Шунан сит кеше кеүек, тиҙ-тиҙ генә һаулыҡ һорашты ла төпкө бүлмәгә үтте. Ваннаға инеп, йыуынып сыҡты. Бөтәһе ашап таралғас ҡына табынға килде. Нурбикә һауыт-һаба йыуып тора ине. Эшен ҡуйып, ире алдына йылы аш килтереп ултыртты, башҡа ризыҡтарҙы эргәһенә теҙҙе. «Ашың шифалы булһын», – тип теләк теләне. Ҡатынының бер ни булмағандай йөрөүен, тыныс йөҙөн күреп, Мирғәле аптырап ҡалды. Ул асыу- ярһыу, күҙ йәштәре, туҙыныу көткәйне. Быларҙың береһе лә булманы. Үҙенә һиҙҙермәҫкә тырышып, бер ни тиклем ҡатынын күҙәтеп ултырғас, ниһайәт, ир кеше телгә килде.
– Нурбикә, мин коммерция эштәре менән ситтә йөрөп ҡайттым. Сауҙа эшен яйға һалыу, беләһеңме, күпме ваҡыт талап итә. Ғәфү ит, эргәңә барып булманы.
– Аңлайым, – тине ҡатын. – Һин – эш кешеһе. Сәбәптәр булғандыр. Тик шуны бел, мин үлеп терелдем. Операция ауыр булды. Доктор артабан санаторийҙа дауаланырға тәҡдим итә. Миңә путевка хәстәрләүеңде үтенәм.
Нурбикә иренең мин-минлегенә теймәй, ыҙғыш-талаш сығармай, һәүетемсә генә һөйләшеүгә үҙен алдан уҡ әҙерләгәйне. Бер-береңде битәрләү, кәмһетеүҙән ни файҙа! Ир – ҡатындың, ҡатыны ирҙең шәхси милке түгел, ти бит, ана, халыҡ табибы. Эйе, һәр кем ирекле, кемде теләй, шуны һөйә. Быны хәҙер ул яҡшы төшөндө. Ауырыу ҡатын менән йәшәүе ир кеше өсөн дә еңел түгел икәнен аңланы. Мөхәббәтте ирешеп-талашып яулап булмай. Улар айырылышҡан көндә лә дуҫтар булып ҡалырға тейеш. Ҡыҙҙарына атай ярҙамы кәрәгәсәк. Тиҙҙән ситкә китеп уҡый башларҙар. Кейәүгә сығырҙар. Бөтә ауырлыҡты үҙ елкәһенә алмаҫ бит инде тере атайҙары була тороп. Шулай тип уйланы «Бөтәһе лә үҙеңдән тора» теорияһын ныҡлы үҙләштергән Нурбикә.
Ә Мирғәле иһә ҡатынының һөйкөмлө йөҙөнә, яғымлы тауышына, ипле һөйләшеүенә өр-яңынан ғашиҡ булып ултырҙы. Ярата бит ул үҙенең Нурбикәһен, бик ярата. Башын шайтан аҙҙырғандыр, ахырыһы. Әле үҙе эйәләгән ҡуштан Рәхиләнең үҙ бисәһенән ҡайһы ере артыҡ? Ғаиләһен ташлап сығып китергә башына тай типмәгән әле уның. Әҙерәк йөрөп алды, етте.
– Уйлашырбыҙ, Нурбикә. Был көйө һинең бер үҙеңде ебәреп булмаҫ, икәүләп барырбыҙ.
– Бына рәхмәт. Ҡыҙҙар үҙҙәре донъя көтөрлөк. Һис булмаһа, күршеләргә әйтеп торорбоҙ.
Улар бер-береһенә йылмайып ҡараны. Мирғәле ҡатынының үҙен аңлауы өсөн рәхмәтле, Нурбикә иһә, үҙе ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеүенә шат ине.
Нурбикә, ысынлап та, үҙгәрҙе. Үҙ-үҙен камиллаштырыу уны ябай ҡатындан зәңгәр күк йөҙөндә ҡанаттарын киреп осҡан инә бөркөткә әүрелдерҙе. Үҙ-үҙенә ышаныу уны көслө рухлы итте. Камиллыҡҡа ынтылыуы таң ҡалдырғыс матурлыҡ бүләк итте. Ул хәҙер барлыҡ ғүмерен «Бөтәһе лә үҙеңдән» төшөнсәһен тәрәнерәк үҙләштереүгә бағышлаясаҡ. Бөтә нәмәнең дә тик үҙебеҙҙән тороуына тамам инанды, инде башҡаларҙы инандырасаҡ. Ике ҡыҙы ла, әсәләренән күреп, бер минутын әрәм итмәй, эшкә өйрәнә. Әҙәп, тәүфиҡ ҡағиҙәләрен үҙләштерә, үҙ-үҙҙәрен ҡарап тәрбиәләү,һаулыҡты һаҡлау, шифалы үләндәр серен өйрәнеү менән мәшғүлдәр. Матур итеп кейенеү әҙәбенә эйә, туҡланыу, аралашыу культураһын үҙләштергән ҡыҙҙары ҙур тормошҡа әҙерлекле аяҡ баҫасаҡ, иншалла.
Таныштары, ауырыу кешеләр йыш ҡына хәҙер Нурбикәгә кәңәш һорап килә. Кәүҙәһе йәштәрҙеке кеүек һығылмалы, бите-йөҙө алһыуланып торған, барлыҡ булмышынан изгелек бөркөлгән, бөхтә кейенгән матур ҡатындың тыныс, яғымлы тауышын ишетеп, һәр кем унын һүҙҙәренең хаҡлығына инана. Байтаҡ тәжрибә тупларға өлгөргән Нурбикә кешеләр менән әңгәмәһен үҙен бәхетле иткән төшөнсәнән башларға ярата:
– Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора, – ти ул теге гәзиттәге һарғайып бөткән мәҡәләне кешеләргә күрһәтеп. Ксерокстан үткәрелгән биттәрҙе өләшеп сыға. – Беҙ үҙебеҙгә маҡсат ҡуйырға, ниәтләгән эште тормошҡа ашырыр өсөн ныҡышмал булырға тейешбеҙ. Төрлө насар уйҙарҙы баштан сығарып ташлағыҙ, үҙегеҙгә лә, кешеләргә лә гел изге уйҙа булырға тырышығыҙ, шул саҡта ни теләһәгеҙ, шуның барыһына өлгәшә алырһығыҙ!
Уртаҡлашҡандан аҡыл арта, ә ҡайғы кәмей. Белгәне менән уртаҡлашып, рухи байлығын арттырып, камиллыҡҡа ынтылып йәшәй Нурбикә. Уның өлгөһө, моғайын, күп ҡыҙ-ҡатындарҙы уйландырыр. Уйланып ҡына ҡалмаһағыҙ, ә мотлаҡ үҙегеҙҙе үҙгәртергә тырышһағыҙ ине, әхирәттәр.