-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ноябрь , 21:00

ЙЫЛАН ИТЕ АШАҒАН...

-

Сығышым менән Сораман ауылынанмын. Элек әбейҙәр бик шәп ине шул. Атай-әсәйҙәребеҙ, ауырып китһәк, бер ҙә икеләнеп тормай, тиҙ генә уларға мөрәжәғәт итә һалырҙар ине. Беҙҙән ике-өс өй аша ғына бәләкәй генә кәүҙәле сатан Әсмә әбей йәшәне. Көндәшле ине. Әсмә әбейҙең дә, көндәшенең дә балалары күп булды. Нисек булһа ла, был ике көндәш ҡатын бик татыу йәшәнеләр. Әсмә әбей беҙҙе, ваҡ балаларҙы эйәртеп, емешкә лә йөрөттө. Үҙе мут ҡына ине.
- Әсмә сатан, ни һатаң?
- Энә менән беҙ һатам.
Энә менән беҙ һатмаһам,
Түшәмгә төкөрөп тик ятам, - тип көлөп, үҙе тураһында һамаҡлар ине.
Ҡулы бик ипле булды, ҡот ҡоя, йөрәк һылай торғайны. Беҙҙең аранан күрше Һибәтулла ағай ыйыҡ менән яфаланды. Ыйыҡ - күберәк эйәк аҫтына, муйынға сыға торған эренле шешек инде ул. Әсмә әбейҙең улы ла шул ауырыуҙан ыҙа сикте. Әбейебеҙ урманға барып, миңһеҙ (бер ниндәй ҙә биҙәге булмаған ҡара йыланды миңһеҙ йылан тигәндәр) ҡап- ҡара йыланды тотоп алып, тиреһен һыҙырып, бешереп, һиҙҙермәй генә малайҙарға ашатҡан, һурпаһын эсергән. Малайҙарҙың яралары бөтәште, ҡоп-ҡоро булып, урыны әҙ генә ҡыҙарып бирсәйеп ҡалды. Башҡаса муйындарынан эрендәре ағып йөрөмәне.
Күмәк бала-сағалар еләккә барғанбыҙ. Ғабдуллин Нафиҡ ағайҙың аяғын йылан тешләне. Әбейҙәр аяғының тешләнгән еренән юғарыраҡ һығып бәйләнеләр ҙә яраһына ҡатыҡ һөрттөләр. "Шоңҡар" тигән этте саҡырып килтерҙеләр ҙә яраны ялаттылар. Ул эт әле лә күҙ алдымда тора. Ағайыбыҙҙың аяғы шешмәне, бәйен систе лә йөрөнө лә китте.
- Ә бына һеҙҙең яҡтарҙа йылан артынан һөт йәки ҡатыҡ һибеп ҡалыу йолаһы булманымы? - тип һораным Ғакифә апайҙан.
- Юҡ, йылан осраһа, һин беҙгә дуҫ түгел - дошманһың, тип сыбыҡ йәки үлән булһа ла ырғытып ҡалығыҙ, тип өйрәтерҙәр ине ололар. Әйткәндәй, һыйырҙың ағы ла тылсымға эйә бит ул.
1950 йыл ине. Сораманда ҙур янғын булды, бер ыңғайҙан ете өй янды. Һис юғында Фәсих ағайҙың өйө янмаһын, тип, стенаһына йән яҡлап кейеҙҙе ҡатыҡҡа буяп ҡағып ҡуйҙылар. Уның өйө янманы.
Хоҙайым үҙе һаҡлаһын.
Һары йылан саҡһа, саҡһын,
Ҡара йылан саҡмаһын, - тип һамаҡлай торғайны ололар.
Бер сирек, йәки сиректән ашыуыраҡ оҙонлоҡта һары йыландар була. Һуҡһаң, сырт- сырт итеп өҙөлөп тора. Уны оса, ағасҡа ҡаҙала ла тишеп инә, өҙгөләнгән кәүҙәһен килеп ялғап алып китә, тип әйтә торғандар ине бабайҙар. Йылан иҫ киткес ғәжәп тә, серле лә йән эйәһе бит ул. Үҙе үлһә лә, ҡойроғо үлмәй. Ағыуын ҡойроғонда ҡалдыра, үҙем күргәнем бар, һары төҫтә була. Тағы ла йылан мөгөҙөн һалып китә. Кем йылан мөгөҙөн табып ала, шул кешенең донъяһына эркелеп байлыҡ ағылып килә. Фәриҙә еңгә тауыҡ ояһынан йылан мөгөҙөн табып алыуы тураһында һөйләгәйне. "Донъябыҙға бол кереп торҙо. Заемдарым отто, етеш кенә йәшәп киттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көшөлөгөмдән мөгөҙөмдө урланылар. Урлаған кеше лә байып китте", - тине.

Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Мирсәйетова Нәсимә Хәйретдин ҡыҙының һөйләгәндәренән: Мин мулла Мирсәйетов Хәкимйән Мирсәйет улының килене булам. Ул бик кешелекле, изгелексән, ярҙамсыл кеше ине. Ҡайным бер туған һеңлеһенең улын, минең иремде, үҙ балаһылай күреп, матур тәрбиә биреп үҫтергән. Ул иҫ киткес тәрән белемле, көслө мулла ине. Элек ауылдарҙа врачтар булманы бит. Кешеләр һәр ваҡыт ярҙам һорап, ҡайныма килерҙәр ине. Йөклө сағымда ла, былай ваҡытта ла, кеше килһә, ҡайным: "Сарпыу һуғылып ҡуйыр, - тип, мине сығарып ебәрер ине. Ул кешеләрҙе үләндәр менән дауаланы, сынаяҡҡа доғалар яҙып эсерер, бетеү яҙып бирер, үткәрмә ясин аша үткәрер ине.
Бер ваҡыт игеҙәк ҡыҙҙары менән бер ҡатын килде. Ҡыҙҙарҙың береһенең муйынына ыйыҡ сыҡҡан ине. Муйынынан эрен ағып тора. Ҡайным ҡараны ла: "Был ауырыуҙы йылан ите ашатып ҡына дауалап була. Ҡыҙыңа олатай ҡунаҡҡа саҡырҙы, тип әйтерһең", - тине. Ҡайным урмандан йылан эҙләп килтереп, ҡыҙға итен бешереп ашатты. Ҡыҙ һауығып китте. Игеҙәк ҡыҙҙарҙың тормошо матур булды. Арттарынан матур-матур балалар ҡалдырып, һикһәнде тултырып, мәңгелеккә күстеләр. Юлай Моратов тигән ир аҫылы ауылыбыҙҙа бөтә яҡҡа йәм биреп, нур сәсеп торған мәсет төҙөттө. Мәсетебеҙ ҡайнымдың исемен, Хәкимйән мулла исемен йөрөтә...

Шулай итеп...
Үткән ғүмер иҫкән ел кеүек кенә, тигән боронғолар. Йәшәйештең ҡануны шулай: һәр быуын кешеләре үҙе йәшәгән дәүерҙе иңендә алып китеп тора. Дәүер менән бергә боронғолоҡ, хәтер, тарих китә; заманалар үҙгәреп, аң, донъяға ҡараш үҙгәрә. Ваҡытында иғтибар итмәү арҡаһында күпме мөһим әйберҙәр, боронғолар аҡылы онотола бара.
Иҫ китмәле: йыланды эҙләп табырға, тапҡас та тотоп алырға кәрәк бит әле. Арбап саҡырып килтерҙеләрме икән ни, тип аптырайым. Күҙе ауыртҡан кешеләрҙе лә, йыланды һауытҡа һалып ҡайнатып, шуның быуына тотоп шәбәйткәндәре тураһында элек яҙғайным. Хәҙерге заманда йыландарҙы арбап килтерә алған кешеләр тураһында ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-бабаларҙан ҡалған был ғилемде алып ҡала алмағанбыҙ, юғалтҡанбыҙ. Бала саҡта: "Борон башҡорт наҙан булған", - тип, тылҡып, мейегә һеңдерергә тырыштылар. Йондоҙҙарға ҡарап, йылдың нисек килерен билдәләгән, тәбиғәт менән килешеп йәшәгән, һәр ауырыуҙың име бар икәнен белгән, көнсығыш әҙәбиәтен һыу кеүек эскән, бар белемен быуындан-быуынға тапшыра барған халыҡ наҙан була торғаны бармы инде! Ни хәтлем күпте белһәләр ҙә, мин-минләнеп ҡупайып, маҡтанып йөрөмәне шул бабайҙар, инәйҙәр. Улар: "Балам, һиңә сауап эҙләп килдем, бына шул эште эшләп өйрән әле, ошо доғаны отоп алып ҡал әле", - тип әйтерҙәр ине. Ныҡ зирәк, һиҙгер, белемле кешеләр тураһында: "Ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белә", - тигән мәҡәл күпте күргән, күпте белгән, изге күңелле, сабыр холоҡло, итәғәтле инәйҙәребеҙ, бабайҙарыбыҙ хаҡында әйтелгән ул. Ололар аҡылын, халыҡ медицинаһы тураһындағы мәҡәләләрҙе туплап, ҙур йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарғанда ла шәп булыр ине.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы Ҡәйепҡол ауылы.

 

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5114

 

ЙЫЛАН ИТЕ АШАҒАН...
ЙЫЛАН ИТЕ АШАҒАН...
Автор:
Читайте нас в