— Берәүҙең доға уҡығанын ишетәм, — ти.
— Кит инде. Бындай көслө тауыш булғанда, нисек ишетелһен? Яңылышаһыңдыр, — тип яуап бирә уға танышы.
Йәнәшәләге йортҡа күҙ һалһалар, асыҡ тәҙрәнән бер ир-аттың намаҙ уҡыуын күрәләр.
— Ҡолаҡтарың ябай түгелдер. Шундай шау-шыу араһынан доға тауышын нисек ишеттең? — тип ғәжәпләнә иптәше.
— Юҡ, ҡолаҡтарым башҡаларҙыҡы кеүек үк. Кем нимә теләй, шуны ишетә, — тип яуап бирә танышы.
Шунан һуң кеҫәһенән бер нисә алтын аҡса сығарып, юлға ырғыта. Аҡса сылтыраған тауышты ишетеп, иптәше тиҙерәк кеҫәләрен ҡапшай башлай. Үҙ аҡсаһы төшмәнеме тип борсола. Быны күреп, танышы:
— Әйтәм бит, кем нимә теләй, шуны ишетә. Шундай шау-шыу араһынан аҡса тауышын ишеттең бит, — ти.
Һәр нәмәнең дә ыңғай һәм кире яғы була. Тик кешеләр ҡайһыһын күрергә теләй, шуныһына иғтибар бирә. Был тәрбиәгә, динде аңлау дәрәжәһенә, әхлаҡҡа ла бәйле. Әйтәйек, ямғыр яуғанда берәү кәйефем төштө тип зарлана, икенселәр, ер һыуға туйына, тип һөйөнә. Аллаһ әфәттәр бирмәһен, сәләмәтлектән айырмаһын, тип сабырлыҡ күрһәтәйек. Ҡайғыларға сабыр була беләйек. Унан ҙурырағын кисерергә яҙмаһын. Кескәй шатлыҡтарға ла һөйөнәйек.