Ғәзизе, эйе, тигәнде белдереп, башын ҡаҡты, ләкин әсәһенең күҙҙәренә тура ҡарарға ҡурҡты.
Өй алдындағы миләште лә тиреп алдылар, унан да башҡа тәмлерәк ризыҡ юҡтыр – сәйгә һалһаң да була, бәлешкә лә бара. М-мм...тәмлелеге, хас та йөҙөм һымаҡ.
Ваҡыт үтә торҙо. Сәғиттең хаты ла килмәне, военкоматтан, ғәфү үтенәбеҙ, хата киткән икән, тигән хәбәр ҙә булманы. Бына ҡыш та үтеп китте, уның артынса – йәйе лә, көҙө лә. Тағы зәһәр буранлы ҡыш етте. Әнисә өмөтөн юғалтманы, барыбер, Сәғитен көттө.
Бер саҡ улы менән сәй эсеп ултыралар ине. Ат санаһында урамдан уҙып барыусылар Әнисәләрҙең өйө тапҡырында ниндәйҙер тоҡ ырғытып китте. Аптыраған ҡатын, шәлен дә бөркәнеп тормайынса, тышҡа йүгерҙе.
...Әнисәнең тоҡ тигәне һалдат булып сыҡты. Ул аңына килгәндә, ике аяғы ла ҡырҡылған Сәғит, ҡулдарына таянып, ҡатыны яғына шыуыша ине. Ҡатын ирен ҡосаҡлап алып, ҡар өҫтөнә ултырырға ярҙам итте.
- Бына хәҙер мин ниндәй... имгәкмен... Әнисә. Үлмәй ҡалдым шул...
- Кит, Сәғит, нимә һөйләйһең һин? Ундай нимә уйыңда ла булмаһын?
- Аңыма килмәйенсә, оҙаҡ яттым, Әнисә. Бер саҡ ҡараһам, өйөбөҙ эсендә торам. Һин урындыҡта ятаһың, өҫтөңдө лә һалмағанһың. Инде һине ҡосаҡлағайным, барыһы ла күҙ алдымдан юғалды, - тине Сәғит, күҙ йәштәрен һөртөп.
Айһылыу Вахитова.