"Һуң, апай, шунан да яҡшыраҡ нимә яҙаһың, был ҡотлауҙы бит мин былтырғы гәзиттәрҙән күсереп алдым, журналистарҙан да арттырып булмаҫ инде, үҙең яҙ, улайһа", - тип кенә ҡуйҙы.
Дөрөҫөн әйткәндә, журналистар шәберәк тә яҙыр ине лә, тик ҡотлау тексын тәбрикләүсе кеше үҙе яҙа, баҫтырып сығарыу өсөн аҡсаһын түләй, шуғалыр ҙа, күрәһең, редакция тексҡа төҙәтмәләр индерә алмайҙыр, тип уйлайым. Тик хаталы булмауы ғына шарттыр. Юғиһә, бындай ҡотлауҙарҙа улар "аҡ бәхеттәр " тигән һүҙбәйләнеште ҡулланмаҫ ине, сөнки шундуҡ һорау тыуа бит: "ҡара бәхет" тә буламы ни улайһа?
Унан, телгә маһир хәбәрселәр юбилярҙы "төргөләп" тә маташмаҫ ине ул. "Яҡындарыңдың һөйөүенә төрөнөп йәшә" тигәнде, нисектер, ҡабул итә алмайым. Өшөгәндә, һыуыҡтан ҡалтыранғанда, мунсанан сыҡҡанда төрөнөргә була, ә бына ҡотлағанда... "Ҡурай моңондай оҙон ғүмер" теләү ҙә кемдеңдер еңел ҡулынан ҡалыпҡа әйләнеп китте, ниһайәт. Яҡын кешеләреңде ҡотлағанда, кемдер әйткән, уйлап сығарған әҙер ҡалыпты түгел - улар, бәлки, матур тойолһа ла, - ә үҙеңдең йөрәгеңдән урғылған изге теләктәреңде еткереү күпкә мөһимерәктер, тигән фекергә килдем мин. Шулай түгелме ни? Ғөмүмән, телмәребеҙҙе байытырға тырышайыҡ, тимен. Ә уның өсөн күберәк бер-беребеҙ менән аралашырға, китаптар уҡырға, әсәйҙәребеҙ лөғәттәрен иҫкә төшөрөп торорға кәрәктер...
Фәрзәнә МӘРҘӘНШИНА.