+20 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабря 2022, 12:00

КҮЛДӘК ҠОТЛАТЫУ ЙОЛАҺЫ

(Сценарий)

КҮЛДӘК ҠОТЛАТЫУ ЙОЛАҺЫКҮЛДӘК ҠОТЛАТЫУ ЙОЛАҺЫ
КҮЛДӘК ҠОТЛАТЫУ ЙОЛАҺЫ

Ишек алды. Өләсәһе йомғаҡ урап ултыра.

Ейәнсәре йүгереп сыға.

 

Ейәнсәр. Өләсәй, һин ҡайҙа? Матурмы күлдәгем? Рәхмәт, өләсәй, бүләгең өсөн.

Өләсәһе. Һай, һай, ҡалай матур. Бигерәк килешеп тора үҙеңә.

(Һамаҡлай.)

Минең ҡыҙым бик иркә

Баштарында кәсинкә

Күлдәге лә сәрпинкә

Аяғында бәтинкә,

Ҡара сәсле, ҡара күҙле

Ҡойоп ҡуйған кәртинкә.

(Ейәнсәре өйөрөлөп бейей).

Ейәнсәр. Яңы күлдәгемде ҡотларға хәҙер әхирәттәрем дә килеп етерҙәр инде.

Өләсәһе. Ана, ҡыҙым күренделәр түгелме?

Ейәнсәр. Эйе әхирәттәрем шул.

 

Ҡыҙҙар килеп инә. Һаулыҡ һорашалар.

 

Ейәнсәр. Әхирәттәр, мин һеҙҙе бушҡа ғына саҡырманым, үҙемдең яңы

күлдәгемде ҡотлатырға саҡырҙым.

(Ҡыҙҙар теләктәрен еткерәләр.)

Лиана. Үҙем башлайым, улай булғас.

              Ғүмерең оҙон булһын,

              Ебе ныҡ булһын.

Нургизә. Ҡотло булһын күлдәгең,

                  Йылы тәнеңдә туҙһын.

                  Күлдәгең көйрәк булһын,

                  Күңелең саф булһын.

                  Бешеме? (Семтеп ҡарай.)

Нурзилә. Күлдәгең матур, күлдәгеңдән бигерәк үҙең матур, Алтынай.

Лиана. Күлдәгең ҡотло булһын,

               Ғүмерең оҙон булһын.

              Тегенсе оҫтаның

              Ҡулдары етеҙ булһын.

Гөлгөнә. Ҡыҙҙар, миңә лә әсәйем күлдәк тегеп кейҙерҙе, килешәме?

Илнар. Хәйерле булһын күлдәгең,

              Ата-әсәле бул,

              Бәхетле, тәүфиҡлы,

              Итәғәтле бул.

Лилиә. Кейемең көйрәк булһын!

Гүзәлиә. Ә минең күлдәгемдең еңдәре ҡупайсыҡ ҡына, вәт.

Лилиана. Эй, ошо Гүзәлиә, бигерәк маҡтансыҡ инде. (Шаяртып ала.)

 

Ҡыҙҙар күлдәктәрен күрһәтеп өйөрөлөп алалар.

 

Өләсәһе. Беҙ бала саҡта берәүҙең яңы күлдәк кейеп сыҡҡанын күрһәк-“баҡыяс” ти торғайныҡ.

 

Ҡыҙҙар “баҡыяс” - тип бер-береһен ҡотлап шаярып алалар.

 

Лиана. Ҡыҙҙар, күлдәктәребеҙҙе ҡотлап бейешеп алайыҡ.

(Ике рәткә бүленеп ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеп бейейҙәр.)

1.Күлдәк кейҙең үҙеңә.

Бигерәк килешә үҙеңә.

Ҡурсаҡ кеүек күренәһең,

Иптәшеңдең күҙенә.

2.Иҙеүеңә тамға һалған.

Кем икән тегеүсеһе,

Матур итеп бейеп йөрөй,

Кем икән бейеүсеһе.

3.Тегеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,

Ҡулына күҙ эйәрмәй.

Аллы-гөллө сәскәләрҙән,

Итәктәрен семәрләй. (Таҡмаҡтарҙың авторы - Вәғиҙә Әхтәмова.)

Өләсәһе. Эй, балаҡайҙар, һеҙгә ҡарап ултырып үҙебеҙҙең йәш саҡта яратып уйнаған “Йөҙөк йәшереү” уйыны иҫемә килеп төштө бит әле. Әйҙәгеҙ булмаһа һеҙгә лә өйрәтәйем.

Был уйынды тәүҙә шыбаға тотошоп көтөүсе-йөҙөк эҙләүсе һайлайҙар. Оҙон бер бау алып, йөҙөктө (балдаҡты) уға кейҙерәләр һәм бауҙың ике башын бәйләйҙәр. Көтөүсенән башҡа уйнаусылар, бер-береһенең араһында ярты метр самаһы бушлыҡ ҡалдырып, бауға тотона һәм йөҙөктө береһенең ҡулынан икенсегә шыуҙырып йөрөтә.Үҙҙәре күмәкләп түбәндәге һамаҡты әйтәләр.

Күмәкләп.

Сәлимәнең йөҙөгөн дейеү ҡыҙы урлаған,

Ҡаф тауының артында алтын һандыҡҡа һалған.

Көтөүсе.

Йөҙөк унда ҡалмаған, унан бесәй урлаған,

Киң даръяны сыҡҡан саҡта һыуға төшөрөп ҡалдырған.

Күмәкләп.

Инде йөҙөк юғалған, таба алмаҫһың, уңмаған.

Көтөүсе.

Киң даръя әле туңмаған, йөҙөктө һин урлаған? - тип берәй уйнаусының ҡулын ҡарай. Әгәр ҙә йөҙөк унда булып сыҡһа, ҡулынан йөҙөк сыҡҡан уйнаусы көтөүсе була һәм уға наказ бирәләр. Ә инде йөҙөктө таба алмаһа, үҙе тағы көтөүсе булып ҡала һәм һамаҡты яңынан башлайҙар.

 

(Көтөүсеһе үҙем булырмын, тип уйынды башлайҙар. Ҡыҙҙарҙың кемеһендә йөҙөк булып сыға, наказдарҙы үтәйҙәр).

 

Өләсәһе. Уйын оҡшанымы, балаҡайҙар?

Ҡыҙҙар. Эйе, рәхмәт, инәй, оҡшаны.

Өләсәһе. Беҙ бала саҡта әсәйҙәребеҙ яңы күлдәк тегеп кейҙерәләр ҙә, барығыҙ өләсәйҙәрегеҙҙән ҡотлатып килегеҙ, тип сығарып ебәрә торғайнылар. Һеҙ ҙә барығыҙ күлдәктәрегеҙҙе ҡотлатып килегеҙ, балаҡайҙар.

(Ҡыҙҙар геү килеп сығып китәләр.)

 

Авторы: Рәхмәтова Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы.

 

Башкортостан Республикаһы

муниципаль район Хәйбулла районының

муниципаль урта дөйөм белем биреү

бюджет учреждениеһы Яңы Ергән

ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

Фото Әлиә Рәшитованың диуарынан алынды.

Автор:
Читайте нас