– Мин һине бер ҡасан да яратманым... Һәр саҡ йәлләнем генә, һинең яныңда уңайлы, бына шулай... Нишләп мин – шундай кәүҙәм, аҡылым менән – һинең кеүек бер ҡарасҡы янында торорға тейеш әле? Теләһәм, бынамын тигән ҡыҙҙар минеке буласаҡ, эйе... Ҡыҙҙар былай ҙа бер көтөү... Һин – ҡаҡ һөйәк, миңә тауышың, атлап йөрөшөң, бешергән ашың оҡшамай, һин...
Лирка өндәшмәне. «Һинең миңә «яратам» тигәнең дә булманы, – тип эстән генә, күнегелгәнсә яуап бирҙе Лирка. – Ә мин һине үҙемдән дә нығыраҡ яраттым. Шуға ла, яратмауыңды белә тороп, никахһыҙ йәшәүебеҙгә күндем. Ә улай ярамай ине, ярамай...»
Уның йәнһеҙ, дөмһәйгән сырайына күҙ һала-һала, Рәфилгә бер ҡулына ноутбугын, бер ҡулына кейем тулы сумкаһын тотоп ғауғаһыҙ сығып китергә тура килде.
...Һуңынан ғына, Рәфил киткәс, тәҙрә аша буранлап торған ҡараңғы төнгә текәлеп, өнһөҙ, күҙ йәштәрһеҙ генә үкһене Лирка. Карауатына өр-яңы мендәр, юрған тышы алып, урын һалды, оҙаҡ итеп йыуынды, радио тыңланы. Был төндө иҫһеҙ кеше һымаҡ, бер ни белмәй йоҡланы ул.
Тормош һәүетемсә дауам итте. Лирка эшкә барҙы, эштән ҡайтты, ашарға бешерҙе, кер йыуҙы, телевизор ҡараны, һирәк-һаяҡ әхирәттәре менән тышта йөрөп әйләнгеләне. Ташлап сығып киткәнен ишеткән дуҫ ҡыҙҙары күмәкләп Рәфилде әрләне, Лирканың артынан ҡыҙҙың үҙен йәлләнеләр: «Йә инде, яңғыҙ ҡалды... Рәфил ҡайтмаһа, кем яратыр уны, кем уның менән йәшәр?»
Рәфил киткәндән һуң тыуған ҡоро бушлыҡ тәүҙә тыныслыҡ, артабан үҙ-үҙенә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән тулды. «Ҡарасы, Рәфилһеҙ ҙә йәшәп була икән», – тип аптыраны Лирка. Унһыҙ йоҡларға ятырға, унһыҙ ғына ашарға, ял көндәрен үткәрергә... Апаруҡ тынысланған, ауыр уйҙарҙан, үҙ-үҙен битәрләүҙән, Рәфилдән бер туҡтауһыҙ ниндәйҙер йылылыҡ, һөйөү көтөп йөрөүҙән арыған Лирканың кәүҙәһенә ит ҡунды, бит остары алһыуланды. Эштән һуң магазиндарға һуғылып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына матур күлдәктәр барланы, хатта бер-икәүһен һатып алырға ла батырсылыҡ итте.
Магазиндарҙың береһендә ебәк алһыу күлдәкте кейеп, ҙур көҙгөнән ҡарап торғанда, ҡапыл үҙенең ун һигеҙҙәге сағын иҫләне. Ниндәй матур, көләкәс ине ул. Һуңынан Рәфилде осратты, уның өсөн, уның хаҡына йәшәй башланы, үҙе тураһында бөтөнләй онотто. «Минең төп хатам – үҙем өсөн түгел, кеше өсөн йәшәүем булғандыр, – тип фекер йөрөттө ҡыҙ. – Нисәмә йылдар буйына кеше ғүмере менән йәшәгәнмен».
...Бер көндө эштән һуң сығып, туҡталҡала автобус көтөп торғанда, машиналар ағымы гөжләп торған юлдың аръяғында Рәфилде танып ҡалды. Үҙенән, йәғни Лирканан, күпкә йәш матур бер ҡыҙҙы ҡултыҡлап алған да, ҡәнәғәт атлап баралар. Йөҙҙәре шат, Рәфил икенсе ҡулына аҙыҡ тулы сумка күтәреп алған.
Ҡапыл ҡолаҡтары сыңлап китеүҙән шаңҡыған ҡыҙҙың күҙҙәре ҡараңғыланып китте, тир бәрҙе, ауып барған еренән кемдер беләгенән тотоп өлгөрҙө, туҡталҡа эсендәге ултырғысҡа әйҙәне.
Рәфил быға тиклем дә Лирканан киткәне булды, икенсе ҡыҙҙар менән дә аҙ күрмәне уны, ә был юлы барыһы ла етди, ахыры. Шул тиклем бәхетле, шат ине Рәфил... «Бәй, бәхетһеҙ булған икән ул минең менән. Китеп, мине лә, үҙен дә күңел ҡапҡанынан ҡотҡарған».
...Ауа-түнә, хәле бөтөп ҡайтып инде Лирка фатирына. Инде лә, тунын да һалмай, карауатына ауҙы. Әллә иланы, әллә олоно, ә күҙ йәштәре барыбер аҡманы. Ҡараңғы фатирында көсөк ише шыңшып ятҡан Лирка өләсәһе мәрхүмдең һүҙҙәрен иҫләне: «Кеше хәсрәтен өс нәмә баҫа: эш, йөрәккә үтерлек моңло йыр, теште ҡамаштырғыс һалҡын һыу».
Ҡыҙ яй ғына урынынан ҡалҡынды, кейемен һалды, кухняға сығып һалҡын һыу эсте, радиоһын ҡабыҙҙы, гөлдәргә һыу һипте, ашарына бешерҙе...
«Лирка!» Баҫлығып, тертләп уянып китте ҡыҙ. Тауыш... Кем саҡыра һуң? Төшөндә Рәфил уны саҡыра, буғай. Ҡулдарын һуҙып, Лиркаға табан атлай, ә алдында – упҡын. Әллә иланы, әллә көлдө шунда Лирка. Хәҙер инде иҫләмәй.
«Тек-тек-тек...» Кухня кранынан һыу тамсылай. Лирка урынынан торҙо, кухняға инеп, сәйнүккә һыу тултырҙы, плитәгә ултыртты, шырпы сыйып, ут ҡабыҙҙы. «Лирка...»
Рәфил уны һәр ваҡыт «Лира» тип түгел, ә «Лирка» тип йөрөттө. Шул саҡ һуҡраныр ине әсәһе: «Бынамын тигән матур исемдән көлөп... Һин уға урамда йөрөгән бер балалыр шул!»
«Их, әсәй... – тине уға Лира бөгөн, моңһоу ғына йылмайып. – Шул урам балаһына ҡарата булған мөнәсәбәттә булмаһа, ихтирам итһә, күптән өйләнгән булыр ине. Ай һайын көс-хәл менән саҡ түләп торған кеше тупһаһына мөгөҙһөҙ һыйыр ише килеп инмәҫ, берәй йүнен күреп, өй һалыр, туғандары менән таныштырыр ине».
Асыулана башлағанын тойған Лирка тәрән тын алды ла тәҙрә янына килде, ишелеп-ишелеп яуған ҡар бөртөктәрен күҙәтте. «Тиҙҙән Яңы йыл...» Үҙ алдына йылмайып, ҡыҙ шкаф башынан саң баҫҡан гирлянда-фәләндәрҙе үрелеп алды. Ҡапыл былтырғы Яңы йыл ҡаршылау кисе, Рәфил иҫкә төштө. «Ярамай!» Ошо һүҙҙе нисәнсегә ҡабатлап, ҡабалана-ҡабалана эҫе сәй һемерҙе, ҡашығаяҡ йыуҙы, гирляндаларҙы элде.
Лира йәнә эшкә барҙы, эштән ҡайтты, ҡайтышлай магазиндарға һуғылды. Ҡала урамдары, майҙандары ҡупшы шыршылар менән биҙәлде.
Бер көн подъезд ишегендә уны Рәфил ҡаршы алды. Аҫҡа ҡараған, өшөгән, күрәһең: бите, танауы ҡып-ҡыҙыл. Бынауындай һыуыҡ көндә асыҡ күк төҫтәге үҙе матур, үҙе арзан сәскәләр шәлкеме тотоп алған. Радионан әйләндергеләгән әрһеҙ йырҙың һүҙҙәре ҡолағына салынғандай булды: «Күк сәскәләр – һағыныу билдәһе...» Ҡыҙ ҙа, егет тә, һүҙ башларға ҡыймай, бер урында тапандылар. Кем дә кем тәүләп һүҙ ҡуша – шул ғәфү үтенер, хатаһын таныр кеүек. Һәр хәлдә Рәфил шулай уйлай ине. Лира һаман өндәшмәгәс, түҙмәне:
– Һағындым...
Рәфилгә Лиркаһы ғәҙәттәгесә ҡосағына ташланыр, илап ебәрер, кәмендә «Ниңә килдең?» тип һорар, күҙҙәрендә элеккесә ҡыуаныс сатҡыларын уйнатыр кеүек ине. Ҡапыл уның ҡыҙға йәне көйҙө, Лира уның алдында юрамал маһая, ташлап киткәне өсөн хәҙер уны түбәнһетә кеүек тойолдо, ләкин, Лиркаһын бик яҡшы белгәнлектән, ул быға тулыһынса ышанып та бөтә алманы. Һөйгәне маһая ла, түбәнһетә лә, юрамал ҡылана ла белмәй...
– Мин һине һағындым.
Был юлы Рәфил талапсаныраҡ әйтергә тырышты, ә Лира, уның тауышындағы таныш ҡатылыҡ сыңдарын ишетеп, йәнә тертләне, уны күреүҙән йөрәгендә тыуған кескәй генә өркәк ҡыуаныс һүрелде лә былт итеп юҡҡа сыҡты. Рәфилдән ҡасыу, уны әрләү, битәрләү файҙаһыҙ ине. Ҡасһа, ул уны иртәгә барыбер бында тағы ла ҡарауыллаясаҡ, бер битәренә мең һүҙ табасаҡ. «Ярамай». Был һүҙ йәнә ҡыҙҙың мейеһен, гүйә, ауыр сүкеш менән ярып үтте, һеңгәҙәтте, аҡылын юйҙырҙы. Бер секундҡа ғына ҡыҙ Рәфил кире ҡайтһа нимә буласағын күҙҙән үткәрҙе. Шул уҡ йоҡоһоҙ төндәр, Лира биргән һорауҙарҙы ишетмәмешкә һалышыу, уның ҡыланыштарына, яңылышлыҡтарына ауыҙ ҡыйшайтып йылмайыу, мөһим булмаған кескәй мәсьәләләрҙә лә үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтергә маташыу, төндәр буйы Интернет аша йәп-йәш ҡыҙҙар менән хатлашыу, шыпыртын ғына «свиданка»ларға барып килеү, ахыры сиктә йәнә өйҙән сығып китеү, йәнә ҡайтыу... Лира Рәфилдең сығып киткәнендә уға ырғытҡан һуңғы һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө: «Мин һине яратмайым, яратманым да... Һинең менән уңайлы...» Ҡыҙ иртә ҡыштың еленә ҡалтыранып торған егеткә күҙ ташланы.
– Ҡалай йоҡа кейенгәнһең...
Ҡыҙ егеттең шарфын төҙәткеләне, бирсәткәһен сисеп, нескә сибек бармаҡтары менән яурынындағы ҡарҙы һыпырып төшөрҙө. «Миңә лә, бәлки, һинең менән уңайлы булғандыр. Өшәнес, ҡотһоҙ яңғыҙлыҡтан ҡурҡып, һиңә һыйынғанмын, арҡаланғанмын, ахыры... Яратмауыңда һин генә түгел, мин дә ғәйепле: күп нәмәгә күҙ йомдом, өндәшмәнем, үҙ-үҙемде яҡлай белмәнем». Еңел тын алған Рәфил йылмайғандай итте, ҡалтырауҙан туҡтаны, ҡыҙҙы ҡосаҡларға ынтылып, ҡулдарын йәйҙе. Лира ҡулдарҙы еңелсә генә ситкә этте.
– Бар, ҡайт. Башҡа килмә. Ярамай!
Рәфилдең күҙҙәре шар асылды.
– Лирка!
Лирка тыныс ҡына боролоп, подъезд ишеген асты.
– Лирка!
– Ярамай!
Ҡыҙҙың артынан ташланған егет инеп өлгөрмәне, подъезд ишектәре гөрһөлдәп ябылды. «Ярамай...» – Был һүҙҙәрҙе инде Лира түгел, Рәфил үҙе ҡабатлай ине. Ярһып та, аптырап та, үкһеберәк тә...
...Подъезд төбөндә эйәһеҙ ҡалған күкһел сәскәләр таңғаса ята бирҙе. «Күк сәскәләр – һағыныу билдәһе...» Төндә башланған буран гөлләмәне өйрөлтөп-сөйрөлттө лә, күтәреп ырғыта алмағас, ахыр сиктә ҡарға күмеп ҡуйҙы...
Ләйсән Ҡорманова