+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Сентябрь 2022, 21:00

Әйтелмәй ҡалған һүҙ... Ноғман Мусин

Уяндым. Бармаҡ ҡыбырлатырға ла иренеп, күҙемде йомған көйө ятам. Ҡултыҡ аҫтым, түшем дымлы һымаҡ: күрәһең, төнөн тирләгәнмен. Кисәге шикелле башым һулҡылдап ауыртмай, тын юлдарым киңәйеп ҡалған кеүек. Бөтә тәнемдә рәхәт бер хәлһеҙлек, мамыҡтай еңеллек тоям. Күҙ алдымда өрһәң осоп китерҙәй оло ҡыҙыл шар сайҡалып торған төҫлө. Туҡта, әллә мине йомшаҡ сәңгелдәккә һалып бәүе­тәләрме?.. Ысынлап та шулай шикелле бит? Ана, әлеге ҡыҙыл шар сәңгелдәк бәүел­гән ыңғайға тегеләй ҙә былай шыуыша. Карауат ыңғырашты. Кемдер тороп ултырҙы, иҫнәне, көрһөндө, сәсен шытырлатып тырнаны. Ер аҫтынан килгән һымаҡ ҡына тауыш ишетелде: – Арыу йоҡланыңмы, бабай? – Һәйбәт, ҡустым. Һеҙҙең рәхәтлә­неп йоҡлағанға ихлас ҡыуанып яттым. – Нисек инде?.. – Бына шулай, ҡустым. Ниңә апты­райһың? – Аптырамай һуң. Үҙегеҙ, һәйбәт, тиһегеҙ, ә үҙегеҙ... Тағы йоҡлай алма­нығыҙмы ни? Иҫемде йыйғандай иттем: мин дауаханала бит әле. Былар Атаһулла ҡарт менән Ғаффаров һөйләшә. Атаһулла – һикһәндән үткән ҡарт – миңә ҡаршы койкала, Ғаффаров – ир уртаһы кеше – тәҙрә эргәһендәге урында. Атаһулла ҡартты бында айҙан артыҡ ята, тиҙәр, ә Ғаффаров минән бер аҙна элек ингән. – Минең был донъяла йәшәйһе көн­дәрем һанаулы ғына ҡалған инде, Ғаф­фаров ҡустым. Уны ниңә йоҡлап әрәм итергә? Көндөҙ яҡтыны, ҡояшты күреп ҡалайым тип ятам, ә төнөн ошо яҡты донъяла йәшәгән көндәремде барлайым. Үтә ҡартайһа ла, аҡылға теүәл, бик тәрән мәғәнәле итеп һөйләшә торған кеше. Мин быға кисә үк иғтибар иткәйнем. – Һеҙгә ял кәрәк, бабай. Туйғансы йоҡлаһағыҙ, яҡшыраҡ булыр ине. – Һәй, Ғаффаров ҡустым, уны кем белмәй. Бына мин үҙем ҡырҡ йылға яҡын ғүмеремде кешеләрҙе тыныс йоҡлатайым тип, ошоноң өсөн ҡулым­дан килгән бөтә тырышлығымды һалып үткәрҙем. Табип икәнлегемде әйткәй­нем шикелле бит? Дауалау – нимә тигән һүҙ ул? Кешеләрҙең тәненә, һәр ағза­һына һиллек, тыныслыҡ ҡайтарыу. Сөнки күңелең тынысмы, тәнеңдең бер ере лә борсолоу һиҙмәйме, эшең дә бара, тыныс та йоҡлайһың. Тик бына ҡайһы бер һау-сәләмәт кешеләрҙең уғата күп йоҡо һимертеүе, йоҡоно ғына ял тип иҫәпләүе һис тә дөрөҫ түгел. – Һуң, бабай, әле генә үҙең... – Ни әйтереңде аңлап торам. Дөрөҫ, табиптар, йоҡо – сәләмәтлектең нигеҙе, ти. Ләкин йоҡоноң ғүмерҙе ҡыҫҡарта торғаны ла була. Ана, минең улдың күршеһендә бер әҙәм йәшәй. Арыу ғына ерҙә эшләй, тиҙәр үҙен. Ул йоҡоһонан тороп ашай ҙа эшкә китә. Төш ваҡы­тында ҡайтып ашағас, бер сәғәт йоҡлай, кисен, бисәһе аш-һыу әҙерлә­гәнсе, йәнә бер тына серем итеп ала. Тамағын туйҙыра ла йәнә койкаһына ауа. Хатта мин уны эшендә лә йоҡлап ултырған һымаҡ күҙ алдына килтерәм. Ғаффаров «пырх» итеп көлөп ебәрҙе. – Беҙҙең Һарунов кеүек икән. – Һаруновығыҙ кемдер, уныһы миңә ҡараңғы, ләкин мин һөйләгән әҙәм күрәләтә үҙ ғүмерен урлай. Кеше ғүмере нимә тигән һүҙ, ҡустым? Уның оҙонлоғо ни менән үлсәнә? Ғаффаровты, күрәһең, был һорау аптыратты, нисек яуап бирергә белмәйенсә, ыҡ-мыҡ итте, ахырҙа: – Әлләсе... һеҙҙең заманда нисек булғандыр, беҙҙең осорҙа йыл менән үлсәйҙәр, – тине. – Шалишь, брат, – ышанысһыҙыраҡ бирелгән яуап, әйтерһең, ҡартты дәртләндереп ебәрҙе. Уның бығаса бер көйгә генә хәлһеҙерәк аҡҡан тауышы көрәйә төштө. – Ғүмерҙе йыл менән үлсәү – үҙ-үҙеңде алдау ғына ул. Йәғни ер оҙонлоғон аҙым менән самалаған, ләкин хужа унан күпме уңыш алырын белмәй. – Ниңә, бабай, ергә төшөп киттегеҙ әле? Кеше ғүмере нимә тигән һүҙ, уның оҙонлоғо ни менән үлсәнә, тип һүҙ башлағайнығыҙ бит. – Эйе шул. Бына мин үҙем, табип булараҡ, һәр саҡ ошо һорауға яуап эҙләнем. – Таптығыҙмы һуң яуапты, бабай? – Белмәйем. Әллә таптым, әллә юҡ. Әммә ғүмер, минеңсә, әҙәм ерҙә күпме файҙалы эш башҡарып китә ала – ана шул ул. Йоҡо йәшәү йылдарын оҙонайта, тик ғүмерҙе арттыра алмай, шуға ла йоҡоноң күберәген гүреңә ҡалдырыу хәйерле. Унда һиңә берәү ҙә ҡамасауламай, мәңге йоҡлайһың. – Ҡыҙыҡ... Аңлашыла ла, аңлап та еткермәйем. – Минең йәшкә еткәс, аңларһың әле, Ғаффаров ҡустым. Донъя тигәнең шулай ул, күп нәмәне һуңлабыраҡ, ваҡыты үткәсерәк аңлата. Ярар, билде яҙып, йөрөп әйләнәйем әле. Күҙем йомоҡ көйөнсә лә «күреп» ятам: Атаһулла ҡарт кәкреһенән койка башына элеп ҡуйған таяғын дыңғырлатып алды, туҡ-туҡ килеп, әкрен генә ишеккә ыңғайланы. Эйе, ғүмер тиген... Әллә ниндәй уйҙарға тарытырлыҡ һүҙҙәр һөйләне әле был ҡарт. Ниңәлер хәлһеҙлегемдән үҙем рәхәтлек тойғандай, артабан иҙрәп ятҡы килмәне, юрғанымды һирпеп асып ебәреп, етеҙ генә тороп ултырҙым. Тумбочкаһынан емеш компоты, алма, йомортҡалар алып маташҡан Ғаффаров миңә ялт итеп әйләнеп ҡараны. – Әллә шәбәйҙегеҙ ҙә? – Дарыуҙары ярҙам итте, күрәһең. Баш ауыртмай. – Әйҙәгеҙ ҡапҡыларға. Иртәнге тә­һәрәтегеҙҙе алығыҙ ҙа... Шуҡ һүҙле, алсаҡ кешегә оҡшай был Ғаффаров. Һис тә сирле һымаҡ тотмай үҙен. Табиптар уға, бүҫерең аҙып бара, ныҡлы дауаланыу кәрәк, тиҙәр. Ә ул, бәләкәй саҡта кендегемә – кәзә бәрәсе, өйләнгән көнөмдөң иртәгәһенә бисәм баҫҡан, шул этләй, тип мәрәкәләй. Иллә мәгәр ашау тигәнеңде бүҫә. Тегеһен ашарға ярамай, быныһы эсергә зарарлы, тиҙәр; ә ул, ашағандан бер кем дә үлмәй, ти ҙә тумбочкаһын асып, хәбәрен һөйләй-һөйләй, тәмләп-тәмләп тамаҡ туйҙырырға тотона. Ул әле лә, бер ни ҡабаһым килмәүен әйткәс, аптырағандай итте, шунан етди төҫ менән үҙ кәңәшен бирҙе: – Эш ҡеүәте – аш, тиҙәр түгелме? Ә мин, сәләмәтлек ҡеүәте – аш, тип тә өҫтәр инем. Ашағы килмәһә лә ашарға кәрәк. Тиҙерәк шәбәйтә ул, Ғәлләм дуҫ. Үҙ башымдан үткән буйынса беләм. Ана, минең бисә, берәй ерҙә ныҡ ҡына һалып ҡайтып, иртәнсәк баш күтәрә алмай яттыммы, тәүҙә ике тәрилкә аш ашарға, биш сынаяҡ сәй эсергә ҡуша. Ундай саҡта, үҙең беләһең, аштың еҫенән дә ҡоҫҡо килә, шулай ҙа көсәнеп, тырышып, уҡшый-уҡшый булһа ла, ашты ашайым, сәйҙе эсәм, сөнки шунһыҙ бисә баш төҙәтергә йөҙ грамды бирмәйәсәк. Ошо «процедураны» эшләнемме, һин дә мин шәбәйәм дә китәм. Һа-ай, ашау... Атаһулла бабай ашар ине лә ана – үтмәй. Эше мөшкөл ҡарттың. Ашауҙан яҙғас, мандыуҙары ҡыйын инде ул. – Атаһулла бабайҙы әйтәм, бөгөн һеҙгә байтаҡ хәбәр һөйләне шикелле. – Ишетеп яттығыҙмы ни? Ғәжәп кеше ул. Бер аҙна эсендә миңә ана шундай фәлсәфәүи лекцияларҙы күп кенә уҡыны. Ә мин, дөрөҫөн әйткәндә, уғата аҡыллы ҡарттарҙы тыңларға бик үк яратмайым. Уларҙың хәбәренән был донъяла йәшәү теләге юғала. Ғаффаровтың тоҡан ғына шундай һығымтаға килеүенә аптыраным. – Йәшәй белеп йәшәү хаҡында һүҙ алып барҙы бит ул. – Уның йәшенә еткәс, фәлсәфә һатыу еңелдер инде. Бына мин ҡырҡ йәшкә етеп киләм, рәтләп туя йоҡлаған, ялымды үҙемсә генә үткәргән саҡ һирәк. Беләһегеҙме, Ғәлләм дуҫ, ғүмерлек инструктор мин: райкомолда – инструктор, комсомол өлкә комитетында – инструктор, ә хәҙер Совмин исеменән кешеләргә аҡыл өйрәтәм. Кемдәрҙелер, ниҙер тикшерәм, яҙам, һыҙам... Күҙгә күренгән эш юҡ, ә борсолаһың, йоҡоларың оса. Был ҡарт иһә миңә йоҡо тураһында фәлсәфә һата. Был донъяла бүтән әҙәмдәргә аҡыл өйрәтеүҙән дә ауыр эш юҡ икәнен белмәй шул ул. Ә ул – йоҡо хаҡында... – Ғүмер хаҡында тиегеҙ. – Ҡуйығыҙ әле шул һүҙҙе. Ғүмер, имеш. Бына мин ғүмерем буйы кеше атын ҡыуаланым, кеше атына ултырып йөрөйөм. Үҙем теләгәнсе бер иркенләп йәшәп буламы, юҡмы. – Рәхәт йәшәүҙе бер яҡлы ғына уйларға ярамай. Белеүемсә, һеҙҙең эш яуаплы ғына, унда тура килгән бер кешене алмайҙар. – Минең бүлек мөдире әйтмешләй, яуапһыҙ эш буламы ни ул? Әлбиттә, миңә кәңәш һорап та, ярҙам һорап та киләләр, тикшерергә барған еремдә ҡайһы берәүҙәр алдымда бейеп тора йә юхаланып маташа. Ә эш бүлмәмә инеп ултырҙыммы, үҙемдән өҫтөндәр алдында мин кем? Пешка. Эшләйһең-эшләйһең дә тамаҡ туйҙырыу өсөн буфетҡа йүгерәһең, унда тәмле аш еҫенә һеләгәйеңде ағыҙып күпме ваҡыт сиратта баҫып тораһың әле... Кис булдымы – трамвай туҡталышына сабаһың. Ярай әле, һәр саҡ күҙемә ҡарап, ни әйтһәм – шуны үтәй торған бер нисә кешем бар. – Улары кем инде? – Бисә менән балалар. Хәйер, шуны­һы ла насар түгел әле. Юғиһә бына был ҡарттың, – Ғаффаров буш койка яғына эйәк ҡаҡты, – улы, бисәһенең һүҙенән үтеп, ауырыу атаһын күрергә лә килә алмай. – Нисек инде? – тип һорайым, үҙем апаруҡ урында эшләп тә, тормоштан зарланырға яратҡан, бүтәндәр хаҡында ла элә-сала һүҙ әйтергә онотмаған был кешегә аптырабыраҡ ҡарайым. – Бөгөн бында бер ҡатын киләсәк, ҡалғанын шунда белерһегеҙ. Иртәнге ашҡа ваҡыт етмәйме икән, белеп киләйем әле. Ғаффаров, миңә шундай йомаҡ ҡойоп, тумбочка өҫтөндәге ашамлыҡтарын йыйҙы ла сығып китте. Үҙ ғүмеремдә өсөнсө тапҡыр дауаханала ятыуым. Һәм бер нәмәгә иғтибар итәм мин: кешеләр эштән, донъя мәшәҡәттәренән арынып, бына ошонда эләктеләрме, үҙҙәренең сирле икәнен, ҡайһылыр палатала кемдеңдер үлем түшәгендә ятыуын онотҡан шикелле, тормош, ғүмер тураһында фәлсәфә һатыуға тотоноп китеүсән. Улар башҡа урында һөйләмәй торған һүҙҙәрен дә, дауаханаға ингәс, бер ҡатлыланып, асыҡтан-асыҡ һөйләп бөтәләр. Ҡыҙыҡ та инде кеше тигәнең. Дауахана әҙәм балаһының дәрәжәһен, абруй тураһындағы уйҙарын онотторамы икән әллә? Бөгөн ял. Сестралар тумбочка өҫтөнә дарыу ҙа индереп ҡуймай, укол алырға ла саҡырмай, палаталарға күҙ һала йөрөүсе ҡаты бәғерле өлкән сестраның һәр төрлө бойороҡ биргәне лә ишетелмәй, – ауырыуҙар үҙҙәрен иркенерәк тота. Кемдәр дауаланып ята икән, таныш-белештәр күренмәйме тип, балаларса ҡыҙыҡһыныу менән мин дә шунда сыҡмаҡсы булдым. Тәнем еңеләйгән һымаҡ тойолһа ла, һис хәл юҡ икән шул. Ишеккә барып еткәйнем, тотҡаға йәбешеп туҡтаным: бөтөнләйгә кәүҙәм сауығып, иҙән тәпәшәйеп киткәндәй булды, йөрәгем ҡалтыранды, маңлайыма һалҡын тир бөрсөктәре бәреп сыҡты. Үҙем дә, шәп кешеләй, тороп йөрөйөм бит әле. Кисә иртәнсәк кенә утыҙ туғыҙ градус менән сәсрәп ауырып ят та бер тәүлек эсендә аяҡҡа баҫ икән. Сирҙең инеүе тиҙ, сығыуы оҙаҡ, тип белмәй әйткәндәр тиһеңме? Ишек яғына һөйәлеп, саҡ ҡына хәл йыйғандай иткәс, урыныма ипләп кенә кире атланым. Халатымды ла сисеп тормаҫтан, мендәремә терәлдем. Шулай ҡапыл ауырып китеүем үҙемдән булды инде. Тау-урман яҡтарына командировкаға барғайным, көн боҙолдо ла ҡуйҙы. Буран тымып, юл төшкәс, станцияға еңел машина менән үҙебеҙ илтербеҙ, тиеүҙәрен ҡолағыма ла элмәй, күрмәгәндең күргеһе килә тигәндәй, беҙҙең халыҡ өсөн төрлө хәлдәргә эләгеү бер ҙә зыян итмәй, тормошто нығыраҡ, һәр яҡтан өйрәнергә кәрәк, тип бүрәнә тейәгән трактор санаһына ултырып, буранда юлға сыҡ та кит, иҫәр. Ул төнгө елдең үҙәккә үтеүе... Өшөһәм, йөк өҫтөнән төшәм дә сана артынан йүгерәм. Бышлыға башлаһам, тағы бүрәнә өҫтөнә үрмәләйем. Станцияға саҡ еттем. Билет алып, вагонға инһәм, унда эт бәйләһәң дә түҙгеһеҙ һыуыҡ. Трактор артынан йүгереп, йылына инем, бында һис йылыныр әмәл юҡ. Ултыраһың шунда шоҡорайып. Ҡайттым да йығылдым. Өйҙә ятып ҡына рәтләнерҙәй булмағас, кисә иртәнсәк ошонда килтереп һалдылар. Хәҙер бына ят инде «тормошто төрлө яҡтан өйрәнеп». Ә трактор башында килеүҙән иһә боҙҙай өшәнеү ҙә күҙ асҡыһыҙ буран ғына иҫтә ҡалған. Уның нимәһен яҙаһың? Ишек әкрен генә асылды, тоноҡ туҡылдау ҡолаҡҡа бәрелде, – Атаһулла ҡарт был, уның таяғының тауышы. Бына ул ҡаршымдағы койка башына таяғын элде, тумбочкаһына таянып, тәҙрәгә төбәлеп көрһөндө. Уның маңлайын, сикә һөйәктәре ослайып торған битен генә түгел, арыҡ муйынын да тәрән һырҙар телгеләгән. Эйәге аҫтындағы тире, һығып алған сепрәк кеүек, һәлберәгән, күҙҙәре эскә батҡанлыҡтан, ҡаш һөйәктәре үтә ҡалҡыу кеүек күренә. Өҫтөндәге халаты ябыҡ тәнендә тоҡ шикелле аҫылынып тора. Шул саҡ ишек асылды. Ғаффаров унан башын тығып: – Туғыҙынсы палата, киттек ашарға! – тине лә ғәйеп булды. Атаһулла ҡарт тәүҙә ишеккә, унан миңә күҙ һалды. – Ашарға бара алаһығыҙмы? – Бер ҙә ашағы килмәй әле, бабай. Хәл дә юҡ. Ул таяғын алып торманы, ишеккә йүнәлде. – Хәҙер әйтәм, бында индереп бирерҙәр. «Юҡҡа борсолмағыҙ, барыбер ашап булмаҫ», – тип әйтергә инем, ишек ябылды. Сөнки ашарға уның үҙенә лә палатаға килтереүҙәрен белә инем, ә ул мине хәстәрләп йөрөй. Бер аҙҙан ишектә Атаһулла ҡарт күренде, ләкин инеп етмәне, ишеккә һөйәлде, күҙҙәрен йомоп, ибәтәйһеҙ оҙон тойолған ҡулдарын һалындырҙы. Уның сырайының көлдәй күгәреп, үҙгәреп китеүен абайлап, йәһәт кенә торҙом да, үҙемдең хәл дә мөшкөллөгөн онотоп, эргәһенә атланым. – Ни булды, бабай? – Туҡта, ҡустым... тороп тор... – Әйҙәгеҙ, койкағыҙға әкрен генә алып барам. Терәлеп тороғоҙ. – Ярай, хәҙер... үтә ул... – Ҡарттың ирендәре саҡ-саҡ ҡыбырлай, бәлтерәп көскә һөйәлеп тора. Мин артабан ни эшләргә лә белмәй инем, дежур сестра үтеп барған еренән туҡтаны, унан эргәбеҙгә килде. Ҡартты икәүләп койкаһына килтереп ултырт­тыҡ. Сестра дарыу артынан йүгерҙе. Мин иһә Атаһулла ҡарт янында ни ҡылырға белмәй торам. Бына ул ипләп кенә ҡулын күтәрҙе, маңлайын ыуаланы, көсәнеп тигәндәй күҙ ҡабағын ҡал­ҡытты. Тоноҡ, нурһыҙ ҡарашы иҙәнгә төбәлде. – Һы, былай булғас... эш бөтөнләй... хөртәйә, ахырыһы... Уның был һүҙҙәренән ниңәлер тертләнем, сигенеп, үҙемдең койкаға ултырҙым. – Улай тимә әле, бабай. – Мин бит – врач, һиҙәм... – Ҡайһы ерегеҙ ауырта һуң? Ул тоноҡ, сырхау ҡарашын миңә төбәне, күҙҙәрендә мыҫҡыллы йылмайыу ғәләмәте күренде: – Минең йәштәгеләргә белдекле, тәжрибәле табиптар ундай һорау биреп тормай. Сестра инеп, уға дарыу эсерҙе, ятырға ҡушты. Мин дә, тағы хәлһеҙлек тойоп, урыныма ауҙым. Оҙаҡламай икебеҙгә лә ашарға индерҙеләр, ләкин беҙ уға әйләнеп тә ҡарамайбыҙ. Икебеҙҙең дә ашау ҡайғыһы киткән. Ҡапыл бик алыҫта һөйләгән кеүек тауыш ҡолағыма бәрелә: – Мин һәр ваҡыт үҙ самамды, үҙ урынымды белеп йәшәргә тырыштым. Беҙҙең заманда институт бөткән табиптар ҡалала ла етешмәй ине, ә мин ауылда эшләй бирҙем... – Күрше койка яғына боролоп ҡараным: ҡарттың күҙҙәре йомоҡ, ул, әйтерһең, йоҡо аралаш һөйләнә. – Беҙҙең врач халҡы йәше үтһә лә, пенсияға ашыҡмай, эшләргә тырышып ятыусан, сөнки етерлек тәжрибә булғас, диагноз ҡуйыу, ауырыуға ниндәй дарыу яҙыу тураһында баш ватып тораһы юҡ. Эш хаҡы бара, кешегә файҙалы булыуҙан, ниндәйҙер кимәлдә эш башҡарыуыңды тойоуҙан рухи ҡәнәғәтләнеү алаһың. Ә мин алтмышым тулыу менән ғүмерлек ялға киттем. Ниңә ҡабаландың, тиһеңме? Һәр эштә, бигерәк тә табиптар өсөн, үҙ бурысыңды ҡартлыҡҡа һылтанып, һис ни уйламай, борсолмай, вайымһыҙлыҡ менән үтәй башлау – бик ҡурҡыныс нәмә. Беҙҙең эштә ул йыш ҡына сирлеләрҙең ваҡытһыҙ үлеменә булышлыҡ итә. Ҡайһы берәүҙәр бына шуны һис аңларға теләмәй. Ошо арҡала күпме йәш белгестәр үҙ көсөн тулыһынса файҙалана алмай, сөнки бөтә яуаплыраҡ эш – ҡарттар ҡулында... Ваҡытында емереп эшлә лә – кит, үҙеңә алмашҡа килеүселәргә юл бир, улар һинән дә яҡшыраҡ эшләйәсәк. Тормош шулай ҡоролған. Ә беҙҙә... һаман... Ҡарт һөйләүенән туҡтап ҡалды, әллә тағы хәле бөттө, әллә йоҡоға талды. Үҙ тормош юлын барлап, ғүмере буйы йыйған аҡылды кемгәлер биреп ҡалдырырға теләгән кеүек ятҡан ҡарт мине ҡыҙыҡһындыра ла, йәл һымаҡ та тойола. Башымда һорауҙар бутала: ауылда йәшәнем, ти, шунан килтереп һалдылармы икән ни? Уның Ғаффаров телгә алған улы бында – ҡалала торамы? Ҡайҙа эшләй? Ниңә килмәй? Шулай ята торғас, үҙем дә ойоп киткәнмен. Мине Ғаффаровтың тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе. 

 – Әйҙәгеҙ, үтегеҙ. Беҙҙең бабай бирешмәй әле ул.

– Бирешмәһен шул. – Быныһы – ҡатын-ҡыҙ тауышы. – Бөтәбеҙ ҙә уның өсөн йән атып торабыҙ. Тиҙерәк шәбәйһен инде.
Күтәрелә биреп ҡараным. Ишек алдында туптай түңәрәк, ҡыҫҡа кәүҙәле ҡатын баҫып тора. Алһыу бурыҫлаҡ йөҙөндә, ҡыҫыҡ күҙҙәрендә – китмәҫ өсөн ҡунғандай йылмайыу.
– Һаумыһығыҙ. Үтегеҙ, – тим, үҙем Атаһулла ҡартҡа күҙ һалам. Уның күҙҙәре асыҡ, әммә инеүсегә боролоп ҡарау түгел, ҡуҙғалмай ҙа ята бирә. Теге ҡатын, эргәһенә килеп:
– Шунан, ҡайным, хәлең нисек? – тип һүҙ ҡушҡас та, ул ҡарашын түбә таҡтаһынан айырманы.
– Арыу. Шәбәйәм инде, бер нисә көндән сығарырҙар.
Ҡатындың түңәрәк битендәге мөләйемлек ҡайһылыр арала ғәйеп булғайны, ҡабаттан тиҙ үк ҡалҡып сыҡты.
– Шәбәй шул. Тик сығырға ҡабаланма, юғиһә өҙлөгөп китерһең, ҡайным. Һиңә бит әле, бөтәбеҙҙе лә ҡыуандырып, йәшәргә лә йәшәргә кәрәк. Һаулыҡтарыңды ғына бирһен инде...
Ҡарт уның сурытыуын бүлдерҙе:
– Ҡабат ауырымам инде мин, килен... Балалар нисек? Ғәйфулла ниңә килеп әйләнмәй?
– Эй, шуның инде... Әле теге эшен таба, әле быныһын. Бөгөн, ана, балаларҙы киноға алып китте. Үлә бит шулар өсөн. Ярар, ҡайным, юҡҡа борсолма, үҙем бар бит. Бына күстәнәстәр алып килдем. Өй ашы көҫәп ятаһыңдыр, мин әйтәм.
– Миңә хәҙер ашарға кәрәкмәй, килен. Һин минең һуңғы йомошомдо ғына үтәһәң ине. Ҡайтҡас уҡ әйт Ғәйфуллаға, килһен. Донъя хәлен белеп булмай.
Ҡатын тумбочка өҫтөнә төргәктәр сығарып ҡуйҙы, үҙе битен тағы ла нығыраҡ йәйрәтеп сурытыуын белде:
– Әйтермен, әйтермен, килер. Былай ҙа мин уға көнөнә йөҙ тапҡыр әйтәм... Хәйер, үҙең дә ҡайтам тип тораһың бит әле. – Ҡатын Атаһулла ҡартҡа һынамсыл ҡарашын төбәне.
– Ҡайтһам да килһен... Бөгөн үк.
– Әлләсе, ҡайным, бөгөн үк тип ни...
– Бәлки, һуңғы йомоштор, һүҙемде тапшыр, килен. – Ҡарттың тауышында үтенес тә, ҡәтғилек тә бар ине.
Ҡатын, ҡарттың һүҙҙәрен тик хәҙер генә аңлап еткергәндәй, ҡапыл ҡабаланырға тотондо.
– Мин уны... хәҙер. Тиҙ үк килеп етер. Мин уны тегеләй, быжғыртып ебәрермен, – тип һөйләнә-һөйләнә, хушлашып та тормай, туҡылдата баҫып атлап сығып китте.
Был һөйләшеү минең тыныслыҡты боҙҙо. Ҡарттың йәшәүҙән өмөт өҙгән һымаҡ һөйләшеүе, улын килтерергә ныҡышыуы, ҡатын йөҙөндәге яһалма йылмайыу – былар бөтәһе лә әллә ниндәй уйҙарға тарыта ине.
Ғаффаров күрше палатаға шахмат уйнарға сыҡҡан. Тып-тын. Ошо тынлыҡ ниндәйҙер ауырлыҡҡа әйләнеп, күкрәккә баҫа, иҙә. Ахырҙа түҙмәнем, Атаһулла ҡартҡа һүҙ ҡуштым:
– Әле килгән киленегеҙме ни, бабай?
– Эйе.
– Улай килеп йөрөгәс, ярай инде.
– Ярамай шул.
– Ниңә улай тиһегеҙ?
– Уның сырайындағы йылмайыу ҙа, бөтә һүҙҙәре лә, килеүе лә – буш, ялған. – Аҙыраҡ өндәшмәй ятҡас, өҫтәне: – Үтенесемде Ғәйфуллаға тағы әйтмәйәсәк – белеп торам. Ә ул йүнһеҙе...
– Ә ул ниңә әйткәнде көтә? Килеп хәл белешеүгә күпме генә ваҡыт кәрәк инде.
– Их, Ғәлләм ҡустым... – Атаһулла ҡарт ауыр көрһөндө, мендәренән күтәрелә биреп, тарамыш ҡулдарын башы аҫтына һалып ятты. – Улымды мин гел изгелекле булырға, кешеләргә ышанып ҡарарға өйрәттем. Ул иһә уғата бер ҡатлы, үтә лә кеше һүҙенә ышаныусан, ихтыярһыҙ булып үҫте. Уның өсөн донъяла яман әҙәмдәр юҡ. Бына уның ошо йомшаҡлыҡтарын тиемме, яҡшы сифаттарын тиемме, минең әлеге килен кеүек әҙәмдәр үҙ мәнфәғәттәрендә, яманлыҡ ҡылыу өсөн файҙаланып та ҡуйғылай.
«Кешенең яҡшы сифаттарын яман маҡсатта файҙаланыу... Тормоштоң тағы бер ҡот осмалы күренеше бит был», – тип уйлайым мин, хатта көсөргәнештән йөрәгем сәнсеп ҡуя. Атаһулла ҡарт хәл йыйғандай итеп ятты ла һүҙен дауам итте:
– Мин уға тормошта кешесә йәшәү өсөн бик мөһим тағы бер сифат кәрәклеген өйрәтергә онотҡанмын. Был донъяла яуызлыҡ та барлығын, уға ҡаршы йән аямай көрәшергә кәрәклеген иҫкәртеүҙе, ҡанына һеңдереүҙе иҫәптән сығарғанмын... Үҙем ғәйепле... Хәҙер ана яуызлыҡ ҡоло булып йәшәй. Иҫеңдә тот, Ғәлләм ҡустым, аҫтыртынлыҡ менән ике йөҙлөлөк – яуызлыҡ тигән әшәке ауырыуҙың иң ямандары. Әүәлдән килгән ул, дауалап тиҙ генә үткәреп ебәрә торған сир түгел.
Ҡарттың һуңғы һүҙҙәре аңлашыла ла, аңлашылмай ҙа ине миңә. Күңел болоҡһоуы үтмәй, көсәйә генә бара.
– Йыл ярым самаһы элек әбейем үлгәс, ауылда яңғыҙым йәшәнем дә, үҙемде ҡарар рәт ҡалмағас, үткән көҙ бындағы берҙән-бер улыма килгәйнем. Ауылға ҡунаҡҡа барғанда, күстәнәстәр тейәп ҡайтып киткәнендә балҡып торған ошо килен мине оҡшатманы. Эргәмә балаларын яҡын юлатмай, – йәнәһе, минең йоғошло сир бар. Ғәйфулла эргәмә ултырҙымы, хәҙер йомош табып саҡырып ала, күрәһең, әллә ниҙәр серләшә былар, тип уйлайҙыр. Ә бит улым яныма ултырһа ла, миңә рәхәт... Бына хәҙер әллә кемдәр аша юллап, ҡалала пропискам булмаһа ла, дауахананы маҡтай-маҡтай ошонда килтереп һалды. Ләкин минең дауаланып шәбәйер саҡ үткән инде, үҙем беләм... Ғәйфулламды, теле менән йыу­малап, эргәмә ебәрмәй. Әйтерһең, үлем түшәгендә ятҡан көйө мин уны яманлыҡҡа өйрәтәм. Ана шул яуызлыҡ сире хаҡында, һуңлабыраҡ булһа ла, әйтеп ҡалдырғым килгәйне...
Атаһулла ҡарт шымып ҡалды. Минең йөрәкте һаман ниҙер һулҡылдата. Ғаффаров төшкөлөккә ашарға киттеме икән – күренмәй. Сестра инеп, беҙҙең ҡул да тейҙермәгән иртәнге аҙыҡты алып сыҡты, оҙаҡ та үтмәне, төшкөлөккә яңыһын индереп ҡуйҙы. Ҡарт та, мин дә һаман тик ятабыҙ. Төнөн рәтләп серем итмәгәс ни, йоҡомһорай башлағайным, таныш тауыш ҡолағыма бәрелде:
– Бынан байтаҡ йылдар элек ғәжәп сир менән ауырыған бер әҙәм эләкте минең ҡулға. – Йоҡламай икән ҡарт, һаман үҙенең тормош юлын барлай. Күрәһең, ҡайһы бер уй-тойғолары күкрәген йыртып, уның ихтыярынан тыш тышҡа бәреп сыға. – Дауаларға стационарға һалдым тегене. Был әҙәм төнөн йоҡоһонан һаташып уяна ла, ырғып тороп, стеналарҙы төйөргә, мендәр мөйөштәрен сәйнәргә, хәтәр һүгенергә тотона. Уяу сағында туҡ бесәй кеүек шып-шым, ғөмүмән, әҙәпле, баҫалҡы кеше төҫлө. Бер саҡ ипләп кенә һөйләшәм, тегене-быны һорашам, сөнки дөрөҫ диагноз ҡуя, дауа тәғәйенләй алмай аптырап бөткәйнем. Ҡайһы саҡта беҙ, врачтар, диагнозды сирле кеше менән ихлас һөйләшеп дөрөҫөрәк билдәләйбеҙ. Миңә был юлы фонендоскоп һәм башҡа ҡорамалдар, анализдар ярҙам итмәгәнде ихлас күңелдән һөйләшеү асып бирҙе. Беләһеңме, Ғәлләм ҡустым, нимәне асыҡланым мин? Әлеге әҙәм ғүмере буйы кешегә ҡаршы ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән, ни ҡушһалар, күңеленән ризамы, түгелме – шуны үтәгән. Ә олоғая килә кемдәргәлер ҡаршы әйтелергә тейешле һүҙҙәр, үҙенсә, йөрәге, аҡылы ҡушҡанса йәшәргә теләү тойғоһо шул тиклем күп йыйылған, күңелендәге сиргә әйләнгән хатта. Дарыу менән бөтөрөп булмай торған сир ине был. Нисек дауалайһың уны? Кеше ғүмере буйы үҙе булып йәшәмәгән, йәнһеҙ ҡурсаҡ кеүек йөрөгән. Үткән юлы – бушлыҡ, алдағыһы – өҙөлгән. Уның донъяға тыумауы яҡшыраҡ булыр ине, бәлки. – Ҡарт көрһөндө, ҡалтыранған ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланды. – Үҙемдең улды әйтәм, Ғәй­фуллам ана шулай булып ҡалмаһын ине, тим...
Миңә ҡарттың тормош, кешеләр тураһындағы фәлсәфәһе ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Билдәһеҙ ауырлыҡ күңелемде баҫа. Ниндәйҙер өмөт менән ишеккә ҡарайым. Хәҙер бына ҡарттың улы килеп инһен ине. Ошо ауырлыҡтан шундуҡ ҡотолормон һымаҡ.
Ҡарт ҡабат һүҙ ҡуҙғатманы. Минең һөйләр хәбәр шул ине, бүтәнсә һүҙем юҡ, тигән шикелле, ап-аҡ түбә таҡтаһына төбәлеп, ҡыбырламай ята. Әгәр хәҙер улы инһә, нисек дәртләнеп, йәнләнеп китер ине. Әле генә миңә һөйләгәндәренең мәғәнәһен улына ҡайһылай итеберәк аңлатыр ине икән?..
Йөрәгем һаман һулҡылдап һыҙлай.
Ғаффаров ашап инде, арлы-бирле итте лә ятып йоҡоға сумды. Шул тиклем рәхәт йоҡлай, хатта ауыҙын сәпелдәтеп ала.
Палата тып-тын.
Бер аҙҙан Атаһулла ҡарт яғына күҙ һалам. Уның башы мендәренән ипһеҙ ҡыйшайып төшкән, һирәк һарғылт тештәре күренә биреп тора, төпкә батҡан йәнһеҙ күҙҙәре яртылаш ҡына йомоҡ. Йөрәгем ниҙер һиҙенеп, ҡурҡып, тора һалдым да эргәһенә барҙым.
Атаһулла ҡарт үлгәйне.

 

Әйтелмәй ҡалған һүҙ... Ноғман Мусин
Әйтелмәй ҡалған һүҙ... Ноғман Мусин
Автор:
Читайте нас: