+16 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
3 Декабря 2022, 03:00

Ҡаҙ тәпәйенән тәмле аш-һыу һәм дерелдәк

-

Сығышы менән Ейәнсура ра­йонынан булған, бөгөн Өфө районының Авдон ҡасабаһында йәшәгән Радик Байгилдин ҡаҙ тәпәйенән тәмле аш-һыу әҙерләргә ярата: «Ҡаҙҙың тәпәйен ҡырҡып, эҫе һыу менән бешекләйбеҙ йәки өтәбеҙ, шунан тиреһен һыҙырып, тырнағын алып ташлайбыҙ, яҡшылап йыуабыҙ. Ҡаҙҙың эсәген айырып, эсендәге бысрағын һығып сығарабыҙ, буйынан-буйына ярабыҙ ҙа һәйбәтләп таҙартабыҙ. Тоҙ менән ышҡып, тағы йыуабыҙ. Шунан эсәкте тәпәйгә урайбыҙ, тағатылып тормаһын өсөн осон беркетеп нығытабыҙ.
Ошолай әҙерләнгән тәпәйҙе ҡаҙҙың эс-бауыры йәки ит менән бергә бешерәбеҙ. Ашҡа картуф, кишер, туҡмас, һуған төшөрәбеҙ. Дөгө ярмаһы йә йәшелсәләр менән әҙерләһәң, танһыҡҡа бигерәк тә тәмле була.
Ҡаҙ тәпәйенән дерелдәк тә эшләйбеҙ. Иң тәүҙә тәпәйҙәрҙең тышын һыҙырып, таҙартып йыуабыҙ. Малдың тояғын шулай уҡ өтөп-таҙартып әҙерләйбеҙ. Икеһен дә бер сама алып, һалҡын һыуға һалабыҙ. Яй ғына утта ҡайнатабыҙ, самалап тоҙ өҫтәйбеҙ. Йәшелсә тәме биреү теләге булһа, кишер, һуған, шәфәри (петрушка) тамыры ҡушырға мөмкин. Ит һөйәгенән айырылғас (ғәҙәттә, ике сәғәт самаһы ваҡыт үтә), уттан алабыҙ. Һурпаһын һөҙәбеҙ, итен турағыстан үткәрәбеҙ. Шунан уларҙы бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа (ошо мәлдә мин бөртөклө ҡара борос һалып ебәрәм, төрлө тәмләткестәр өҫтәргә мөмкин) һауыттарға һалып сығабыҙ. 6 – 8 сәғәттән дерелдәк әҙер була.
Эсәк уралған ҡаҙҙың тәпәйе менән картуф һалып бәлеш бешерһәң дә телде йоторлоҡ була».

https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-10-18/a-anaty-at-at-bula-2551212

 

 

Ҡаҙ тәпәйенән тәмле аш-һыу һәм дерелдәк
Ҡаҙ тәпәйенән тәмле аш-һыу һәм дерелдәк
Автор:
Читайте нас