+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ноябрь 2022, 17:00

ТӘҘРӘ ТӨБӨНДӘГЕ ТАБИКМӘК (Хикмәтле хикәйә)

-

Тәҙрә төбөнә ҡуйған ваҡытта ул аҡылына килеп, ризыҡты дөрләп янған усаҡҡа ырғыта һәм яңыһын бешереп һала. "Яуызлығың үҙең менән ҡалыр, ә изгелегең урап ҡайтыр!" - тигән һүҙҙәрен ҡабатлап теге бөкөрө табикмәкте алып китеп тә бара.

Шул көндө быларҙың өйөн шаҡыйҙар. Ҡатын ишекте асһа, унда улы аяғында саҡ баҫып тора. Шундай ябыҡ, хәлһеҙ, алам-һолам кейемдә...

- Әсәй, минең ҡайтып етеүем үҙе бер мөғжизә, - тей ул. - Минең күптән ауыҙыма бер тәғәм ризыҡ ҡапҡаным юҡ ине. Өйгә бер саҡрымдай ҡалғас, хәлем бөтөп, иҫемде юйып ергә ауҙым. Шул мәлдә эргәмдән үтеп барған бер бөкөрө ҡарт бөп-бөтөн табикмәген миңә һондо. Үҙем көнө буйы бер табикмәккә ҡарап торам, шулай ҙа бөгөн һиңә бирәм, сөнки ул һиңә кәрәгерәк, мин әлегә түҙермен, тине ул.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, әсә ыңғырашып ҡуйған, ҡоламаҫ өсөн ишек яғына һөйәлгән. Ул теге ағыулы табикмәкте иҫенә төшөргән. Әгәр уны утҡа ташламаған булһа, үҙ балаһын үлтергән булыр ине бит. Шунда ғына бөкөрөнөң һүҙҙәренең мәғәнәһе уның башына барып еткән: "Яуызлығың үҙең менән ҡалыр, ә изгелегең урап ҡайтыр!"

https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2022-10-25/t-r-t-b-nd-ge-tabikm-k-hikm-tle-hik-y-3001831

 

ТӘҘРӘ ТӨБӨНДӘГЕ ТАБИКМӘК (Хикмәтле хикәйә)
ТӘҘРӘ ТӨБӨНДӘГЕ ТАБИКМӘК (Хикмәтле хикәйә)
Автор:
Читайте нас: