Артурҙың мәктәптән ҡайтып инеүе була, атаһы менән әсәһе бер тауыштан:
- Шунан, нисә алдың бөгөн?
- Дүрт!!!
- Ә ниңә биш түгел?!
- Һуң, бөгөн бит дүрт кенә дәрес булды...
***
Йәш, саҡ ҡәләм тирбәтә башлаған яҙыусы – ҡәләмдәшенә:
- Ҡара әле, яңы повесыма ниндәй исем ҡушайым икән?
- Унда ҡурай тураһында һүҙ бармы?
- Юҡ.
- Ә ҡымыҙ?
- Юҡ.
- Улайһа, “Ҡурайһыҙ һәм ҡымыҙһыҙ” тип ата ла ҡуй.
***
Юғары уҡыу йорто студенттары имтихан тапшырған көн. Аудиторияға профессор килеп инә лә:
– Кем яуап бирә – шуға “биш”! Минең исемем нисек? – тип һорай.
Тынлыҡ.
– Йә, “дүрт”лек һорау: бөгөн ниндәй фәндән имтихан тапшыраһығыҙ?
Бер кем дә өндәшмәй.
– “Өс”лөк һорау… Дәреслектең тышында нимә тип яҙылған?
Арттағы партала икәү шыбырлаша:
– Ҡарале, был беҙҙе нисек батыра, ә?!.
***
Ике иҫәр һөйләшә:
- Әйҙә, мин һинең башыңа ҡаҙаҡ ҡағайым әле?
- Эйе шул, ҡаҙаҡҡа һуғам, тип башҡа һуғырһың тағы...
***
Иртәнге сәй ваҡыты. Ире ҡатынына яңы ғына эшкә алған сәркәтип ҡыҙыҡайы тураһында һөйләй:
– Быныһынан уңдым шикелле. Килеп тороп тырыш, уңған. Зауыҡлы ғына итеп кейенә, үҙен бик ҡарай - торғаны менән ҡурсаҡ инде бына!
Ҡатыны:
– Ҡурсаҡ! тигән булаһың инде?
– Ҡурсаааҡ!!!
Өлкәндәр һөйләшкәнен аңдып ултырған биш йәшлек ҡыҙҙары ла ҡушылып китә:
– Атааай, һин уны арҡаһына ятҡырғанда ул күҙҙәрен йомамы?