-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ноябрь , 16:45

Һуғым байрамы

-

Һуғымды ҡар ятып, ныҡлы һыуыҡтар башланғас һуялар. Өмәгә, ғәҙәттә, хужаның туғандары һәм күрше-күлән саҡырыла. Ир-ат малды йығып салғансы, ҡатын-ҡыҙ ҡатнашмай, тиреһен һыҙырып бөткәс кенә, һуғым урынына бара һәм эштең аҙағынаса ярҙам итә.
Һуйғанда ярҙамлашҡан кешеләрҙе, туғандарҙы кис ашҡа йыялар. Күрше-күләнде лә алалар. Ит турау эше оҫта ҡуллы кешегә бирелә. Иң тәүҙә һәр кемгә тултырманан өлөш тотторола. Тултырма һәр һуғым ашында булырға тейеш, әгәр хужабикә уны бешермәһә, уны ялҡаулыҡта ғәйепләйҙәр.
Һуғым ашы әҙерләгәндә шулай уҡ салыу һөйәген бешерәләр. Уны малды бысаҡлаған кешегә бирәләр. Киске ашҡа килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең изге теләктәре менән байрамды башлап ебәрә:
— Һуғым һимеҙ булһын!
— Ите татлы булһын!
— Иҫән-һау ризыҡҡа яҙһын!
Һуғым ашағас, шулай тип теләк теләйҙәр:
— Малдарығыҙ күп булһын,
Малдарығыҙ ныҡ уңһын!
Беҙ ашаған ерҙәргә,
Беҙҙең эскән ерҙәргә —
Хоҙай Тәғәлә ишетһен —
Малығыҙҙы ишәйтһен!
Ғәйеп ризыҡтар бирһен,
Ғәйеп малдар бирһен!
Рәхмәт һыйығыҙға!

Һуғым байрамы
Һуғым байрамы
Автор:
Читайте нас в