+17 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабря 2022, 08:00

Ҡылҡәләм оҫтаһы

Күренекле рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ишморат Дәүләтбаев халҡыбыҙ зыялыларының һын-һүрәттәрен булдырған ҡылҡәләм оҫтаһы…

Фани донъяға тәүге ауазын ҡышҡы селләлә, 1956 йылдың ҡаты һыуығында Баймаҡ районының Абдрахман ауылында һалған ул. Шуғалырмы Ишморатты тормош иркәләмәй, 10 йәшендә әсәһе сирләп, ҡапыл донъя ҡуя. 4 бала атай ҡулына ҡала. Ишморат – ғаиләлә иң өлкәне. Көҙҙән малай күрше ауыл мәктәбенә йөрөп уҡырға тейеш… Абдрахман ауылында, тауҙар артында тороп ҡалған бала сағын Ишморат Ишмырҙа улы шулай хәтерләй:

«Беренсе класс. Тәүге аҙна. Уҡытыусы Сания апай таҡта алдына бәләкәй балта ҡуйҙы ла: «Ошоно һүрәткә төшөрөгөҙ», – тине. Дәрес аҙағында, бөтәбеҙҙекен дә күҙҙән үткәргәс: «Иң матуры Ишмораттыҡы! Ул художник һымаҡ еренә еткереп эшләгән», – тип бәләкәс йөрәгенә дәрт бирә. – Бала-саға шул көндән алып миңә «художник» ҡушаматын тағып та ҡуйҙы. Күңелемә рәссам орлоҡтарын һалған Сания апайға мәңге рәхмәтлемен».

60-сы йылдарҙа ауылда телевизор юҡ, ә бала-сағаға нимәгәлер әүрәр кәрәк. Йоҡлар алдынан малай ҡустыһы менән түбә таҡтаһындағы һырҙарҙы тикшерә. Төрлө ҡош-йәнлеккә оҡшағанын эҙләй. Йә иһә, кәртә-ҡура башындағы бесәнгә ятып, күккә баға ла, аҡ болоттарҙа, йә төнөн емелдәгән йондоҙҙарҙа мөғжизә табырға тырыша… Айырыуса, ялдары ялбырап, үрәпсегән атты күктә йыш күрә ул. Иртәгеһен малай шуларҙы яратып ҡағыҙға төшөрә. Ҡанатлыһын да, ябайын да! Өфөлә филармонияла эшләгән бейеүсе туғаны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Дәүләтбаев ҡайтһа, һүрәттәр хатта «телгә килә». Өй эсе йәнләнә! Ишмораттың ҡулынан ҡыҙыҡ һыҙмалар оса ғына…

Малайҙың һынлы сәнғәтҡә тәүге аҙымдары шулай башлана. Бәхетле бала саҡ иле әлегеләй дауам итһә ине лә бит! Әммә әсәһенең үлеме Ишморатҡа аяҙ көндә йәшен һуҡҡан һымаҡ тәьҫир итә…

Яңғыҙ ҡалған атаһы йәй буйына ғәзиз башын ноҡоттай уйландырып-тулғандырып йөрөгәнен сабый күңеле лә һиҙә. Август аҙағы еткәс, Ишмырҙа ағай баш балаһына: «Улым, ҡәҙимге ҙурайҙың инде, һине Баймаҡ интернатына уҡырға алып барам. Унда ашаталар, кейендерәләр, тик тырышып уҡырға ғына кәрәк», – ти.

Ишморат ят мөхиткә ауыр өйрәнә. Тыуған ауылын, осоп сыҡҡан ояһын өҙөлөп һағына. Бер нисә тапҡыр, интернаттан ҡасмаҡ булып, тау һыртындағы юл сатына баҫа. Ул замандың әрһеҙ транспортына – атҡамы, мотоциклғамы – эләгергә өмөт итә. Көҙгө әсе елдә быуыны ла ҡатмаған малай оҙаҡ тора. Киске сәғәт 5 тулдымы – Баймаҡ заводының гудогы геүләр була. Шул мәлдә интернат балалары дәрес әҙерләй башларға тейеш. Теше-тешкә йоҡмай ҡалтыраған баланы бер уй ике-өс мәртәбә кире бора: «Тәрбиәсе апай изге кеше. Мине юғалтып көйәләнер».

…Әкренләп Ишморат яңы шарттарға күнегә. Әсәһен юғалтыу ҡайғыһы йөрәген өтә-өтөүен. Әммә атаһы, кешелекле туғандары, тәрбиәселәре-уҡытыусылары арҡаһында бәғере ҡатмай. Яҙмышына яҙған селлә-ҡырауҙар ҡурҡытмай, рухын көслөрәк итә уның. Юғалтыуҙар күңелен фәҡирләндермәй, киреһенсә, байыта ғына. «Өҫтәлдәр бөгөнгөләй һығылып тормаһа ла, мине уратҡандар изгелеккә ифрат йомарт булды...», – тип иҫкә ала уларҙы Ишморат Дәүләтбаев.

 

(Мәҡәләне тулыһынса "Тамаша" журналының 2022 йылдың 6-сы һанында уҡый алаһығыҙ)

Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА

Ҡылҡәләм оҫтаһы
Ҡылҡәләм оҫтаһы
Ҡылҡәләм оҫтаһы
Ҡылҡәләм оҫтаһы
Ҡылҡәләм оҫтаһы
Ҡылҡәләм оҫтаһы
Ҡылҡәләм оҫтаһы
Ҡылҡәләм оҫтаһы
Ҡылҡәләм оҫтаһы
Ҡылҡәләм оҫтаһы
Автор:
Читайте нас