+12 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
2 Декабря 2022, 14:00

Башҡорттарҙың ете төп ҡағиҙәһе бар - үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ!

-

Башҡорттарҙың ете төп ҡағиҙәһе бар:
 
Ҡул таҙалығы. Был артыҡ әйбергә ынтылмау, башҡалар өлөшөнә теймәүҙе аңлата.
Ҡолаҡтар таҙалығы. Тупаҫ, яуыз уйлыларҙы ишетмәү, ғәйбәт тыңламау.
Күҙҙәр таҙалығы. Күҙҙәрҙе яуызлыҡтан, насарлыҡтан, көнсөллөктән һаҡлау.
Тел таҙалығы. Күп һәм ялған һөйләүҙән тыйылыу. Өндәшмәү- алтынға бәрәбәр.
Тән һәм кейем таҙалығы. Тәнеңде лә, кейемеңде лә һәр саҡ таҙа тоторға кәрәк.
Уйҙар таҙалығы. Баштан кире, яуыз уйҙарҙы ҡыуырға кәрәк. Үҙеңә йәлләп ҡарау ярамай. Изге эштәргә үҙеңде дәртләндереп тороу яҡшыраҡ.
Күңел һәм йөрәк таҙалығы. Яратырға һәм уға алмашҡа бер ни һорамаҫҡа. Ошо тормошто, кешеләрҙе, тирә-яҡты яратыу - үҙе үк бәхет!
Башҡорттарҙың ете төп ҡағиҙәһе бар - үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ!
Башҡорттарҙың ете төп ҡағиҙәһе бар - үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ!
Автор:
Читайте нас