-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ноябрь , 17:00

Римма Ҡаһарманованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Милли йәштәр театрында ике йыл эшләгәндән һуң Айрат Әхтәм улы Абушахманов мине Башҡорт академия драма театрына саҡырҙы. Тик мин был тәҡдимдән баш тарттым. Нисектер баҙнатсылығым етмәне. Бындай ҙур театр, абруйлы коллектив өсөн үҫеп етмәгәнмен тип уйлағанмындыр, күрәһең. Төрлө сәбәптәр табып, йәштәр театрында ҡалыуҙы хуп күрҙем. Айрат Әхтәм улы бер нисә тапҡыр саҡырып та күндерә алмағас, ахыр сиктә “ҡурҡаҡ һин, Римма” тип кенә ҡуйҙы. Шулай итеп, яңы сезонға элекке эш урынына барҙым. Ғәҙәттәгесә, йыйылыш булды. Яңы спектакль ҡуясаҡбыҙ. “Ғилмияза”. Мин унда массала. Ике көн үткәндән һуң Башҡорт академия драма театрының кадрҙар бүлегенән шылтыратып: “Беҙҙең театрға эшкә киләһегеҙ икән. Директорыбыҙ Хөрмәтулла Ғәззәли улы һеҙгә шул хаҡта хәбәр итергә ҡушты. Иртәгә яңы сезон асыласаҡ. Сәғәт унда йыйылышҡа көтәбеҙ”, – тинеләр. Минең өсөн көтөлмәгән хәл ине был. Документтарымды алмай ғына йыйылышҡа килдем. Хөрмәтулла Ғәззәли улы: “Бына беҙҙең яңы актриса”, – тип башҡалар менән таныштырҙы. Мин тороп баҫтым. Ҡул саптылар. Мәжит Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ” спектаклен башлайҙар икән. Айрат Әхтәм улы сәхнәләштерә. Миңә лә роль биргәндәр. Приказда фамилиям бар.– Тимәк, яҙмыш ҡушыуы буйынса үҙеңдең ризалығыңдан тыш, һине бында эшкә алдылар килеп сыға инде?..

  
– Эйе, шулай килеп сыҡты. Айрат Әхтәм улы әйтмешләй, ҡурҡҡанмындыр инде, ролһеҙ йөрөһәм дә Йәштәр театрында ҡалыуҙы хуп күргәйнем бит. Ә унда, ғөмүмән, ролдәр менән ҡыйын. Йылына алты спектакль сәхнәләштерелә. Ике труппаға өсәр спектакль тура килә. Башҡорт труппаһының өс спектакленең ҡайһыныһында ғына ролең булыуы ихтимал бит инде?! Ә бында алты спектаклдең береһенә булһа ла эләгеүең мөмкин әле. Әммә мин бер ваҡытта ла ролдәрем юҡ тип аптырап ултырманым. Сөнки студент саҡтан телевидениела эш башлағайным. “Музбазар” тапшырыуын алып бара, уны мауыҡтырғыс итеү өсөн көс һала, яңынан-яңы идеялар менән яна торғайным. Сценарийҙарҙы ла үҙем яҙҙым. Бынан тыш театрҙа рус теленә синхрон тәржемә текстарын уҡый инем. Ҡыҫҡаһы, эшһеҙ ултырманым. Әммә үҙемде драма актрисаһы итеп күрергә, матур-матур ролдәр тыуҙырырға ла хыяллана инем.
– Башҡорт академия драма театрындағы тәүге ролеңдән һуң ниндәй уйҙар тыуҙы?
– Айрат Әхтәм улы менән эшләү үҙе бер ләззәт ул. Репетицияларҙан дәрт, көс, энергия туплап сығыу бәхете, шул уҡ ваҡыта ролле булыу бәхете... ул ролде сәхнәгә сығара алыу бәхете... Бына шундай тойғолар кисерҙем. Эйе, үтә ҙур роль дә түгел. Һәйбәт кенә ҡыҙ баланы уйнаным. Әммә үҙемде ҙур бер эш башҡарған һымаҡ тойҙом. Шулай ҙа артыҡ шатланып йөрөгәнемде иҫләмәйем. Барыһы ла тәбиғи килеп сыҡты. Һәммәһе лә үҙ ваҡыты менән килә һәм ул ҡыуыныс һаман да дауам итә.
– Коллектив нисек ҡабул итте үҙеңде?
– Яңы хеҙмәткәрҙе бер ерҙә лә ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар. Театрҙа бигерәк тә. Сөнки актрисалар бик күп. Араларында йәштәштәрем дә бар. Тәү ҡарашҡа уларҙан бер ерем менән дә айырылып торған кеүек түгелмен... Ә инде был актриса башҡаларға оҡшамаған, ул үҙенә бер төрлө тип әйтерлек тәүге ролем “Кармен” спектаклендәге Кармен образын тыуҙырғандан һуң булды. Беҙ, ғөмүмән, мосолман ҡатындарына хас, баҫылҡы, яҡшы эштәр башҡарып, матур һүҙҙәр һөйләп кенә йөрөгән, “юҡ” тип әйтмәгән героиняларҙы уйнарға күнеккәнбеҙ. Сөнки шундай ролдәр менән тәрбиәләнгәнбеҙ. Был беҙгә һеңгән. Ә Кармен ул бөтөнләй башҡа төрлө. Һәм ул, ысынлап та, минең булмышыма яҡын ине. Тәбиғәтемдә ҡырыҫлыҡ, күсмә халыҡ ҡыҙҙарына хас үткерлек, саялыҡ кеүек һыҙаттар барҙыр инде, тимәк. Үтә хисле бит ул Кармен. Уйлағанын шунда уҡ тормошҡа ашырырға кәрәк. Уға хатта ниндәйҙер еңел-елпелек хас. Уның өсөн бына тап ошо мәлдә бөтәһе лә кәрәк, йә бер нәмә лә кәрәк түгел. Бына шундай ул Кармен. Режиссер Сюзанна Оржактың эшләү ысулы ла яңыса ине беҙҙең өсөн. Һәм ул мине Кармен образына кастинг буйынса һайлап алды. Был образымды бик ныҡ яратам. Профессиональ йәһәттән үҫешеү өсөн йәнә бер баҫҡыс, мәктәп булды ул. Уны хатта театрҙа үҙ урынымды табыуға булышлыҡ иткән ҙур бер эшем тип иҫәпләйем. Ошо хәлдән һуң үҙ-үҙемә ышанысым артты. Әммә “Кармен”дан һуң ролһеҙ йөрөгән ваҡыттарым да булды. “Мин саҡырҙым, артабан үҙе йөҙһөн, башҡа режиссерҙар уны күрерме, яңы ролдәргә алырҙармы икән”, тип уйлаптыр, моғайын, Айрат Әхтәм улы тәүге ролдән һуң байтаҡ ваҡыт минең менән эшләмәй торҙо. Күпмелер үткәндән һуң Сюзанна Оржак килеп мине төп ролгә алды, аҙаҡтан ҡырғыҙ режисеры Манджиев менән эшләнем. Һуңынан инде беренсе декреттан һуң ғына Айрат Әхтәм улы “Ай тотолған төндә”лә Шәфәҡте бирҙе. Һәм шунан һуң башҡа ҙур ролдәр менән эшләп киттек.
– “Кармен”дағы һымаҡ уҡ үҙеңде асырға ярҙам иткән йәки булмышыңа яҡын ролдәр тағы ла  булдымы?
– Шәфәҡте уйнағанда ла мин үҙемдә актер булараҡ яңы һыҙат астым. Кармен ул миңә оҡшаған тип әйтеп үткәйнем инде. Кәйефем булғанда мин үҙем дә Кармен һымаҡ булып китәм. Энергиям ташып тора. Шаяртам. Бейейем. Кешегә аңғармаҫтан ҡатыраҡ бәрелеүем дә ихтимал. Ә Шәфәҡ ул тәү ҡарамаҡҡа Риммаға оҡшамған һымаҡ. Ул шул тиклем түҙемле, сабыр, аҡыллы. Һүҙ ҙә әйтмәй, башҡаларҙы уйлап йәшәй. “Мин былай ҙа көҙгө япраҡ кеүек. Үҙем дә өҙөлөп төшөргә әҙермен, теймәгеҙ миңә”, – ти ул. Ысынлап та, уның күңеле шәм кеүек. Өрһәң һүнергә генә тора. Шәфәҡте уйнағанда шуны аңланым: һәр бер кешелә, һәр бер актерҙа төрлө характер бар. Тәбиғәт беҙгә барыһын да бөтөн итеп биргән. Тик генетика, тәрбиә, мөхит һинең ниндәйҙер һыҙаттарыңды үҫтерә, нимәһендер баҫа. Шәфәҡ ролен тыуҙырғандан һуң шуны аңланым: минең Шәфәғем йоҡлаған, баҫылған булған. Был ролем ана шул онотолған һыҙаттарымды яңынан асты. Һәм актриса булараҡ үҙ-үҙемә ышанысым тағы ла артты. Ғөмүмән, һәр ролем минең торошома йоғонто яһай. Йөрәгемдә һәммәһенең үҙ урыны, уларҙың һәр ҡайһыһына үҙ мөнәсәбәтем бар. Әйтәйек, “Джут”тағы Саулеға минең уйнаған һайын иҫем китә. Үҙен шулай ҡорбан итерлек кешеләр булған бит тип аптырайым. Уйнағанда башҡарған ролеңә ҡарата мөнәсәбәтең булыуы мөһим. Образыңа һоҡланыуың, уны илаһилаштырыуың, ихтирам итеүең тамашасыға күренәлер тип уйлайым. Бына минең Саулеға ҡырын һүҙ әйттергем килмәй. Үҙем шундаймын тип түгел, ә уның бына шундай изге күңелле ҡатын булыуын тамашасыға сайпылдырмай ғына еткергем килә. Һәр бер образыма ҡағыла был. Һәр бер ҡатын-ҡыҙҙы нисек аңлайым, ниндәй кимәлдә хөрмәт итәм һәм яратам – бына шуны тулайым килеш тамашасыға күрһәтергә теләйем. Уйнап еткермәһәм етермәйем, әммә шаштырып та ебәрмәйем, әйҙә, тамашасы үҙе уйлаһын. Һәр кемгә лә, һәр төрлө шарттарға ла яраҡлашырға күнеккән Зөләйханы мин тәүҙә аңламай торағйным. Үҙеңдең тормошоң өсөн әҙерәк кенә көрәшергә була бит инде, тип уға йәнем көйә ине. Хәҙер аңлайым: әгәр ҙә ул көрәшсе ҡатын булһа, шунда уҡ үлемгә дусар ителер ине. Бына шул түҙмлелге, кешегә ярай белгәнлеге менән иҫән ҡалған ул. Үҙ яҙмышын ҡабул иткән, үҙ яҙмышына күнгән. Һәм бөтә нәмәне лә һис ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, нисек бар, шул килеш ҡабул итә. Монахиняларҙа шундай халәт бар бит: ҡаршылыҡһыҙ, ризаһҙлыҡ белдермәй тыныс ҡабул итә белеү. Зөләйхаға ошо һыҙат хас. Юғиһә ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, ризаһыҙлыҡ белдерә-белдерә йәшәй ҙә, мин ғүмер буйы түҙҙем, тип хәбәр һала. Ризаһыҙлыҡ, ҡаршылыҡ белдереп түҙеү ул түҙеү ҙә, ҡабул итеү ҙә түгел. Ул, киреһенсә, ҡабул итә белмәү. Сөнки ҡабул итеү күңелдә тыныслыҡ булғанда ғына мөмкин. Зөләйха мине үҙем үҙгәртә алмаған нәмәләрҙе ҡабул итергә һәм уларға тыныс ҡарарға өйрәтте.

Г. Ҡаһарманова.

 (Әңгәмәнән өҙөк. "Шоңҡар" журналы, 2019 йыл. )

Римма Ҡаһарманованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Римма Ҡаһарманованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Автор:
Читайте нас в