-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Ноябрь , 21:00

Беҙ алһыуҙары ғына… (Хикәйә)

Эсемдә үҙем дә аңламаған нимәлер бығырҙап тик тора. Юҡ, ауыртмай ул, әллә нимә эшләй. Өйҙә нимәнеңдер үҙгәргәнен һиҙәм, тик нимә икәнен генә аңлай алмайым. Шатлыҡ йә ҡайғы килер булһа, эсемдәге баяғы нәмәҫтәкәй һулҡылдап һиҙҙерә. Гел генә. Ҡустым тыуыр алдынан да шулайтҡайны. Ул саҡта әсәйем менән атайым миңә бәпес алып ҡайтасаҡтарын әйтмәй, әллә нисек кенә булып үҙгәреп йонсоттолар. Күҙҙәре менән һөйләшеп, ирен сите менән генә йылмайышҡандарын мин күрмәй тип уйлайҙармы икән? Түҙеп йөрөнөм-йөрөнөм дә, тоттом да әйттем: – Хатта бәләкәй балаға һанап маташаларсы! Әйтмәһәгеҙ ҙә беләм! Вис кенә аңланым инде – ҙур бит инде мин! Быйыл көҙгә мәктәпкә барасаҡмын! Тегеләр аптырашып китте: – Нимәне аңланың, бәләкәс? – Бәләкәс булмаһа ярар ине! Ҙур тейем бит! – Улай булғас, нимәне аңланың, ҙурыҡас? – Бәпес алаһығыҙ икәнен! Теге икәү бер-береһенә ҡарап, күҙҙәрен һупайтты. «Һин ысҡындырҙыңмы?» тиеүҙәре инде. Икеһе лә, бер-береһенә инәлеп ҡарап, башын сайҡаны, әйтмәнек, йәнәһе. – Бына һиңә – мә! – тине атай. – Кем әйтте, ҡыҙым? – Әйтмәне! Үҙем белдем! – Бик яҡшы! Нисек әйтергә икән, тип баш вата инек... Һин ҡаршы түгелме, Тамсыгөл? – Әсәйем йәһәт кенә яныма килеп, ҡосағына ала һалды. Мин үсегеп китмәһен тигәнен беләм инде. «Кәзәм» төкөй башлағанын һиҙҙермәҫ өсөн өндәшмәйем, баш ҡына һелкәм. – Эй, ҡыҙым, ҙур үҫкәнһең икән шул! Һиңә иптәш итеп ҡусты йә һеңле алып ҡайтабыҙ. Магазинда кемеһе бар, шуныһын алабыҙ... – Мин атайымдың алдағанын вапшы яратмайым. Әллә ҡайҙан беләм шуның алдағанын, хатта әсәйем белмәгәндә лә мин белә лә ҡуям. Шуға тиҙерәк уның алдағын өҙә һалам: – Эйе шул, шулай бумаһа ярар ине! Магазинда бәпес һатылғанын күргәнен бармы? Бына, әсәйҙең эсендә ята ул, белдиш! Икеһе бергә пырх итеп ҡалдылар ҙа, алмашлап мине үбергә, иркәләргә тотондолар. Беләм инде – мин тыуасаҡ бәләкәсте артыҡ күрмәһен, үсегеп йөрөмәһен, ҡарашһын, тигәндәрен. Ҡарашырмын да шул! Әтеү бер минең генә бәләкәс туғаным юҡ, башҡаларҙыҡы вис бар. Уларҙың ҡусты-һеңлеләрен илата-илата эйәртеп йөрөгәндәрендә йәнем көйһә лә, хәтәр күрге килә бәпесте! Шуға үсегеүемде лә йәшерергә тырышам: алмай ҡуйһалар, ҡалайтырмын! Илаҡ булһа ла, алһыннар! Әүрәтермен әле!.. ...Шул бәпес көткән шатлыҡлы мәлдә лә эсем бығырлап ыҙалатҡайны. Унан ҡәртәсәм килер булһа, йә миңә шәп кенә күлдәк һатып алыр булһалар ҙа кетерләй ине. Алдан һиҙеп тора инем бәхетле минуттарҙы. Ә насар берәй нәмә булырға итһә – әсем икенсе төрлө белгертә. Ҡартатай үлер алдынан да шулайтҡайны: әсеттереп кенә һыҙлағайны. Бына бөгөн дә иңрәйсе. Уй, атайым йә әсәйем үлеп ҡуймаһын тағы! Мин эстән генә Хоҙай олатайҙан уларға ғүмер һорайым: «Ҡустым менән мин үҫеп еткәнсе генә йәшәһендәр инде!» Ҡәртәсәм өйрәткәйне, хәҙер ураған һайын шулайтып ҡабатлап йөрөйөм. Ә эс барыбер көтөрләй... Өйҙәгеләрҙең тын алышы ла икенсе кеүек. Кисә кис буйына атайым верандала ултырып, гармун тартты. Күптән уйнағаны юҡ ине, эй уйнаны, эй уйнаны! Элек әсәйем уның гармун тартҡанын ныҡ ярата ине. Эргәһенә ултыра ла, һул яҡ яурынына башын һалып тыңлай. Әйтерһең, шулай терәлеп ултырмаһа, ишетмәй! Мин ана әллә ҡайҙа, өй эсендә ултырһам да ишетәмсе! Атайымды ҡыҙғанып, мин уның икенсе яғынан барып һырылам. Белеп торам, икәүебеҙ ҙә атайға уйнарға мишәйтләйбеҙ. Шулай ҙа китмәйем, әсәй ултырғас, мин дә ҡуҙғалмайым. Ҡай сағында әсәйем гармунға ҡушылып йырлап та ебәрә. «Үтә ҡыҙылдар тиҙ уңа, беҙ алһыуҙары ғына...» Әсәйҙең тауышы матур, зыңғырлап тора! Эй, күңелле була! Бер аҙҙан шыпырт ҡына атай ҙа ҡушыла. Хатта мин дә мөңгөрләй башлайым. Шул саҡта ла эсемдә ниндәйҙер нәмә ҡымырйый башлай, быны хәҙер беләм – шатлыҡ! Ә был юлы әсәйем хатта атайымдың эргәһенә лә сыҡманы. Ул-был эшен эшләп, быныһын шылдырып, тегеһен рәтләп йөрөнө лә, ишекте асып: «Ин, ят! Күршеләргә йоҡларға хут бирмәйһең!» – тине ят бер тауыш менән. Әсем йәнә һыҙы-ы-ып китте: был инде шатлыҡҡа түгел, бәләгә! Ирешеп-талашып тормағастары, нимә булды икән быларға? Нимәгә әсәйҙең «кәзәһе» төкөгән? Мин юрғанымды башым аша ҡаплап, өҫтөмә ябырылып килгән насар был әйберҙән ҡасып ҡотолорға тырышам. Юҡ, бында ла килеп ингән теге нәмәҫтәкәй, тын алырға бирмәй, тамаҡҡа тығыла. Юрғанымды һирпәм дә, күҙемде сытырлатып йомам: бәлки, шул саҡ мине күрмәй, өйөбөҙҙө урап үтер?.. Атайым шым ғына инде. Гармунын оҙаҡ итеп мыштырҙап, һауытына һалды. Ул гелән шулай итә, әсәйем кеүек шарт та шорт йөрөмәй. «Һин бер аҙым баҫҡансы, мин йөҙҙө баҫам», – тип һуҡрана ине әсәй ҡай саҡ. Минең дә йәнем көйә башланы – ятамы шул бөгөн, юҡмы? Атайым ипле генә баҫып, иҙән таҡталарын шығырҙатмаҫҡа тырышып, эргәмә килде. Хәҙер сәсемдән һыйпап, сикәмдән «әп» итә лә, «Тыныс йоҡо, ҡыҙым!» тип урынына китер. Иртәнсәк тороуға инде был хәл онотолор һәм эсемдең бығырҙауы ла бөтөр! Юҡ, атай китмәне, карауатыма ултырҙы. Мин йоҡлағанға һалышып, күҙемде сытырҙатып йомдом. Сәсемдән дә һыйпаманы, «әп» тә итмәне. Оҙаҡ ҡына тынып ҡалды. Бер күҙемде генә ҡыҫып ҡарамаһам булмай инде. Атай, нисектер, бөгөлөп, аяҡтарына ҡулын терәп ултырған да... Әллә йоҡлап киткән инде? Мин ике күҙемде лә шар асып ебәрҙем. Ҡараңғыға өйрәнгән күҙемә шундай яҡты булып тойолдо. Атайыма ҡараным да, тын алырға оноттом: ике сикәһе буйлап нимәлер ялтырайсы! Үәт әй! Әллә атайым илай инде! Минең йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды! Һикереп тороп, атайымды һыға ҡосаҡлап алдым: – Атай, үлмә, йәме! Атай, үлмә! Мин башҡа бер ҙә үсекмәйем! Гел генә тыңлап йөрөйөм! Маратты ла илатмайым! Эй, илаһа илаһын, барыбер ҡарайым, әрләмәйем дә! Тик үлмә, йәме! Минең йән көскә аҡырып илауыма теге яҡтан Марат ҡустымдың илаған тауышы ҡушылды. Хәҙер әсәйҙән эләгә инде, саҡ йоҡлатып ебәргәйне. Мин башыма әсәйҙең йоҙроғо ҡуныуын көтөп, күҙҙе шатырлатып йомам. Хатта илауымды ла оноттом! Юҡ, берәү ҙә һуҡманы ла, хатта өндәшмәне лә... Быныһы бигерәк аптыраҡ! Әсәй әрләшмәй икән, тимәк... Тимәк, был бәлә... Бәләнең эргәһендә беҙҙең илау пүстәк! Быны ла минең әсем аңғарта. – Атай, – тейем мин шым ғына. – Нимә ул минең эсемде әсетеп тик тора? Һинеке лә шулайтамы? – Эй, ҡыҙым, Тамсыгөлөм, минеке лә шулайта шул... – Әҙ генә шымып, туҙғыған сәстәремде ҡолаҡ артына ҡыҫтыра. – Минең дә йөрәгем һыҙлай... Ныҡ һыҙлай... Һин мине ғәфү ит инде, ҡыҙым! Барыһы өсөн дә ғәфү ит... – Нимәгә улай тейһең, атай? Атайҙар ғәфү үтенәлер шул! Ниндәй эш боҙҙоң? – Боҙҙом шул, балаҡайым! Тик... Әле әйтә, аңлата алмайым. Ҙурайғас, аңларһың һәм ғәфү итерһең... Ә хәҙер йоҡла. – Атай көндәгесә мине урыныма ятҡыра, матур ғына итеп юрғанымды рәтләп, ситтәрен ҡыҫтыра. Сәсемдән һыйпағас, битемдән үпәс итә лә: «Тыныс йоҡо, ҡыҙым!» – ти. Бөгөн уның тауыш икенсе. Шат түгел. Тыныс түгел. Уның тауышының шылтырап ҡойолоп китерҙәй булып бәүелеп торғанын әллә ҡайһы ерем менән һиҙәм. «Шатлыҡ түгел, бәлә, бәлә...» – тигән уй менән күҙемде йомам һәм бушлыҡҡа осам.  Иртәнсәк күҙемде асыуға уҡ өйҙәге үҙгәреште һиҙәм: өй буш, һыуыҡ төҫлө. Торбаларға ҡулымды тейҙерәм, эҫе! Бөтә нәмә урынында, тик бәләкәй шкаф башында ғүмер буйы ултырған гармундың урыны буш икәнен шәйләйем. Йүгереп барып, кейем шкафын асам – атайҙың тартмаһы... Ишек төбөндәге шифоньерҙы ла ҡуймайым – унда ла яртылаш буш... – Нимә эҙләнәһең таң менән? – Әсәйемдең тауышы ла бүтән. – Эҙләмәйем! – Юрамал шаптырлатып оҙаҡ итеп йыуынам да, кухняға сығам. Әсәйҙең күҙҙәренең ҡыҙарып, шешмәкләнеп тороуын да абайлайым. Өндәшмәйем, йә илап ебәрер, йә таҫтамалы менән елкәгә ҡундырыр. Шулай ҙа сынаяҡ бушап барғанда ысҡынды бит әй баяғы һүҙ телдән: – Атай сәпсимгә киттеме? Әсәйемдең ҡулынан сынаяғы чүт төшөп китмәне. Сылтырлатып саҡ урынына ҡуйғас, тыныс булырға тырышып: – Кем әйтә тағын? – тип һораны. – Кем әйтһен, эсем әйтә! Әсәйемдең аптырауының иге-сиге юҡ! Хәҙер әллә ниндәй мәғәнәһеҙ һорауҙарға күмеп ташламаҫ борон тип, йәһәтләп, тышҡа сығып таям. Белеп бөткәнмен, ундай ваҡытта әсәйҙең һорауҙары! Миллион!

 Эй, әллә иҫәр инде минең әсәйем! «Үҙең ҡала ҡыҙыһың, үҙең ауыл бисәләренән дә былай прастуйһың!» – ти торғайны атай. Торғайны? Был һүҙҙән минең күҙгә йәш төйөлдө: әйткәйне, үпкәйне, бүләк иткәйне, тип кенә һөйләйбеҙ инде хәҙер. Китте бит! Китте! Икенсе әсәйгә! Ҡатындар китһә, үҙҙәренең әсәйҙәренә ҡайта, ирҙәр китһә – икенсе бисәгә китә икәнен дә беләм. Кем әйткәндер, әллә әйтмәһә лә беләмме икән? Китте бит! Китте бит, Аллаҡайым!

– Шым! Нимә тышҡа сығып яр һалаһың! Бөтөн күршеләр ишетһен тейһеңме? – Әсәйемдең асыулы тауышынан үҙемдең ҡысҡырып уйлағанымды, аҡырып илағанымды аңғарам.

– Үҙең өйҙә илатмайһың да баһа! Ҡайҙа барып илайым мин! Китте бит һуң! – Әсәйем йүгереп килеп мине ҡосағына ала. Быныһын һис тә көтмәгәйнем, осора һуға инде, тиһәм!

– Илама, бәпесем, илама! – ти, ә үҙесе! Үҙенең күҙҙәренән йәше тупырҙап тора! һааа-ай, әҙәм аптыратып, ҡосаҡлашып, икәүләп аҡырып иланыҡ та ҡуйҙыҡ! Күршеләр ишетә тип тә торманыҡ! Ишетһә ни, көн һайын атайың ташлап китәлер шул!

Эстәге һыҙлап торған нәмә кесерәйә, шиңә барған төҫлө булды, әллә ул шулай илатҡыс бәлә эс тулып торғанға һыймай бығырланы микән?..

Атай киткәндән һуң көндәр нисек үткәнен тәфсирләп һөйләп тормайым: тәүҙә ғәләмәт ҡыйын булды! Көн дә уны ҡайтып инер тип көттөк. Әсәйем дә көттө. Өндәшмәһә лә һиҙҙем. Күҙен тәҙрәнән алманы. Өс йәшлек кенә ҡустым Марат та тәүҙә атайҙы таптырып илап ялҡытҡайны, хәҙер онотто шикелле. Мин инде ҙур, дүртенсе класта уҡып йөрөйөм.

Ә-ә, онотоп торам. Ҡәртәсәм килгәнде һөйләмәнем бит... Мин дәрестән ҡайтып, тупһала аяҡ кейемен һалырға туҡтағайным, өйҙә шау-шыу ишетелде. Йөрәгем елпенеп ҡуйҙы: атаймы әллә? Әй, юҡ, ҡәртәсәм икән! Ул ғына шулай ҙур өйҙө бер итеп тауыш сығара. Инмәй, тупһаға ултырҙым. Хәҙер мине күрһә, йәлләй башлай ул: атайһыҙ үҫәһең бит, балаҡайым! Атайың була тороп етемһең! Күп ишеттем быларҙы атай сығып киткәндән бирле. Ул ҡайтҡас инермен.

Гел ҡысҡырып һөйләй ул, интонация менән, кәрәкле еренә баҫым яһап тороп – уҡытыусы булған бит. Әле лә әсәйемде игәп маташыуы:

– Бар, килен, бар! Эйелгән башты ҡылыс киҫмәҫ, инәл, ялбар, алып ҡайт! Балларыңды атайһыҙ үҫтермәксеһеңме? Ҡыҙың ярар – кеше балаһы, малайың бар бит! «Атайһыҙ ул үҫтермә» тип бушҡа әйтмәгәннәр!

– Ҡуйсы, ҡәйнәм. Бармайым да, йөрөмәйем дә... Һөйләшелгән, аңлашылған...

– Тәкәбберләнеп кенә йәшәп булмай ул! Сәсең менән ер ҙә һеперәһең кәрәк булһа! Йөҙ һыуыңды ла түгәһең! Баллар хаҡына! Һиңә, мужыт, ир табылыр, быларға атай табылмаҫ!

– Етте, ҡәйнәм, – әсәйҙең тауышы инәлесле. – Йығылғанды түпәләргә килдеңме ни? Былай ҙа көнөм – көн, төнөм – төн түгел...

– Илама! Торма бында танау мышҡылдатып! Ана, Йәнтимергә барып ила! – Ҡәртәсәмдең тауышы ҡапыл ғына тоноҡлана. – Эй, килен, килен... Ниндәйҙер бер һалҡынлыҡ бар һиндә... Ҡырыҫлыҡ. Шул ҡырыҫлығың менән биҙҙерҙеңме әллә? Ауыл балаһы, тип эшкә һанаманыңмы? Үҙебеҙгә генә ҡайтып, мал көтөп йәшәһәң, эргәлә йәш бисә-сәсә булмаһа, әллә йәшәп тә ятыр инегеҙ! Ҡайтманың бит ошо гурытыңдан! Һыйыр һаумайым тип! Хәҙер осло тырнаҡтарыңдан ни фәтеүә!

Әсәйемдең һығылып илаған тауышы ишетелә. Йөрәгем йәнә өҙөлдө... Тып-тып ҡаны тама башланы, ахыры! Инеп, елтерәтеп сығараһы инде әллә ҡәртәсәмде! Йөрөмәһен ҡайғы арттырып!

– Киленкәйем! Үҙ ҡыҙымдан яҡын, яратҡан киленкәйем! Ҡалайтайым һуң! – Минең ишеккә үрелгән ҡулым кире төшә. – Аптырағандан әйтеп ҡарайым инде! – Ҡәртәсәм дә мыш-мыш килә. – Һинән дә яҡшы киленде эҙләһәң дә табып булмай ҙа бит! Эх, улым, Йәнтимер улым! Шәм яндырһаң да тапмаҫһың, Йәнтимер! Әйттем мин һиңә: «Алма гурыттан, үҙебеҙҙә лә ҡыҙлар бөтмәгән», тинем. Юҡ, осоп-төшөп торҙо бит һин тип! Булһын, тине, йәшәрмен мин дә гурытта, тине. Йәшәне ана! Ауыл бисәһенә сығып китте барыбер! Тиң түгел инегеҙ шул, килен, тиң түгел! Шофер кешегә һауынсы йә бик булмаһа һатыусы тап-таман! Ә Йәнтимер һиңә, бер ҡурсаҡҡа, әүрәне... Уйнатып туйғайны, бына...

Башымды күтәрмәгә терәп, йәнә осоп киткәнмен. Ошо халәтемә һаман да булһа аптырайым – йоҡлап китәмме мин, әллә хыял донъяһына сумаммы? Әллә ҡурҡыныс ғазаптарҙан ҡасаммы? Бәлә, ҡайғы килһә, онотолоп, осоп китәм дә барамсы, әллә юҡҡа сығып тораммы?..

... Атай киткәнгә өс айҙан ашыу ваҡыт үтте. Хәҙер инде йәй етте. Күңелдең әрнеүе лә баҫылғандай, көнө-төнө һыу буйынан ҡайтып инмәгән беҙгә күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт та юҡ кеүек. Шулай ҙа мине апайым, әсәйемдең бер туған һеңлеһе, үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтырға күндерҙе.

– Бер аҙна ғына тороп килһен инде. Бәлки, яңы ергә әүрәп, бер аҙ онотолор. Теге «кәпәс»ен һағына бит, – ти әсәйем.

– Торһон, торһон, бер аҙна ғына түгел, бер ай торһон, тарлыҡ юҡ, – апайым һөйләнергә әүәҫ, әсәйем кеүек йомоҡай түгел. – «Кәпәс»ен дә, һине лә онотор хатта.

Быға инде мин түҙеп тора алмайым: мин булған ерҙә, мине юҡ кеүек күреп һөйләшһәләр, енем ҡуҙа ла китә.

– Кәпәс түгел минең атайым! Һин үҙең кәпәс! – тип ҡаты итеп өндәшәм дә, ҡаты баҫып сығып китәм.

– Бәтәс! Бына һиңә кәрәкһә! – апайымдың бот сабып аптырарын беләм. – Үҫкәс, кем генә сығыр икән был этйығыштан?..

– Тегенең шауҡымы инде!

«Тегенең шауҡымы»н – кем йә нимә икәнен әсәйем миңә ҙурайғас һөйләне... һуңғы класҡа еттем, кем булырымды уйламағанмын. Ниндәй һөнәрҙе иҫкә алһам, шул булғым килә лә китә. Уҡытыусы ла, артист та, юрист та, һатыусы ла, осоусы ла, төҙөүсе лә ҡалманы. Минең аптыранғанды күреп, әсәйем:

– Доктор бул! – тине ныҡ итеп. – Һин кешене үтәнән-үтә күрәһең, шул һәләтеңде ҡулланһаң, һинән дә һәйбәт доктор булмаҫ...

Һәм минең донъяға килеү тарихын һөйләне.

Баҡтиһәң, атай менән әсәй өйләнешеп, байтаҡ йылдар йәшәгән, ә бәпәйҙәре булмаған.

Алты йыл тулып, етенсегә киткәс, ҡәртәсәм килеп әрләгән быларҙы:

– Икәү генә ултырып ҡартаймаҡсыһығыҙмы? Әйттем алма гурыттан, алма әртистән тинем! Был бер услам кәүҙә эсендә ниндәй бала яралһын! Киттек дауаханаға! – тигән. Ә атай менән әсәй икәүләп тороп дауахана юлын күптән тапалап бөткәндәр икән. Икеһе лә һауһаҡ, ти. Ә бала юҡ.

– Килен, йә минең менән имсегә бараһың, йә улымды айырып алып ҡайтып китәм, –тигән ҡәртәсәм. Ирен ебәргеһе килмәгәнгә генә әсәй, ҡарсыҡ-ҡорсоҡтарға ышанмаһа ла, киткән эйәреп ҡәйнәһенә. Әллә ҡайҙа, ер сигендә ятҡан бер райондағы танылған имсегә барғандар. Тегеһе мунса яғып, аш һалып көтөп тора икән быларҙы. Үҙе бәлтерәп бөткән ҡарсыҡ ти.

– Мунса төшөп сығығыҙ, һәйбәт итеп сыбынығыҙ, шунан имләрмен, – тигән. Шулай иткәндәр ҙә. Тәмле аш ашатып, сәйҙәр эсереп, һылап-һыйпап, был әсәйемде йоҡларға һалған. Ҡулы тейгәндән тән иҙерәп тора ине, ток һуҡҡан шикелле, ти әсәйем. Бала шикелле бер уянмай, рәхәтләнеп йоҡлаған. «Иншаллаһ, бәпәйҙәрең булыр, берәү генә лә түгел. Тик бала табыр көнөн еткәс, үҙемә кил, балнисҡа барма», – тигән. Әсәйем ҡаршылашһа ла, атайым менән ҡәртәсәм көсләп быны бала табырға әбейгә апарған. Шунда мин донъяға килгәнмен. Кендегемде үҙе ҡырҡҡан, йыуындырып, тәрбиәләгән. «Ныҡ һаҡлағыҙ был баланы, ябай ҡыҙ түгел, шауҡымлы булыр. Кешене үтә күрер, көсө, һәләттәре ашып-ташып торор», – тигән.

Бер аҙҙан сәләм, рәхмәт әйтеп, күстәнәс ебәрһәләр, әбейҙең вафат булыуын ишеттергәндәр. Шул әбей үҙенең һәләтен һиңә биреп ҡалдырған, ти әсәйем. Әллә, бер ниндәй ҙә һәләт күрмәнемсе! Бары баяғы эсем көтөрләп кенә, ни булырын алдан иҫкәртеп тороуҙы һанамағанда! Шулай ҙа докторлыҡҡа уҡырға инеп, аҡ халат кейәсәкмен мин...

...Әй, нимә һөйләй инем әле? Ә-ә, теге апайым алып ҡайтырға өгөтләгәйне. Бер аҙна булырға ризалаштым. «Кәпәс»те оноторға түгел инде, әсәйемдең һүҙен йыҡҡым килмәгәнгә генә. Йомала, йәғни бөгөн, уның менән бергә китәм дә, икенсе йомала ҡайтарырға килештеләр. Быныһы оҡшаны – яңғыҙымды ғына ҡайтаралар. Тегендә апайым автобусҡа ултырта, бында әсәйем вокзалда ҡаршы ала. Ҙур бит инде мин! Ун йәш! Ә автобуста яңғыҙым тәүгә генә йөрөйәсәкмен! Исмаһам, апайымдың аһ-зарынан, беҙҙе йәлләүенән, атайымды һүгеп, туҡтауһыҙ мыжыуынан ҡотолормон...

Бер аҙна йылдай тойолдо. Район үҙәге булһа ла, торған ерҙәре ауыл һымаҡ ҡына, ҡатлы йорттары ла юҡ, бер-икәү бөтәһе. Уныһы ла мәктәптәре икән. Көнө-төнө апайымдың ҡыҙы, йәғни минең менән йәштәш Рәзилә менән булдыҡ. Уныһы ла, әсәһе кеүек, мыжыҡ түлке. Белгәне зарланыу: күрше ҡыҙҙары алама, атайҙары холоҡһоҙ, әсәһенең эшендә гел проблемалар, атаһына аҡсаны аҙ түләйҙәр... Былар миңә ят та, ҡыҙыҡ та түгелсе. Ә улар көнө буйы шуны ғына һөйләйҙәр, боҙоҡ патефон шикелле көн дә бер үк нәмә, ялҡытып та бөттө. Беҙҙең өйҙә әсәйем күпме аҡса ала, атайым эштән ваҡытында ҡайтамы-юҡмы, күрше ҡыҙҙарының холҡо нисек – бер кем дә ауыҙ асып һүҙ әйтмәҫ. Хәтәр шәп ул беҙҙең урам ҡыҙҙары! Әй-әй, тороп тор әле! Ҡапыл йөрәгем «өлп» итте... Нимәгә икән? Гел шулайта ул. Берәй нәмәне һиҙһә... Туҡта ниндәй уйымда өлпөлдәне әле? Уйҙарымды кире тағата башлайым. Урам ҡыҙҙарын маҡтағанда түгел, әсәйемдең аҡсаһында ла түгел. Атайым эштән ваҡытында ҡайтамы-юҡмы... Эйе лә баһа, бына йәнә өлп-өлп... Эй-й-й, һиҙә инем бит мин. Әсәйем һиҙмәгәндә лә һиҙә инем атайымдың борғоланғанын. Һуңлаңҡырап ҡайта башланы шул эштән. Хатта ҡай ваҡыт ҡайтмай ҙа ҡалды. «Машина боҙолдо. Машинала йоҡланыҡ. Рейс тотҡарланды...» – тип һөйләнгәндәре миңә аҡланыу төҫлө тойола ине шул. Тик әсәйем бер нәмә лә һиҙмәй. Әллә һиҙһә лә белгертмәйме?! Юҡ, ул ышанмаһа, нәҙек кенә итеп йолҡҡан ҡаштары дуғаланып өҫкә күтәрелә. Ә атайым барлы-юҡлы хәбәрҙәре менән һуңлап ҡайтыуын төшөндөрә башлаһа, ләм-мим. Ҡаш дуғаланмай.

– Ҡуйсы! Мин һинең нимәгә оҙаҡлауынды һорамайым бит. Имен-аман йөрөгәс, булған. Йәһәтерәк йыуын да ашарға ултыр! Аш һыуына, – тип кухняла өлтөрәп ала ла китә. Ялғанды әсемдең кетерләүе менән һиҙеп өйрәнгән миңә ҡыйын. Атайымдың күҙенә ҡарай алмайым. Ныҡ ҡыйын. Яңылыш ҡына ҡарап ебәрһәм дә, ул ҡарашын йәшерә.

– Ну ошо Тамсыгөлдөң ҡарашы! Үтә ҡарай! – тип әйткәне лә бар. Шуға атайымдың ялғанлағанын тойған һайын уға ҡарамаҫҡа тырышам. Юҡ шул! Күҙҙәрем мине тыңлашмай, шул ҡара күҙҙәргә төбәлгеһе килеп тик тора. Вапшы яратмайым алдашыуҙы!

Уй, мең йылға торошло бер аҙна эсендә әсәйемде лә, Марат туғанымды ла үлеп һағындым! Атайымды әйтеп тораһы ла түгел. Уны инде һағынмайым да шикелле. Ул һағыныу түгел. Ул икенсе төрлө тойғоға әйләнде: бер туҡтауһыҙ һулҡылдап тора. Бөтәшмәгән яра кеүек. Онотолмай ҙа, бәләкәсәймәй ҙә. Эсем туп-тулы атайымды юҡһыныу шикелле. Теге юлы әсәй менән ҡосаҡлашып, аҡырышып илағас, кесерәйеп ҡалғандай булғайны. Көндәр үткән һайын йәнә ҙурайҙы, ахыры... Өйҙө һағындым! Башҡаса улайтып оҙаҡҡа бер ергә лә китмәйем! Хут әллә нимә тип алдаштырһалар ҙа бармайым! Ҡайтып ҡына алайым әле!

Ошолай уйлап автобус тәҙрәһенән текләп киләм. Шоферға апайым мине ҡараштырып ҡайтырға, тегендә әсәйемдең ҡаршы алырға тейешлеген әйтте. Юлға ҡуҙғалғас та көҙгөһөнән бер-ике күҙ ташланы ла, ярай әле уныһы минең барлыҡты онотто. Яратмайым кешеләрҙең миңә ҡарағанын: йәнем көйһә, йә ауыҙ бәлшәйтәм, йә күҙ ҡыҫам. Шунан ҡуялар. Был юлы шофер ағай ярай теңкәгә теймәне, әтеү уға ла ошо фокустарымдан өлөш сығыр ине.

Бер ауыл артта ҡалды, икенсеһе, бына өсөнсөһө лә күренде. Әсәйем, ҡустым бергәләп ошонан үткәндә әсәйемдең үлә яҙып ауылды байҡағаны иҫемә төштө. Йәнә йөрәк өлпөлдәне. Нимәгә? Мин дә ауылға төбәлдем. Ҙур ауыл, автобус уны урап үтмәне, ауыл эсенә инеп китеп, автовокзал янына туҡтаны. Төрлө ҡоймалы, йәшелле-күкле ҡыйыҡлы ауыл өйҙәре. Әсәйемдең нимәгә иҫе китеп төбәлде икән?.. Аңламайым... Урамда байтаҡ ҡына кеше күренә. Ике апай эскәмйәлә симешкә сиртә. Бер ағай, атайым кеүек оҙон ғына буйлы, башына кепка кейгән, ат менән китеп бара. Атҡа оҙон арба тағылған. Ағай кеше аяҡтарын арбанан ситкә һалындырып ултырған. Хас та атайым кеүек төҙ кәүҙәле, киң яурынлы. Йөрәк йәнә өлп: һәй-һәй, атайым да баһа! Мин тәҙрәнән тышҡа сыға яҙып төбәлдем дә, шоферға күҙ ташланым. Шофер юҡ, вокзалға инеп киткән, күрәһең. Мин ваҡ-төйәк кейем, күстәнәс һалынған пакетты тоттом да, тоҡайҙым! Шофер күреп ҡалмаҫ элек, атайым күҙҙән юғалмаҫ элек артынан барырға!

Тәүҙә артыма ҡарамай йүгерҙем. Атҡа байтаҡ ҡына яҡынлағас, нисектер баҙнатһыҙландым да ҡуйҙым. Ысынлап та атайыммы ул? Ни өсөн ул атта? Ғүмерҙә мал тотмаған, ат көтмәгән, шофер атайым шулайтып атта китеп бармаҫ та инде?!.

– На, малҡай! Әйҙә! – Яйлаған атын ҡыуалаған кешенең ауыҙынан шул һүҙ сыҡҡас, ышандым. Атайым, атайым тауышы!

...«Ярай, һинеңсә булһын, тип ауыл өйөнә күстек. Бына тигән фатирҙы ҡалдырҙыҡ!” – тигән һүҙҙәр хәтеремә килә. – Имеш берәүҙең ергә яҡын булғыһы килә». «Әлбиттә! Үҙ өйөңә етәме ни?! – Атайым ҡыуанысын йәшерә алмай, – Рәхәтләнеп ҡысҡыр, әрләш, йырла, һис кем һүҙ әйтмәҫ. Тегендә ҡысҡырып сөскөрһәң дә батареяға һуға башлайҙар!»

Тимәк, атайым ат егеп, ысын ауылда йәшәп ята! Мин шым ғына һаман эйәреп киләм. Уйланып килеп, арбаға төртөлөп терт итеп ҡалдым. Ат туҡтаған икән.

Атайым арбанан төштө лә ҡапҡаны барып асты. Шул ыңғайы мине күреп, бер аҙ албырғап торҙо. Унан йәһәт атлап килеп, мине күтәреп алды.

– Ҡыҙым! Тамсыгөлөм!

– Атай! Атаҡайым!

– Ҡайҙан килеп сыҡтың, ҡыҙым? Кем менән? – Ул сәстәремдән, биттәремдән үпте. – Атайымдың танһыҡ еҫе! Бензин ҡатыш тир еҫе! Мин уны йотлоғоп һуланым, әйтерһең, донъяла унан да тәмле еҫ юҡ!

– Бер үҙем!

– Нисек яңғыҙың? – Атайым мине ситкә этәрә биреп, күҙемә тура ҡарай.

Мин өҙә-йолҡа аңлатып бирәм. Атайым беләгендәге сәғәтенә күҙ ташлай.

– Автобусың китте инде хәҙер.

– Берауыҡ аптырана. Ни эшләргә белмәй атты ихатаға индереп, башын арҡыры таҡтаға бәйләй. – Һин нит... Бына ошонда, арбала ултырып тор. Мин хәҙер күршеләргә инеп, әсәйеңә шылтыратып сығам. Автобуста һинең булмағанды күреп, аҡылдан шашыр.

Атайым ашығып күршеләрендәге ҙур йортҡа инеп китә. Мин йәшел бесән түшәлгән арбала ултырып ҡалам. Ҡалай ҡыҙыҡ ҡына икән! Йәшел үлән еҫе! Йомшаҡ ҡына үҙе. Ихатаны күҙ алдынан үткәрәм. Бәләкәй генә. Беҙҙеке кеүек яландай түгел. Атайым үҙенең машинаһы менән ишек алдында урап сыға торғайны, бында ул йөк машинаһы һыймайҙыр ҙа әле. Таҙа ғына былай. Бер ҡый-фәлән юҡ, йәшел үлән ҡаплаған. Өй үҙе бәләкәй генә. Уның ҡырына тәпәшәк кенә рәшәткә уратылған, эсендә төрлө төҫтәге сәскәләр. Беҙҙең өйҙә булһа, үәт матур, тиер инем. Бында уларҙы маҡтағы килмәй. Үҫә инде сәскәсең.

Арт яҡ ҡапҡанан йәтеш кәүҙәле ҡатын килеп сыҡты. Ҡулында һөтлө биҙрә. Өҫтөндә бысраҡ ҡына халат. «Һе, был һәпрәһе кем икән? Тегенең яңы бисәһеме?! Әсәйемде ошо ҡарасҡыға алыштырһа, алйот булыр!»

Бисәкәй тәүҙә мине абайламай. Һөтөн тотоп өйгә инеп китте. Ишектән күренеп тора – биҙрәһен ултыртты. Ҡулын яҡшылап тороп һабынлап йыуҙы. Бысраҡ халатын сискәйне, күк кенә сәскәле матур күлдәктә икән! Эй, алйотмон да инде! Ниндәй матур булһын инде. Вот әсәйемдең күлдәктәре матур исмаһам! Быныҡы прастуй ғына! Әсәйемдең эшкә кейгән күлдәктәрен күрһәгеҙ! Әй, һеҙ уның ҡайҙа эшләгәнен белмәйһегеҙ бит әле!

Әсәйем минең дирижер! Эйе, әйтеп тә булмай әле ҡапылда ғына. Оркестрҙы уйната, хорҙы йырлата! Уның таяғы тылсымлы, ти торғайны атайым. Шуға бөтәһе лә уны тыңлай. Ә ништәп әтеү үҙе тыңламай беҙҙе таштап сығып китте икән? Ҡайтҡас, әйтергә кәрәк әле әсәйгә! Тыңлатһын атайҙы! Ҡайтһын өйгә!

Күк сәскәле күлдәкле бисәкәй тышҡа сыҡты. Атайымды күрергә өмөтләнгән кеше мине күреп, асҡан ауыҙын яба алмай торҙо. Мин көлдөм дә ебәрҙем! Хәтәр!

Шул саҡ ҡапҡала атайым күренде.

– Ни, Мөршиҙә, бына миңә ҡыҙым ҡунаҡҡа килгән. Ҡыҙым, кил әле бында, Мөршиҙә апайың менән күреш! – тине атайым әллә ниндәй ярамһаҡланған тауыш менән. Күңелдә ытырғаныс тыуҙы.

– Нет! – Үҙем дә һиҙмәҫтән урыҫсалап тороп яуаплап, ҡулын һуҙып килгән апайҙан ҡасып, атайыма һыйындым. – Не буду!

Апай ыуаланды-ыуаланды ла өйгә инеп китте. Атайым элеккесә яйлап-майлап йөрөмәне, йүгерә-атлай атын туғарҙы, уныһын кәртәгә индереп бәйләгәс, мине етәкләп өйгә индерҙе. Соланда ла йәһәтләп йыуынды. Элеккесә ыңһарлап, ышҡынып торманы. Мин атайымды таныманым.

Беҙҙе өйҙә тәмле аш еҫе ҡаршы алды. Тәмле тейемсе! Ашап ҡарамайса нишләп улайтамдыр! Тәмһеҙҙер әле. Әсәйем кеүек тәмле итеп, телеңде йоторлоҡ итеп бешерә лә белмәйҙер әле!

Ҡаршыма туп-туп атлап бер малай килде.

– Улым, апайың менән күреш. «Сәләм!» тигән! Был Тамсыгөл апайың! Тамсыгөл, ә был ҡустың Морат.

Миңә һуҙылған бәләкәс кенә йомро усты ҡыҫып күрештем тиһегеҙме! Булмай торһон!

– Нет, это не мой брат! Мой брат дома! Его зовут Марат! – тинем мин еңмешләнеп. Малай ҡуймай, минең ниңә асыуланғанды аңламай, һаман ҡулын һуҙып маташа. – Уйди! – Бар көсөмә тененең ҡулын этеп ебәрҙем, саҡ ҡолап китмәне.

– Атаҡ, Йәнтимер, ҡыҙың башҡортса белмәйме әллә? – Аш һалып торған ҡатын ихлас аптыраны. Шунан ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Сылтыр ғына көлә үҙе. Атайым да миңә төбәлгәс, тишә яҙып ҡараным. Ыста, башҡортса һөйләшә алманым да ҡуйҙымсы!

Атай яурынымдан ҡосоп, өҫтәл янына алып килде.

– Аңлай ул, һөйләшер. Бына ят кешеләргә өйрәнеп кенә алһын әле. Ивет, ҡыҙым!

Мин яурынымды уның ҡулынан ялт тартып алдым. Һөйләшмәйем!

Ашты ҡыҫтай-ҡыҫтай ашатырға тырышһалар ҙа, саҡ ҡына ҡаптым. Вапшы ҡапмаҫҡа ине, асыҡтырған. Танауҙы ҡытыҡлап тик тора ит еҫе, һалма еҫе. Шуға ғына... Былай булһа, әсәйем бешермәгән нәмәне ашап та тормаҫ инем...

Атайымдың бисәһе миңә текләп-текләп ҡарай. Ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап ултыра биргәс, түҙмәнем, бар көсөмә ауыҙымды бәлшәйттем. Ҡыҙарып китте теге! Ялт иттереп атайыма күҙ һалды ла, өндәшмәне. Миңә лә тексәйеүҙән туҡтаны зату.

Оҙон кис тә үтте. Ҡасан йоҡларға ятабыҙ инде, тип, сәсем ағара яҙҙы. Атайымды ҡыҫып ҡосаҡлап, еҫкәп кенә ятыр инем!

Ҡапыл аптыранып өйгә күҙ йүгерттем. Өй бәләкәс кенә бер бүлмәле. Кухня яғы ғына таҡта менән әҙерәк бүленгән. Был яғында бер оло карауат – был икәү өсөн инде. Бәләкәс кенәһе теге малайҙыҡы. (Ҡустым тип уйлағы килмәй). Ә мин ҡайҙа ятам икән? Ә-ә, өҫтәл артында диван башы күренә. Мин шунда ятырмын атайым менән. Атайым... Һөйләшеп кенә ятырбыҙ ҙа, мин уны иртәгә өйгә үҙебеҙгә ҡайтырға өгөтләрмен, күндерермен. Минең һүҙемде йыҡмай бит ул.

Малай мыжый башланы. Былар телевизор текләп ултырған ерҙән, икәүләп тороп урын йәйергә керештеләр. Мин телевизорға боролоп та ҡараманым. Бәләкәй генә. Әллә черно-белый инде. Беҙҙә цветной, үҙе ғәләмәт ҙур. Юҡ, алдашырға яратмаған күңелем төҙәтә һала – ну ғәләмәт үк булмаһа ла, быларҙыҡынан ҙур инде.

– Тамсыгөл ҡыҙым, һин диванда ятырһың, – ти атай үҙ ҡулы менән йәймә түшәп. Ҡалай ҡыҙыҡ! Атайҙар ҙа урын һала икән! Өйҙә бит гел әсәйем түшәй ине, һылап, матурлап. Унда беҙҙең өй хәтәр ҙур – биш-алты бүлмә. Әсәйҙәрҙең, минең, ҡустымдың йоҡо бүлмәләре, оло ҡунаҡ залы, унан кухня. Унан прихожка. Хатта әсәйемдең кейемдәрен элергә айырым бәләкәй генә гардеробныйы ла бар. (Гардеробный тигәс, бер ҡыҙыҡ иҫкә төштө. Ул бүлмәне ҡәртәсем күрмәгән булған икән. Бер килгәнендә атай нимәгәлер асып ебәргәйне, әсәйҙең күлдәктәрен, ике-өс ҡат ширлек тулып ултырған төрлө төҫтәге, төрлө фасондағы аяҡ кейемдәрен күреп, ҡәртәсем ултыра төштө. «Йәнтимер, килен ҡырҡаяҡ түгелдер ҙә ул! Бынауын сама туфли-муфлийҙы ул ҡасан кейеп туҙҙыра! Атаҡ-атаҡ, шунан өйҙә ниндәй аҡса торһон!», – тип саҡ иҫенә килде. Шунан бирле ул бүлмәне ҡәртәсемә асып күрһәтмәнек.)

Ә быларҙың бөтәһенә бер бүлмә.

– Пап, я с тобой хочу спать! – тинем көйһөҙләнеп. Атайым өндәшмәй. Теге бисә ауыҙын асты:

– Ҙур ҡыҙға атайҙар менән йоҡларға ярамай. Килешмәй.

Ә мин уны аңлағанымды һиҙҙермәйем. Килешмәйҙер, атайҙары көн дә эргәһендә булһа. Ә миңә киләшә! Миңә ярай! Мин бит әллә ҡасандан күргәнем юҡ аны. Һа-ғын-дым!

Атайым минең күҙ ҡарашымдан аңлай. Мин урынға ятҡас, эргәмә килеп һуҙыла.

– Ҡана ҡыҙымды ҡосаҡлап, ул йоҡлағансы ғына ятып торайым. Йәме?

– Йә, – тейем шым ғына, тегеһе ишетеп ҡалмаһын! Атаҡ, атайым эргәмдә булһа башҡортса беләм дәһә!

– Атай, иртәгә минең менән ҡайтаңмы?

– Юҡ, ҡыҙым, ҡайта алмайым. Минең бит икенсе ғаиләм бар. Улым.

– Тегендә лә улың бар. Унда ла ғаиләң бар. Ә был... Был ғаилә түгел. – Нисек әсерәк һүҙ әйтергә белмәй ыуаланам.

– Был, – әһә, хәтергә төштө бит әй, – Ыстырам!

Атайым көлөмһөрәй. Әммә көлөмһөрәүе йәл. Күңелһеҙ.

– Шулай килеп сыҡты инде, ҡыҙым. Берәй заман аңларһың. Ғәфү итерһең, йәме! – ул элеккесә сәсемдән еҫкәп, башымды һыйпай, рәхәт иттереп кенә еҫкәй. Сикәмде ышҡып ала. Бәй, һаҡал-мыйығы ҡытыҡлайсы! Элек эйәге шып-шыма ине. Әллә ҡырынғысы ла юҡ инде... Миңә атайым шул ҡәҙәр йәл булып китә. Бахырҡасым! Ҙур матур өйҙән, сип-сибәр әсәйемдән, оло машинанан һуң ошо бәләкәс кенәй өйҙә, яман ғына албаҫты менән йәшәп ят инде. Ат егеп тороп! Күҙгә йәш төйөлә. Мин йән асыуыма тешемде ҡыҫам һәм... йәнә юҡҡа сығам...

Шыбыр-шыбыр һөйләшкәнгә уянам. Тегеләр һөйләшә, дөрөҫөрәге албаҫтыһы шырҡ-шырҡ көлә, шыбырҙ-ап нимәлер әйтә.

– Шым, – тип тыя атай, – Балаларҙы уятаһың бит! Йоҡла! Тыныс йоҡо!

– Ну, ҡыҙыҡ та инде! – Тағы шырҡылдай. Нимәһе ҡыҙыҡтыр! Төн убыры! – Йә инде, Йәнтимер, берҙе генә үпәс ит тә, шунһыҙ йоҡлай алмайым бит.

Суп-суп үбештеләр. Шул үбешкән арала ла әллә нисә көлдө суҡынған мәрйәһе. Ҡәртәсәйемдең мине орошҡандағы һүҙе әллә ҡайҙан килде уйға?! Былай гел көлөп торған кеше лә була икән? Кискеһен дә көлөп тик йөрөнө, иҫәр һымаҡ. Атайым да шуға ҡушылған була бит әле!

...Иртәнге автобусҡа сыҡтыҡ. Икебеҙгә лә ҡыйын. Шуға шым ғына барабыҙ. Мин атайымдың ҡулын ҡыҫып тотҡанмын. Автобус ишеге төбөнә еткәс, ҡапыл ғына:

– Нисек унда Ләйләгөлөм? – тип һорап ҡуя. Йылы итеп, үҙ итеп һорай. Әммә минең үҙһүҙлегем хәтеремдә кискеһенге суп-супты һөйрәп сығара.

– Шәп! Әсәйем шәп! Хатта... хатта кейәүгә сыҡты! – быныһы ауыҙымдан нисек ысҡынғандыр, үҙем дә һиҙмәй ҡалам. Атайыма үс иткем килә. Әсәйем дә суп-суп үбешә тип уйлаһын!

Атайым миңә һынап ҡарай, минең алдашмағанды белгәнгә шулай ҡарауы. Эй, минең алдаша белмәгән күҙҙәрем һатҡандыр күрәһең – еңел һулап, йылмайып ҡуя.

– Исеме кем?

Был тиклемен уйлап сығарып алдарға телем әйләнмәй. Аҫҡа эйеләм.

– Һин уға кем тип өндәшәһең һуң?

– Атай тип өндәшәм инде! Атай, атаҡайым тип! – Мин атайымдың киң күкрәгенә ҡапланам. Күкрәгенә лә түгел инде, эсенән генәмен!

– Ҡыҙыҡайымды минең, Тамсыгөлөмдө! Шуға ла яратам бит мин һине!

Атайҙан бер ҙә ат еҫе сыҡмайсы, танауға мазут, сәләркә тәме бәрелә.

– Атай, һинән һаман сәләркә, бензин еҫе сығасы? – Ныҡ итеп еҫкәйем, танһыҡ еҫте булһа ла үҙем менән алып ҡайтып киткем килә.

– Сыға инде, шофер булғас.

– Һин шофермы ни һаман? Ә машинаң ҡайҙа? Ә ат?

– Машина гаражда. Ә ат ул беҙҙең үҙебеҙҙеке. Һыйыр, һарыҡтар кеүек.

Ә-ә-ә, мин еңел һулап ҡуям, ярай әле шофер икән. Әтеү мин гел атта йөрөйҙөр тимен...

Ауылды сығып киткәс, атайымдың албаҫтыһы көсләп пакетыма һалған күстәнәсте алып ҡарайым – матур ғына тышлы кәнфиттәр, әфлисун, алмалар. Шытырҙатып тешләп ашағы килеү тойғоһон еңеп, ауыҙ һыуын йотоп, төйөнсөктө ултырғыс аҫтына тығам. Тәҙрә аша ғына ташлар инем, ҡәртәсем тыя: ризыҡты ташларға ярамай, гонаһ була ти. Шул һүҙҙән ҡурҡып ҡына уны ташламайым. Миңә гонаһ кәрәкмәй. Гонаһ ул әсәйҙе илата торған ҡайғы. Ишеткәнем бар: «Ни гонаһтарым өсөн миңә был ғазаптар?!» – тип илағанын... Гонаһ бик ҡурҡыныстыр. Әсәй һынлы әсәй илағас...

Автобусҡа ултырғас, атайым моңһоу ғына йылмайып, ҡул болғай. Уның да күҙендә йәш тамсылары күрәм... Ила, әйҙә, ила, тип үсәйем, үҙең ташлап киткәс, ила! Һиңә шул кәрәк, һатлыҡйән!

...Әсәйем мине автобус эсенә инерҙәй булып ҡаршы ала. Күҙҙәренән үк уның борсолоуын, ниндәй хәбәр әйтеремде көтөүен аңлайым. Тик аңламамышҡа һалышам.

– Шунан? Нисек? – ти ул ҡарашымды тотоп алырға тырышып. Ҡарамайым.

Бер аҙ барғас ҡына, сандалийҙарым менән саңды туҙыратып, әйтеп ҡуям:

– Яп-яман бер нәмә! Нимәһенә ҡыҙыҡты икән?!

Күҙ ҡырыйым менән генә әсәйемде күҙәтәм. Йөҙө асылғандай булды түгелме? Шулай ҙа һыр бирмәйем – икеһе лә ғәйепле: тегеһе бер ямаҡайға әүрәне, быныһы риза булып сығарып ебәрҙе. Китмә, тип илаһа, беҙҙе илатһа була бит инде! Юҡ! Эрекәс!

– Һин дә шәп! – тейем үсәп, – Улар кис буйы үпәс итешәләр! Кискеһен йоҡлағанда атайҙы үпәс итһәң, китмәҫ ине! Вәт!

Атайымды йәнә бер күреүем хәтеремә уйылған. Уныһы инде ҙурайғас. Тәүгә ғашиҡ булып йөрөгән саҡ, осоп-балҡып, йүгереп өйгә ҡайтып индем. Дөрөҫөрәге ишек алдына, йылға яғынан, арттағы ҡапҡанан. Ихатала ҡулға-ҡул тотоношоп торған атайым менән әсәйемде күреп, тағы осоп барып атайымдың ҡосағына сумыр инем. Ниҙер туҡтатты. Ҡулымдан тотоп туҡтатты һәм ҡоймаға ышыҡландырҙы.

– Ләйләгөлөм! Бер генә көн, бер генә төн өйөмдә булырға рөхсәт ит инде! – Атайымдың ялбарыулы тауышы. «Әлбиттә! Бер генә көнгә түгел, бөтөнләйгә ҡал!» – тип әйтер ҙә әсәйем, тағы ла әүәлгесә бергәләп йәшәп алып китербеҙ! Донъябыҙ теүәлләнер!

– Телгеләмә йөрәгемде, Йәнтимер! – Әсәйем ҡорос сыңы сығармаһа, Ләйлә булмаҫ. Бәй. Ниңә Ләйләгөл тине әле. Анау ваҡыт, өйҙән сығып киткән йылда, мине оҙатҡанда ла шулай тигәйне, ҡайтҡас һорашырмын тинем дә, онотҡанмын. Һорарға кәрәк онотмаҫ борон! Әсәйемдең тауышы минең уйҙарымды бүлә. – Инде уңалған яраларҙы ҡуҙғатып, ниңә килдең?! Һөйләштек бит инде! Мин дә тынысландым, балалар ҙа онотто! Үҙеңде генә түгел, уларҙы ла уйла!

– Эй, Ләйләгөлөм! Уйламай тиһеңме ни?! Ҡалайтыйым һуң тәҡдиремә шулай яҙғас! Уны ла ташлай алмайым, һине лә онотоп булманы... Был йөрәк нисек түҙә икән икегә ярылмай!

– Минеке күптән ярты инде, – әсәйем моңһоу ғына арыған тауыш менән яупланы. – Ике кешене яратып булғанына ышанмайым... Мин һиңә фатиха бирҙем. Ризалаштым. Әйҙә, йәшә, бәхетле бул!

– Һинең бәхетһеҙ булыуыңды күреп, нисек мин бәхетле булайым?!

– Кем бәхетһеҙ? Юҡ, мин бәхетле! Һәр хәлдә һинән бәхетлерәк! Минең балаларым янымда. Улар мине ярата. Мин уларҙы ташламаным. Уларға хыянат итмәнем.

– Тимәк, мин уларға ла хыянат иткәнмен?

– ?!

– Ләйләгөл, һин ысынлап шулай тип уйлайһыңмы ни? Юҡ, мин дә уларҙы яратам! Шул ике ғәзизем өсөн йәнем өҙөлә...

– Үҙең һайлаған яҙмыш... Кемгә үпкәләйһең?

– Белмәйем. Бер йөрәккә ике һөйөү биргән яҙмышымалыр, бәлки...

Йәшенгән урынымдан сығып, атайымды ҡоса алманым. Улар ныҡ итеп ҡосаҡлашты ла, өнһөҙ генә айырылышты...

Кис көнө әсәйемдә истерика башланды. Ҡустым менән уны тыя алмай алйыныҡ. «Үтә ҡыҙылдар тиҙ уңа, беҙ алһыуҙары ғына...» тип әллә нисәнсе ҡабат элек атай менән йырлаған йырын йырлап ултырҙы-ултырҙы ла, күҙенә күренгән әйберҙәрҙе алып ташлай башланы. Китап-журналдар, кейем-һалым, буянғыстар осто, нимәлер ватылды...

– Алһыу, алһыу имеш! Алһыу булғас ниңә уңдың?! Ҡыҙыл булғанһың, тимәк, ҡып-ҡыҙыл булғанһың! Тиҙ уңдың! – Сәскәһе-ние менән көршәк тейеүҙән көҙгө селпәрәмә килде.

Ошо ватылыу ғына уны әҙерәк айнытты шикелле. Ике яҡлап ҡулына аҫылынған ике-беҙҙе ҡосаҡлап сүгәләп ултырҙы ла илай башланы. Һөйләнә-һөйләнә оҙаҡ тыныслана алманы әсәйгенәм. Шунда белдем уның исеменең Ләйләгөл икәнен. Ғүмер буйы кеше Ләйлә тигәс, һорашып та ҡарамағанбыҙ. Атайым да тәүге тапҡыр әйтте бит, элек гелән йә матурым, йә алтыным, йә Ләйлә тип кенә йөрөткәнен. Ләйләгөлөм имеш...

Был юлы инде ысынтылап үпкәләнем атайыма. Кластағы иң матур, иң шаян егеткә күҙем төшөп йөрөгән миңә ике кешене яратыу башыма һыйманы. «Алдаҡсы! Һин бер кемде лә яратмайһың!» – тип тылҡып, эстән талаштым атайым менән. Һәм күңелем ҡатты. Бығаса һағынып, йөрәгем әрнеп юҡһыныуым әллә ҡайһы мәлдә генә юҡҡа сыҡты ла, урынына күрә алмау тулды ла ҡуйҙы. «Яратмайым! Күрә алмайым!» – тип яһилланды кескәй йөрәгем...

... Йыл артынан йыл үтте. Күптән әсәймен. Күптән һөйөклө ҡатынмын. Әсәйемдең бер бөртөк Тамсыгөлөмөн. Туйыма атайҙы саҡырттырманым. Әсәй көсләшеп ҡараны ҡарауын. Ҡаратырышлығым еңде, һүҙемде һүҙ иттем.

Хәҙер мин инде үҙем теге саҡтағы әсәйем йәшендәмен. Ҡыркҡа табан үрләйем. Минең дә ике ҡыҙым үҫеп килә. Алтмышты артмаҡлаған әсәйем һаман да еңел генә кәүҙәле, ит тә ҡунманы, ҡалынайманы ла. Ошоғаса эшләп тә йөрөнө.

– Ҡыҙым, хәлем бөттө. Эштән сығып ҡайттым, – тине бер көн. – Йәштәргә урын, батырға ял кәрәк. Кеше күҙенә төшкән сүп булып йөрөмәйем әле. Ял итәйем.

Ике көн өйҙә генә булды. Бөтөн урын-ерҙе ҡырып таҙалап сыҡты. Аҡларын аҡланыҡ, яңыртырын яңырттыҡ.

Өсөнсө көнөнә иһә аптыратырлыҡ һүҙ этте.

– Маратҡа, атайыңа шылтырат. Иртәгә үк килеп етһендәр. – Минең ҡарашымдағы һорауҙы уҡып төшөндөрҙө. – Хушлашырға ваҡыт.

Ҡысҡырып көлөп ебәрҙем дә, әсәйемдең ҡарашын күреп, шып туҡтаным. Йөрәк «терт» итте. Дөрөҫ!

– Шаяртмайым. Һиндәге һиҙгерлек ҡайҙан, кемдән тиһең? Мин дә һиҙәм: күп ҡалманы.

Иҫем аҡылым ҡороһа ла, атайымды ла, Марат ҡустымды ла аптыратып, йәһәт кенә ҡайтыуҙарын үтендем. Шәхси эшҡыуар булып киткән Маратыбыҙ текә сит ил машинаһында елдереп ҡайтып инде. Атай ҙа тәгәрмәсле икән, тик үҙебеҙҙеке. Классика.

Улар килгәндә әсәй урында ине инде. Бер көн эсендә көсөн һурҙырып алғандай шиңеп ҡалғайны. Доктор булараҡ (Әсәйем мине бер тапҡыр ҙа врач та, табип та тимәне, тик доктор тип кенә һөйләне) мин дарыуҙарын да бирҙем, уколдарын да һалдым. Бушҡа ғына...

– Бәхетлемен, иң ҡәҙерле өс кешем янымда, – тине ул шау-гөр килеп уйнап йөрөгән ейәндәрен хисапламай ғына. – Һеҙҙе күреп тә туя алманым. – Оҙаҡ ҡына һәр беребеҙгә төбәлеп ятты. – Яратып та туя алманым. Бигерәк тә һине, Йәнтимер... Үлеп яраттым мин һине... Шул яратыуымдан ҡурҡып, яратмағанға һалыштым. Шул ҡәҙәре бәхеттең ғүмерлек булмаҫын, бер көн килеп юҡҡа сығырын алдан белеп, юрый һалҡынлыҡ күрһәттем. Тупаҫ ҡыландым, ҡырыҫ өндәштем. Әйтерһең, шулайтып ҡына Аллаһы Тәғәләне алдап була! Ысынлап та үтә ҡыҙыл булмайыҡ та, тиҙ уңмайыҡ тип шөбһәләндем. Шуға ла әлеге йырҙы йыш йырланым «Үтә ҡыҙылдар тиҙ уңа, беҙ алһыуҙары ғына...» Ҡыҙыл булманым, уңманым, ғүмер буйы бер кеше – һинең өсөн өҙөлдөм...

Әсәйемдең өҙөп-өҙөп һөйләүенән йөрәк алҡымға тығыла. Күҙҙән йәш субырҙай.

– Әсәй, бәлки, беҙгә сығып торорғалыр?! Атай менән генә һөйләшерһегеҙ ...

– Юҡ, – ти ҡаты итеп. – Был һүҙҙәрҙе әйтергә ғүмер буйы тартындым. Инде лә үҙем менән алып китмәйем, һеҙгә ҡалдырам... Әгәр һеҙҙе бәхетһеҙ итеп, атай наҙынан мәхрүм итеп үҫтерһәм, кисерегеҙ берүк... Мин ризамын. Барығыҙҙан да ризамын. Бәхетле булығыҙ! Минең өсөн дә йәшәгеҙ!

Һәр беребеҙҙең ҡулын һыйпап, тын ғына ятты әсәм. Әсәкәйем. Тын ғына китеп тә барҙы... Хатта ышана ла алманыҡ. Өс көн элгәре йүгереп йөрөп эшләгән, алтмышын яңы үткән әсәйгенәм...

Атай бер һүҙ өндәшә алманы. Башын аҫҡа эйәгән килеш оҙаҡ ултырҙы. Иламаны ла. Беҙгә күтәрелеп тә ҡараманы.

Төштән һуң ҡайтып китте һәм кискә «семерка»һына прицеп тағып йәнә килеп етте. Прицебында тимерҙән һырлап, матурлап эшләнгән ҡәбер рәшәткәләре, ярым айлы һәйкәл дә булыуы аптыратты. Сөнки унда әсәйемдең бик матур фоторәсеме ине. Ҡасан өлгөргәндер?

– Алдан әҙерләп ҡуйғайным, – тине атай өнһөҙ һорауыбыҙға. – Үҙемә лә әҙер. – Бөгөнгә ҡайтам. Иртәнсәк ерләшергә килермен.

Тағы оҙаҡ текләп ултырҙы ул әсәйемдөң һулыған йөҙөнә. Нимәләр уйлап, нимәләр кисерҙе икән шул минуттарҙа? Ғәфү үтендеме, үкендеме? Намыҫы йөрәген өттөмө икән? Был һорауҙарға бер ҡасан да яуап табылмаҫ инде.

Иртәнсәк атай килмәне. Әсәйҙе матур табутҡа һалып, мәҙәниәт һарайына алып киттеләр. «Ҡала халҡы хушлашырға теләй», – тине түрә абзый. Ә беҙ өйҙә ҡалдыҡ, атайҙы көтөп, ингән бер кешегә текләй-текләй күҙебеҙ талды. Әллә өйгә һуғылмай, тура ҡәбер ҡаҙыусылар янына киттеме? Юҡ, унда ла килмәгән тинеләр.

Төшкә ҡарай өй телефоны телгә килде.

– Апай, был Морат, – тине ят ир тауышы. – Ғәфү итегеҙ, атайым... ерләшергә... бара алмай!

– Ах һин...

– Ғәфү итегеҙ, – тип бүлдерҙе егет. – Зинһар тыңлап бөтөгөҙ. Атайым, атайыбыҙ ... кисә кис китеп барҙы бит. Бөтөнләйгә...

– Нисек китеп? Ҡайҙа? Нимә булды? Әллә үҙ-үҙенә...

– Юҡ, юҡ, – тине тауыш ашығып. – Кискелеккә малдарҙы бикләгән дә, арбаһына ултырып ҡына мәрхүм булған... Йөрәге туҡтаған. Бөгөн уны ла ерләйбеҙ, апай...

Күҙ алдына йомро ғына устарын һуҙып «Апай, апай» тип торған бала, Марат ҡустыма ике тамсылай оҡшаған малай килеп баҫты: «Уйди, мой брат дома! Ты не мой брат!» Күҙ алдымда ике малай – Морат менән Марат – өйөрөләргә кереште һәм мин йәнә упҡынға остом...

P.S.

– Мин һеҙҙе шундуҡ таныным, – тине егет моңһоу йылмайып. – Атайға оҡшағанһығыҙ.

Мин дә уның шоморт ҡара күҙҙәренә төбәлдем.

– Һин дә оҡшағанһың.

– Ә ағайым, Марат ниндәй? Ул да...

– Ул һинең копияң. Игеҙәктәр кеүек.

Эргәбеҙгә йыуантыҡ кәүҙәле ҡатын килде. Йөҙө тулы ғына, йыйырсыҡһыҙ. «Тегенең албаҫтыһы» ти күңелдәге шайтан осмото.

– Иҫәнме, Тамсыгөл. – Бер ауыҙы бешкәс, был юлы ул ҡул бирергә ҡыймай, тағы теге хәл ҡабатланырынан ҡурҡа.

Мин үҙем уға ҡуш усымды һонам:

– Иҫәнме, Мөршиҙә ... апай.

– Шулай донъя, – тип һуҙа ул. – Инде бүлешер кеше ҡалманы... Һеҙгә лә шул ҡайғы, беҙгә лә. Уртаҡ ҡайғы...

Элек тә уртаҡ ине шул. Атайыбыҙ ҙа, шатлығыбыҙ ҙа. Тик йөрәк кенә айырым ине. Минеке айырым. Әсәйҙеке айырым. Атайҙыҡы икегә бүленгән. Бары әле килеп, тап ошо минутта ғына, иң ауыры атайыма булғанлығын аңланым. Эйе. Әсәйемә түгел, атайыма нығыраҡ ғазаплы булғандыр уртаға теленгән ярты йөрәк менән йәшәүе. Бер яҡтан һөйөү. Икенсе яҡтан бөткөһөҙ ғәйеп тойғоһо. Гонаһ тойғоһо. Выждан ғазабы.

Инде барыһы ла артта. Улар инде теге донъяла бергәлер. Бәхетлелер. Аңлашҡандарҙыр.

– Улар айырылышырға тейеш булмағандыр, моғайын, бер көндә үлергә, эй, ни, теге донъяға китергә яҙғас... Мин айырғанмындыр... Хоҙайым, кисерә күр! – Апай ҡапыл ғына илап ебәрҙе лә, яулығы менән күҙен ҡапланы.

– Бәлки... Бәлки, шулайҙыр. Хәҙер инде... һуң. Бик һуң! Бушҡа ғазапланмағыҙ! – Мин Мөршиҙә апайҙың күҙен һөртәм. Матур ғына икән. Теге саҡта уҡ күрҙем инде «албаҫтының» һылыулығын. Бары намыҫландым ғына. Бөҙөркә генә сәстәренә ҡалай ҡыҙыҡҡайным! Беҙҙә ҡыҙҙар үҙҙәре төрмәсләндерә сәстәрен, химка яһата. Ә быныҡы үҙе төрмәс-төрмәс кенә. Күҙҙәре йәп-йәшел. Көлөп тора. Сыңғырҙатып көлөүе лә дан ине бит. Тик мин уны ишетмәҫкә тырыштым. Хахылдай шунда буштан-буш тип көйҙөм. Атайымды яратҡанға ғына! Атайымды ҡыҙғанғанға, уға биргем килмәгәнгә генә. Бары балалыҡ һөйөүе хаҡына ғына...

Ошо саҡта кисерҙем уларҙы: ирен ятҡа биргән ғорур әсәйемде лә, балаларының әсәһенә хыянат иткән атайымды ла, беҙҙе атай наҙынан мәхрүм иткән Мөршиҙә апайҙы ла. Тәҡдирҙер, тинем. Еңел булып ҡалды һымаҡ...

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева.

Беҙ алһыуҙары ғына… (Хикәйә)
Беҙ алһыуҙары ғына… (Хикәйә)
Автор:
Читайте нас в