- Аллаһы Тәғәләнең рөхсәтеһеҙ бүре лә малды йыға алмай. Уның әмереһеҙ сүп башы ла ҡыбырҙамай. Һеҙ уйҙайһығыҙҙыр, бүре лә, айыу ҙа тота килеп малға һөжөм (һөжүм) итә, ҡазалай ҙа ашай, тип. Ашауын ашай инде, уларға ла тамаҡ кәрәк, йәшәргә кәрәк, Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, тоҡом ҡалдырыр кәрәк.
Айыуын әйтә алмайым, үәлә кин(үә ләкин) атайымдар бүре тураһында йыш һөйҙәй торғайны. Бүренең олоғанын ҡышҡыһын, айҙы төндәрҙә, гел ишетә инек бит.
Көҙ байында(мәлендә) бүреләр балаларын өйрәткәндә, улары, сыр - сыу килеп, эт балалары тауышы сығарып, өрә икән. Улар әлегә оло бүрегә оҡшатып олой белмәй әле, ти торғайны атайым.
Бүре олоһа, ас булғанға ғына олой икән, тип уйҙамағыҙ. Уның да үҙенә күрә башҡа сәбәптәре бар, ти. Ошонан үҙең дә ҡай саҡта айға ҡарап олоғандай булып китәһең...
Тамаҡ һунарына сығыр алдынан олойҙар бүреләр. Олойҙар, тигәс тә, бөтә өйөр олой түгел икән. Араһында хужараҡтары була, ти. Ана шунда, баҡ тиһәң, Аллаһы Раббым күктән бер бөртөк кенә ҡыл төшөрә, ти өйөр бүреһенә. Шул ҡылдың еҫен еләп, эҙҙәп китә икән өйөр. Эҙҙәп табып, йығалар күмәктәп. Мышымы, илекме, тағы башҡа берәй кейекме.
- Һеҙ быны ҡайҙан беләһегеҙ, инәй?
- Белмәй ни, әкиәт итеп күп тыңдай торғайныҡ быны һымаҡты.
Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте етмәгән ер юҡ. Үҙе яратҡан йән эйәләренең береһен дә астан үлтермәй ул. ТЕРЕ ИТКӘНЕН ҠОРО ИТМӘЙ(!!! Шәп бит, ә?) Ҡасан ишеткәнең бар бүренең астан үлгәнен?
- Ишеткәнебеҙ юҡ былай.
- Ана шул шу.
(Үҙебеҙҙең ауыл һөйләшендә яҙылды.)
04.11.22.
Таңһылыу Ҡарасурина.