+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Сентябрь 2022, 17:00

Милли тел буйынса дәүләт имтиханы тапшырған берҙән-бер студия булдыҡ

Мәскәүҙә Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында башҡорт студияһы студенттарын уҡытҡанда  үтә ныҡыш булдым. Өфөнән тоҡлап-тоҡлап гәзит-журналдар алып китә торғайным. Беҙ милли тел буйынса дәүләт имтиханы тапшырған берҙән-бер студия булдыҡ. Махсус комиссия төҙөттөк. “Институт тарихында ундай имтихандың булғаны юҡ”, тип уҡыу йорто етәкселеге ризаһыҙлыҡ белдереп маташҡайны: “Уныһында минең эшем юҡ. Нисек инде башҡорт театрына эшкә ҡайтырға тейеш булған студенттар башҡорт теленән дәүләт имтиханы тапшырмаһын. Аңлай алмайым. Рөхсәт бирмәйһегеҙ икән, башҡорт хөкүмәте менән бәйләнешкә инәм”, – тип һүҙемдә ныҡ торғас, ризалашмай саралары юҡ ине.

 

Ул йылдар үҙе бер тормош мәктәбенә торош булды. Мәскәү уҡытыусылары үҙҙәрен үтә юғары баһалай. Унда меркантилизм һауаһы хөкөм һөрә. Мин дә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышам. Эшкә матур итеп кейенеп барам. Барыһы менән дә йылмайып иҫәнләшәм. Бер милли тел уҡытыусыһы ла кафедра ағзаһы түгел. Ә мине ни эшләптер кафедраға алдылар. Шундағы уҡытыусыларҙың береһе кафедралаш коллегаларымдан: “У вашей башкирки так сильно развито чувство собственного достоинства, что она из себя представляет?” – тип һорай икән. Улар иһә: “Рәсимә Булат ҡыҙы – фән кандидаты, атҡаҙанған уҡытыусы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, шағирә һәм министр урынбаҫары ҡатыны”, – тигәндәр. “То-то оно, она так держится как будто нам ровня”, – тигән була икән тегеһе. Ә мин ысынлап та үҙ дәрәжәмде беләм. Һис ниндәй осраҡта ла юғалып ҡалмайым. Мәрйәләр аш-һыу менән булышып йонсомайҙар күрәһең - байрамдарға күпсетеп ҡоймаҡ, ваҡ бәлеш, сәк-сәк бешереп алып килһәм, барыһы ла аптырашта ҡала. Тантаналарҙа, мәжлестәрҙә уҡыу йортоноң ректоры Афонин миңә һәр ваҡыт һүҙ бирер ине. Мин иһә матур итеп телмәр тота торғайным. Студенттарым да: “Апай, рәхмәт инде, бик матурһығыҙ, күркәм итеп кейенәһегеҙ”, – тип һоҡланыуҙарын белдереп кенә торҙо. Былар хаҡында оҙон-оҙаҡ сурытыуымдың сәбәбе шул – йәштәргә ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, үҙ дәрәжәгеҙҙе белегеҙ тип әйткем килә. Ә абруйҙы белемлеләр, заман менән бер ҡатарҙан атлаусылар ғына яулай ала, әлбиттә.

Гөлшат Ҡаһарманова (әңгәмәнән өҙөк).

Милли тел буйынса дәүләт имтиханы тапшырған берҙән-бер студия булдыҡ
Милли тел буйынса дәүләт имтиханы тапшырған берҙән-бер студия булдыҡ
Автор:
Читайте нас: