябыҙ менән эште башлағанда, «Көлһылыуыбыҙ» үҙен ниндәй сюрприз көткәнен белмәй. Мин күлдәк фасонын уйлап табам һәм тегәм, ярҙамсы-феяларыбыҙ прическа, маникюр, педикюр эшләйҙәр. Быйылғы проектта уйындар үткәреүсе, фитнес тренер, сәскә прическа эшләүсе, биҙәнеү, кейенеү буйынса стилистар ҙа ҡатнашты. Быларҙың барыһы ла бушлай башҡарылды.

– Күлдәкте тегеү өсөн күпме ваҡыт сарыф ителә?

– Фасонына ҡарап. Бер йә ике көн эсендә теккәнем бар. Селтәр, сәйлән, ялтырауыҡтар менән биҙәлгән күлдәктәр менән оҙағыраҡ ултырырға тура килә. Бер ай тирәһе әҙерләргә мөмкин. Шуға заказдарҙы ике ай алдан ҡабул итәм.Салонда үҙем генә эшләйем. Айына дүрт күлдәк әҙерләгәнем бар.

– Киләһе, 2023 йыл – Ҡуян йылын ҡаршылағанда ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк бирергә тәҡдим итәһегеҙ?

– Йыл хужаһы – Ҡара Һыу Ҡуяны, уның төҫтәре: күкһел, зәңгәр, ҡыҙыл һәм аҡ, кейем ҡара төҫтә булыуы ла мөмкин.

 

Сәриә ИШЕМҒОЛОВА

ОҪТА ЛА, УҢҒАН ДА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ СУЛПАН
ОҪТА ЛА, УҢҒАН ДА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ СУЛПАН
ОҪТА ЛА, УҢҒАН ДА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ СУЛПАН
ОҪТА ЛА, УҢҒАН ДА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ СУЛПАН
ОҪТА ЛА, УҢҒАН ДА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ СУЛПАН
ОҪТА ЛА, УҢҒАН ДА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ СУЛПАН
Автор:
Читайте нас