-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ноябрь , 17:00

Төш. Булған хәл

Нисә йыл инде ул отпускыһында бер ҡайҙа барғаны юҡ. Ауылда төпләнгән , йорт мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәй. Ә ғүмер тигәнең үтеп бара. НиҺайәт, Сочиға барырға форсат тейҙе. Барып етеп ике –өс көн дә үтмәне, уға смс килде. Әлфинә ял итергә киткәс әсәһе сирләп киткән. Апаһына шылтыратып белешергә булды.-Ҡайтып ет , хәле бик хөрт бит . Бер ҙә яҡшырмай, һаулығы насарайғандан -насарая ғына бара. Кардиологияла дауалауҙарының рәте –сираты булманы. Главврачҡа инеп һөйләштек. Реанимацияға күсерҙеләр. - тине апаһы.“Эй , Алла, бер ҙә тыныс ҡына ял итергә тимәгән… Әсәйем хәл өҫтөндә ятҡанда ял ял була тиме ни.” Шулай ҙа апаһының хәбәрҙе арттырып һөйләй торған холҡо барлығы иҫкә төштө. Бәләсник тә инде апаһы, күпертеп, шаштырып ебәрергә тиһәң , уны ҡуш.Ике көн үтте. Ул тағы шылтыратты.--…Һуң инде. Әсәй үлеп ҡалды бит. Һин ял итергә киткәс мәшәҡәтләп торманыҡ. Үҙебеҙ генә ерләнек тә ҡуйҙыҡ.— Нисек? Уф… - Ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәс, хәле бөттө, Әлфинә быуынһыҙ булып иҙәнгә ултырҙы, хатта илай ҙа алмай ҡатып ҡалды. Ҡот осҡос яңылыҡтан ҡатын шаңҡығайны, иҫенә килә алмай байтаҡ ултырҙы ул.“Их , ниңә генә киттем мин, әсәйем янында була алмай ҡалдым бит…” - “Шундай хәбәрҙе әйтмәй ҡалалармы? Эй, туғандарым, бигерәк …Иҫенә килгәс ,“ Һеҙ мәғәнәһеҙҙәр , һеҙ ҡәбәхәттәр, ”- тип ярһып, әрләп бөттө уларҙы. Әсәһенең тыуған көнөнә сағыу биҙәкле, шундай матур, суҡлы павловопосад яулығы алғайны. Бүләк итергә өлгөрмәй ҡалды шул… мәңгелек үкенес булыр инде… Ғүмере буйы үҙен ашар, ғүмере буйы ҡайғыға күмелеп йәшәр инде хәҙер ул. Әсәһе ғәфү итмәҫ, төштәренә кереп хитлар…Ҡатын иҙәнгә ятты, әрнеп-ярһып үкһене.... Хәлдән тайып тора алмай ятты… Оҙаҡ, бик оҙаҡ ятты ул шулай...

 
...Ҡолағына бер төрлө көй ишетелә. Уң яғынан ишетелә… Ул шул яҡҡа ҡулын һуҙҙы һәм кеҫә телефонын алып уянып китте… кистән ҡуйып ятҡан телефонының күңелле, дәртле көйө уятты уны.

…Уй, төш , бары төш күреп ята икән ул… Әллә ниндәй хафалы уйҙарға сорналып килеп торҙо ҡатын. Иң тәүге эше әсәһенә шылтыратыу булды. Гудок бара, тик телефонды бер кем дә алманы.

“Әллә ысынлап… Юҡ , юҡ … барыһын да яҡшыға юрайым… бер кемгә әйтмәйем…. “

Ул кейенде, бигудиларын алып тормай яулыҡ ҡына ябынды ла йән-фарман әсәһенә йүгерҙе. Бәхетенә күрә, улар бер ауылдың төрлө урамдарында йәшәйҙәр. Аралары яп-яҡын ғына . Тулы кәүҙәле ҡатынҡай тиҙ йүгереп хәлдән тайҙы. Килеп етергә ике -өс өй ҡалған ине. Туҡтап хәл йыйып алды ул.

Ҡатын ҡапҡанан инде. Бер мәлгә туҡтап ҡалды. Иҫән- һау әсәһе эткә ашарға һалып тора ине.

- Уй, әсәй! – Әлфинә йүгереп килеп әсәһен ҡосаҡлап алды… Бер нисә йыл күрмәгән, тиерһең.

— Һаумы, балам! — Әсәһе саҡ ҡына аптырап ҡалды. Аҙ һүҙле, бик асылып бармаҫ төпсөк ҡыҙы бөгөн бигерәк алсаҡ. Күҙҙәрендә шатлыҡ, һағыш, тағы әллә ниндәй хистәр сағыла…

--Хәлең нисек? Йөрәгең ауыртмаймы, әсәй?

— Аллаға шөкөр, зарланмайым. Ә һинең хәлдәр?

Әлфинә яңынан әсәһен ҡосаҡлап алды. Борсолоуын һиҙҙермәҫкә тырышты.

Улар өйгә инде. Йыйнаҡ , ентекләп йыйыштырылған өй шундай йәмле, күңелле ине. Аш бүлмәһендә тәмле ҡоймаҡ еҫтәре таралған. Уның әсәһе аш –һыуға бигерәк оҫта бит. Элегерәк берәйһенең туйы, йә башҡа байрамы булды иһә уға үтенеп киләләр ине. Хәҙер ул олоғайҙы. Кешеләр ашхана, кафеларға заказ биреп бешертәләр. “Гөлгөнә апай бешергән бәлештәрҙе һағынабыҙ, — ” тип иҫкә алыусылар бар.

— Иртүк тороп ҡоймаҡ ҡойҙом. Бәлешем мейестә әле. Балам, үт, икәүләшеп сәй эсәйек!

Әлфинә сәй яһаны. Ҡапма -ҡаршы ултырып хуш еҫле мәтрүшкә сәйе эстеләр. Һаман тыныслана алмай, гел генә төшөн уйлап ултырған ҡыҙы ҡапыл илап ебәрҙе, әсәһен ҡосаҡлап үкһене ҡатын…

— Нишләнең , ҡыҙым? Әйт инде. Минән башҡа кем аңлай һине. Һөйлә, еңелерәк булыр…

— Юҡ , юҡ , барыһы ла яҡшы… күңелем генә тулды, ҡыҙғаныс кино ҡарағайным..

— Нервыңды бөтөрөп кино ҡарама, балам. Эшең дә тынғыһыҙ бит. Сабыйҙарың хаҡына үҙеңде һаҡла… - шундай яғымлы тауыш менән әйтте әсә, ҡыҙына яратып ҡараны..

Һауыт-һабаны йыйыштырғас улар залға сығып ултырҙы. Әсә ҡыҙының башындағы поролон бигудиларын алды, сәс бөҙрәләрен наҙлап һыйпаны. “Ҡыҙым үҙен ҡарарға ваҡыт таба, бына бит хатта керпек йәбештергән, биҙәнеп кенә йөрөй . Һәр саҡ шулай матур, бәхетле генә булһын инде,” - тип уйланы ҡәнәғәт йылмайып әсәһе. Әсәһе янында шундай рәхәт ине Әлфинәгә… тыныс, һил ине күңеленә. Ҡасандыр шулай сәстәрен тарай, сағыу таҫмалар менән үрә ине бит әсәһе…

- Иҫләйһеңме, ҡыҙым, һин Пеппи –оҙон ойоҡ булып кейендең. Яңы йылда. Бик ҡыҙыҡ булғайның .

- Эйе шул. Сәсемде ҡыҙыл һәм йәшел бантиктар менән үрҙем. Уң аяғыма зәңгәр, һулына йәшел гольфылар кейеп ҡыланып йөрөгәнем иҫемдә. Битлек кейгәс башта бер кем таныманы. Бик ҡыҙыҡ булдым шунда.- Әлфинә бала саҡ шуҡлыҡтарын иҫләп көлөп ебәрҙе.

- Бер саҡ эштән ҡайтыуыма апайың менән һинд ҡыҙҙары булып кейенеп ҡаршы алдығыҙ. Кәйефһеҙ йөрөгән сағым ине. Матур итеп йырлап-бейеп күңелемде күтәрҙегеҙ. Штораларҙы сари итеп урағайнығыҙ.

- Ә беҙ кинола Скарлетт о,Хараның портьеранан күлдәк теккәнен күрҙек тә шулай кейенеп ҡарарға булдыҡ. - Әлфинә көлөп ебәрҙе, уға әсәһе ҡушылды. Рәхәтләнеп, күҙ йәштәре сыҡҡансы, күңелдәре булғансы көлдө улар. Диванда йәнәш кенә ултырып бәхетле мәлдәрен иҫләнеләр.

Әлфинә алыҫта , бик алыҫта ҡалған бала сағына бер мәлгә генә булһа ла ҡайтҡандай тойолдо…

Ул төшөн бер кемгә һөйләмәҫкә булды. Тора-бара онотор, бары яҡшыға юрарға, хәтеренән юйырға тырышыр. Уйламаҫҡа тырышыр ул.

Ҡурҡыныс төшөн донъялағы иң яҡын кешеһенә нисек һөйләһен инде ул. Былай ҙа һәр балаһы өсөн борсолоп, оло йөрәге аша уларҙың шатлығын да, ҡайғыһын да берҙәй үткәреп йәшәй бит әсәһе. Һуңғы арала йөрәге ауыртып, хәстәханала ятып сыҡты. Битендә һырҙары артҡан, аҡ сәстәре күбәйгән. Тик күҙҙәрендә һөйөү , шул уҡ эскерһеҙлек, наҙ сағыла.

- Оҙағыраҡ йәшә, әсәй! — Әлфинә әсәһенең битенән үбеп алды, шат, вайымһыҙ булып күренергә тырышты.

- Һеҙҙең бәхетегеҙгә оҙағыраҡ йәшәргә ине шул… Көнө-төнө теләйем, Хоҙайымдан һорайым.

Әлфинә тынысланып ҡайтырға сыҡты. Тышта иҫ киткес хозурлыҡ ине : ҡыйыҡтан тамсы тама, йомарт март ҡояшының аяуһыҙ нурҙары ҡыш буйы йыйылған ҡарҙарҙы йомшарта, иретә. Хатта турғайҙар күңелле сырҡылдаша, әйтерһең дә яҙға дан йырлай улар . Тын алыуҙары шундай рәхәт, саф һауа һулап туймаҫлыҡ рәхәт. Эшең булмаһа бындай матурлыҡҡа һоҡланып тик тор ине лә бит...

“Тик ыңғай уйҙар ғына уйларға кәрәк тә бит, ә мин юҡҡа үҙемде ашайым шул ” , — тип өйөнә ҡайтты ул. Йорт эштәре менән булышты ҡатын. Бер аҙна үткәс әсәһенең тыуған көнөнә йыйылдылар. Әлфинә алдан алып ҡуйған яулығын бүләк итте. Ҡыҙыл, күк сәскәләр төшкән павловопосад

яулығы бигерәк матур ине. Эй, шунда бигерәк ҡыуанды әсәһе. Әсәһенең хыялын бойомға ашырған ҡыҙы ҡыуанысынан осоп-талпынып йөрөнө.

Әлфинә район үҙәгенә барғанында мәсеткә инеп әсәһенең иҫәнлегенә доға ҡылдырып хәйер бирҙе.

Ваҡыт үткәс, төшө лә онотола төштө, был хаҡта ҡатын уйламаҫҡа тырышты. Бөтмәҫ- төкәнмәҫ донъяуи мәшәҡәттәргә сумған саҡта борсоулы уйҙарға ваҡыт та ҡалмай ине… Әлфинә әсәһенә көн һайын шылтырата, ваҡыт табып инеп сығырға тырыша ине.

…Тағы өс йылдан, Әлфинә кесе ҡыҙы менән санаторийҙа ял иткәндә, етмеш ете йәшлек Гөлгөнә апай вафат булды. Әлфинәһе бүләк иткән шау сәскә биҙәкле яулыҡты йыуып кер бауына элеп инеп, диванға ял итергә ултырғас ҡына йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем әсә үҙ донъяһын үҙе көттө. Бәлә һалманы, мыжыманы.

Ҡот осҡос яңылыҡты ишетеү менән Әлфинә ҡайтырға сыҡты. Әсәһен һуңғы юлға оҙатырға өлгөрҙө.

Төшө яҙмыш иҫкәртеүе булған, күрәһең. Быны Әлфинә йылдар үткәс , әсәһенән мәңгелеккә айырылғас, ҡәҙерле кешеһен һағынып әрнегән, уны һағынып юҡһынған саҡтарында иҫкә алыр ине... Ҡулына әсәһенең яулығын тотоп уйланыр, хәтирәләр иленә китер ине ҡатын.…

Автор: Римма Әхмәтйәнова

Төш. Булған хәл
Төш. Булған хәл
Автор:
Читайте нас в