-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Ноябрь , 21:00

ИР-ЕГЕТТЕ НИМӘ ҮЛТЕРӘ?

-

Үҙенең ғаилә тормошонан арыған йәш ҡатын ирен үлтерергә була. Иртән әсәһе янына килә лә:
- Әсәй, иремдән арыным. Башҡаса уның ахмаҡ ҡылыҡтарына түҙер әмәлем ҡалманы. Уны "теге донъя"ға оҙатырға булдым, тик уның өсөн яза биреүҙәренән ҡурҡам. Һин миңә ярҙам итә алмаҫһыңмы икән? - тигән.
Әсәһе:
- Ярай, ҡыҙым, ярҙам итермен. Тик бының өсөн бик мөһим булмаған бер нисә эште үтәргә кәрәк булыр, - тигән.
- Ниндәй эш ҡушһаң да эшләйем, - тип ризалашҡан ҡыҙы.
- Уның үлемендә һине ғәйепләмәһендәр өсөн, иң беренсе, ирең менән дуҫлашырға кәрәк. Икенсенән, йәш һәм матур булып күренергә, үҙеңде ҡарарға тырыш. Өсөнсөнән, уны хәстәрлә, яҡшы булып күрен, рәхмәтле бул. Дүртенсенән, түҙемлегеңде, яратыуыңды, көнләш-мәүеңде, уны тыңлауыңды күрһәт. Бишенсенән, үҙеңдең мөлкәтеңде дөйөм мәнфәғәттә тотонорға һаранланма, ул һиңә аҡса бирмәһә, асыуланма. Алтынсынан, тауышыңды күтәрмә, киреһенсә, уның үлеменән һуң һиңә шик төшмәһен өсөн ғаиләлә татыулыҡ, берҙәмлек хисе булдыр. Ошоларҙы үтәй алырһыңмы? - тип һораған әсәһе.
- Эйе, әлбиттә, - тигән ҡыҙы.
- Ярай. Бына ошо онтаҡты яйлап ҡына ашына һалырһың, ағыу уны яйлап ҡына үлтерер, - тигән.
Бер айҙан һуң йәш ҡатын тағы әсәһе янына килгән:
- Әсәй, мин иремде үлтермәҫкә булдым. Уны мин элеккесә ярата башланым. Ул тулыһынса үҙгәрҙе, миңә ҡарата хәстәрле, иғтибарлы була башланы. Хәҙер ни эшләргә? Ағыуҙың йоғонтоһонан уны нисек һаҡларға? Зинһар, ярҙам ит! - тип үтенгән.
- Борсолма, ҡыҙым. Мин һиңә ағыу түгел, ә куркума бирҙем. Дөрөҫөн әйткәндә, иреңә һин үҙең ағыу булдың. Уны ярата, хөрмәт итә башлағас ҡына уның яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрҙең. Ир-егет, ысынында, насар түгел ул. Беҙ үҙебеҙ ирҙәргә ниндәй мөғәмәләлә булһаҡ, улар ҙа беҙгә шундай мөнәсәбәт күрһәтә, - тигән әсәһе.

ИР-ЕГЕТТЕ НИМӘ ҮЛТЕРӘ?
ИР-ЕГЕТТЕ НИМӘ ҮЛТЕРӘ?
Автор:
Читайте нас в