+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Сентябрь 2022, 21:00

Артыҡбикә. Повесть. Рәйлә Сабитова. (Аҙағы).

Шулай уйлашып ҡайтып килһәм, ни күрәм. Ике сабыйым абына-һөрөнә тигәндәй гәрбил һөрәтеп маташалар. Күршенең һәндерәп бөткән атаһы дәртләндереп һай-һайтлап торған була, ҡулында сүкеш-ҡаҙаҡ. Бәрәңге баҡсаһы яғынан кәртәнең өлөшө емерелеп төшкән ине шул. Шуны ямап булашалар. Бер нисә көн эргәһенән теште ҡыҫып үтеп йөрөйөм. Көсһөҙлөктән күҙгә йәштәр тығылды. Тиҫтерҙәренең балта тотоу төшөнә лә инмәйҙер, ә минең оло малай утын ярырға өйрәнде. Әҙ булһа ла аҡса ситкә китмәҫ, тип тырыша. “Эшсе”ләремдең күңеле булһын тип, һый әҙерләгән булдым. Маҡтарға ла аптырайым инде. Көсө етмәҫтәйҙе күтәреп биртенеп ҡуйыуынан ҡурҡтым. Ыуыҙ ғына бит әле уның һөйәктәре, быуыны ҡатмаған. Уға үҫергә лә үҫергә, уйнарға, хыял итергә кәрәк. Ваҡытынан алда өлкәнәйергә түгел...– Йонсомаҫҡа ине, бәлки бабайың килгән сағында йүнәтеп китер ине, – тиеүемә , ҡолонсағым:– Әҙерәк донъяны нығытырға кәрәк, яңғыҙың ҡалғас ауыр булыр, – тип ололарса һүҙ ҡушып һушымды алды.Яңғыҙың ҡалғас ти?– Беҙ, әсәй, кадет корпусына уҡырға китәбеҙ. Бабайым әйтә, әсәй ҡуйынында ғына үҫкән малайҙар мәмәй була, ти. Армияла тиҙ һына, ти. Атайымды ла армияла “һынып” ҡайтты, шуға йәшәй алманы, ти. Минең һынғым килмәй. Алкаш та булғым килмәй. Минең летчик булғым килә. Ә унда әҙерәк үҫкәс парашюттан да һикертәләр, ти. Йәй көнө һиңә утын әҙерләшәбеҙ ҙә, көҙгә итербеҙ, йәме.Мин шаңҡыуҙан улыма ни тип тә яуап бирә белмәнем. Бына һиңә мә! Мин нисә йылдар буйы үҙ ҡайғымды ғына уйлап, үҙ кисерештәремә батып, балаларымды иҫкә лә алмағанмын. Миңә ир кәрәкмәһә лә, уларға атай кәрәк, имеш. Үҙемдең ашмаған хыялдарымды уйлап, үҙемде йәлләп һыҡтағанда, эргәмдә генә үҙ улымдың хыялдары яралып, минән айырым шәхес үҫеп килеүен күрмәй ҙә торам түгелме? Шаҡҡатҡыс. Балаларҙы ситкә ебәреү ҙә ҡыйын. Сабый ғыналар бит әле! Етмәһә, аҡса еткерергә кәрәк. Ҡала һиңә ауыл түгел, урам буйына алам-һалам кейеп сығып булмай. Аҡсаһыҙ ҙа туҡ йәшәргә баҙ тулы бәрәңге, итең-һөтөң юҡ. Ни эшләргә? Юҡ, бер ҡайҙа ла сығып китмәйһегеҙ, тип ҡырт киҫһәм?ителәгебеҙгә ҡаршы төштөң, бәхетебеҙгә ҡамасауланың тип ғүмер буйы үпкәләмәҫтәрме? Уф, бигерәк ҡыйын йәш булыуҙары!!! Ҡалай эшләһәм дөрөҫ була, ҡайһылай юҡ – нисек белергә һуң? Етем бала булараҡ, ниндәйҙер льготалары барҙыр, әлбиттә. Дисциплина ла яҡшы тип яҙалар. Бәлки улым хаҡлылыр? “Летчик” ти бит әле ул! Осорға, һауаға күтәрелергә тигән теләк минән уға ҡан менән күсте микән әллә? Ҡыҙыҡ... Мөнөй әбей тағы иҫкә төштө. Минең ҡанаттарым үҫмәйәсәкте белеп бәғере өҙөлөүен һөйләгәндә йөрәгем ҡыҫып-ҡыҫып ҡуя. Әммә әле улым өсөн йөрәгем өҙөлә. Уның хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә маташып та ҡарамаһам, ғүмер буйы үкенәсәкмен.Эй ялҡтым да инде ошо фәҡирлектән. Ялҡтым ошо “эконом-кластан”! Уйланып арығас, бер көндө мәтрүшкә йыйырға сығып киттем. “Төпкөл-төпкөл” тип кәмһетеп һөйләһәләр ҙә төпкөлдә йәшәүҙең үҙенең яҡшы яҡтары бар. Нисәмә-нисә тиҫтә сығымдарға тиклем бер завод-фабрика һымаҡ экология боҙоусы сәнәғәт предприятиеһы юҡ. Тәбиғәт тап-таҙа, үлән-емешкә бай. Оҙаҡ та йөрөмәнем, бер ҡосаҡ йыйҙым. Ҡайтышлай зыяратҡа һуғылдым, Рәсим янына. Ҡәйнәмдәр онотмай уны, ҡәбере тәрбиәле. Арзанлы ғына булһа ла памятник эшләткәндәр фотолап. Өйләнмәгән сағындағы фотоһүрәтен ҡуйғандар. Тора йылмайып, йәш кенә, ихлас ҡына. Былай матур ғына булған икән төҫкә. Әле тыныс һәм ситтән, бер мөнәсәбәтһеҙ ҡарағас, күренде. Бергә йәшәгәндә ул миңә һылыу, күркәм булып түгел, минең әҙмышыма аҙашып килеп кергән оронсоҡ булып күренә ине. Вафаты алдынан бигерәк тә. Эргәһендә сыҙағыһыҙ ине. Ниндәйҙер бөтә донъяға үсегеү бар ине унда. Бөтә яҡшылыҡ та уға яһалма булып күренә. Йәғни, изгелек битлегенә төрөлгән яуызлыҡ булып. Улымдың һүҙенә тиклем был турала уйлаған юҡ ине. Ысынлап һынып ҡайтҡандыр Рәсим “ҡайнар нөктә”ләрҙән. Миңә уның уйҙары ла, хистәре лә, кисергәне лә ҡыҙыҡ түгел ине. Ҡыҙыҡһынырға башыма ла килмәне. Аңларға ла. Теләгем дә юҡ ине. Мин тик үҙемә бикләнеп, үҙ ҡайғым менән генә йәшәнем. Үкенәм, әммә үкенәм тип әйтә алмайым. Уның күңелендәге менән ҡыҙыҡһыныуымдан нимә үҙгәрер ине? Мин нимә, уны ярата башлар инемме? Юҡ. Әммә әлеге аҡылым булһа, мин уға кейәүгә сыҡмаҫ инем. Үҙемдең бәхетте генә уйлаған өсөн түгел, юҡ. Мин инде уның да бәхетен уйлар инем. Рәсим йәш, матур егет ине, ике бала табып бирерлек булғас, ул тикле насар бәндә лә булмағандыр. Уның һөйөп-һөйөлөп йәшәргә хоҡуғы юҡ инеме ни? Бар ине. Мин уның тәҡдимен ҡабул итеп, бәхетенә кәртә булып яттым. Ул үҙенең яртыһын, мөхәббәтен эҙләүҙән туҡтаны. Ә бәлки тапҡан булыр ине. Яралы йәненә дауа булған булыр ине ул мөхәббәт, йәшәргә көс бирер ине. Ә мин Рәсимгә бер ниндәй йылы ла бирә алманым. Сөнки ул ваҡытта үҙем буп-буш инем. Ниндәй йылы ти ул? Иргә бирә торған йәнемде һурып бөткән ине Сашка. Математикала ғына минусты минусҡа ҡабатлаһаң плюс була. Ә тормошта киреһенсә. Ике бәхетһеҙҙе бергә ҡушһаң, бәхетһеҙлек нығыраҡ көсәйә...Мөнөй әбейемдең баш осонда торланым. Уның кәртәһе лә юҡ, памятнигы ла, фотоһы ла... Талғын ғына һыйпап уйланып торҙом. Ҡалдырҙың һин миңә йомаҡтар, ҡалдырҙың. “Үҙең бәхет бул” тинең. Ҡырҡың да етеп килә бит әле. Уҡытыр микән әсәйем? Үкенеүе ихлас инеме икән? Әллә “бесән ваҡытында нимәгә был өҫтәлмә мәшәҡәт” тиерме? Исемем юҡлығын әйтмәнем дә бит әле мин уға. Бетеү хаҡында ла ләм-мим. Рушаннаға ғына әйттем. Ире гранат ҡашлы алтын алҡалар бүләк иткән икән. Хаҡы апаруҡ ҡына. Ниһайәт, скидка карточкаһын “платиновый”ға алыштырғандар. “Бетеүеңә күндән матур ғына тышлыҡ тек тә, минең карточка менән алтынмы, көмөшмө сылбыр алып тағып ҡуйырһың. Исем ҡушыу айҡанлы бүләгем булыр”, тине. Мәркәз иҫкә төшкәс, йөрәк леперҙәп китте. Барһаң ине! Теге ваҡыттан бирле барған юҡ. Сашка-Искәндәр менән кабинетында һуңғы осрашыу сәйер генә булды. Документ әҙерләп ҡуйған, имза ҡылды. “Ошо ғына инеме теләгең” тип күрәләтә битараф тон менән өндәште. Мин уның күрһәтмә ғәмһеҙ тауышында үпкә һәм рәнйеү ишеткән һымаҡ булдым. Тик тойғома ышанманым. Ә әле шул ваҡ-төйәк деталдәрҙе бергә “йәбештереп” уйлана ҡалдым. Ул “ныҡ ҡыйын ваҡытта көн тимәй, төн тимәй, шылтырат” тип телефон номерын бирҙе. Ишеккә тиклем оҙатып килде. Хушлашып һонғанында ҡулы еңелсә ҡалтыранған һымаҡ тойолдо. Әммә мин шул тиклем ныҡ тулҡынланған инем. Ҡулым дерелдәгәнен баҫырға маташып, хистәремә әүрәп уға иғтибар итмәнем. Әле шуларҙы иҫләп-иҫләп ҡуям да... Бәлки алданмағанмындыр әле мин? Бәлки уның тарафынан да хистәр ихлас булғандыр? Бәлки һуңғы осрашыуҙа ул минән нимәлер көткәндер? Башлап аҙым яһауымды, мәҫәлән. Башлап был темаға һүҙ бороуымды. Юҡһа беҙ әллә ҡайҙағы Американың һауа торошо һәм Австралия урынлашҡан мередиан градусын асыҡлап бөттөк, ә иң кәрәклеһенә ҡағылманыҡ. Кем булдыҡ беҙ бер-беребеҙ өсөн? Кем кемде ташланы? Һәм ни өсөн? Һорауҙар, һорауҙар. Бөтә тормошом һорауҙарҙан торасы йәнде көйҙөрөп. Хет бер яуап булһасы. Мәҫәлән, фәлән-фәлән көндә был мәсьәләләр сиселәсәк, тигән.Мәтрүшкәһен ауыл янынданыраҡ йыйып алдым алыуға. Тик бына бесәнлегем ер аяғы ер башы тигәндәй яҡтан. Әлеге лә баяғы – яҡлаусы юҡлыҡ. Байҙарҙың, хәллеләрҙең сабыны ла ауылға терәлеп торған яландарҙан. Ни тиһәң дә, уларҙың был эште яйларға яйы, майларға майы бар. Сабынлыҡҡа ла бит әлеге лә баяғы теге шайтан таяғы хужа. “Силсәүит”те әйтәм. Көсһөҙөрәктәргә, минең һымаҡ, иң йыраҡ, иң уңдырышы әҙерәк яландарға ғына күҙ терәп тороға тора килә. Тракторсыһы ла алыҫҡа техника ҡыуғыһы килмәй инәлтеүсән, алһа хаҡын да ҡутара ала. Юҡ, бөтә яңғыҙаҡ, тол ҡатындар минең һымаҡ йонсомай, һүҙ юҡ. Хатта, донъяның артына тибеп йәшәй ҡайһылары. Иренең ҡырҡын уҡытыр-уҡытмаҫ йәш егет керетә ҡайһыһы. Кемдер йортло-ерле уңған ғына яңғыҙ буйҙаҡҡа барып керә. Ауылда бит ир-ат заттары күберәк, ҡатын-ҡыҙ әҙерәк икәне билдәле. Кемдер йортҡа ла керетмәй, кейәүгә лә сыҡмай, ғаиләле арыу ғына ирҙе һыйындыра. Аҡмаһа ла тама, тигән шикелле, тәүҙә ҡатынынан ҡаса-боҫа, аҙаҡ асыҡтан-асыҡ ярҙам итә уныһы. Кемдер иң анһат юл менән китә: көмөшкә ҡыуырға тотона. Даими аҡса ла килеп тора, ваҡ-төйәк мәшәҡәтеңде атҡарышырға һәр ваҡыт сәрхүш батрактарың бар, шулай уҡ батрачкаларың да. Ҡәйнә яҡтары инде нисә йыл минең ниндәй “юл һайлағанымды” белә алмай яфалана. Ә минең бер ниндәй ҙә юл һайламағанымды аңларға әллә баштары етмәй, әллә теләктәре. Хәйер, һуңғы йыл-йыл ярым ниндәйҙер үҙгәреш һиҙә башланым. Элек урам буйындағы һәр ғәйбәт һайын мине һүгеп китеүҙән тәм табалар ине. Әле нисә тапҡырында ул-был һүҙ әйтмәй, ҡушҡан һаулығымды алып үттеләр. Ишетмәй ҡалғандарҙыр тиһәң, ауылда бер ниҙе лә йәшереп булмай. Күрәһең, тыныслана башлағандарҙыр. Оло кешеләр ҙә инде, бәлки кемдең кем икәнен ниһайәт, айырғандарҙыр. Әле ҡәйенбикәнең оло малайы хәбәр килтергән. Бесәнемде һаман саптыра алмағас, “күрше”ләр байтаҡ ҡына өлөшөмә кереп һелтәп ташлағандар, ти. Асыу-ярһыу сығып киттем сабынымды ҡарарға. Бер-ике саҡрым йәйәү, бер нисәһен бесәнселәр техникаһына эләгеп барып еттем. Апаруҡ ҡына йәмһеҙләшеп, һүҙләшеп алыуға, ҡотто осороп кеҫә телефоным шылтыраны. Кем икәнен аңғармай ҙа ҡалдым, “Өйөң яна, пожар!” тип ҡысҡырыуға быуынһыҙланып төштөм. Иң беренсе уйым “Улдарым!” ине. Шаңҡыуҙан телефонымдың ҡулдан һыпырылып төшкәнен дә аңғармай, ауыл яғына йүгергәнмен. Әле генә минең менән изгәләшкән ирҙәр хәлде һорап-белеп, артымдан еңел машина менән ҡыуып еткәндәр. Юл буйы нимәлер һөйләп тынысландырырға маташалар. Ҡайҙа ти ул! Бер ни ҙә ишетмәйем дә, аңламайым да. Эсемдән генә тик Хоҙайға ялбарам. “Ниндәй ауырлыҡ бирһәң дә түҙермен, балаларым ғына иҫән-һау булһын!” Эҫе көндә ҡоп-ҡоро бәләкәй генә ағас өйгә күп кәрәкме ни? Етмәһә, бесән өҫтө, йүнле әҙәм яланда. Йортта шул ҡарт-ҡоро ла, бала-саға. Ярай әле, ваҡытында пожарниктарға хәбәр иткәндәр. Ҡура-ҡаралтылар ҡалған, күршеләргә күсеп буйлап китмәгән. Ярай әле улдарымды фәрештәләре һыу инергә алып киткән булған. Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт, әммә яланғас, документтарһыҙ һәм аҡсаһыҙ килеш урамда тороп ҡалдыҡ. Хәлемдең аяныслығы тәүҙә башыма барып та етмәне. Уттан ҡалған “мөлкәт”те барлап, милиция менән аңлашып, балаларға ятыр-торор урын хәстәрләп мәж килдем. Булдыра алған кеше үҙенән артҡан кейем-маҙарын килтергән була, ҡайғымды уртаҡлашып уфтанған, баш сайҡаған була. Әбейҙәр “Инде ни хәл генә итерһең инде” тип бот сабып аптырашалар. Уларҙың аптырағанынан миңә ни файҙа инде? Былай ҙа эсем яна. Ах өйкәйем! Ҡәлғәм булғанһың икән һин миңә, ҡәлғәм! Тәнем генә түгел, йәнем өшөгәндә лә һиңә ышыҡландым. Кешеләргә рәнйегәнемдә лә һиңә кереп бикләнә лә йыуана торған инем. Бәләкәй генә булһаң да минең өсөн азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡтоң үҙе булғанһың икән!Ни эшләргә һуң, ни эшләргә? Атай йортонда оҙаҡҡа ҡалып булмай, уныһы көн кеүек асыҡ. Тәүҙә “боролорға ла урын ҡалманы” тип уфтана башларҙар. Унан китә кәпкәнләү. Унан китә һәр бер телем икмәк менән дә битәрләү... Мин ярай, өйрәнгән баш. Ә улдарым? Мин бит уларға артыҡ тыңлаусан, йыуаш булмаһындар тип, үҙ көйөмә бейегәнде талап итмәй үҫтерҙем. Әле иһә аптырап ҡалдылар: улар, имеш, дөрөҫ ултырмайҙар, ашай белмәйҙәр, ни эшләһәләр ҙә еренә еткермәй, боҙалар... Минән яҡлау көтөп мөлдөрәп ҡарағандарында әллә ҡалай булып китә. Ни эшләй беләм инде? Ошо кешене үҙ-үҙен үҙгәртергә маташып саҡырыу – файҙаһыҙ. Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә, тиҙәр. Үҙең аҡылға ултырмаһаң, яныңдағы яныңдағы бер кемдең дә тәьҫире ярҙам итмәйәсәк.Ауылда буш тоған өйҙәр бар-барын. Ҡайһыһына күсһәң дә, хәтһеҙ генә ремонт кәрәк буласаҡ. Кеше тупһаһы – кеше тупһаһы инде, үҙеңдеке түгел. Бер ҡайҙан килем дә, ярҙам да юҡ икән, үҙ өйөңдө нисек һалырға? Хатта ҡаза күреүселәргә ярҙам йөҙөнән делянканы льготалы шарттарҙа бирһәләр ҙә , мин –ҡатын кеше нисек урман эшен йырып сыға алам? Күпме ир-атты тыңлатырға кәрәк уның өсөн! Ә минең “тыңлатҡысым” тамаҡ аҫрарға саҡ-саҡ. Күпме документ юллайһы бар. Уның өсөн аҡса кәрәк. Ә аҡсамды алыр өсөн... документтарҙы тергеҙергә кәрәк! Минең әле уның артынан район үҙәгенә йөрөр өсөн хатта өҫтөмә, аяғыма кейерлек әҙәмсә кейемем дә юҡ...Был – тупик. Вәт терәлдем тек терәлдем. Проблемаларымдың осо-ҡырыйы күренмәй. “Юҡтырһың да Алла, булһаң әгәр...” тип, айға ҡарап олорға ғына ҡалды.Хәйер, Алла бар ул, бар! “Мөхәммәдиә”мде муллалыҡҡа уҡып йөрөгән бер шәкерт алып торған ине. Бетеүем, көмөш сылбырым булмау сәбәпле, телефонда брелок булып йөрөй. Шулай итеп, ике ғәзиз балам менән ике ҡәҙерле ҡомартҡым үҙем менән ҡалды. Шуға шөкөр ҡылмай, ни тип әйтәһең?“Тупик” тип алдараҡ “шатланғанмын”, имеш. Баҡтиһәң, әсәй үҙенең иң яҡын әхирәттәре менән минең яҙмышты үҙенсә яҡшы итеп ойоштормаҡсы икән.– Инде йәшең дә апаруҡ. Етмәһә, ике малайың бар. Яңғыҙың барыбер өй һалып булаша алмаҫһың. Бында ла урын тар. Хәшиә әхирәттең күрше ауылда арыу ғына ҡоҙаһы бар икән. Өйө ҙур, ти, хужалығы ла ҡараулы. Йәше ҡырҡтан уҙған-уҙыуға. Зато бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән, хәләк уңған, ипле, ти. Әсәһе менән генә йәшәй. Оҙаҡламай һоратырға килерҙәр. Йәш ҡыҙ кеүек ҡуҡырайып, инәлтеп тормаҫһың. Үҙегеҙҙе үҫтергәнмен, хәҙер, ҡартайған көндә, балаларыңды ҡарап ултыра алмайым бит инде. Мин Хәшиәгә ризалыҡ бирҙем. Танышып, килешеп китергә тырыш, ҡыш бауыры оҙон, һалҡындарға тиклем урынлашып ҡалғаның хәйерле.Әсәйгә текләнем дә, шаҡ ҡаттым. Ни эшләйһең һин? Бер тапҡыр кейәүгә ҡыуып сығарып яҙмышымды боҙҙоң бит инде! Инде тағы шул “тырма”ға баҫтырырға тырышаһыңмы? – тип асырғанып ҡысҡырғым килде. Ҡысҡырманым. Сыҡтым да, киттем. Ҡайҙа киттем? Үҙем дә белмәйем. Уй-һағыштарымды елгә осорайыммы икән, һыуға ағыҙайыммы? Тормош – ормош. Ошолайтып оролғансы, торна булып берәй яҡҡа ғына олаҡһамсы!Күңелле генә итеп телефон зыңланы. Рушанна икән.

 – Минең хәлдәр йырҙағыса. Срочно ғына кил, срочно! Осрашҡас, һөйләшербеҙ барыһын да. Автобусҡа аҡса тапһаң, ҡалғаны һинең проблема түгел. Көтәм, кил!
Ялҡауым килеп кенә уйлана ҡуйҙым. Ҡайҙан аҡса таба алам мин? Баҡсамдағы булған еләк-емеште һыпырып йыйып алдым да, бер күршегә бер силәк сейә, икенсеһенә ҡурай еләген һатып, юллыҡ аҡса таптым. Аҡса таптым, тимәк яҙмышым мәркәзгә барырға ҡуша. Иртәгәһенә Рушаннаның квартираһында бер-бер артлы матур-матур кейемдәр ҡарай инем инде. Ул үҙенең буй-һынды ҡыҫып торған иң затлы юбка-салбарҙарын, күн куртка, бейек үксәле туфли-ботильондарын килтереп сығарҙы. Ахырҙа түҙмәнем:
– Ниңә улай ҡыланаһың, былар бит үҙеңә кәрәкле әйберҙәр! – тинем.
– Ҡалдыҡ-боҫтоҡто бирергә, һин мине кем тип уйлайһың?
– Юҡ, Рушанна, бигерәк ҡиммәтлерәр, үҙең генә кей.
– Мин бит һиңә хәлдәрем йырҙағыса тинем.
– Йыр кеүек булғас, һәйбәт инде.
– Ниңә “ниндәй йыр” тип һорамайһың?
– Ну... Ниндәй йыр?
– “А я беременна, и это временно” тигәнен ишеткәнең бармы?
– Бар... Ой, Рушанна, ҡотлайым. Малаймы?
– Шулайҙыр тип өмөтләнәбеҙ. Шуға күрә был кейемдәр миңә байтаҡ ярамаясаҡ. Ә ярай башлағас модаһы үткән була. Яҡшы булды әле, гардероб яңыртырға бер сәбәп, исмаһам.
Әлдә яҙмышымда Рушанна бар. Йәнемде ҡыйып миңә ҡушылып уфтанмай. Юҡ-бар нәмә һөйләп көлдөрөп эске көсөргәнешемде йомшартырға, хәсрәтемде таратырға тырыша.
Артыҡбикә. Повесть. Рәйлә Сабитова. (Аҙағы).
Артыҡбикә. Повесть. Рәйлә Сабитова. (Аҙағы).
Автор:
Читайте нас: