-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2022, 12:00

Таңсулпан Ғарипова "Бөйрәкәй" роман-эпопеяһы хаҡында

Шул мәлдәрҙә Переделкинола яҙып алып ҡайтҡан яҙмамды йәнә ҡулға алдым һәм ҙур бер романға ерлек әҙерләгәнемде аңланым. Отпуск алдым да ижадҡа тотондом. Ул ваҡытта мин генә эшләйем, Хәйҙәрҙең заказдары юҡ, аҡсаһыҙ. Айтуған бер йыл киностудияла эшләп йөрөнө лә, аҡса түлмәгәстәр, ҡайтып юридик факультетҡа уҡырға инде. Бәләкәйе лә институтта уҡый. Ондо һыуға ғына баҫып, табала бешереп ашап ултырған саҡтар булды. Эсергә әҙерәк сәй бар ине. “Бөйрәкәй”ҙең тәүге өлөшөн ас ултырып яҙҙым шулай. Беренсе өлөшөн тамамлау менән Өфөгә сығып киттем. “Ағиҙел”гә ҡалдырҙым, Китап нәшриәтенә лә бирҙем. Унда хәлемде һөйләп биргәс, сыҡмаған китап өсөн аванс биреп ҡайтарҙылар. Иҫ китмәле байып ҡайтып төштөм мин Өфөнән! 1997 йылда гонорар һәйбәт ине.    

 “Бөйрәкәй”гә ниһайәт тотонорға ниндәйҙер кимәлдә өлкән улым Айтуған булышлыҡ итте. Авиация институтына имтихан бирәм тип тороп ҡалғайны, кемдәрҙеңдер өгөтөнә бирелеп, Санкт-Петербургҡа кино институтына барған да ингән! 1991 йыл, ашарға бер нәмә лә юҡ. Талон заманы, эш хаҡы түләмәйҙәр. Шул ваҡытта кем балаһын әллә ҡайҙа уҡырға сығарып ебәрә инде! Киностудияның үҙенең хәле мөшкөлләнде, стипендия түләй алманы. Баламды йәлләп йөрөй торғас, әҙәм көсө еткеһеҙ итеп тейәндем дә Мәскәүҙәге Переделкино ижад йортона сығып киттем. Йәнәһе, Мәскәүгә Петербург яҡын, улым килә лә сумкаларҙы алып ҡайтып китә. Тәүҙә бер нәмә лә яҙылманы. Ҡапыл ғына ижад донъяһына инеп китә алмай йонсоном. Ҡалған ваҡыт эсендә нимәгә өлгөрҙөм, шуны яҙып алып ҡайттым. Айтуғаным мин ҡайтыр көндө килеп, оҙатып тороп ҡалды.

Яҙмамдан өҙөктө Учалы яҙыусылар ойошмаһы сығарған “Өлкәр” журналына бирҙем. Көслө башлана ине ул. Шәңгәрәй, Күкһылыу, Шәһәрбаныуҙың бер утарҙа сусҡа ҡарауы, сусҡаларҙың бәрәстәрен ашауы һүрәтләнә. Бөтә белгәнемде бер әҫәргә һыйҙырырға тырышҡанмын. Шул ерҙәрен уҡығанда күҙҙән йәштәр сыға, ҡалған ерендә илағым да килмәй. Шуға бер ҡайҙа ла бирмәнем, һалып ҡуйҙым.
 
Өфөгә бер килгәндә Байымов: “Таңсулпан, диссертация яҡлап ҡуй әле, ул кимәлең менән һиңә күп тә кәркмәй бит”, - тине. Ректорға индек, ғариза яҙҙым, 6-сы ятаҡтан ике бүлмә бирергә вәғәҙәләнеләр. Һәм шул ваҡыт Зиннур Йәрмөхәмәтов: “Таңсулпан, Сибайҙа шундай сиҙәм аҡтарыла, ҡайтып үҙеңдең тыуған ереңә хеҙмәт иткең килмәйме?”- тине. Ул ваҡытта филармония, Сулпан театры асылды, Сибайҙың гөрләп күтәрелгән сағы ине. Миңә телевидениела башҡорт редакцияһын асырға тәҡдим итте. Яҙыусылар ойошмаһында ла эш бармауына зарланды. Шулай итеп, мин Сибайға киттем дә барҙым.
 
Телевидениела башҡорт редакцияһы астым, “Һәпәләк” тигән балалар тапшырыуын да булдырҙым. Эште юлға һалдым, әммә, мине әллә ниндәй карьера эшләргә килгән кеше тип ҡабул иттеләр ҙә, аяҡ салыуҙар, ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәр башланды. Был турала Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа әйтеүҙе уңайһыҙ күрҙем.
 
Шул мәлдәрҙә Переделкинола яҙып алып ҡайтҡан яҙмамды йәнә ҡулға алдым һәм ҙур бер романға ерлек әҙерләгәнемде аңланым. Отпуск алдым да ижадҡа тотондом. Ул ваҡытта мин генә эшләйем, Хәйҙәрҙең заказдары юҡ, аҡсаһыҙ. Айтуған бер йыл киностудияла эшләп йөрөнө лә, аҡса түлмәгәстәр, ҡайтып юридик факультетҡа уҡырға инде. Бәләкәйе лә институтта уҡый. Ондо һыуға ғына баҫып, табала бешереп ашап ултырған саҡтар булды. Эсергә әҙерәк сәй бар ине. “Бөйрәкәй”ҙең тәүге өлөшөн ас ултырып яҙҙым шулай. Беренсе өлөшөн тамамлау менән Өфөгә сығып киттем. “Ағиҙел”гә ҡалдырҙым, Китап нәшриәтенә лә бирҙем. Унда хәлемде һөйләп биргәс, сыҡмаған китап өсөн аванс биреп ҡайтарҙылар. Иҫ китмәле байып ҡайтып төштөм мин Өфөнән! 1997 йылда гонорар һәйбәт ине.
 
Телевидениенан китергә уйлағайным, Зиннур Ғөбәйҙулла улы, йә Яҙыусылар ойошмаһын ҡабул итеп алаһың, йә мин уны бөтөнләй ябам, тигән яңы бурыс йөкмәтте. Ул ваҡытта ойошма театрҙың бер бүлмәһендә урынлашҡайны. Аптырағандан уны ҡабул иттем. Көрәшеп йөрөп мәсет эргәһендә ике бүлмәле офис астырҙым. Ремонт эшләттем, эргә-тирәһен рәткә килтерҙем. Үҙебеҙҙең ун шәхескә таҡтаташ астырҙым. Ойошмаға биш район ҡарай ине, күсмә ултырыштар ҙа үткәрҙек. Ике мәктәптә әҙәби түңәрәк алып барып, уҡыусылар араһында үтә торған ижади бәйгене башлап, традицияға әйләндерҙем. 2016 йылда уның егерменсеһе үтәсәк. Әле лә һүндермәй эшләтеп алып киләм. Бына шулай көнө-төнө эш менән янып йөрөп, “Бөйрәкәй”ҙең дауамын яҙырға мөмкинлек булманы. Алты йыл үткәс кенә, Өфөгә “Ватандаш”ҡа эшкә килеп, бер йыл эшләгәс кенә икенсе өлөшөн яҙҙым. Тағы бер йылдан үҙем эшләп йөрөгән журналда өсөнсөһө донъя күрҙе.
Ғәҙәттә, ижад иткән мәлдә көн дә юҡ, төн дә юҡ минең өсөн. Мәҫәлән, “Бөйрәкәй”ҙең икенсе өлөшөн яҙғанда, башта тәүгеһен уҡып сыҡтым, унан бер аҙна буйы уйланып яттым. Үҙемде шул мәлдәрҙә насар тоя инем, шуға ҡот ҡойҙороп, үҙ хәлемә ҡайттым, шунан һуң еңел булып китте. Бер көн торҙом да яҙа башланым. Өлкән улым үҙем менән. Шул арала ул миңә бер һорау бирмәне, ашарға бешерттермәне, хатта кер ҙә йыуҙыртманы. Яҙам-яҙам да ятып китәм, килеп торам да тағы яҙырға ултырам. Һуңғы нөктәне ҡуйғас, эй илайым бит. Айтуған ҡурҡышынан йүгереп килеп сыҡҡан. Ә мин “Үлде! Үлде! Үлде лә ҡуйҙы!” тейем дә илайым. “Кем үлде?!” Баламдың ҡото алынған. “Ат үлде, һарайғыр үлде”, тигәс: “Уф, мин туғандарҙан берәйһе үлдеме тип торам”, - тип еңел тын алды. Һарайғырҙы шул тиклем яратып яҙҙым бит мин. Атайым бәләкәйҙән атҡа һөйөү һеңдереп үҫтергән. Мин уның үлеүен һис теләмәгәйнем. Ниңә уны ярышҡа әҙерләнем, тип үкендем аҙаҡ. Ярышта ҡатнаштырмаһам, яҙмышы икенселәй булыр ине бит уның...
 
Тәҙрәне асып ебәрҙем. Тышта май айы. “Айтуған, ҡара әле, бынау ҡайындарҙың япраҡтары эреләнгән”, - тим. “Әсәй, ҡайындарҙың япрағы эреләнеү түгел, муйыл сәскә атты бит инде”, - ти улым. Мин яҙырға ултырғанда, хәтерләйем, ҡайындарҙа бөрөләр яңы яралып ҡына килә ине. Айтуған менән паркка сығып киттек. Мин шунда беренсе тапҡыр һауа һулағандай инем. 21 көн тышҡа сыҡмау төрмәнән ҡотолоуға тиң ине. Йә ултырам, йә торам, йә йөрөйөм - донъяны шул тиклем һағынғанмын. Бурыс үтәлгән, күңелем бушанған.
 
Тәүге өлөшө “Ағиҙел”дә сыҡҡан булһа, хатта журналдың лауреаты итһәләр ҙә, икенсе өлөшөн инде үҙем эшләгән “Ватандаш” журналына бирергә мәжбүр булдым. Үҙем әҙәбиәт бүлеге мөхәррире булғас, прозаға ҡытлыҡ ҙур икәнен белә инем, шуға башҡаса булдыра алманым.
 
Өсөнсө өлөшөн Учалыла комфортлы шарттарҙа яҙҙым. Профилакторийҙан ике бүлмә биреп ҡуйҙылар. Айтуған ғаиләһе менән хәлде генә белеп китә. Шундай шарттарҙа яҙыусы нимә генә ижад итмәҫ ине! Быныһы ла сыҡты. Халыҡ уҡый. Осрашыуҙарға саҡыра башланылар. Төрлө йөкмәткеле хаттар алам. Һәр береһе геройҙар өсөн көйә, яна, тиҙерәк дауамын уҡырға теләй. Бер китапханала, уҡыусыларға күсермәһен генә уҡырға бирәбеҙ, ә журналды сейфта бикләп тотабыҙ, юҡһа, алып китәләр ҙә ҡулдан-ҡулға китә лә бара, тинеләр.
 
Шуның менән бөттө тип уйлағайным. Ныҡ ауырып ятам шулай, союздағы йыйылышҡа бара алманым. Мәрйәм апай Бураҡаева инеп сыҡты. “Китабыңды яңынан эшләп сыҡмаһаң, нисек китап итеп сығарырһың икән? Трилогия бит әле...” - тип борсолдо. Таңһылыу Ҡарамышева ла минең өсөн көйҙө. Тәнҡит шул тиклем ҡаты булған, хатта “Башҡорт әҙәбиәтен спид-инфоға әйләндермәйек инде”, тигән һүҙ ҙә яңғыраған. Бер йыл буйы онотҡандарҙыр инде, тик һине һөйләп тормаҫтар, тиһәләр ҙә, икенсе йылына ла йыйылышҡа барманым. Тағы ла хәтәрерәк тәнҡитләйәсәктәрен һиҙә инем. Ә тәнҡит уғата көслө булған. Иншалла, шуларҙың береһен дә үҙем ишетмәнем, Хоҙай һаҡланы... Уйлап ҡараһаң, ике йыл рәттән бер әҫәрҙең тетмәкәйен тетеү ниндәй ижадсы өлөшөнә төшә? Рәхмәт ағай-энегә. Ҙурланылар!
(Гөлнара Мостафина. "Шоңҡар" журналында донъя күргән әңгәмәнән өҙөк)
Таңсулпан Ғарипова "Бөйрәкәй" роман-эпопеяһы  хаҡында
Таңсулпан Ғарипова "Бөйрәкәй" роман-эпопеяһы хаҡында
Автор:
Читайте нас: