+19 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабря 2022, 05:00

Халыҡ күңелен данлап

Өфөлә оператор һәм кинорежиссер-документалист, Рәсәй кинематографистар Союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Килмәмәтовтың ярты быуатлыҡ юбилейына арналған юбилей кисәһе була. Ул 21 декабрҙә «Родина» кинотеатрында уҙа. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан кинематографистар Союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева хәбәр итеүенсә, кисә үҙенең форматы буйынса үҙенсәлекле. "Радик Рәмил улы - билдәле фоторәссам, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтовтың улы. Ул яҡты донъянан бик иртә китте, ысынында был сара уға – улын фото һәм кино донъяһына алып килгән аҡыллы остазға бағышлана. Был кистә „Атай һәм ул“ күргәҙмәһе асыласаҡ, „Атай“ документаль фильмының премьераһы буласаҡ. Был иң яҡын кешеләрҙең, атай һәм улдың - Рәмил менән Радик Килмәмәтовтарҙың рухи һәм ижади бәйләнеше йәш быуын өсөн тулҡынландырғыс һәм фәһемле». «Родина» кинотеатры фойеһында «Атай һәм ул» күргәҙмәһен асыу 18 сәғәткә билдәләнгән. 19 сәғәттә Күк залда «Атай» фильмын күрһәтеү һәм тамашасылар менән фекер алышыу була. Сараға инеү ирекле.

Радик Килмәмәтов – документаль һәм фәнни-популяр фильмдар авторы. Сергей Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография институтының режиссура бүлеген тамамлаған, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында драма режиссеры һөнәрен үҙләштергән. 1990 йылдан алып Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында эшләй.

Режиссер республиканың арҙаҡлы шәхестәре, фольклоры, халыҡтар мәҙәниәте, милли костюмдар тематикаһына арналған фильмдар авторы. Күптән түгел ул республикабыҙҙың көньяғында йәшәүсе сәсәниә, педагог, фольклор белгесе Асия Ғәйнуллина хаҡында документаль фильмды тамамланы. Әлеге көндә режиссер Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе профессор, 87 йәшлек фольклорсы Иван Карпухин, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәшиҙә Туйсина һәм үҙенең атаһы – билдәле фотохәбәрсе, рәссам Рәмил Килмәмәтов хаҡында фильмдар өҫтөндә эшләй. Автор менән әңгәмә уның тамамланған фильмдары хаҡында барҙы.

– Республикала үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ билдәле, халыҡ рәссамы тигән исемгә лайыҡ булған фоторәссам Рәмил Килмәмәтовтың ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Ул Рәсәйҙең мәҙәниәт институтында белем алып, Сергей Бондарчук кеүек СССР-ҙа билдәле кинорежиссерҙар мәктәбен үткән. Бала саҡтан уҡ атайым аша бик күп шәхестәрҙең исеме, халыҡ ижады менән танышмын. Уның менән республика төбәктәре буйлап күп йөрөргә тура килде. Буласаҡ геройым Асия Ғәйнуллина менән дә фольклор байрамында таныштым.

– Асия Солтан ҡыҙы фольклор өлкәһендә, халыҡ ижадында ла белгес булараҡ бик талапсан кеше. Уны киноға төшөргә нисек күндерҙегеҙ?

– Аҙыраҡ атайымдың абруйы ла үҙ ролен уйнағандыр. Асия апай беҙҙең ғаиләне электән белә ине. Уны милли костюм байрамында күрҙем дә эшмәкәрлеге хаҡында кино төшөрөргә теләүемде белдерҙем. Быға тиклем дә башҡорт, татар, марый, удмурт халҡының фольклор, милли кейем үҙенсәлектәренә арналған эштәрем бар ине. Асия Солтан ҡыҙы, ысынлап та, бик талапсан, үҙенең юлын аныҡ белгән кеше һәм башҡаларҙан да шуны талап итә. Белгес булараҡ йәштәрҙе, олпат йәштәге апайҙарҙы ла тәжрибә уртаҡлашыу, белгәндәре менән бүлешеү маҡсатында үҙенең оҫтаханаһына йыя. Асия ханым үҙе әйтеүенсә, ахыр сиктә тик оҫталар, халыҡ ижадына мөкиббән киткәндәр генә уның янында тороп ҡала. Йәғни тәбиғи һайлап алыу процесы күҙәтелә.

– Героиня билдәле кеше, сәсәндәр мәктәбен асҡан белгес, фольклорсы. Ә һеҙҙең фильмда ул тәү сиратта кем булараҡ асыла?

– Уны тормошто, хеҙмәтте яратҡан, матурлыҡҡа ғашиҡ зат булараҡ асҡым килде. Ҡатын-ҡыҙ, әсә, үҙ эшенең оҫтаһы... Асия Солтан ҡыҙының улы Баязит та бик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йырлай, өзләй, ата-әсәһенең лайыҡлы улы. Тормош иптәше лә ҡатынының терәк-таянысы, тоғро юлдашы. Асия Солтан ҡыҙы тәү сиратта педагог, инглиз теле уҡытыусыһы. Телдәрҙе, фольклорҙы яҡшы белеүе тамырҙарынан килә. Элегерәк «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә баһалама ағзаһы булған. Хәҙер уны саҡырмай башлағандар. Бының сәбәбен ул фильмда бәйән итә. Асия Ғәйнуллинаның мәҙәниәт, этнография өлкәһендәге ҡаҙанышы Рәсәй кимәлендә юғары баһаланған. Ул ил хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» тип аталған премияһына лайыҡ булған. Шулай уҡ фильмда Асия апайҙың фантазияға бай кеше булыуын күрерһегеҙ. Ул бәләкәйҙән үҙе уйлап сығарып тиҫтерҙәренә әкиәттәр, легендалар һөйләр булған.

– Фильмда кадрға инмәгән, әммә күңелдә ҡалған эпизодтар бармы?

– Фильм 40 минут дауам итә, уның атаһы хаҡында һөйләгән иҫтәлектәренең барыһы ла кадрға һыйманы. Мине айырыуса тетрәндергән бер ваҡиға: аслыҡ йылдарында Асия апайҙың атаһы Солтан бәләкәй малай була. Ике балаһын туйындыра алмаған әсәһе бәләкәйен алып, өлкәне Солтанды ауылда ҡалдырып Ырымбурға сығып китә. Ҡатын ике балаһының береһен һайлаған, уларҙың үҙ аллы йәшәүгә һәләтлеген билдәләгән. Бына бит ниндәй замандар булған. Әсәһе киткәс, Солтан юғалып ҡалмай, балыҡ тоторға әүәҫләнеп ала. Уны аслыҡтан ошо балыҡ ҡотҡара. Әсәһе әйләнеп ҡайтыуға малай һин дә мин йәшәп ята. Һуңынан инде ул яҡын тирәлә бил бирмәҫ көрәшсе булып китә. Бына ниндәй көслө, ғәйрәтле кешенең ҡыҙы Асия апай.

Һәр фильмдың үҙәгенә ошондай шәхестәрҙе алырға тырышам. Дөйөм алғанда ла халыҡ ижадын, фольклор темаһын һәр ерҙә яҡшы ҡабул итәләр, ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Бөгөнгө заманда үҙ асылыңа ҡайтыу, тамырҙарыңды юғалтмау айырыуса мөһим. Уникаль кешеләр республикабыҙҙың күп төбәктәрендә йәшәй. Әбйәлилдәрҙә, мәҫәлән, боронғо милли кейемдәр, ҡатын-ҡыҙҙың биҙәүес әйберҙәрен үҙенең тәү кимәлендә һаҡлаған ғаиләләр бар. Удмурттар хаҡындағы фильмда бер апайҙы төшөрҙөм. Баҡтиһәң, ул Удмуртияла бик танылған йырсы, ә республикала уны артыҡ белмәйҙәр.

Милли фильмдарҙа геройҙың әсә теле һаҡланыуы тәбиғи күренеш, режиссер шуның менән картинаның үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә аламы?

– Һәр бер милләт теленең моңон тойоу, халыҡтарҙың үҙенсәлеген һаҡлау өсөн төшөрөлә был фильмдар. Шул уҡ Асия Солтан ҡыҙының телмәрендә лә башҡорт теленең бөтөн матурлығы, байлығы сағылыш таба. Ҡайһы бер фольклор терминдарын, лаҡаптарҙы ул тик башҡорт телендә генә образлы итеп бирә алды. Башҡа телдә уның әһәңе, яңғырашы башҡа булыр ине. Ҡалтасы районында бер марый ҡатынын төшөрҙөм, ул бөтөнләй рус телен белмәй, тик марыйса һәм татарса һөйләшә. Хатта уның һөйләгәндәрен ҡайһы бер марыйҙар үҙҙәре лә аңламай ине. Тимәк, ул бик боронғо телдә аралашҡан. ВГИК-та уҡыған осорҙа, ҡайһы бер фильмдарҙы тәржемәһеҙ алып бараһың, уны аңлай торғайнылар. Мәҙәниәттәр төрлөлөгө, халыҡтар ижады өсөн сиктәр юҡ. Американдар үҙҙәренең мәҙәниәтен шул тиклем хөрмәт итә. Улар картинаны гел субтитр менән төшөрә. Мин дә ошо маҡсатты күҙ уңында тотам.

Фильмдар төшөрөлә. Ләкин уны зәңгәр экрандарҙа бик һирәк күрһәтәләр?

– Был йәһәттән Башҡортостан-24 каналын билдәләп үтергә мөмкин. Унда башҡорт фильмдарына даими урын бирелә. Бер нисә картинаны «Культура», «Мир» каналдары һатып алды. Танылған бейеүсе Рәүилә Хәзиева хаҡында фильмды тамамланым. Уны, мәҫәлән, Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған фестивалгә алдылар. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов, халыҡ араһынан сыҡҡан күренекле йырсы Абдулла Солтанов һәм башҡа бик күптәр хаҡында төшөрөлгән эштәрем бар. Улар БСТ, Башҡортостан-24 каналдары аша күрһәтелде. Был картиналар «Башҡортостан» киностудияһының архивын тулыландыра. Бер кем дә мәңгелек түгел. Төрлө йылдарҙың йылъяҙмаларын, шәхестәрен кино таҫмаларҙа ҡалдырған сәнғәт ул – кино! Бөгөн күп кенә фильмдарҙа Әмир ағай Абдразаҡов төшөрөп киткән материалдарҙы ҡулланабыҙ. Уға бик рәхмәтлебеҙ.

Башҡортостан киноһында«башҡорт мәктәбе» тигән төшөнсә бармы ул?

– Нишләп булмаһын. Һуғыш осоро операторы Ғилван Әмировтың кадрҙарын ҡайҙа ғына файҙаланмағандар. Илдус Хәлиуллин, Лянус Биктимеров тигән билдәле операторҙар булды. Ринат Әмирхановтың кадрҙарында танылған мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадировтың һыны һаҡланған. Һәр бер осорҙа эшләгән белгестәр башҡорт киноһына үҙ өлөшөн индергән.

Гөлнур Ишбулатова

Халыҡ күңелен данлап
Халыҡ күңелен данлап
Халыҡ күңелен данлап
Халыҡ күңелен данлап
Автор:
Читайте нас