– Һөйәркәһе? – Айнур ҡайтарып һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. – Нисек инде улай?
– Бына шулай!
– Бәлки, һеҙ яңылышаһығыҙҙыр! Ҡайҙан белеп ҡалдығыҙ?
– Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан хат килде, ул саҡта әлеге һымаҡ кеҫә телефоны юҡ ине. Күңел нимәлер һиҙенгән кеүек, туҡта әле, мин әйтәм, уҡып ҡарайым, тип, астым да ҡуйҙым.
– Хат башынан аҙағынаса «бәғерем, алтыным» һүҙҙәре менән сыбарланғайны. Хатта минең ҡунаҡ итеүемдән, бер ҡатлылығымдан көлгән. «Ҡатының бигерәк бер ҡатлы икән, ҡайҙан таптың шундай асыҡ ауыҙҙы, бер нәмә лә һиҙмәне», – тип яҙған. Эй ғәрләндем. Үкһеп-үкһеп иланым. Әммә ирем ҡайтыуына тынысланғайным инде, шулай ҙа теге хатты юрамал өҫтәлгә һалып ҡуйҙым.
– Шунан?
– Был ҡайтты, хатты алып уҡығас: «Ниңә астың?» – тип сәсемдән матҡып алды ла сикәмә килтереп һуҡмаһынмы! Артҡа йығылып барып төштөм. Иртәгәһенә ул сығып киткәс, барлы-юҡлы кейемдәремде йыйып алып, ҡайттым да киттем. Шул ваҡытта Себерҙән апайым килгәйне, беҙҙең мәктәптә эш бар, тигәс, ике лә уйлап торманым.
– Хәҙер өйләнгәнме һуң?
– Әллә нисә бисә алып ҡараны инде, уның менән кем торһон! Теге һөйәркәһе килеп бер-ике ай торғанмы-юҡмы, тиҙәр.
* * *
Себергә килгәс, Гөлиә мәктәпкә эшкә урынлашҡан. Дәрестәр күп булғас, эш хаҡын арыу алған, ике сменала уҡытҡан. Көндәрҙең береһендә кисләтеп кенә фатирына ҡайтырға сыҡҡан ул. Ҡышҡы селлә. «Әлегә бер бүлмәлә йәшәһәм дә, Алла бирһә, аҡса йыйып, кескәй генә фатир алырмын әле», – тип уйҙарға бирелгән.
«Әсә-ә-ә-й!» Кинәт яҡында хәлһеҙ генә тауыш ишетелгәндәй булған. Әллә башҡортса әйтте инде? Гөлиә баҙап ҡалған. Бер йорт янында нимәлер ҡыбырлай түгелме? Шулай шул! Тауыш килгән яҡҡа яҡыныраҡ барып ҡарағас, ул асфальт өҫтөндә сәс-башы туҙып, ауыҙ-мороно ҡанға батҡан ирҙе күргән. Гөлиә уға һаҡ ҡына төртөп ҡарағас, ары китергә баҫҡан еренән туҡталып ҡалған. «Бында ятһа, шытасағы көн кеүек асыҡ. Күңелемде мәңге ғәйеп тойғоһо ғазаплаясаҡ. Эскесе булһа ла, берәүҙең ғәзиз балаһы бит ул. Әсәһе, ҡатыны, балалары көтәлер. Берәү ҙә Себергә яҡшы тормоштан ҡотороп сығып китмәй», – тип төрлө уй үткән башынан. Шунан иргә һаҡ ҡына ҡағылған Гөлиә: «Тороғоҙ, һалҡын алдыраһығыҙ бит, ана, иренегеҙ күгәрә башлаған».
Ҡатын көс-хәлгә торғоҙған ирҙе. Үҙе, берәй таныш-тонош күреп ҡалмаһын тип, тирә-яғына ҡарана икән. Ҡалала ауылдаштар туп-тулы. Бер эскесенән сығып киткәйне, хәҙер икенсеһен эйәртеп йөрөй тип көлөрҙәр, тип уйлаған. Оҙон телдәргә ауылға ҡайтып һөйләргә һүҙ булыр бит...
Ир ул тиклем иҫерек түгел икән. Ҡулындағы, битендәге ҡатҡан ҡан эҙҙәрен йылымыс һыу менән йыуып таҙартҡас, йылы сәй эсереп, йоҡларға һалған уны Гөлиә. Унан кейемдәрен сайҡатып элгән. Ныҡ ҡына арыуына ҡарамаҫтан, кемдеңдер ғәзиз балаһына ярҙам итә алыуына сикһеҙ шатланған. «Бәлки, минең кеүек ул да ер аяғы – ер башына яҡшы тормоштан килмәгәндер. Кешене бит яҙмыш йөрөтә...»
Тот та әллә ниндәй ирҙе эйәртеп ҡайт әле. Ҡатыны булһа? Минең ирҙе үҙеңә ҡаратырға теләйһеңме, тип дауыллап килеп инһә! Гөлиә шуларҙы күҙ алдына килтереп көлөп ҡуйған. Тәүбә, тәүбә!
Иртән башы зыңҡып уянған Ғаян бер килке үҙенең ҡайҙа ятҡанын да аңламаған. Башҡортостандан килеп эш башлауына күп түгел икән. Тәүге эш хаҡын алғас, йыуҙырт та йыуҙырт, тип ҡаҡ быуынға төшкәндәр. Бригаданың олораҡ ирҙәре булғас, ул ҡаршылашмаған. Яҡшы ғына башланған кәйеф-сафаның һуңға табан бәхәскә күмелеп, үҙ-ара һуғышыу менән бөтөүен белһә, эскенән баш тартыр ине Ғаян. Шамил менән Алешаның ҡул көрәшенән башланған ыҙғыштың иң әсе емешен ул татығандыр. Ике аралағы бәхәсте туҡтатам тип, үҙе туҡмалып ҡуйған. Аҙна-ун көнгә ҡайтып килергә хыялланған булған. Ярай, әлеге хәл ялға ҡаршы тура килгән, юғиһә ике лә уйламай эшенән арт һанына тиберҙәр ине.
– ...Бына шулай беҙҙең ғаилә тарихы, – тип һүҙен тамамланы Гөлиә. – Шәп кеше ул Ғаян. Хәҙер ике балабыҙ үҫә. Улым өсөн үҙ балаһылай өҙөлөп тора. Әлдә теге ваҡыт ауылдан киткәнмен. Шунда ҡалған булһам, белмәйем, әлеге көндә һеҙҙең менән ошолайтып һөйләшеп ултыра алыр инемме?..
Венер ИСХАҠОВ.