+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2022, 21:00

Ҡыҙ урлау. Хикәйә.

- Нәзирә, беҙ хәҙер күптән бала-саға түгел. Һинең һөнәрең бар, мин дә шоферҙар курсын тамамлап ҡайттым. Какой ни какой колхоз бынамын тигән ЗИС-кә ултыртып ҡуйҙы. Ана, күл буйында, һалынып бөткән өйөм кәләш алғанымды көтөп ултыра. Сыҡ миңә кейәүгә, бул минең кәләшем. Барыбер ауылда миндәй арыу башҡа кейәү таба алмаҫһың! - тип ярҙы ла һалды Фәтих.Ҡыҙҙы әйтерһең дә көслө ел бәреп китте, ҡоймаға һөйәлде. Бер тын ни әйтергә лә белмәй, аптырап ҡалды. Эскәмйәгә ултырҙы. Егет һүҙен дауам итте:- Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул... Мин һине бөтә йөрәгем менән яратам. Киләсәк тормошомдо һинһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.Ҡыҙ нимә тип әйтергә лә белмәй:- Кит әле, таптың шаярыр ваҡыт. Һин бит минең ағайым кеүек. Иң яҡын дуҫым!- Юҡ, шаярмайым, ысынлап... Бындай ваҡытта уйнап торорға, мин һиңә маңҡа танау малай түгел дә. Әллә тоймайһыңмы?..- Нимәне?- Минең яратҡанымды...Нәзирә беренсе тапҡыр егеттең күҙҙәренә иғтибар менән төбәп ҡараны. Фәтих был ҡарашты күтәрә алмай, ситкә боролдо.Ҡыҙ:- Һин, Фәтих дуҫ, миңә бәйләнмә, йәме! Ауылда бынамын тигән ҡыҙҙар күп, - тине лә, Фәтихтең һүҙҙәрен уйынға һабыштырып, көлөп ебәрҙе.- Эйе, ҡыҙҙар күп, юҡ тимәйем дә. Тик минең күңелемә ятҡан берәү генә - һин!- Тик мин әлегә кәләш булырға әҙер түгелмен шул. Атай-әсәйем эргәһендә иркәләнеп кенә йәшәп тораһым килә, - тип һаман шаярып яуапланы ҡыҙ.Фәтих үҙе лә ҡыҙ ыңғайына шаяртҡандай:- Ҡара, ҡыҙыҡай, әйтмәне тимә, үҙ теләгең менән миңә кейәүгә сыҡмаһаң, урлайым мин һине. Шуны ҡолағыңа алтын алҡа итеп элеп ҡуй, йәме! - тип бармаҡ янаны.Ҡыҙ ҡысҡырып көлдө:- Ҡулыңдан килһә, тәүәккәлләп ҡара!.. Хәҙер ҡыҙҙар урлай торған егеттәр бармы һуң ул? Минеңсә, улар музейҙарҙа ғына...Ҡыҙҙың был һүҙҙәре егеттә сәм уятты.

 
Фәтих менән Нәзирә бер мәктәптә уҡынылар. Фәтих өсөнсөлә уҡығанда, Нәзирә беренсе класка барҙы. Бергә уйнап үҫкән, бер урам балалары, мәктәпкә лә бергә йөрөнөләр. Етәкләшеп барҙылар, йүгерешеп, ҡыуышып, уйнап ҡайттылар... Өс өй аша ғына йәшәнеләр ҙә. Фәтих үҙ һүҙле, тәкәббер егет, ниндәй эшкә тотонһа ла, ҡулынан килә. Ә Нәзирә ике ир бала артынан тыуған наҙлы, иркә генә, атаһының иң яратҡан ҡыҙы. Аш бүлмәһендә, әсәһе ни эшләһә, шуның менән булырға ярата. Әле туғыҙ йәшендә ата-әсәләре уға бөтә хужалыҡты ышанып ҡалдырып китәләр ине. Ҡайтыуҙарына өй йыйыштырылған, аш бешкән, сәй ҡайнаған, мунса булған була ине.
Тик бына һуңғы ваҡытта Нәзирә үҙгәрҙе, әйтерһең, уның менән осрашмаҫҡа сәбәп эҙләй. Ҡыҙ эргәһендә ҡоҙғондар ҙа күп оса башлағандай...
Урта мәктәпте уңышлы тамамлап, бухгалтерҙар курсында уҡыған сағында башланды барыһы ла. Фәтих үҙе лә Нәзирә ҡалаға киткәс кенә аңланы дуҫлыҡ тигәненең дуҫлыҡ түгел, ә мөхәббәт икәнен. Унан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай. Күҙ алмаһы кеүек һаҡлап, янында ғына йөрөткән Нәзирәһен нисек юғалтһын! Шуға егет ҡыҙ менән өлкәндәрсә һөйләшеп алырға булғайны ла, ҡыҙҙың етди һөйләшергә иҫәбе булманы, Фәтихтең һүҙҙәрен ысынға алманымы...
***
Дуҫының көтмәгәндә уға ғашиҡ булып, һөйөү утында яна башлауын аңлап еткермәне ҡыҙ. Бәләкәйҙән бергә уйнап, бер өҫтәл артында ултырып ашап, бер-береһен яҡлап үҫтеләр бит улар. Балалары дуҫ булғас, ата-әсәләре лә ут күршеләр булып йәшәнеләр. Үҫә төшкәс киске уйындарға ла бергә йөрөнөләр. Түбән ос Йәдкәр Гөлнәзирә артынан йәбешеп йөрөй башлағас, ҡыҙ һорауы буйынса, Фәтих уны һәр кис өйөнә тиклем оҙатып ҡуйыуҙы бурысы итеп алды. Йәдкәрҙән туҡмалһа ла, Фәтих ҡыҙҙы өйөнә оҙатып ҡуймай, ҡайтып китмәне.
Гөлнәзирәгә лә оҡшай Фәтих, тик әлегә ағай, яҡын дуҫ булараҡ ҡына. Дуҫлыҡ – мөхәббәттең инеше тиҙәр бит.
Әле егет уға яратыуын әйтте, ә ҡыҙ ҡысҡырып көлдө генә. Моғайын мине таш бәғер, йәнһеҙ, тип уйлағандыр тип, Нәзирә ныҡ уңайһыҙланып, үҙен ҡаты ғына шелтәләп ҡуйҙы ҡуйыуын, тик егеттең күңел яраһы бынан уңалманы.

***
Әлеге һөйләшеүҙәренән һуң, ышанысы ҡыл өҫтөндә генә эленеп торғанын бик яҡшы аңланы Фәтих. Үҙен алданған, көлкөгә ҡалған һымаҡ хис итте. Ул ҡыҙға үҙенең хистәрен, йөрәген асып һалды, ә ул тыңламаны ла. Ошо тынғы бирмәне Фәтихкә. Йөрәген өйкәп тик тора.
- Нишләргә, нисек уңайын тура килтереп
һөйләшергә? Тағы көлһә? Әллә ысынлап урларғамы?!. Нисек итеп?
Дуҫы Нәжип менән уртаҡлашҡайны уйҙары менән, уныһы ла:
- Әллә тағы, был заманда ҡыҙҙарҙы урлайҙармы һуң? – тип аптырап, ҡулдарын ғына йәйҙе.
-Урлағандарын мин дә ишеткәнем юҡ. Булмаһа ни, мин беренсе булырмын... Кемдер беренсе булырға тейеш тә инде. Хәйер, минең атайым әсәйемде урлап алған бит.
Нәжиптең күҙҙәре янып китте:
- Ысынлапмы? Вәт һиңә Нурислам ағай, маладис! Бөтә егеттәрҙең танауын һөрткән икән.
- Минең дә егеттәрҙең танауын һөртәһем килә, аңлайһыңмы? Нәзирәгә лә оҡшар тип уйлайым. Романтика! Былай ғына бөтәһе лә өйләнешә.
- Эйеее, оҡшар ине моғайын.
- Шул планымды тормошҡа ашырыр өсөн миңә мотлаҡ һинең ярҙамың кәрәк булыр.
Нәжип ни әйтергә лә белмәне:
- Әлләсе тағы, төрмәгә ябып ҡуймаҫтар микән? Ул һиңә һарыҡ бәрәсе түгел, кеше балаһы лаһа!.. Кемдең балаһы бит әле ишшыу – Шәрифулла бабайҙың иң яратҡан, бер бөртөк кенә ҡыҙы.
- Ээээх, сәпсим башымды әйләндерҙе бит был Гөлнәзирә-Нәзирә!..

***
Был һөйләшеүҙән һуң байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп китте. Эсен ут-ялҡын ялмап барһа ла, егет ҡыҙға һиҙҙермәне. Элеккесә, дуҫтарса һөйләштеләр, шаярҙылар. Хатта Нәзирә, егет хистәренең ысынлығына шикләнә биреп ҡуйҙы. Тикшереп ҡарарға була, шаяртып Фәтих алдында Нәжипкә:
- Нәжииип, бөгөн тирәклеккә свиданиеға саҡырһаң, килер инем... Саҡыраһыңмы?..
- Әлләсе тағы, әсәйем мунса яҡтым, оҙаҡ йөрөмә тип әйтеп ҡалды бит әле, - тип Нәзирә кеүек ҡыланып яуапланы Нәжип. Шаяртыу икәнен аңлаһа ла, уңайһыҙланып китте.
Фәтих:
- Килмәй тор, бөгөн төн ҡараңғы, болотло буласаҡ. Кәртә аша һикергәндә итәгеңде эләктереп йыртыуың ихтимал. Унан, әйтеп тора лаһа, мунса инәм тип!.. - тине асыуланыбыраҡ.
- Беҙ кәртә башынан түгел, ә ҡапҡа аша йөрөйбөҙ, ивет, Нәжип?
- Китегеҙ әле, мин ҡайттым, - тип Нәжип был икәүгә ҡул һелтәне.
- Дөрөҫ һөйләйһең, дуҫ, бар, әтеү әсәйең эҙләп сығыр.
Нәжип ҡайтып, ә Фәтих Нәзирәне оҙатып китте. Ҡапҡа төбөнә еткәс:
- Нәзирә, һин минең алда улай дуҫым менән шаярма, йәме!
- Ул ни уйнап һөйләгәнде аңлай инде. Ә бына мин аңламайым, Фәтих! Урлайым тигәнеңә күпме ғүмер үтеп китте, ә һин һаман… - Ҡыҙ Фәтихкә ҡарап йылмайҙы.
- Һин ҡаршы түгелһеңме һуң? Мин бит һине өркөтөп, кеше көлдөрөп ҡуймайым тип ҡурҡып йөрөйөм.
- Алйот, ауылда иң беренсе урланған ҡыҙ булырға кем хыялланмай икән?!.
- Ысынлыпмы?! Улай булғас, әйҙә, бөгөн үк урлайым...
- Әйҙә, тик мин хәҙер, өйгә инеп, кәлүшемде генә алыштырып кейәйем дә, - тип Нәзирә йүгереп өйгә инеп китте... Инеп китте лә, башҡа сыҡманы. Фәтих ярты төн буйы көттө. Ҡыҙҙың ата-әсәһе ишетеп ҡуймаһын тип, шым ғына:
- Нәзирәәәә! – тип һөрәнләп тә ҡараны. Тик яуап та, суртым да булманы. Шунда егет, ҡыҙҙың аяғындағы аҡ туфлиһын иҫенә төшөрөп, уны кәкре ҡайынға һөйәтеп киткәнен аңлап, асыуыланып ҡайтып китте.
Икенсе көн Фәтих бухгалтерия яғына барып йөрөмәне. Ҡарап ҡарайыҡ, ни эшләр икән, йәнәһе. Тик Нәзирә иртән дә, төш тә силсәүит тирәһендә күренмәне. Егеттең башҡа сыҙар әмәле ҡалмағас, үҙе килде, тик бухгалтерия бикле ине.
Күрше бүлмәләге ҡыҙҙарҙан:
- Нәзирә ҡайҙа икән, йомошом бар ине, - тип һорашҡан булды.
- Ул район үҙәгенә отчет алып китте, бөгөн булмай тинеләр.
Фәтих, машинаһына ултырып, фермаға юл тотто. Егеттең кәйефе бөтөнләй ҡырылды. Йәйге оҙон көн бөгөн мәңге үтмәҫ кеүек тойолдо уға. Председатель ҡушҡан ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарып, тегендә-бында һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, машинаһын стоянкала ҡалдырып, өйөнә ҡайтып китте. Юлында Нәжип тап булды.
- Кисә Нәзирәгә нимә булған ине ул? Миңә бәйләнәсе...
Фәтих ҡысҡырып көлдө:
- Эйе, әлдә мин булдым, әтеү үҙеңде урлап алып ҡайтып китер ине. Ээээй, Нәжип, мин һине дуҫым тип йөрөгән булам тағы , еүеш танау... Ауыҙыңдан һеләгәйеңде ағыҙып тораһың шунда...
- Ярар, тыныслан, һине лә әйтер инем...
Фәтих етди һөйләшеүгә күсеүен аңлатып, түбәһен тырнап алды:
- Минең план бар. Әйҙә, бөгөн киске уйынға сыҡҡанда, Нәзирәне урлайбыҙ.
- Һин һаман шул уйыңды ҡуймайһыңмы?
- Эйе! Егет һүҙе бер була!
-Ҡуй, юҡ менән булмайыҡ, һин иҫәр ыңғайына йүләрләнеп йөрөгөм килмәй. Нәжиптең кәйефе бөтөнләй ҡырылып, ҡайтыу яғына ыңғайланы.
- Ярар, дуҫлығың шул сама
ғына икән. Һинән башҡа ла урлай алам мин уны. Тик күп һөйләнеп йөрөмә, аңланыңмы, мороноңа алырһың...
Нәзирә менән Фәтих клубта осрашты. Ҡәҙимгесә һөйләшеп, көлөшөп, уйындарҙа ҡатнашып, ҡапма-ҡаршы бейенеләр. Бик күңелле булды. Уйын бөткәс, Фәтих әүәлгесә Нәзирәне оҙатып китте.
Нәзирә хушлашҡанда:
- Иртәгә район үҙәгенә барып, бөгөн бөтмәгән эштәремде ослап ҡайтырға ине. Силсәүит рәйесе һинең менән барырһың тине. Юл ыңғайы, силпоға һуғылып, магазинға тауар ҙа тейәп алып ҡайтырға ҡушты. Иртән юллама алырға онотма, йәме. Мин һине ауыл ҡапҡаһы төбөндә көтөп торормон, - тине лә, ҡыҙ Фәтихты үсекләгәндәй, битенән үпәс итеп, өйөнә йүгереп инеп китте.
- Тыныс йоҡо, Нәзирәм! – тип тороп ҡалды егет. - Әллә шаяраһың, әллә мыҫҡыл итәһең, аңламайым мин һине, - тине үҙ алдына һөйләшеп. Шаярып-көлгән кеүек булһа ла, ул да мине ярата кеүек. Әле бая, ҡапма-ҡаршы бейегендәрендә, ҡалай яратып ҡараны ул миңә. Ә ҡулдары шундай йомшаҡ, йылы, хатта йөрәгенең тибеше тойола. Эх Нәзирә, Нәзирә!..
Ҡайтып ятҡас та егет оҙаҡ йоҡлап китә алмай, иртәгәһе сәфәр тураһында уйланып ятты. Башына ҡыҙыҡ ҡына уйҙар ҙа килде...
***

Фәтих иртән тороп, йыуынып, кейенеп, Нәзирә тыуған көнөнә бүләк иткән хушбуйға ҡойоноп, тамаҡ ялғап алғас, күтәрмәгә сығып баҫты.
Әсәһе артынан сыҡты. Улына һоҡланып ҡарап:
- Һа-а-ай, үҙемдең улым да ҙур үҫте, кәләш алырлыҡ булды! Ҡасан миңә килен алып ҡайтырһың икән, улым? - тине.
- Әгәр ысынлап кәләш алып ҡайтһам, әсәй, һин ҡаршы булмаҫ инең микән?
- Киленгә кеше ҡаршы була ти мени?
- Әтеү, бөгөн үк алып ҡайтам, йәме, әсәй, әҙер тороғоҙ!
- Ярар! Тик атайың кеүек була күрмә...
- Атайыма нимә булған? Ул һине урлағанын беләм. Мин дә был йоланы ҡабатларға уйлайым әле...
- Урланы ти, эсем ауырыуы, - әсәһе ҡысҡырып көлдө.
- Әсәй, һөйләле, урламанымы әллә?
- Оҙон һүҙ китапҡа яҡшы, тигән боронғолар. Атайыңды үҙем урланым тиһәм дә була. Атайыңдың дуҫы Зинур бабайың менән һөйләшеп, крандаслы атҡа ҡыңғырауҙар тағып, үҙем аҙиалға төрөнөп, атайың эргәһенә менеп ултырҙым да, өләсәйеңдәр ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтаныҡ. Юл ыңғайы, атайыңдың ҡолағына: Һин мине ысынлап яратаһыңмы? – тип кенә шыбырҙаным.
Ул:
- Яратмаған ҡайҙа, яратам кәнишнә! – тип билемдән ҡосаҡлап алды. Өйҙәре алдына килеп туҡтағас, атайың мине күтәреп алды ла:
- Әсәй, ҡайҙа мендәрең, киленеңдең аяғы аҫтына һал! – тип һөрәнләп ебәреүе булды, өләсәйең ап-аҡ тышлы мендәрен аяғым аҫтына килтереп тә һалды...
- Һеҙ ир-аттарҙы шулай, кәрәк урында, әҙерәк төртөп тә ебәрергә кәрәк ул...
Ана шул көндән алып даны таралып китте атайыңдың. Хатта ир-аттар:
- Йүнле ирҙәр ҡыҙҙы урлап ҡына ала, ана Нурислам кеүек! – тип кенә ебәрәләр. Әле атайың, ҡорсанғы, маһайып йөрөгән була шунда.
- Был турала бер кемгә лә һөйләмәгәнһеңдер, әсәй?
- Юу-у-уҡ! Үҙемә мәртәбә ләһә! Шуға ҡәҙәр, шунан һуң да ауылда башҡа ҡыҙ урлаусы булманы. Ә уйлап ҡараһаң, ниндәй матур йола!.. Ярай, улым, эшкә ашығам, һау булып тор!
- Пока, әсәй!
- Ҡара һин уларҙы, ниндәй сер һаҡлап йөрөткәндәр! Атай, мин һинең хатаңды ҡабатламам, - тине лә, үҙенә ишетерлек кенә итеп, егет эшкә сығып йүгерҙе.
***
Район үҙәгендә, Нәзирә эштәрен бөтөргәнсе, Фәтих машинаһын силпо алдына ҡалдырып, магазиндан кәрәк-яраҡ алды. Фатима инәһенә инеп, хәл-әхүәлдәрен белешеп, һөйләшә-серләшә сәй эскәс, ишек алдында ятҡан түмәрҙәрҙе ярып ташланы.
- Инәй, миңә берәй матууур аҙиал һатып алырға ине. Мин сепрәк-сапраҡтың рәтен белмәйем, алып бирешмәҫһең микән? - тип, һуңғы ярылған дүмәрҙе өйөмгә ырғытты.
- Хәҙер кибеттәрҙә юҡ нәмә үҙе юҡ, улым, беҙҙең йәш саҡта ғына ҡытлыҡ ине ул... Алырбыҙ, алырбыҙ... Хәҙер өҫтөмдө генә алыштырып сығайым да...
- Иң матур күлдәгеңде кей, йәме, инәй, - тип артынан ҡысҡырып ҡалды Фәтих. Беҙгә барып етеп әйләнерһең, күптән килгәнең юҡ. Әсәйемдәр ҙә ҡыуаныр...

Юлда Нәзирәне ултыртып алдылар.
- Таныш бул, Нәзирә, был минең Фатима инәйем, - тине Фәтих. - Фатима инәй, ә был Гөлнәзирә, - тип таныштырҙы егет.
Район менән ауыл араһы ун биш саҡырым. Ҡояш түбәгә менгәнсе елдереп ҡайтып еттеләр.
- Башта Фатима инәйемде өйгә алып ҡайтып ҡалдырайым да, һуңынан һине илтеп ҡуйырмын, йәме, Нәзирә, - тип
Фәтих үҙенең өйҙәре алдына килеп туҡтаны. Ата-әсәһе лә төшкө ашҡа ҡайтҡандар ине.
Машина ҡапҡа алдына килеп туҡтағас, Фәтих тиҙ генә төшөп, икенсе яҡтан ишекте асып ебәрҙе. Нәзирә ситтә ултырғас, инәйҙе үткәреп, ҡыҙ ергә төштө. Тап шул мәл Фатима инәй, бая һатып алған аҙиялды яҙып ебәреп, ҡыҙҙың башынан япты. Шуны ғына көтөп торған Фәтих, Нәзирәне төрөп, күтәреп өйөнә алып инеп тә китте:
- Әсәй, ҡайҙа мендәрең, киленеңдең аяғы аҫтына һал! – тип һөрәнләне.
Ул арала, алдан һөйләшеп килешкәнсә, Фатима инәй балын, майын тотоп йүгереп килеп тә инде.
- Килен, телең майҙай йомшаҡ, балдай татлы булһын! – тип, ҡыҙға бал менән май ҡаптырҙы..
Ул ике арала Нәзирәнең ата-әсәһе килеп етте. Күрше-тирәләр ҡапҡа алдына йыйылып китте. Нәзирәнең атаһы:
- Ҡыҙым, ризаһыңмы, яратаһыңмы? – тине, ҡыҙына ишетерлек кенә итеп.
Ҡыҙ, эйе, тигәнде аңлатып, башын ҡаҡты.
Йыйылған халыҡ араһынан берәү:
- Һай, Нурисламдың малайы, афарин! Атаһынан ҡалышманы! Маладис! - тигән тауыштар яңғыраны.
Фәтихтарҙың өй эсе, ҡапҡа алды умарта кеүек гөөөж килде. Ауылда яңылыҡ тиҙ тарала бит ул... Әллә нисә йылға бер булған “Ҡыҙ урлау”
йәшен тиҙлегендә тирә-йүн ауылдарға ла барып еткән ине инде.
Нәзирәгә күҙ атып йөрөгән “асыҡ ауыҙҙар” Фәтихҡа көнләшеп тә, һоҡланып та ҡаранылар.
-Вәт, егет исмаһам, әллә ни һәйләнеп тә йөрөмәне, уйланы, эшләне! – тинеләр.
***

Туйға бөтә ауыл йыйылды. Ҡаҙандар элеп, ҡутарып бишбармаҡ бешерҙеләр, әллә нисә самауыр шыжлатып, сәй ҡайнаттылар. Буҙа, ҡымыҙ алып килделәр! Йырланылар, бейенеләр, уйнанылар-көлдөләр... Тәмле һый-хөрмәттән өҫтәлдәр, затлы бүләктәрҙән һикеләр бөгөлдө...
Аҡ келәт тупһаһын аша атлап үткәс Фәтих Нәзирәһенә:
- Минең хәләлем, кәләшем, аҡҡошом! Мин һине ныҡ яратам! Өндә түгел, төшөмдә йөҙәм кеүек... Ә һин?..
- Йәнем, тағы саҡ ҡына төшөңдә йөҙһәң, мин осоп китермен, уян инде!
- Бергә осайыҡ, йәме, кәләш!
- Әйҙә!

Йәйге көн ҡояшлы. Талғын ғына йылы ямғыр һибәләп үтте. Йәйғор сыҡты. Еңгәләр йәш киленгә һыу юлы күрһәтергә, күл буйына алып төштөләр. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҡәнәғәт, сөкөрләшеп, йәштәр артынан эйәрҙе.
Салауат күпере ауылдың ике осон тоташтырып, ҡапҡа хасил булды. Гармун тауышы йәштәрҙе өйҙәренәсә оҙатты. Ә йәйғор аҡ ебәк болоттар араһына инеп ирене.
Йәш кәләш мөлдөрәмә силәктәрен сайпылдырмай, ҡәйнә тупһаһына алып ҡайтып ултыртты. Шунан тәүге самауырын ҡайнатырға ҡуйҙы.
 
Ҡыҙ урлау. Хикәйә.
Ҡыҙ урлау. Хикәйә.
Автор:
Читайте нас: