Бәпес-бәпес, бәпескәй,
Бәләкәй генә бәпестәй.
Бәпелдәтеп һөйөргә
Арҡалары йәтештәй.
Минең балам бал кеүек,
Һығылып торған тал кеүек.
Ауыҙ-мороно уймаҡтай,
Өҫтө ултырған ҡаймаҡтай.
Сәпәк-сәпәк, сәпәктәй,
Майға бешкән әпәкәй.
Үҙе бигерәк бәләкәй,
Алһыу битле бәпескәй.
Дың-дың, дыңайым,
Дыңҡылдатып һөйәйем.
Атаһына ай кеүек,
Инәһенә көн кеүек,
Килеп китһә ҡунаҡҡа,
Ҡараңғы төндә ай кеүек.
Дөңгөл-дөңгөл, дәнәйем,
Дөңгөлдәтеп һөйәйем.
Атаң мәмәй алып килһә,
Уны һиңә бүләйем.
Тыңғыл-тыңғыл, тәнәйем,
Тыңғылдатып һөйәйем.
Ултырған ере ҡот булһын,
Баҫҡан ере ут булһын.
Бәпес, бәпес, бәпесем,
Тиҙ үҫеп китһәң икән.
Ҡасан арҡаларына
Ҡулдарым һыйыр икән.