+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2022, 21:00

Артыҡбикә. Повесть. Рәйлә Сабитова. (Дауамы).

* * *Ҡайҙа ятам мин? Кипкән ауыҙымда телемде ҡутарып әйләндерергә маташам. Тәмһеҙ. Иҫтән яҙғанда гел ошолай ауыҙ тәмһеҙләнгән була. Шәкәрле сәй эсеп алам был саҡтарҙа. Әммә ул саҡта иҫтән яҙыуға ниндәйҙер сәбәп була торғайны, мәҫәлән, мунсала башҡа еҫ тейеү. Ә әлегеһе бит хатта бик шикле шарттарҙа. Театрҙа инем. Сашка – Искәндәр. Машина... Бер кем дә башҡа һуҡманы, тимәк, сәбәп – эсемлектә. Ахмаҡ һин, Тамара, полный ахмаҡ! Дошманыңдың йортонда ашамаҫҡа, эсмәҫкә, йоҡламаҫҡа тигән ябай ғына аҡылды оноттоңмо ни? Тормош томшоҡҡа тондороп тора, тәки аҡылға ултыртҡансы түгел, ә?!. Күҙемде асалаҡ-йомалаҡ килтереп ҡайҙалығымды аңларға маташҡанда, яҡында ғына бик тыныс, бер аҙ мыҫҡыллабыраҡ интонацияла тауыш яңғырай:– Шунан, экс-Золушка, спящая красавица хәленән арындығыҙмы, әллә берәй батша малайының килеп үбеүен көтәбеҙме?– О-о-о, тағы ла разочарование! Батша малайы үҙе осранымы тиһәң, әпәт сираттағы әрмәнде. Ярай әле быныһы үбешкәнгә тиклем асыҡланып өлгөрҙө! – ҡапыл боролоп әңгәмәсемә күҙ һалам һәм секундтың ундан бер өлөшө арағыуында ғына сағылып өлгөргән эмоцияны күреп өлгөрөп, эстән тантана итәм. Бөтөнләй үк таш булып ҡатмағанһың әле, Искәндәр әфәнде, “Ахиллес үксәһе” ерҙәреңә сәпкә тейҙергәнсе бәргәнмен бит. Ярай, Тамара, артыҡ маһайма, оппонент яуап-маҙар уйлағансы, үҙ хәлеңде хәл итеүҙе ҡайғырт. Рушаннанан кәңәш һорарға шылтыратһам да, үҙемде Сашкаға танытмаҫҡа тигән ҡәтғи ҡарарға килгәйнем инде. Ни тиһәң дә ваҡыт аяуһыҙ. Үҙ йәшемә хатта бик арыу күренһәм дә, ун һигеҙ йәшлек “мин” менән ярыша алмайым инде хәҙер. Ул саҡтағы ғәмһеҙ йәшлек матурлығын әлеге тормош тарафынан оролған утыҙ йәшлек ханымдың ваҡыт үтеү менән апаруҡ таушалған тәне менән ярыш ҡуйып булмай. Эс тирәһенә бер нисә тапҡыр бик һуҙылырға тура килде, эҙҙәрен йәшерерлек түгел инде, тән бөтөнләй бүтән һәм үҙгәрештәр матурлыҡ яғына түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Аһ, аяуһыҙ ваҡыт! Хәйер, ваҡыт аяуһыҙлығына түҙергә була ул...Хәтер аяуһыҙлығына түҙеп булмай. Үҙемдең баштан үткәргәс, ныҡ төшөндөм. Бер осрашыу күңелемдең аҫтын өҫкә килтерҙе...– Һаумы, Тамара.– Һаумы, тик мин һеҙҙе танымайым.– Зөлхизә.Был исем миңә бер хаҡында ла һөйләмәй ине. Иғтибар менән йөҙөнә ҡарайым, әммә был кәм тигәндә ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәрҙәге ханым менән ниндәй шарттарҙа танышыу мөмкинлегемде һис күҙ алдына килтерә алмайым.– Һуң, Зөлхизә, Өфөлә бергә уҡығайныҡ...Шул саҡтағы шаңҡыуҙан телһеҙ ҡалыуҙарым! Ун йыл буйы күрешмәгән курсташымды, хатта бер аҙ ваҡыт серҙәшемде танымасы әле! Зөлхизә. Йөҙөнән нурҙар сәсеп торған ғәжәп һылыу ҡыҙ ине ул. Республикала һылыуҡайҙар конкурсы яңы ғына үткәрелә башлаған мәл. Шунда Гран-при алған ҡыҙға ныҡ оҡшаған ине ул. “Шуның һеңлекәше мәллә?” – тип мөрәжәғәт итә торғайнылар. Ләкин күҙҙәренән осҡон борҡолоп, керпектәренән нур һибелеп торған, бешкән сейәләй ымһындырғыс иренле гүзәлкәйҙең бынау ҡарайған сурыш битле, ялтыр металл тешле, ҡараштары һүнгән әбей менән ни уртаҡлығы бар? Һөйләшһәм дә һөйләштем, һөйләшмәһәм дә һөйләштем... Аҡылым менән шул Зөлхизә икәнен аңғарһам да, ҡабул итә алманым. Әйтерһең дә бөтөнләй ят кеше менән уртаҡ таныштарҙың хәл-әхүәлен белешәбеҙ. Мин ул осрашыуҙан бер нисә көн айный алманым. Рушаннаға шылтыратып хәбәр иттем, курсташыбыҙҙың аяныслы хәле хаҡында фекер алышып уфтаныштыҡ, ихлас ҡайғырҙыҡ, хатта балауыҙ һығып алынды... Хәҙер үҙемә Зөлхизә урынына ҡалырғамы? Алла һаҡлаһын. Сашканың күҙҙәрендә “о ваҡыт, һин ни тиклем аяуһыҙ!” тип миңә ҡарата йәлләү күрһәмме? Был кәмһенеүгә ҡарағанда әжәлең мең артыҡ. Үткәндәр үткәндә ҡалһын. Йәшлектәгенең ҡонон ҡайтарырға ҡыҙыҡмам тигән инем. Кем белһен инде Сашканың зәһәрләнгәнен. Ул, ана, һис уяулығын юғалтмаған. Нисегерәк һорау алырға тотондо. Имеш, кем тирмәненә һыу ҡоям, хәсрәт “Мата Хари”, етлекмәгән шпионка. Тамаша залында уҡ уға текләп, гипноз алымдары ҡулланып маташҡанмын. Барып сыҡмағас, махсус рәүештә аңдып тороп, баҫҡыста юрамал килеп бәрелгәнмен.– Бәлки мин һеҙҙең хуш китерлек сибәрлеккә күҙем сағылып ҡолағанмындыр, әфәндем?– Бында шаярыу тоны урынһыҙ, ханым, - һуңғы һүҙгә минең интонация менән баҫым яһап, боҙҙай һалҡын тауыш менән яуаплай Сашка-Искәндәр. – Яҡшылыҡ менән һорағанда яуап биргегеҙ килмәһә, насарлыҡ менән дә булдыра алабыҙ. Минең һаҡсы “бурҙай”ҙарҙы күрҙегеҙ, көс мөмкинлектәрен ҡатын-ҡыҙ һиҙгерлеге менән баһалап өлгөргәнһегеҙҙер. Бер тәүлеккә биреп ҡуйырмын үҙегеҙҙе унауһына бергә. Ете быуын олатағыҙҙың бөтә гонаһтарын да һөйләп бирерһегеҙ хатта. Әлбиттә, ауыҙ асып тел әйләндерерлек хәлегеҙ һәм мөмкинлегегеҙ ҡалған булһа... Һеҙ бая мине ит сабыусы менән сағыштырыуығыҙҙа ниндәйҙер хәҡиҡәт тә бар ине. Был һеҙҙең алдан күреүсәнлек һәләтенең сағылышы икән, зинһар, мин әйткәнде эшләгәндән һуң һеҙҙең нәфис, йәш һәм, дөрөҫөн әйткәндә, ымһындырғыс тәнегеҙ менән ниҙәр буласағын күҙаллағыҙ һәм был ҡыҙғаныс хәлде булдырмау юлдарын табығыҙ. Ышанығыҙ, мин бит бөтөнләй бәғерһеҙ түгел. Минең менән нисектер файҙаланырға тырышҡан һәр береһен язаға тарттыра башлаһам, исемем Гитлер менән бер рәттә торор ине. Аллаға шөкөр, әлегә улай түгел. Күрәһегеҙ, тәүҙә һүҙ менән генә тәьҫир итергә маташыуым.Эҫеле-һыуыҡлы булып китәм. Мин аяуһыҙ тормоштоң һикәлтәләрен үтеп бөтмәнем ахрыһы. Һаман аҡыл кермәгән. Власть эргәһендә ҡасан мәрхәмәтлеккә урын табылғаны бар? Ниндәй аҫыл йөрәктәрҙе, яҡты күңелдәрҙе бөкмәгән ул? Кем уның аяуһыҙ көсөнә бирешмәгән дә, шәфҡәт һәм миһырбан тулы кеше булып ҡалған? Ул бик йыраҡ йәшлектә генә бит Сашка һинең өсөн әллә ни ҡурҡыныс тыуҙырмаҫлыҡ ине. (Дөрөҫөрәге, ул ваҡыттағы ҡурҡыныс нәмә, әле ҡурҡыныс түгел, шунда ғына айырма. Әлбиттә ҡурҡыныс кеше. Сашка һәр ваҡыт минең өсөн ҡурҡыныс тыуҙырҙы һәм тыуҙыра.) Әле ул айырыуса хәүефле кешегә әйләнгән. Сөнки ҡулында власть һәм буйһонорға тейешле әҙәмдәр бар. Бер ымлауы булыр, ҡулың – ҡулса, ботоң – ботса ботарлап та ташларҙар. Итеңде ырғытты ҡуйҙы берәҙәк эттәргә, йәки берәй котлованға... Әҙме ни әҙәм һөйәктәрен юҡ итер ерҙәр. Бер кем дә эҙләмәҫ тә, белмәҫ тә. Ике улың ике көсөктәй шыңшып алыр ҙа, үҫә-бара онотор. Яҡлар-ботлар кешең бер ҡасан да булманы һәм булмаҫ та. Һәр саҡ был донъяла артыҡбикә булғаныңды, үлгәс кәрәгең ҡалыр тип беләңме?Ҡурҡышымдан таш һынға әйләнә башланым, ә Сашка торған һайын аяуһыҙыраҡ.– Минең сибәрлегемә ҡағылышлы һүҙҙәрегеҙгә мин, әлбиттә, ышана ла алыр инем. Тәүҙә хәлдең шулай булыуында шикләнмәнем дә. Хатта шундай көйәҙ ханымдың иғтибары ирлек тәкәбберлегемә май булып яғылды. Әммә ярҙамсыларымдың береһе һеҙҙең телефондан ни һөйләгәнегеҙҙе ишетеп ҡалған. Абайһыҙлыҡ ҡылғанһығыҙ, кем, Мата Хари! Абайһыҙлыҡ! Шпион ул аҡыллы һәм сибәр генә т-гел, нығыраҡ иғтибарлы һәм түҙемле булырға тейеш. Ниңә инде танышыр-танышмаҫ отчет ебәрә башларға? Етмәһә, кем тип бит әле! “Сашка”, имеш. Кемгә Сашка, ә кемгә Искәндәр Сәғитович...

 Кешене стенаға килтереп терәргә ярамай ул. Сөнки юғалырға бер нәмә лә ҡалмаһа, иң йыуаш кеше лә арыҫландай дошманға ташланырға һәләтле. Минең дә был абсурд хәлгә асыуым килә башланы. Нимә һуң был? Ниндәй шпионлыҡ, ниндәй разборка? Ниндәй гонаһым өсөн мин үлемгәме, зәғифлеккәме дусар ителергә тейеш? Яҡлаусыһы булмаһа ни... Яҡлаусыһыҙ кеше булыуҙан туҡтайһыңмы ни? Мин үҙем яҡлаусы – улдарыма. Улар йәтим ҡалып кеше күҙенә ҡарап ултырырмы, бынау чиношаның..... башына тай типкән тип?
Минең ҡарашым ҡапыл туфлиҙарыма төштө. Улар төҙ генә, ҡупшы ғына булып баҫып торалар. Келәм өҫтөндә, йыраҡ та түгелдәр. Ә кем уларҙы улайтып ҡуйған? Был бит тап Сашканың ғәҙәте. Ул минең алда өлтөрәп йөрөй торған холҡо бар ине. Кейемдәремде һыйпап-ҡағып урынлаштыра, хуш еҫле күбектәр менән ванна яһай, сәй артынан ҡуҙғалмайым да – ҡулға килтереп тоттора... Ботарлатырға һаҡсыларға ырғытырға торған фәхишәнең туфлиҙарын шулайтып ҡуялармы ни?
Уйҙарымдың был юҫыҡҡа тәгәрәүе ҡапыл ҡурҡыу бығауҙарымды ысҡындырып төшөрҙө. Минең баш күтәрелде, кәүҙә турайҙы, ирендәремә йылмайыу йүгерҙе.
Хәсрәт манипулятор! Был бит блеф, ҡоро һүҙ менән ҡурҡытыу! Кеше күберәк кеше һүҙенән түгел, үҙенең фантазияһы эшмәкәрлегенән ҡурҡыуға бирелә. Бына мин дә ахмаҡланып барам. Сашканың арлы-бирле кинәйәләренән әллә ниндәй уйҙарға бирелеп, ахмалға төшөп ҡурҡып, үҙемде табутҡа апарып һалдым хатта! Нисауа, ҡасандыр һине алдымда теҙләнергә мәжбүр итә алғанмын икән, моғайын төшөп ҡалғандарҙан булмағанмындыр. Тик ул ваҡытта үҙ файҙамды ҡайғырта белмәгәнмен. Искәндәр был ваҡытта үҙ-үҙе менән һоҡланыуға артыҡ бирелеп, миндәге үҙгәреште абайламай ҡалғайны. Бына ул эсемлек һалып алған бокалын тотоп, минең яҡҡа боролдо. Уның бер секундлыҡ аҙауынан файҙаланып, мин өҫтөмә ябылған пледты һирпеп ырғыттым.

– Искәндәр, әйт әле, мине бында һин үҙең күтәреп килтерҙеңме, әллә теге егеттәреңме? ― Үҙем көткән реакцияны күреп, эстән генә тантана итәм. ― әлбиттә, үҙең. Бына бит, тубыҡтар тубыҡҡа терәлгән, итәк таушалмаҫлыҡ итеп яҙылып ябып ҡуйылған. Ә был йомшаҡ плед? Унан һинең еҫең килеп тора. Ҡайҙа тәмләп ҡарайым әле, вермутмы? Әлбиттә, вермут, мотлаҡ ике кубик боҙ менән. Ҡайҙа ванна бүлмәһе? Болоттай күбек менән тулған ванна әҙер түгел икән, исемем Тамара булмаһын!
Бер туҡтауһыҙ һөйләнеп Искәндәргә айнырға ирек бирмәнем. Уның бер нәмә лә аңламай ҡалыуынан файҙаланып ванна бүлмәһенә кереп тә бикләндем. Уф-ф-ф! Күҙемде баянан бирле ҡырып этләткән линзыларҙы сисеп раковинаға бәрҙем. Хушығыҙ, минең ялған «күҙҙәрем»! Хуш, минең ялған битлегем һәм шаҡ ҡатырылған прическам! Тәнем ҡалтырауын ваннала йылыға күмелеп ятыу бер аҙ баҫты. Ох нервылар! Ярай әле бая, Искәндәр ҡаршыһында, «ысҡынманылар»! Ул инде бер нисә тапҡыр килеп ванна ишеген шаҡып китте. Иҫенә килгәндер инде, миңә яңы психик атака әҙерләне, буғай.
Шунан, Тамара, нишләйбеҙ? Үҙеңде танытмай ғына эш ҡыйратып булманы, былай булғас. Танытырға тура килә. Эх-х. Танытҡы килмәгәйне, юҡ! Яра, тыныслан. Һәр нәмәнең үҙ яҡшы яғы бар. Йәшлеген һәр кем яратып иҫкә ала. Йәшлек хәтергә төшһә, бәғер йомшай, йоҡоға талған яҡшы сифаттар уяна. Ваҡытлыса, әлбиттә, әммә уяна. Ә миңә тап шул бер нисә минут йомшаҡлыҡ менән урынлы файҙаланырға һәм кәрәкле ҡағыҙҙарҙы эшләтеп алырға ғына кәрәк. Эйе, ни бары бизнес, ни бары... Шундай уйҙар менән мин ваннанан сығам, яҡшылап ҡоротҡансы һөртөнәм һәм йомшаҡ халатҡа уранам. Ни булһа ― шул булыр...
– Ха-ха-ха! Мин шулай тинемме? Хатта теҙләндем?! Вәт иҫәр, ә? Шундай һүҙҙәр һөйләнем? «Я-ра-там»? Мин шулай тип әйттемме? Ха-ха-ха... Кемдән оттом икән бындай ахмаҡлыҡты? Берәй кинонан күргәнмендер...
Мин, битемә ахмаҡ йылмайыу йәбештерҙем дә, шаңҡып тик ултырҙым. Ғәрлегемдән өнөм тығылды, бер һүҙ әйтә алмайым. Ә Сашка көлә лә көлә. Ҡапыл уның көлөүен ниндәйҙер үкһеүгә оҡшатып, һиҫкәнеп китәм. Күҙҙәренә ҡарайым. Тап шул ваҡытта ул быялаларын һөртөргә була, ярайһы уҡ ныҡ ҡараңғылатылған күҙлеген систе. Ул миңә түгел, ҡайҙалыр бушлыҡҡа текәлде. Уның күҙҙәрендәге миңә ныҡ таныш оло һағышты күреп, тетрәнәм. Аһ, ошо ҡараштар. Шул ҡараштарҙан мин телһеҙ ҙә ҡалам, быуынһыҙ ҙа. Күпме шарҡылдап көлгән булды ул әле генә, күпме минең хистәрҙе мыҫҡыл итте! Ә үҙенең күҙе тулы бына-бына түгелергә торған мөлдөрәмә хәсрәт. Теге ваҡытта ла шулай ине. Шул ғәм тулы, зар тулы ҡараштарға арбалдым һәм сөңгөлөнә баттым. Белә ул үҙе тураһында. Ниндәйҙер уҡытыусыһы әйткән. Шунан бирле быялаһы ҡарайтылған күҙлек кейә. Минең менән икәүҙән-икәү ҡалғанда ғына сисеп ырғыта торғайны. «Һинең менән генә үҙем була алам», тип әйткән булды. Ә хәҙер иҫләмәй, миңә нимә һөйләгәнен түгел, хатта таныш булғанды ла. Ғәрлек. Илағы килә хатта. Үҙемде көс-хәл тыйып ултырам.
– Туҡта, һинең әле генә күҙҙәрең ҡуңыр ине түгелме ни? ― ҡысҡырып өндәшеүгә тертләп, күтәрелеп ҡарайым.
– Әлләсе, ғүмер буйы йөрөткән күҙҙәрем инде. Сәгер. Күҙҙәрең йәйғор һымаҡ тип тә әйтә торғайның әле, етмәһә, бөтә хистәр сағылып тора, хәйләләшә белмәйһең тип. Мин, бахыр, ышанған булдым.
Минең үпкә һүҙҙәремде тыңламай ине ул. Алдыма килеп теҙләнде лә үҙенең туп-тулы зар ҡараштары менән туп-тура миңә текләне.
– Был ― һин! Был һинең күҙҙәр!
Был юлы мин хахылдап көлдөм. Илағансы. Искандер Сагитович сәгер күҙҙәр яратмай тип, төҫлө линзалар кейергә тура килгәйне бит. Ҡырыуына түҙмәй сисеп ырғыттым да, оноттом да. Ә әле Искәндәрҙең тура ҡарашын күтәрә алмай, күҙҙәремде йомам. Йәнем аҡтарылып бара. Хыянатсы күҙҙәр! Йәшкә мансылып, мине оятҡа ҡалдыралар инде!
– Хәҙер иҫемә төштө. Ысынлап та алдай белмәй шул күҙҙәрең. Көҙгөгә ҡараған һымаҡ булдым. Әллә туп-тура йәшлегем күҙенә ҡараныммы? Иҫең китер ― мин шундай һүҙҙәр һөйләй алғанмын! Мин ғашиҡ була алғанмын! Күңелгә наҙлы хистәр тулған заман булған бит, әй?! Беләһеңме, беҙ байрам.... түгел, ни түгел, кистә лә фейерверк аттырып урам тултырып шаярып-көлөп йөрөй белә инек. Ниндәйҙер дыуамал ҡылыҡтарға һәләтле инек! Алйот йырҙар йырланыҡ, шашып бейенек, донъяны үҙгәртеп ҡора алыуыбыҙҙа шикләнмәнек... Ә хәҙер? Йылдар буйы хатта шылтыратышмайбыҙ ҙа дуҫтар менән. Йыр тыңлаған да юҡ, бейеү түгел, артыҡ аҙым баҫырға ла йыбанаһың. Олоғайған һайын донъя ҡыҙыҡһыҙ була икән. Йәшлек яныуҙары-ярһыуҙары ― бер мәғәнәгә лә эйә түгел икән. Донъя нисек ҡоролған, шулай тәгәрәп тик тора. Ә беҙ ― шул тәгәрмәс араһында иҙеләбеҙ, ваҡлашабыҙ һәм саңға әйләнәбеҙ...
– Ватылабыҙ, ваҡланабыҙ ул беҙ, ябай халыҡ. Һин беҙҙең исемдән һөйләшмә, килешмәй. Һин тап шул арбала дилбегә тотоп ултырыусылар рәтенән. Тик был темаға бәхәсләшә башламайыҡ, йәме. Беҙгә тиклем әллә нисә меңәр йылдар буйы иң яҡты аҡыллы алтын башлы философтар том-том трактаттар яҙып та, донъяның айышына төшөнә алмағанда, беҙҙең бәхәс кенә мәсьәләне хәл итмәҫ.
– Һәр ваҡыттағыса һин хаҡлы. Ысынлап та, теманы тарайтыу иң отошлоһо булыр. Һөйләп ебәр, ҡайҙаһың, кемһең. Йылдар һиңә килешкән. Быға шатмын. Күрәһең, яҙмышың насарҙарҙан түгел. Быныһы минең ирлек сәмемә ныҡ тейҙе, йәшермәйем. Һине мин генә бәхетле итә алырға тейеш инем. Ә һин минһеҙ ҙә бына тигән – сибәр, һауалы, көслө. Һин бер кемгә буйһонмайһың, бер нәмәнән ҡурҡмайһың. Мин һиңә йәш ҡыҙ сағыңда һоҡлана инем. Ләкин әле һинең тағы ла нығыраҡ һоҡланырлыҡ икәнеңде күрәм. Һөйлә әле, һөйлә, тауышың танһыҡ, тыңлағым килә.
О-о-о, башланды. Китте бит эреп, хыянатсыл күңел! Теле менән йыланды ла арбай инде ул! Ниндәй ҡатын-ҡыҙ түҙһен ти был һайрауға? Ул бит әле бөтә йөҙөнә, тауышына шул тиклем ихласлыҡтар һалып һөйләй белә. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың, был донъяла үҙеңдең берҙән-бер ҡабатланмаҫ тиңһеҙ фәрештә икәнеңә. Хәҙер һөйләгәнеңде мөкиббән китеп тыңлап ултырасаҡ әле, ауыҙыңа керерҙәй булып. Һәр бер ҡылығыңа һоҡланыуын белдерәсәк, әленән-әле комплименттар менән күмәсәк, ҡулдарыңды ҡәҙерләп үбәсәк. Һәм бөттө – еңеләһең, уның иркенә биреләһең һәм аҙағынан буйһондороусы ул булып ҡаласаҡ. Был сценарий миңә таныш. Ә таныш яу – билдәле, һуғышырға уңайлы.
– Тимәк, һин – веселая вдова?
Уның йәне көйөүен һиҙҙермәҫкә була юрамал айырата ғәмһеҙ интонация менән әйткәнен аңлап, көлөмһөрәйем.
– Эйе, тим үҙем дә айырата ғәмһеҙлек менән. Үҙемдең шул арала кинохроника кеүек тулылыҡта, әммә йәшен кеүек тиҙлектә бөтөн күргән кисергәндәр күҙ алдынан үтә. Иремдең ҡар өҫтөнә һуҙылған кәүҙәһе, ҡара ҡойолған туғандары, мине ҡарғай-ҡарғай бәргеләнеп илаған ҡәйнәм, баҫрауҙай кәүҙәһе бөрөшөп бәп-бәләкәй тороп ҡалған ҡайным. Ярҙырырға, юлына, кәфененә, хәйеренә, тағы әллә нимәләренә аҡса еткерә алмай, һорансылап ауыл буйлап йөрөүҙәр. Өсөн, етеһен үткәрер-үткәрмәҫ әллә ауырлыҡ төшөүҙән, әллә кисерелгәндән “ҡыҙ булырмы” тип көтөп йөрөгән ауырымдың эсемде үлтереп һыҙлатып төшөүө. Ҡанһырап бер дауаханала үҙемдең, икенсеһендә оло улымдың ауырып ятыуҙары. Унан ҡайтыуыма донъямдың аҫтын-өҫкә әйләндереп ҡәйнәмдең ат, һыйыр-башмаҡ, арба-сана, башҡа ваҡ-төйәк ҡош-ҡортто ҡыуып алып ҡайтыуы, өй ҙурайтырға тип буралған төкөтмәне ҡайынбикәнең һүтеп алып ҡайтҡаны, булған бензобысҡы, башҡа ир-ат ҡоралдарын үҙҙәренекеләй күреп һатып ебәреүҙәре, үҙ көсөбөҙ менән һалып ингән өйҙән дә ҡыуып сығарырға маташып судлашып йөрөүҙәре... Ҡыш уртаһында ике баламды ҡосаҡлап бер шырпы утынһыҙ һыуыҡ өйҙә тороп ҡалыуым, кеше яллап ҡушырға тиһәң, муйындан бурысҡа батып аҡсаһыҙ ултырыуҙарым. Бар халыҡтың ҡырын ҡарашынан, ҡәйнәм ҡәһәрләүҙәренән, артымдан да алдымда ла ғәйбәт сәйнәүҙәре, һаулашып ҡына киткән һәр мужикка ҡушып нахаҡ һөйләүҙәре. Бер ҡайнағам, бахыр, ситләтмәҫкә тырышты. Бер ул ғына минең ике баланың уларҙың фамилияһын йөрөткәнен, асылда өләсәләренең уларҙың өлөшөн тартып алыуҙарын аңлай ине. Тамам көрсөккә терәлгәндә ул бер ат йөгө (аты ла, әпсендәре лә беҙҙеке булһа ни эш бар) утын килтереп, бысып-ярып китте. Ауыл ғәйбәтселәренә шул етә ҡалды. Бер заман апһын, меҫкен, ярһып килеп мине “аҡылға ултырыу, намыҫҡа саҡырыу” сәхнәһе ойоштороп китте. Мин ни иларға, ни көлөргә белмәй аптырап тороп ҡалдым. Бинахаҡҡа йәберләнеүемә илағым килһә, күп эсеүҙән, ғүмер буйы ауыр эш башҡарыуҙан таушалып бөткән, тешһеҙ һәм һирәк сәсле иллегә етеп барған ҡайнағамды ир итеп күрә алыуым мөмкинлегенә ышанып көнләп маташҡанына аҡырып көлгөм килде. Бөтөн рәнйеүҙәрем йәшем бөткәнсе илауҙарым, улдарым өсөн һыҡрауҙарым... Барыһы ла күңелде һыҙлатып иҫемә төшөүенө албырғап баш сайҡаным:
– Эйе, веселая вдова. – Ҡәйнәмдең, уға ҡушылып бөтә ауылдың ғәйепләгән һүҙҙәре иҫемә төшөп, шуларҙы ҡабатлайым. – Ир бысрағы йыумайым, бер кем ҡолаҡ итен сәйнәмәй. Ике улыма килгән пенсия аҡсаһына рәхәтләнеп типтереп йәшәйем. Ул льготалары ғына күпме!
Искәндәрҙең ҡарашында йәшерен аптырау ғәләмәте сағылғанын күрәм. Ул минең ысынлап та елбәҙәк һәм циныкмы, әллә юрамал шулай булып күренергә тырышыуыммы икәнен һынарға, асыҡларға маташа. Ә минең нишләптер уның менән үҙемдең тәрән кисерештәремде, түгелеп китерлек һағыштарымды уртаҡлашҡым килмәй. Хәйер, уның менән генә түгел, башҡа бер кем менән дә. Сөнки улар тик минеке, минеке генә. Уй-ҡайғыларымдың бер тамсыһы менән уртаҡлашһам да ярлыланып ҡалырмын, үҙем булыуҙан туҡтармын һымаҡ. Кешеләр ни уйлаған булып эс-бауырыма керерҙәй итеп хәл һорашҡан була икән был донъяла? Ҡайғыңды күтәрешерҙәй, һәр күҙ йәшеңде бриллиантҡа тиңләп ҡәҙерләрҙәй булған ҡыланалар, ә ысынында иһә күптән билдәле ул хәҡиҡәт кешенеке кештәктә. Уртаҡлана икән, ул ни бары тыш күңелдән генә, яҡшы кеше булып күренергә тырышырға үлә-бата ынтылыуҙан ғына ни бары. Ни бары шул. Әлбиттә, был кешегә ышанмауым минең ғөмүмән, ышанмаусанлыҡ һыҙатым ғына булыуы мөмкин. Бәлки, кеше ҡайғыһын үҙенекеләй итеп ҡабул иткән ихлас һәм изге кешеләр ҙә барҙыр? Әллә инде. Булған осраҡта ла Искәндәр улар рәтендә бер ҡасан да торманы һәм тормаҫ. Ул минән былай циник. Миңә лә унан йоҡҡандыр был сир. Йоғошло ауырыу кеүек. Шундай йоғошло булмаһа, бөтә кешелек донъяһының күпселек өлөшөн ялмап ала алыр инеме ни ул? Уйҙар был темаға кереп китһә, бөттө, сыбыртҡы шартлатып ҡыуып та йыйып алып булмаҫ. Шуға бына нисәнсе тапҡыр инде, был бысраҡ донъяла йөрөп ятыуымдың маҡсатын көсләп иҫемә төшөрәм: эйе, нимә әле? Ә-ә-ә, имза, рөхсәт хаты. Мин тағы Искәндәрҙең күҙҙәренә туп-тура бағам һәм ихлас йылмаям. Беҙгә үткән ғәжәп матур сағыбыҙҙы уның иҫенә төшөрәм. Онотмам, тип үҙ-үҙемде алдап йәшәгәнмен икән. Ваҡ-төйәгенә тиклем иҫтә, ҡәһәрең. Һағынышыуға түҙә алмай маршруткала алты туҡталыш буйы үбешкән дә әле генә һымаҡ. Ҡайҙа унда халыҡтан оялыу! Кеше күҙгә лә күренмәй, барлыҡ йыһанда беҙ икәү генә... Үҙ-үҙемде, тирә-яҡты, ысынбарлыҡты, ваҡытты онотҡансы, онотолоп, ярһып мөхәббәт даръяһына башкөлләй сумыуым шунда... Башҡа бер кем менән дә ҡабатланманы шул кисерештәр: бер кемдең ҡарашында батманым, бер кемдең ҡосағында иремәнем, үҙ-үҙемде онотманым... Эй, Хоҙайым, шул тиклем дә... Шул тиклем дә йәшәмәгәнмен, үлек булғанмын нисә йылдар, ә? Тамырҙарың буйлап ҡайнар ҡандың урғылып-ярһып аҡҡанына түҙә алмай, хистәреңә тонсоғоп, йөрәгең шартларҙай булып алҡымыңа килеп тығылғансы яратыуым... Бер “ах” тиеүе менән Йософтоң ҡамсыһын көлгә ҡалдырған Зөләйханың хәлен нисек аңлайым мин! Ҡамсы түгел, әллә нимәң көйрәп янып китер был ялҡынға. Бәй, нисә йылдар “һүнгән” тип йөрөгән ҡуҙҙар әллә ҡабат терелергә маташалар әллә? Тәүбә-тәүбә. Йәш сағында бәхет килтермәгән был хискә хәҙер, ҡарыуым бөткәс бирешһәм, нишләрмен? Ауыҙ бешеү генә нисауа, бында бит...
Яҙмыштары өсөн яуап тотҡан ике балам барлығы иҫемә килтерә. Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен әсәлек инстинкты һәр ваҡыт еңә. аллаға шөкөр. Бына бит, мин тағы иҫемә килдем, аҡылыма ҡайттым. Ипләп кенә әңгәмәне үҙемә кәрәк юҫыҡҡа борам. Искәндәр менән икебеҙҙең оҡшашлыҡҡа йәнем һыҙыла. Һыҙыла ғынамы – һулҡылдап-һулҡылдап әрней. Беҙҙең яҙмыш бер нисек тә оҡшарға тейеш түгел ине бит. Ул – иркәлектә үҫкән яңғыҙ ул. Ни теләһә – шул алдында, бөтә тарафҡа таҡыр юл. Сибәр, аҡыллы. Бәхетле булырға бер кем ҡамасаулай алмай. Бер кем дә, бер ниндәй сәйәси-иҡтисади боролоштар ҙа, бер ни ҙә... Байлыҡ быуыныңа етерлек туплап ҡуйғандар. Елдер иң яҡшы машинала, биш булмағайы илле биш йондоҙло отелдәрҙә типтереп ял ит. Карьера баҫҡысынан үрмәләргә ялҡауың килһә – лифт менән мен! Барыһы ла алдыңа “мә!” тип килтереп ҡуйылған. Ҡатыны үҙе кеүек ҡатламдан, тәрбиәле, супермоделдәрҙән былайыраҡ, ҡайҙа ҡултыҡлап барһаң да оялырлыҡ түгел.
Ә Искәндәр тормошонан ҡәнәғәт була алмай. Нимәлер етмәй уға. Ул “нимәлер”ҙе бер ҡасан да тапмаясаҡ, ирешә алмаясаҡ. Шуға уның күҙҙәре тулы һағыш, әрнеү. Ул бит мөхәббәттә лә ниндәйҙер ҡомһоҙ. Тән генә уға етмәй, ул бөтә йәнеңде һурып ала. Бөтөн донъяла һин тик уны ғына Алла дәрәжәһенә мендереп яратырға һәм табынырға тейеш. Шуға өлгәшә бит әле үҙе. Шунан, бөтә хистәреңде һығып алып бөтөргәс, кәрәкмәгән сепрәк ише ташлап та китә. Бер тапҡыр Искәндәр ҡапҡанына эләккәнһең икән, һин инде башҡа бер ҡасан да башҡаны ярата алмаясаҡһың. Ниндәй яратыу? Йәшәргә көс ҡалмай – вампир ише һурып бөтөргән. Мин ана нисә йылдар буп-буш ҡыуыҡ ише инем. Күңелемдә бер нәмә юҡ. Нисә йылдар мин мейемә лә уны хәтерләмәҫкә, уйламаҫҡа тыйып йәшәнем. Оноттом тип иҫәпләнем, әммә... Ниңә минең күңел урынында түгел ине? Ниңә мин ошо лаулы һәм һаҫыҡ мәркәзгә әжәлгә дарыу артынан килгәндәй атлығып, талпынып, ашҡынып килә инем? Аяҡтар ниңә үҙенән-үҙе уның менән бергә йөрөгән һуҡмаҡтарға ғына боролоп тик тора ине? Быларҙың барыһын да аңламамышҡа, тоймамышҡа һалыштым. Йәшлекте һағынып, хәтирәләр барлап ултырманым. Ҡулымдан килһә, уй тигән нәмәне берәй ситлеккә бикләп ҡуйған булыр инем. Тырышлыҡтарым бушҡа китмәне, әлбиттә, хатта ана бит, осрашҡанда танымаҫҡа маташтым. Оҙаҡ итеп иҫләгән кеше булдым. Ул икона кеүек күҙ алдында бер туҡтауһыҙ баҙлап торған образды, әйтерһең, онотоп була. Тора-бара бер ерең һыҙлауына нисек өйрәнеп китәһең, күңел әрнеүенә лә өйрәнәһең. Ул әрнеп тик тора, ә һин тышҡы тормош менән йәшәгән булаһың. Яҙ нимәлер сәскән булаһың, көҙ йыйған. Берәй таныш бисәнең ғәйбәтен тыңлап, ҡушылып сәйнәгән булаһың, кемдер көләмәс һөйләй тип аҡырып көлгән булаң... Үҙ-үҙеңде алдарға маташҡанһың, ә ысынында ул һине алдаған! Мейеңдән бөтә хәтирәләрҙе, уйҙарҙы ҡыуып сығарғанһың – ул һинең ҡаның менән ҡушылған да бөтә ҡан тамырҙары буйлап һулҡылдап тик йөрөй. Шул кешене йәшәтеүсе биш литр һутты үҙеңдән һығып сығарһаң, шунда ғына ысынлап оноторһоң ул беренсе мөхәббәтте.
– Беләһеңме, һине бит был донъяла берҙән-бер мин яратҡан ҡатын-ҡыҙ. Ул һүҙҙе башҡа бер кешегә лә әйтмәнем бит мин, ышанаһыңмы? Сибәрерәктәр ҙә булды, аҡыллыраҡтар ҙа, береһе лә йөрәкте тетрәндермәне. Ә һинең бына ошолай шым ғына ултырыуыңдан да әллә ниндәй моң ағыла.

Сәсрәһен донъяһы, сәсрәһен барыһы ла, әйҙә икәү берәй утрауға олағайыҡ! Икебеҙ генә шунда йәшәйек, Әҙәм менән Һауа шикелле, әйҙә?! – Ул сарсап килгән юлсы шишмәгә ташланған шикелле ярһыу менән ҡул суҡтарымды шашып үбә башланы.
Нисек йөрәгемде телгеләгәнен аңлармы икән ул бер заман? Ниңә шул тиклем язалай икән ул мине? Ана-бына ышанырға, ҡабат аҡылдан яҙырға торам да һуң? Ләкин ярамай. Был һүҙҙәр – ни бары ялған, алдаҡ. Ағыулы йылан да Искәндәрҙән мәрхәмәтлерәктер – саға ла бөтә. Ә был анаконда, йотар йылан. Ауыҙын асҡан, телен болғай. Ә мин ҡорбан ҡуян кеүек илай-илай әжәлемә – уның ауыҙына кереп барам. Йә был гипноздан айнып ҡотолаһың, йә тағы бик күп йылдарға йәшәү һәләтен юғалтып ҡоро буш тән булып тороп ҡалаһың. Ә бит нисек уға ышанғы, ҡосағында онотолғо, шашып-ярһып һөйгө-һөйөлгө килә! ныҡ килә. нисә йылдар ут йотоп йәшәүемә күрә бер остоҡ ҡына бәхеткә лайыҡ түгелме ни мин? Бәлки ошо мәл өсөн генә йәшәгәнмендер бығаса? Бәлки ошо мәлдән дә әһәмиәтлерәк бер ни ҙә булмаҫ минең тормошомда? Ни файҙа һуң һинең оҙон-оҙон ғүмер кисереүеңдән, аҙағында ҡоро үкенестәр генә тороп ҡалһа? Минең ҡулдарым ихтыярымдан тыш Искәндәрҙең сәстәрен, яңаҡтарын һыйпай башлағайны инде. Инде аҡылым да, хистәр көсөнә буйһоноп, “сәсрәһен донъяһы” тип битараф ҡына сигенмәксе ине. Бәхетемәме, бәхетһеҙлегемәме, ҡаты ғына ишекте туҡылдаттылар. Теге армайҙарҙың береһе Искәндәргә телефон һона. Бер нисә секундтан минең һөйөклө кешемдең бер нәмәһе лә ҡалманы. Искандер Сәғитович пинжәген кейҙе, галстугын рәтләне һәм бер ниндәй ҙә эмоциялар сағылмаған йөҙө менән миңә боролдо.
– Бына нимә, хөрмәтлем. Яуаплы хеҙмәтем арҡаһында һеҙҙе лайыҡлы дәрәжәлә булған тиклем ҡәнәғәтләндерә алмағаныма ғәфү үтенәм. Һеҙҙең менән осрашыуҙан ниндәйҙер күңел күтәренкелеге алыуымды иҫәпкә алғанда, бик ҡыҙғаныс. Һеҙҙә лә, миндә лә ниндәйҙер насар көҙөк ҡалмаһын өсөн, былай тәҡдим итәм. Бына минең визиткам, ниндәйҙер шәхси йәки башҡа төрлө мин хәл итерҙәй проблемағыҙ тыуа ҡалһа, дүшәмбе 11 сәғәт 45 минутта минең 10 минут ваҡытым буласаҡ, шунда мөрәжәғәт итегеҙ. Минең хеҙмәткәрҙәрем иҫкәртелгән һәм бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ булмаясаҡ. Ә хәҙер, ҡабатлап ғәфү үтенәм, һеҙҙең йәмғиәтте ҡалдырырға мәжбүрмен. Номер өсөн түләнгән, киске ашҡа заказ бирелгән, тыныс күңел менән иртәнгә тиклем ошонда ҡала алаһығыҙ. Һау булығыҙ!
Уның артынан ябылған ишеккә ҡарап, шаңҡып ултырып ҡалдым. Бына шулай. Ниндәйҙер шылтыратыу, ҡарайтылған күҙлек, ҡиммәтле галстук – һәм минең Сашкам – Искәндәр Сәғитович әфәндегә әйләнде. Ярай әле мин ярыҡ ялғаш янында түгел, арыу ғына ҡунаҡхананың бик арыу бүлмәһендә тороп ҡалдым. Был да насар түгел. Ҡайҙалыр урман ситендә төн уртаһында ас-яланғас, аҡсаһыҙ һәм япа-яңғыҙ тороп ҡалыу менән сағыштырғанда. Ярар, тимәк, бөтөнләй үк бәхетһеҙ түгелмен, ошоға ла риза бул, Артыҡбикә!
Бер нимәгә ҡарамаҫтан, ауылға еңеүсе ҡиәфәтендә ҡайтып керҙем. Алып ҡайтҡан ҡағыҙҙарҙы иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, хужаның ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡты.
– Рәхмәт, Тамараҡай, рәхмәт. Нисә йылдар хәл ителмәй ятҡан мәсьәләне хәл иттерҙең бит әй. Хәйер, һинең талантыңа тамсы ла шикләнмәгәйнем. Мине лә өйрәт әле шунда берәй приемчиктарыңа.
Ул йомро ҡорһағын еңел генә күтәреп өҫтәл артынан сығып миңә табан ыңғайланы:
– Ох, Тамараҡай, мин әйтәм торған һайын матураяһың, торған һайын сибәрләнәһең...
Торғоҙма һуң, ниңә торғоҙаһың! – мин ныҡ ҡына дорфа тауышҡа өҫтәп уны тупаҫ ҡына этәп ебәрҙем дә, кабинеттан сығып олаҡтым. Коридорҙа ҡаршыма хзужаның ҡайынбикәһе осраны. Ҡағыҙҙар тотҡан, йөҙ һынына харап эшлекле ҡиәфәт йәбештергән. Бухгалтерия яғына былай ғына һуғылһам, «трудовойымды» тоттороп та сығарҙылар.
Шулай, мин тағы эшһеҙ. Тағы бер кәрәкһеҙ имгәкмен. Был юлы бәхетем юҡлығына ғәжәпләнергә лә, ғәрлектән иларға ла хәлем ҡалмағайны. Иламаным. Беренсе тапҡыр түгел бит инде, өмөттәрем киҫелеүе. Инде нисәнсе тапҡырға үҙемдең был донъяла Артыҡбаш икәненә инанам.. Ҡыҙыҡһыҙ ғына, күңелһеҙ ҡыш һәм Яңы йыл байрамдары үтте. Ирҙең йыллығын был юлы билдәләрлек хәл булманы. Ҡәйнә тигән есемдәргә сәйнәнергә бер сәбәп. Утын килтерт, быстырт, ярҙырт. Һәр береһенә көнлөгөн түлә, аяҡтан йыҡҡансы һыйла. Бер баланың аяғына, икенсеһенең өҫтөнә кейем йүнәт. Бына, пенсия аҡсаһы бөттө-китте. Улар шуны уйлаймы ни? Ҡайнаға, бахыр, апһындан йәшереп тигәндәй ике тоҡ фураж килтереп ырғытты. Хаҡын бирҙем. Эй намыҫланған булды, балалар хаҡын иҫенә төшөрҙө, уфтанды, ишек төбөндә тапанды, әммә аҡсаны барыбыер кеҫәһенә һалды. Бер нисә тапҡыр ярҙамы тейгән күрше йәш ирҙе миңә ҡушып һөйләп сығарҙылар. Мин инде, өйрәнгән баш, үткәреп ебәрҙем. Ә килен балаҡай бик бөтөрөнгән икән. Ул шикләнер булғас, халыҡ ныҡ һөйләгән булырға тейеш. Аптырағас, өйөмә саҡырып, сәй эсереп, аңлаштыҡ. Мин үҙемдең мөхәббәт тарихын һөйләп эс бүҫкәрттем, ул үҙен кимереп торған шиктән арынып, кәйефе асылды. Шулай итеп, яҙҙы көтөп алдым, ниһайәт. Яратам мин яҙ миҙгелен. Тығыҙ, көслө, йылы елдәрен яратам. Боҙҙан арынған йылғаның ҡолаҡ тондороп шаулаған тауышын яратам. Тегендә-бында күләүектәрҙә турғайҙарҙың һыу инеп быстырҙауҙарын күҙәтергә яратам. Ә шулай ҙа иң яратҡаным – торна туптарын күҙәтеү. Уларҙың сәләм тауыштары әллә ниндәй сихри моң булып ишетелә, күңелемде ярһыта. Был юлы улар бөтөнләй тип әйтерлек түбәндән генә, баш осонан тиерлек сыңрай-сыңрай осоп үттеләр. Күҙемә йәштәр тығылды. Иҫәр кеүек торналарҙан күңел тыныслығы, бәхет һорап иланым. Сәйер кешемен дә инде. Аҡылы теүәлдәр торналарҙан атламаған сабыйҙарға тәпәй һорап ҡысҡыра торғандар ине. Ә мин? Бәхет, имеш. Үҙең дә шуларға ҡушылып бер торна булып ҡына осоп китмәһәң, был ерҙә бәхет табып булмаҫтыр. Торналар бер нисә көн ауылдан йыраҡ түгел ятҡан һаҙҙа булдылар. Тауыштарын тыңлап кинәндем, хатта биноклдән бейеүҙәрен ҡарап, талпынып алдым. Бына бит – һорағаным ҡабул булды түгелме ни? Исмаһам, шул көндәр үҙемде бәхетле, тыныс тойҙом.
Яҙҙың тағы мин яратҡан бер мәле – сирень ҡыуаҡтарының күпереп торған шау сәскәгә төрөнгәне. Нимәһенә яратамдыр шул ҡәҙимге генә сәскәләрҙе, аптыраҡ. Ауылда һәр йорт алды баҡсаһында тиерлек бар улар. Ләкин мин нишләптер бер өйкөмдө генә барыһынан артыҡ күрәм. Атай йортонан йыраҡ түгел улар. Ауыл осондағы бер әбейҙең сирендәрен әйтәм, бигерәк күркәм. Төҫтәре лә сағыуыраҡ кеүек, сәскә суҡтары ла ҙурыраҡ һымаҡ. Хатта еҫе лә башҡаларҙыҡынан хуш еҫлерәк, тәмлерәк тойола. Шуға инде ошо мәл етһә, юҡ сәбәпте бар итеп тә әсәй эргәһенә йышлайым. Бер ҡыҫҡа ғына мәл бит ул – сәскә атыу. Күреп туйып та ҡалмайһың – үтә лә китә. Хәс кеше ғүмеренең йәшлеге кеүек. Бәй тип тә ҡалаһың – һин инде әбей.
Әбей тигәндән, сирень хужабикәһен мөрхәтһенеп етмәйем мин. Ул да миңә һүҙ ҡатмай. Өнһөҙ-тынһыҙ ғына ҡараштары менән оҙатып ҡала. Мин йыш ҡына уның барлығын-юҡлығын да һиҙмәй үтеп китәм. Башҡа әбейҙәр кеүек “балаң һаулыҡ ҡушмай” тип әсәйемә килеп ошаҡлағаны булманы былай. Шулай булғас, уға ла барыберҙер.
Эскәмйәлә ултырған ҡурҡыныс кәүҙә эргәһенән, ғәҙәттәгесә, битараф ҡына үтеп киттем тигән ерҙән ҡапыл туҡтап ҡалдым. Ҡараштарҙағы бик таныш бер нәмә туҡтатты мине. Нимә ул – аңлата алмайым, әммә мин уға “теге донъя сәләме” тип исем ҡуштым. Нисә йәштәрҙән айыра башланым был нәмәне, иҫләмәйем. Әммә кеше ошондай ҡараш менән баҡһа, аҙна үтмәй, уның вафаты хәбәрен ишетәм. Башҡа кеше тоямы икән шуны? Был ҡараш тереләрҙән бик ныҡ айырыла. Гел таныған кешеңде ҡапыл таный алмайһың. Бөтә йөҙ һыҙаты урынында, килеш-килбәте лә шул уҡ, әммә ниндәйҙер күренмәгән быяла, һалҡын диуар һеҙҙе айырған кеүек. Һәм ул һиңә шул диуар аша ҡарай... Әжәл диуары аша. Һәм был ҡараштан эстән нисектер эҫеле-һыуыҡлы булып китә, әйтәм бит, “теге донъя сәләме”... Бер тапҡыр район үҙәгендә бер таныш уҡытыусыны танымай ҡалып, уҙып киткәс кенә сәләм ҡуштым. Тойғомдоң көслөлөгөн унда асыҡлаған инем инде. Аптырап уйлайым: ул йәш, сәләмәт ҡатын-ҡыҙ, уның менән нимә булһын? Ниндәйҙер мистик тойғом – минең самаһыҙ фантазия емеше түгелме? Үҙемде артыҡ хиссәнлек өсөн әрләп алдым. Әммә район гәзитенең шәмбе сығарылышындағы некролог тап ошо уҡытыусыға арналған ине...
Ә әле миңә мәңгелектең үҙе һымаҡ күренгән күрше әбейем ошолай ҡарап ултыра. Бәләкәй сағымдан ошо эскәмйәлә ошо һынды иҫләйем. Мин үҫтем, мәктәп тамамланым, кейәүгә сыҡтым, туйым уҙҙы, бәпесем тыуҙы, ул тәпәй китте, икенсеһе тыуҙы, уныһы һөйләшә башланы, тол ҡалдым... Ә был һын һаман шулай ултырҙы, мин уның эргәһенән һаман битараф үтеп китеүемде белдем... Ниндәй тормош кисергән, ире-балаһы булғанмы-юҡмы, йәш сағында сибәр булғанмы-юҡмы, ниндәй хыялдар менән йәшәгән, кемде һөйгән? Бер аҙнанан был донъяла бер кем дә был хаҡта белмәйәсәк. Есеме генә түгел, исеме лә кеше хәтерендә ҡалмаясаҡ. Бына минән – ғүмерем эргәһендә, терәлеп тигәндәй үткән кешенән, ниндәй кеше ине ул, тип һораһындар, ә мин хатта уның исемен дә әйтә белмәй торасаҡмын.
Сөнки бөтә кеше өсөн дә ул – Мөнөй әбей. Ысын исемен бер ҡасан да белмәнем һәм ҡыҙыҡһынманым. Нисә йәш икәнен бигерәк тә. Мин тыуғансы уҡ ул инде пенсионер ине. Өйөнә бер кем кермәй, бер кем сыҡмай тигәндәй. Ул үҙе лә йомошҡа бик һирәк керә. Унда ла башҡа әбейҙәр кеүек йәйелеп китеп самауырҙы йыҡҡансы хәбәр һөйләп кеше яманлап ултырмай. Сәйгә яҡын килмәй, ишек төбөндә килеш кенә ултырып доға ҡыла ла, йомошон йомошлап тиҙ-тиҙ генә сығып китә. Уның был донъяла барлығы бер ҡасан һиҙелмәне. Ә юҡлығы? Эскәмйәне ошо һынһыҙ күҙ алдына килтерҙем. Ләпәшеп бөткән ҡап-ҡара өйҙө күмеп үҫкән күпереп торған шау сәскәлә сирень ҡыуаҡтарын. Шул фонда тәпәш кенә эскәмйә. Ҡураныс ҡына аҡ күлдәкле, аҡ яулыҡлы һын был картинаны тултырып тора икән. Алып ташла ошо кәүҙәне, һәм эскәмйәнең дә, өйҙйң дә, шау сәскә ҡыуаҡтарҙың да бер мәғәнәһе лә ҡалмаясаҡ... Ошо ниндәйҙер тотоп ҡалып туҡтатып ҡуйып булмаған бер мәлдең өнһөҙ матурлығын ҡапыл оҙаҡҡараҡ һуҙғы килде. Аяҡтар үҙенән-үҙе сирень яғына тартты.
– Арыу ғына ултырыумы, әбей? – Ололарҙың бер аҙ ҡолаҡҡа ҡатыланыуын белгәнгә, ҡысҡырыбыраҡ өндәштем.
Шөкөр, ҡыҙым, шөкөр. Ҡояшҡа ҡыҙынып ултырам әле бына, Хоҙай ҡушҡас. Әсәйеңә килдеңме?
– Эйе. – Мин иғтибар менән уның тамырҙар менән сыбарланған кескәй ҡулдарына ҡарайым, йөҙөндәге ҡатлам-ҡатлам һырҙарҙы барлайым. Ул ҡапыл өләсәй һымаҡ яҡын кеше булып күренә, ирекһеҙҙән ниндәйҙер изгелек эшләге килә. Ғүмеремдә тәү тапҡыр. Һәм моғайын был һуңғы мөмкинлектер. Шуны һиҙгән кеүек ул да миңә йомшаҡ ҡарай, йөҙөнә йылмайыу йүгергән кеүек.
– Ғәйшә ҡойоһонан бер йотом һыу эсер инем, – тине бер аҙ шымып ултырғас, әбей. Нисектер үҙ алдына һйләнгән һымаҡ ҡына әйтте, шым ғына. Тертләп киттем. Был теләк бит миңә генә әйтелде. Тик миңә генә. Урам буйында осраған башҡа берәүгә әйтмәй торған һүҙ булды был нисектер. Күңел тигән нәмәнең бармағын кире ҡағып, тик практик аҡыл менән йәшәгән кешегә аңлашылмаҫ был хәл. Әммә мин һиҙенеүемде тыңламаһам, бик үкенә торғанмын.
Әсәйемдән кереп бәләкәй биҙрә, көрөшкә алдым да Ғәйшә ҡойоһона киттем. Ул ауылдан бер саҡрымлап ситтә ята. Шуға хәҙер унда барған кеше юҡ. Һәр урамда колонка булыу менән генә мөрхәтһенмәйҙәр, күптәр өйөнә үткәреп, крандан ғына ағыҙып ала. Ғәйшә ҡойоһо ла үҙенең һыуын эсмәгәнгә үпкәләгән шикелле, бик һайыны. Һыуы сөбөрҙәп кенә сыға, биҙрә тығып алырлыҡ түгел. Көрөшкә менән генә сайпып, тондороп ҡына алып тултыра торғас, байтаҡ ваҡыт үтте. Ғәжәп инде, бер уйлаһаң. Беҙҙең диалектта «ҡойо» һүҙе ерҙән ҡайнап сыҡҡан таҙа эсәр һыуҙы аңлата. Ә бына Эйек–Һаҡмар һөйләшендә ул батҡаҡ араһындағы күләүекте аңлата. Күпмелер ваҡыт үтер һәм беҙҙең Ғәйшә ҡойоһо ла Эйек–Һаҡмар һөйләшенең ҡойоһона әйләнер, ниндәй ҡыҙғаныс... Ер-әсәнең ҡарынынан сыҡҡан татлы һыуҙы үҙем дә бер нисә ләззәтләнеп йоттом да, ваҡыт тирмәненең аяуһыҙлығы хаҡында уйлап күңелем ҡарайҙы. Ғәйшә ҡойоһоноң да алҡынып-ташып торған саҡтары, кешегә әжәлдән дарыу кеүек кәрәк саҡтары булғандыр. Хәҙер уның исемен дә, барлығын да белмәгән өр-яңы быуын тыуып үҫеп килә... Мөнөй әбейҙең дә елтләтеп баҫып гөрләтеп донъя көткән, егелеп колхоз йөгөн тартҡан саҡтары булғандыр. Ә хәҙер инде ул үткән заман кешеһе. Бер кем уның менән ҡыҙыҡһынмай, ҡәҙерләмәй һәм вафатынан һуң ҡайғырып иламаясаҡ.
Ҡойоноң үҙенән эскән һымаҡ ҡушуслап эсте Мөнөй әбей.
– Биш йәштәр самаһы бар инеме һиңә-юҡмы, ҡулдарыңды елпелдәтеп “осҡом килә” тип йүгереп йөрөр инең. Әй шул ваҡытта йөрәгем өҙөлөүҙәре! Мин инде тормоштоң ни икәнен белгән тотош ғүмер йәшәгән әбей. Кешеләрҙең бер ҡасан да ҡанат йәйеп осоп китмәй икәнен беләм. Ә һин шул тиклем ихлас, шул тиклем ярһып осорға теләйһең. “Ҙурайғас осаммы, ҡош ҡанаты ашаһам ҡанатым үҫәме”, тип әсәйеңдең теңкәһен ҡорота торғайның. Уның ҡулсатырын тотоп кәртәнән дә ырғының, яулыҡтарҙан да ҡанат төрәкәләнең... Телеңдә гел осоу булды. Бер заман кешенең бер ҡасан да осмауын белерһең дә, ҡанатың ҡайырылыр инде тип йөрәгем өҙгөләнде шул саҡта. Әсәйең әйткән булғандырмы-юҡтырмы, һинең иннәкәң мин булдым бит.
Мөнөй әбейҙе шаҡ ҡатып тыңлап ултырған миңә һуңғы хәбәре бөтөнләй һушымды алды. Һорашманым түгел, һорай торғайным. Һирәк-мирәк булһа ла әсәйемдең кәйефле сағы ла булмай торманы. Оҙаҡ ҡына уйланып торғас былай тине:
– Барлыҡ балаларымдың да нисек тыуғаны хәтерҙә, бер һине генә иҫләмәйем. Башҡаларына нисек ауырып киткәнемде лә, ҡайҙа тапҡанымды ла, кем ҡабул иткәнен дә, ауырлығының күпме булғанын да грамына тиклем беләм, вәт һине иҫләмәйем. Хет ат, хет киҫ бына, юҡ, иҫемдә юҡһың.
Ә әле мә һиңә, ғүмер буйы эргәмдә булған кеше нимә ти. Үҙем хаҡында тулыраҡ белгем килеп иннәкәмдән һөйләүен үтенәм. Ә ул әллә ҡайҙарға төшөп китә.
– Өләсәйем тирә-яҡта билдәле бик көслө имсе-томсо ла, иннәкә лә ине. Мине гел бергә йөрөттө тәүҙә. Ул саҡта ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, балалар күп тыуа ине. Мин әсәйҙең иң өлкәне. Бала сағым булманы ла, буғай. Әсәй йыл һайын тигеләй бәпесләп тора, иртәгәһенә үк тигәндәй колхоз эшенә сығып йүгерә. Үҙем бала ғына, сабый ҡарауҙан бушамайым. Күпме ҡусты-һеңлеләремде йөкмәп йөрөтөп үҫтерҙем. Ныҡ йонсой, ялҡа торғайным. Ә әсәй, өләсәйҙән бер йылы һүҙ ҙә, йылы ҡараш та тоймайым. Берәй ергә йығылып-бәрелеп илаһалар ҙа мин ғәйепле, аҡырһалар ҙа мин ҡарап еткермәгән... Ун өс йәштәргә еткән булғанмындыр, түҙемлегем бөттө, һыу буйына төшөп теләк теләнем:
– Эй Хоҙайым, балам булып торһон, үлеп торһон, – тинем. Асыу менән, ныҡ ҡаты әйттем. Ә ҡыҙ саҡта теләгән ҡабул була. Дөрөҫ теләк теләргә лә белергә кәрәк, ә мине нишләптер бер кем дә ваҡытында шуға өйрәтмәгән. Тыумаған балама үлем теләгәнсе, үҙемә бәхет теләһәмсе! Үҫкәс, мотлаҡ был ерҙән йырағыраҡ китәсәкмен, ошо туғандарымды мәңге күрмәһәм дә риза тип тә өҫтәнем. Сығып китәм, тигәс, өләсәйем әйтте:
– Балам, – тине. Яҙмышыңа иннәкә булыу, кеше имләү яҙылған.

Тиҫкәреләнеп Хоҙай ҡушҡанды ҡабул итмәһәң, бик бәхетһеҙ булырһың, яңғыҙлыҡта ҡалырһың. Аллаһы Тәғәлә барыбер үҙенекен итер, барыбер бер балаға иннәкә булырға тура килер. Ул баланы ҡабул итеүгә ҡырҡ баланы ҡабул иткәнгә тиң һауап яҙылыр, шуның эргәһенән күрмәй үтеп китмә, аслан! Был донъялыҡта кисергән һуңғы көнөңдә шул баланың ҡулынан һыу эсергә тура килер. Үҙең кеүек юлында аҙашҡан кеүек күрһәң, дөрөҫ йүнәлеште күрһәтеп ебәр. Өләсәйемде тыңламаным. Ситкә сығып киттем, туғандарым менән араларҙы өҙҙөм, им серҙәрен белеүемде бер кемгә лә асманым. Иремә бер бала ла табып үҫтереп бирә алманым – барыһы ла тыуып, сығыр-сыҡмаҫ ауаз һалдылар ҙа миңә рәнйеп китеп барҙылар. Иҫемә төшә лә бит һыу буйында теләгән теләгем, терһәкте тешләп булмай, һуң. Түккән йәштәремде бергә йыйһаң, даръя булыр ине инде. Бөтә йәшем сығып бөткән, күңел нишләҙен, таш булып ҡатты. Бөтә көсөмдө эшкә генә бирҙем. Эш – бала түгел. Бөтә һутымды һығып алды ла, кәрем бөткәс, китте барҙы. Тороп ҡалдым ошолай яңғыҙлыҡта, өйөмә бер кем кермәй, бер кем сыҡмай. Мин үҙем дә кешегә кермәйем. Әллә ниндәй артыҡ баш итеп тоям үҙемде. Кешегә генә түгел, бөтә донъяға кәрәкмәгән бер артыҡ баш. Һин тыуаһы төндә атайыңды миңә фәрештәләр ебәргәндер, күрәһең. Иҫ киткес көсл ҡойон уҙҙы ул төн. Яҡты юҡ, сымдар өҙөк. Эҫе йәйҙә тауыҡ та кисеп сыҡҡан шишмә диңгеҙ кеүек ярға һыймай дулап ятты. Балнисҡа бара торған күперҙе ағыҙҙы.беҙҙең ярҙа телефон-маҙар ҙа булманы, буғай, ул заман, ҡайҙа инде әлегесә “ҡолаҡ” менән һөйләшеү. Шундай дөм-ҡараңғы шомло төндә ишекте берәү дөбөрҙәтте. Аптыраным, шулай ҙа астым. Ҡараһам, атайың.
– Киленең бәпескә ауырый башланы, зинһар ярҙам ит, – ти. – Малай булһа, бер һарыҡ бирәм, ҡыҙ булһа, бер нәмә лә.
– Тыумаған баланың өлөшөн киҫеп торма, бер ҡулъяулыҡ бирһәң дә риза булырмын, – тинем.
Тәүҙә бармаҫҡа уйлағайным, күрше урамда Ғәйникамал ҡарсыҡ бар, шуны саҡыр тиергә әйткәйнем. Уйлап торҙом да, Сәбилә бахырҙың йөҙлөгөн урлаған һымаҡ, урлашып ҡуймаһын тип, киттем.
– Йөҙлөк аҡсаһын урлағанмы ни?
– Ниндәй аҡса, “йөҙлөк” тим бит. Әй, бында әллә морондоҡ, әллә күлдәк тип әйтәләр, ҡыҙыҡһынғаным булманы. Беҙҙең яҡта баланың битен ҡаплап торған пәрҙәне “йөҙлөк” тип йөрөтәләр. Йөҙлөк менән тыуған бала сибәр, бәхетле була. Унан эшләнгән һөйҙөргөс бик көслө, шуға ҡиммәтле лә. Ҡайһы бер Ғәйнүш кеүек намыҫһыҙ иннәкәләр баланың йөҙлөгөн шым ғына урлай ҙа, берәйһенә һөйҙөргөс бетеү эшләй. Әйҙә был баланың бәхете теге кешегә күсә. Сәбилә меҫкендең яҙмышы бик аяныслы булды. Иргә сыҡты, уныһы эскесе, һуғышҡан бәндә ине. Сәбиләнең күҙенән күк китмәне. Ҙурайып бөткән ике малайын эскән баштан ире арбаға ултыртып алып сығып киткән. Нисек булғандыр, бер камаздың аҫтына барып кергәндәр. Иргә бер ни ҙә юҡ, малайҙарын ҡара гүргә һуҙып һалдылар. Ҡайғыһынан Сәбилә аҡылдан яҙҙы, “Бәхетемде һин генә урланың” тип урам буйлап сәс-башын туҙҙырып Ғәйникамалды ҡарғап йөрөп үлде. Ғәйнүш үҙе лә бәхет күрмәне, бахыр. Бәлки бер Сәбиләнең генә түгел, әллә кемдәрҙең дә ҡарғышы төшкәндер. Бер бөртөк ҡыҙы ла уйнаштан тапты ҡыҙ бала, уныһы ла үҫкәс, уйнаштан ҡыҙ бала тапты, эй-й, уның нимәһен һөйләп торорға. Яҙмышына шулай яҙылған булғандыр.
Шулай итеп керҙем һеҙгә. Гөләмзә килен ята аҡырып, хәле бөткән тамам. Тулғаҡ бер тота ла туҡтай, ә һинең башың да күренгән.
– Үлтерәһең бит баланы, Гөләмзә, нисек итһәң дә ит, Айҙарыңа булған асыуыңды онот, ғәфү ит, әтеү балаң быуыла, – тип ҡаты ғына әйттем. Әсәйең тиҫкәреләнә:
– Баҡса арты Фәғилә менән өҫтөмдән йөрөй, хайуан, – ти.
– Йөрөһөн, эш хаҡын һиңә алып ҡайта, һиңә донъя көтә, туҡмап әрһеҙләнмәй, шул етмәгәнме һиңә, тип пыр туҙҙырып әрләп ташланым тегене. – Ә бында яңы ғүмер ярала, өр-яңы тормош тыуып килә. Балаң үлһә ирең йөрөмәй башлар тиһеңме, – тим.
Шунан саҡ ҡабат тулғағы башланып, һин килеп сыҡтың. Кендегең өс тапҡыр муйыныңды уратҡан. Үлемдән саҡ ҡалғанһың. Белгән кеүек килгәнмен, йөҙлөгөң дә бар ине.
– Малаймы, – тип өмөтләнеп һорай әсәйең.
– Юҡ, бик матур, бик бәхетле ҡыҙыҡай мәйтәм.
– Эй, Аллам, Зөбәйҙәм тыуғанда һуңғы ҡыҙым ошо булһын тип теләгәйнем бит, ниңә тағы ҡыҙ һуң ул, – тип илай әсәйең. – Былай булғас, һаман йөрөр инде, йөрөр. Малай тапһам, йөрөмәҫме икән әллә тип өмөтләнгәйнем, булманы былай булғас. Лутсы үлһен ине ҡыҙыҡай булғансы.
– Әстәғәфирулла, тәүбә, килен, ауыҙыңдан ел алһын. Балаңа үлем теләмә, бәхет телә. Тыумаҫ элек ҡыҙыңдан баш тартҡас, унан ниндәй изгелек көтөргә әйтәһең. Һинең ҡырыҫлығыңа уҫаллыҡ менән яуап бирә башлаһа, кемгә үпкәләрһең?
– Барыбер ҡыҙыҡай теләмәйем, нимәгә ул миңә, –тип үкһей әсәйең. – Булғандары еткән.
– Күр ҙә тор, бына ошоноһо арала иң матуры ла, иң аҡыллыһы ла буласаҡ, Айҙарың да һулға йөрөүенән туҡталасаҡ. Ошо бала гонаһ юлдан ҡурсып торасаҡ атаһын.
Шулай тигәс кенә, һине имеҙҙе әсәйең. Үлән төнәтмәһен эскәс, бөтөнләй тынысланып йоҡлап китте. Урыныңды, кендек бауҙарыңды биҙрәгә һалып алып сыҡһам, атайың тора.
– Малаймы? Малай булһа, бер һарыҡ, – ти.
– Ҡыҙыҡай, – тинем. – Кем тип ҡушаһың?
– Артыҡбикә! – тип екеренде Айҙар. Ҡулъяулыҡ та тәтемәй һиңә, ....
Эй, Аллам, ниңә ошо баланы өлөшһөҙ ҡалдырырға тырышаһығыҙ икәүләшеп тороп, ә? Хоҙай Тәғәлә өлөшөн биргән инде уға, муллыһынан биргән. Һеҙҙеке булыуын теләмәһәгеҙ, һеҙгә булмаҫ! Бөтөн илдә балҡып торған бер йондоҙ булыр, иншалла. Шулай тинем дә, киттем.
Бына бында, сирень төбөндә кендек ҡаның, шунда күмдем. Йөрәгең турлығында апаруҡ ҡына миңең бар ине. Күрше ауылда ишан улы тере ине әле. Шуны саҡырып “миң”ле исем ҡушығыҙ тип ныҡыттым ата-әсәңде. Тыңламанылар, йәнәһе Совет заманы. Исем ҡағыҙы булғас, етмәгәнме, тинеләр. Етмәй шул. Мулла ҡушҡан исемен әйтеп, ҡолағына аҙан ҡысҡырмағас, Хоҙай Тәғәләнең күктә ҡоло өсөн әҙерләп ҡуйған өлөшө нисек адресатын тапһын? Аҙашып тик йөрөй инде. Шөкөр, үҙеңә әйтеп өлгөрҙөм инде, бер бурысым төштө. Хәйереңде тоторһоң да, мәсеткә барып үҙең ҡуштырырһың.
Ҡулдарымдың ҡалтырағанын баҫырға була, кеҫәмә тыҡтым. Бөгөн генә яңы ҡулъяулыҡ алып сыҡҡаным иҫемә төштө. Өнһөҙ генә әбейгә һондом. Уның йөҙө яҡтырып, йыйырсыҡтары буйлап нурҙар таралып китте.
– Бына бит, ғүмер булғас, мин дә өлөшөмдө, һөйөнсө бүләген, көтөп алдым. Һин дә көтөп алырһың, иншалла. – Оҙаҡ ҡына уҡынып доға ҡылғас, һүҙен дауам итте. – Белеклеһең, ҡыҙым. Ярты һүҙҙән дә аңлап тораһың. Күп-күп көстәр бар һинең йөрәгеңдә, күп көстәр. Мин уны һин тыуғас та белдем, ә үҫә килә күренә лә башланы. Бәләкәй генә сағыңдан ошонда оста ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында күпме сабыр ғына бәпкәләр көттөң. Әсәйеңә ҡаршы һүҙ әйтмәнең, уф тимәнең. Сәғәттәр буйы һине уйлаган кеше юҡ. Эсерергә лә, ашатырға ла оноталар, эҫе ҡабыр тип тә борсолмайҙар. Ҡәҙерһеҙләүҙәренә шым ғына йәнем дә көйә, артыҡ сабырлығыңа ла бошонам. Бала иннәкәһенә оҡшай тиҙәр бит. Сабыр булып-булып, бер көн сабыр ҡанаттарың һыныр ҙа, әллә нимә ҡыйратырһың, тип ҡурҡам. Гөләмзәгә лә әйтеп ҡарайым, уның үҙ һүҙе һүҙ. “Изгелеген дә күрмәгәс, нимәгә табаһың ул баланы. Бәпкә ҡарау ҙа булдымы ауыр эш. Ана өлкәндәренең эше аҙмы сөгөлдөр, бәрәңге утаған – улар, һыйырһауған – улар”, – тине лә ҡуйҙы. Эйе, апаларыңдың эше күп, бәхәс тә юҡ. Тик улар бит гел тиң-тоштары менән бергә. Гөрләшәләр-серләшәләр, ял да итәләр. Ә һин гел яңғыҙ. Ҡайһы берҙә быуындарың ҡатып китәлер инде, үҙ алдыңа үҙең көйләп бейеп әйләнә башлайһың. Шул мәлдәрҙе бигерәк һағынам. Торна ғына балаһы инде, нәҙек кенә, нәфис кенәһең. Муйының да оҙон, аяҡтарың да. Ҡулдарыңды елпетәһең, ҡупшы ғына баҫаһың. Ҡайһы саҡта ҡарап ултырам да аһ тип тертләп ҡуям. Саҡ ҡына талпынһаң, осоп китерһең кеүек. Ата-әсәйең алдында бер бейемәнең һин. Бер күрһәләр, туң йөрәктәре ирер ҙә төшөр ине, моғайын. Әллә ниндәй көс бар һиндә. Күңелде күтәрә, сафландыра торған көс. Эйәрә торған кешеләр була, эйәртә торғаны була. Бына һин эйәртә торғандарҙан. Шулай, йылдар үтә тора. Һинең дә танауыңа еҫ керер мәлдәр етте. Йәштәш ҡыҙҙарың кейенеп-яһанып егет-елән, клуб-дискотека яғын ҡайыра башланы. Ә һине һаман әҙәмгә һанаған кеше юҡ. Өлкән итеп тә һөйләшмәйҙәр, кесе итеп тә һанламайҙар. Өҫтөңдә шул һаман апайыңдарҙан ҡалған алам-һолам. Һинең үҙеңә кейем алырға баштарына ла килмәй, шикелле. Ә һинең үҙеңдең нимәлер талап итеп һорарға башыңа ла килмәй. Үҙеңдең буй-һыныңа килешле итеп иҫкене боҙоп тегәһең дә ҡуяһың. Эйе, алтынды сүкешме-һәнәкме итеп ҡойһаң да ул ҡиммәтен юғалтмай, барыбер аҫыл зат булып ҡала. Шуның, шикелле, һинең дә септә япһаң да аҫылҡош төҫөңдө юйып булмай ине. Ҡайһы берҙә “күрмәй микән ни Гөләмзә шул аҫыл һөйәк балаһын” тип, ғажиз булып китәм дә, тағын баҫылам. Был донъяла Хоҙай нимә һорайһың, шуны бирә. Килен дә бит апайыңды тапҡас, башҡа ҡыҙым булмаһын, тип теләгән. Шуға һиңә ҡарата күҙе быуылғандыр, тим. Маңлай күҙе күрһә лә, күңел күҙе асыҡ булмағас һинең һылыу, аҡыллы, нурлы бала икәнеңде күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ине ул. Барлығыңды аҙаҡ тойҙо Гөләмзә. Йыл да ер ябып йөрөй торған ҡаҙҙары, өйрәктәре бер көн килеп юҡҡа сыҡҡас ҡына. Мин дә өйөғөҙҙә инем ул көн. Әсәйеңдең кәйефе шәп. Яңы ғына йомортҡаларын инә аҫтарынан алып йөҙҙөрөп ҡараған. Барыһы ла йәнле, ҡыймылдай икән. Мин кергәнсе ниндәйҙер һөйләшеү булған, ахры, һинең һөмһөрөң ҡойолған ине. Әсәйең һөйөнөстәре менән уртаҡлашҡан ғына мәлдә:
– Сыҡмаһын шул сепейҙәрең! – тип бер ҡысҡырҙың да ишекте шарт ябып сығып киттең.
Ах! – тип ҡалдым мин дә, Гөләмзәнең дә йөҙө ағарҙы.
Әйткән һүҙеңдең көсөн шунда уҡ самаланым. Мин әйткән бер нисә йылдан төшә ине, һинеке шундуҡ барып етте. Бер бәпкә лә сыҡманы ул йыл һеҙҙең йортта. Бер! Нисә оя ҡаҙ, нисә оя өйрәк, нисә оя тауыҡ! Беренсе тапҡыр ҡурҡтым шунда. Һинең өсөн ҡурҡтым, киләсәгең өсөн. Минең кеүек бер абайһыҙ һүҙе менән үҙ яҙмышын ҡыйратмаһа ярар ине, тип ҡурҡтым. Икенсе тапҡыр уҡыуыңды ташлап ҡайтҡас, әсендем. Мин бит инде йәшәгән кеше, нимә буласағын төҫмөрләп торам. Гөләмзә йөрөй талағы ташып. Уразбайҙың малайы менән кети-мети уйнайҙар икән, тегеһе алмаҫҡа әйтә икән, ти тигән хәбәр таралып китте бер заман. Килен башын ҡайҙа тығырға белмәй, һине һүгә. “Нахаҡ бит ул, әсәй, ниңә миңә ышанмайһың?” – тип һин илайһың. Кеше тигәндәре шулай ҡоролған шул, балам. Күптәр яҡыны һүҙенә түгел, урам буйындағы ғәйбәткә ышана. Ул һүҙҙе, моғайын, Уразбай малайы үҙе таратҡан булғандыр инде. Һиңә ымһынған да булғандыр, буйы етмәҫен дә тойғандыр. Ә былай, һин ҡыл өҫтөнән тел өҫтөнә төшкәс, кемдең дә буйы етә. Тик барыбер, Уразбай малайына тәтемәнең, Расихтыҡы яусы ебәрҙе. Һүҙҙән дә ҡурҡманы, ғәйбәтенән дә. Арпа араһында бер бойҙай кеүек ине, мәрхүмең. Эсеүгә әүрәп харап булмаһа, башын боғалаҡҡа ла тыҡмаған булыр ине инде. Һай шул эскелек! Әҙәм булды тигәндә, әрәм итә ирҙәрҙе. Һинең үҙеңдә лә ғәйеп булғандыр инде. Тәнеңде бирһәң дә, йәнеңде бирмәгәнһеңдер. Ә ир бирмәк – йән бирмәй, ул. Уның мәғәнәһен төшөнмәй һөйләйҙәр түлкә хәҙер. Йәнәһе, ир – һиңә йән кеүек ҡәҙерле тигәнде аңлата. Юҡ, улай түгел. Ир кешегә бисә үҙенең йәнен бирә. Йәғни ҡурсауын, көсөн, бар мөхәббәтен бирә тигән һымаҡ. Ир-егетте ҡатынының һөйөүе һаҡлап торһа, уның көсө күберәк, ғүмере оҙонораҡ була. Ауырыуын да һирәк ауырый, эшендә гел уңышҡа осрай, тормошо гел ыңғай тәгәрәй. Ә ҡапыл йәнен икенсе өсөн һаҡлап, үҙ иренә тәнен генә бирә икән – үҙе лә бәхет күрмәй. Үҙе, ире генә түгел, балалары лә өлөштән мәхрүм ҡала. Һинең, ана, ҡыҙ балаларың төшөп торҙо. Юҡҡа ғына түгел бит ул. Ҡыҙ балаға наҙ күп кәрәк, ә һинең наҙың үҙеңә юҡ. Әсәйгә иркәләп үҫмәгәнгә шулай. Һине ҡыҙ бала итеп, наҙлап ҡараманылар, шуға һин дә наҙлай белмәйһең, әҙер түгелһең әле. Әммә һинең яҙмышыңа ҡыҙ тәрбиәләү яҙылған. Белмәйем ҡасан, әммә буласаҡ. Күңелең бөтәйгәс, төрлө яҡҡа һуғылыуҙан туҡтағас, үҙең кеүек бик матур, аҡыллы, һөйкөмлө ҡыҙ бүләк итер Хоҙай. Эргәңдә күргән дә һымаҡмын, тик нишләптер төҫө һиңә оҡшамаған. Күҙҙәре лә ҡара, сәстәре лә ерән түгел, аҡһыл һымаҡ. Атаһына оҡшағандыр. Ярар, инде алйып, ҡәбер еҫе керә башлағас, кеше аптыратып ултырмайым әле, етәр. Күп һөйләһәң дә артыҡ була. Мин бит һиңә иң мөһим һүҙ генә әйтергә тейеш, иң кәрәген, иң етмәгәнен генә. Был донъяла бер кемдән дә яратыу, мөхәббәт көтмә һин. Үҙең башлап ярат. Хоҙай Тәғәлә һиңә күп-күп мөхәббәт биргән. Һинең бурыс – шуны кешеләргә таратыу. Был донъяла бер ҡайҙан да, бер ниндәй ҙә бәхет көтмә. Үҙең бәхет бул. Кешегә мохтаж кеше булма. Барыһының да һиңә мохтажлығы төшөрлөк бул.
Мин ысынында күп белемдәргә эйә инем. Им-томға тыным да килешә ине, кешегә ҡарау менән нимәгә мохтажлығын аңлап-һиҙеп тора инем. Әммә минең өләсәйем һымаҡ бер тынғы белмәй гел үҙенә килгән кешеләр ҡайғыһын көйләп, гел башҡаларға ваҡыт, көс сарыф иткем килмәне. Шул бер туҡтауһыҙ килеүсе-китеүсе мохтаждарҙан ялҡҡан инем. Шуға был яҡҡа килгәс тә, һәләтемде, белгәнемде кешегә асманым. Һәм бына, яҙмыш мине үҙе язаланы. Кешегә мохтаж сағымда ла килеп-китеүсе юҡ. Бер кемгә минең һүҙ ярҙамым да, ҡул ярҙамым да, хатта им ярҙамым да кәрәкмәй. Хәйер, мин үҙем дә ярҙам итә алмайым хәҙер – кәрем дә бөткән, ғүмерем дә. Бер ҡасан үҙеңде йәлләмә. Ҡаның ҡайнар саҡта бир үҙеңде был тормошҡа, уның һиңә нимәлер биргәнен көтөп ятма. Онотма, һинең үҙең бәхет был донъяла һин һауа кеүек кәрәк кешеләр бар. Эҙләп тап шуларҙы ла, уларҙы бәхетле ит. Шул бурысыңды үтәһәң, тыныслыҡ табырһың. Бөгөнгә етеп торор. Иртәгә килерһең, сығырға хәлем булмаһа, өйҙә көтөрмөн. Аслан, килмәй ҡалма. Һиңә ҡайтараһы бурысым бар. Аслан, теге донъяға мине бурыслы итеп ҡайтарып ҡуйма, кил! Кил, йәме?!
Һуңғы һүҙҙәрен артымдан ҡысҡырып ҡалды. Мин, йөрәкһеүемә сыҙамай, ҡабат Ғәйшә ҡойоһо яғына йүгергәйнем. Хәлем бөтөп сәсәп йығылғансы йүгерҙем дә йүгерҙем. Әллә ташҡын булып башымдан уҡ ҡаплап килгән хәтирәләрҙән ҡасмаҡсы инеме? Белмәйем. Әммә тыныс ҡына ултырырлыҡ, бер ни булмағандай гәпләшерлек, йәки ваҡ-төйәк эш тоторлоҡ рәтем ҡалмаған ине. Иҫемә килгәндә Ғәйшә ҡойоһонан арыраҡ урынлашҡан ереклектең бер олонон ҡосаҡлап ҡатҡан инем. Тағы саҡ ҡына барһаң, теге торналар төшкән һаҙлыҡ башлана.
Был йәшәү тигәндәре нимә икән ул? Бар ғүмерең буйы үҙ-үҙеңде алдау ғынамы икән әллә? Нисек тә үҙ-үҙеңде оҫтараҡ һәм нескәрәк алдарға, үҙ-үҙеңде быуырға, йөрәгеңдең тауышын ишетмәҫкә, аңламамышҡа һалышырға... Башҡаса нисек аңлатырға һуң был хәлде, ә? Әле ҡасан ғына үҙемде Сашканы онотҡаныма ышандырып, йөрәгемдең йөрәгемдең һыҡрап өҙгөләнгәнен һиҙмәмешкә һалышып йәшәп тик ята инем, ә әле иһә...
Ә әле иһә бынауы Мөнөй әбей үҙенең хәтирәләре менән бөтөн донъямды аҡтарып сығарҙы. Мин бит инде баласағымды ерләгән инем. Бер ҡасан дә хәтирәләргә бирелмәнем, иҫтәлектәрҙә соҡонманым. Ниндәй хыялдар хыялланғанмын, киләсәгемде нисек күҙаллағанмын, атай менән әсәйгә ниндәй бирелмәгән, яуабы табылмаған һорауҙарым ҡалған, үпкәләүем, рәнйеүҙәрем, маҡсаттарым, һабаҡтарым...

Барыһын да ерләнем, һепереп түктем. Нимәгә кәрәк булды әле шуларҙы соҡоп сығарыу? Ә ысынында иһә соҡорға ла кәрәкмәне – улар гел минең менән йрөгән. Бар үпкә-хәсрәттәрем һикерешеп килделәр ҙә сыҡтылар. Ниңә үткән баласағымда тороп ҡалмағандар һуң барыһы ла? Нисә тиҫтә йылдар артымдан эйәр ҙә йөрө, имеш...
Бахыр бәпкәләрем... Һеҙ инде моронлағайнығыҙ. Әсәгеҙ менән сипелдәшеп һөйләшеп ята инегеҙ. Оҙаҡламай үҙегеҙ кеүек һары ҡояшҡа йылынырға, йәшел генә үләнде наҙлы ғына томшоҡҡайҙарығыҙ менән тартырға, йылы ғына инештә сума-сума ҡыуышып уйнарға хыялланғанһығыҙҙыр. Тыуа ғына алманығыҙ был донъяға. 13-14 йәшлек кенә ҡыҙ баланың асырғанып ҡысҡырыуы күпме гонаһһыҙ йәндең ғүмерен ҡыйырын кем уйлаған һуң унда? Йылдар буйы бер ҡыҙыҡһыҙ йәйҙең ҡабатланыуынан йәнем көйгән саҡ ине бит. Башҡалар лагерҙарға китә, күңел аса, дуҫтар таба. Рәхәтләнеп һыу инә, ҡыҙына, еләк-емеш тирә. Ә минең өсөн донъя һаман шул бәпкә буғы таҙартыу. Эй уйнағы килә. ҡолас ташлап йөҙгө килә. әхирәттәр менән юҡ-бар һйләшеп ҡыҙыҡ табып көлгө килә. юҡ бит, юҡ! Инде бер оя бәпкәне ҡарға алмаҫлыҡ итеп үҫтерҙемме тиһәң, сираттағылары, унан һуң тағы... Һәм мә һиңә емештәр кипкән, һыу һыуынған, мәктәпкә ваҡыт еткән, ә һин әле йәйҙе лә күреп, ҡәҙерен белеп өлгөрмәгәнһең...
Илай-илай үҙем күмдем тиреҫкә моронлап та сыға алмаған өмөттәрҙе. Ай буйы йомортҡа баҫып та һөҙөмтәһен – ғәзиз балаҡайҙарын көтөп ала алмаған инәләр, ҡайҙа барырға белмәй аптырап, толҡа тапмай шаңҡып йөрөнөләр. Аһ төштө бит шул йән эйәләренең рәнйештәре, аһ, төштө! Аңлауын һуң аңланым. Бер-бер артлы үҙемдең нисә ғәзизем тыуып өлгөрмәй төшкәс...
Кисерегеҙ мине, бәпкәләрем-бәбекәйҙәрем! Башҡа бер ҡасан да рәнйеш-ҡарғыш һүҙе әйтергә ауыҙ асмам. Тик һеҙ генә ғәфү итә күрегеҙ...
Илап бушанғас, еңел булып ҡалды. Ул ваҡытта мин әсәйемә ҡушылып үҙемде ҡәһәрләнем, күрә алманым, үкендем, шул булды. Нисектер, Хоҙайҙан ярлыҡау һорарға, киләсәккә һабаҡ итеп алырға баш етмәгән. Өйрәтеүсе лә табылмаған. Ул хәтирәләрем шуға күрә эйәреп тик йөрөнөләр микән әллә миңә? Һабаҡ ал, аҡыл ал тип... Ысынлап та еңел булып ҡалды, күңел ныҡ һыҙламай. Әрнеү түгел, бер хәтирә генә иҫкә алырға. Күпме үкенестәрем, хаталарым ҡалды икән минең шундай?
Баласаҡҡа төшөп киткәс, тағы бер осраҡ ялт итеп мейемде ярып үтте. Ҡул һыртымда әллә ниндәй бер аҡ тап барлыҡҡа килде. Һыҙламай ҙа, ауыртмай ҙа. Әммә ҡулымдың шул ерҙәре мәйетме ни – төҫө ҡасҡан, ниндәйҙер йәнһеҙ йәмһеҙ. Һәр ваҡыттағыса атай-әсәйҙең күҙ һалғаны, иғтибар иткәне юҡ. Улар донъя көтә, ә мин шунда аяҡ араһында буталған бер ҡамасау, оронсоҡ ҡына. Тап ҙурая, нимә икәнен белгән юҡ. Бер көн урам буйындв әлеге лә баяғы Мөнөй әбей тотоп алды. Ҡулымды тотоп әлеге тапҡа оҙаҡ итеп текләп торҙо.
– Тимерәү бит был, – тине. – Тимерәү был. Ҡытыршы ҡарт ҡулдары менән оҙаҡ ҡына тапты һыйпаны. Тағы нимәлер әйткәндер, онотҡанмын. Тик әбей китеү менән яныма күрше ҡыҙҙары йүгереп килеп етте.
– Ҡана, беҙгә лә бир әле, – тиҙәр. – Нимәне, – тип аптырайым.
– Әле генә Мөнөй әбейгә ус тултырып симешкә бирҙең дәһә, беҙҙән йәлләгән булаң, – тип үпкәләй ҡыҙҙар.
Һәр кемебеҙ үҙ фекерендә ҡалды. Мин бер нәмә лә бирмәнем, тинем, улар “йәлләмсек”тән һалдырҙы. Шул көндән һуң теге тап юғалды. Ҙурайғас, әсәй булғас ҡына белдем мин нимә менән сирләгәнемде. Витилиго тигән нәмәкәй булған икән. Бер ниндәй крем-майҙарға, дауалауға бирешмәй торған серле сир. Ныҡ ҡурҡыу, стресс арҡаһында барлыҡҡа килә икән. Ул саҡта нимәгә ҡурҡҡан булыуымдың осона сығып уйланып торманым. “Шул тимерәү бөттө бит әлеү!” – тип һөйөнөп тә, аптырап та ҡуйҙым да, бөттө. Нимәнән ҡурҡтым икән? Хәйер, уныһын оҙаҡ уйларға ла тура килмәй. Был донъяла иң ҡурҡҡаным – әсәйҙең үлеме булды. Миңә 5-6 йәштәр самаһы. Атай менән ниндәйҙер һауыт-табаҡ шылтыратҡан ваҡыттары булғандыр, ахрыһы. Уларҙың ниңә һыйышмағанлығын бала аҡылы аңлай аламы ни инде. Миңә тышҡы торош ҡына күренә: әсәйем һығылып төшкән. Илаймы, шыңшыймы:
– Оҙаҡламай үлермен ахры. Мин алғас кемде алһаң да ал, түлке шул Хафизаңды алма. Аслан, фатихам юҡ. Ҡәберемдән тороп та килермен, әммә йәшәтмәм уның менән.
Был, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ истерикаһы булғандыр. Бер тамашасы – ир өсөн генә тәғәйен сәхнә. Унда һүҙҙәрҙе уйлап түгел, йәберһетелеүсе бисара роленә кереп, уйнап ҡына әйтәһең. Йәлләтеп, буйһондороп, ниндәйҙер бер теләгеңде үтәтеү өсөн хәйлә. Миңә, сабый аҡылға ул нисек тәьҫир итте! Әгәр әсәй үлһә? Ҡояш һүнә, донъя бөтә бит ул саҡта! Минең өсөн тамуҡ башланды. Һәр нәмәгә “терт” итеп торам. Йоҡлай алмайым. Йоҡлап китһәм, әсәйемде гел үлгән итеп күреп, ҡотом осоп уянам. Ни тиклем дәрәжәлә ҡурҡырға кәрәк булған уның өсөн? Көндөҙ ҙә, төндә лә тынғы белмә, нервылар гел көсөргәнештә... Әллә ниндәй сирҙәргә тарырһың ундай хәлдә, нисек әле аҡылдан яҙылмаған?! Егерме йылдан артыҡ ваҡыт үтте, Аллаға шөкөр, әсәй шап-шаҡтай. Ул минең ниндәй күңел ғазаптары кисергәнемде белмәй ҙә ҡалды. Ярай, белмәһен. Хәйер, уйлап ҡараһаң, мин уның кисергәндәре менән ҡыҙыҡһынғаным булдымы? Яраттымы ул берәй ҡасан? Ниңә тап атайҙы ир итеп һайлаған? Ниндәй хыялдар менән йәшәгән, тормошонан ҡәнәғәтме? Бер ни ҙә белмәйем. Беҙҙең бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙарса серләшкәнебеҙ булманы. Мин уны ҡырыҫлыҡта ғәйепләйем, ул – мине. Ҡайһы берҙә ҡылыҡтарын аңлайым кеүек, күпселек – юҡ. Ул һалҡын мөнәсәбәте менән үҙенән биҙҙереп тора, ә мин һаман уға йылынам. Үҙ эшемде ҡуйып тороп, тәүҙә уныҡын эшләйем. Гел ярай алмайым. Теге ере тегеләй, был ере былай һ.б, һ.б. Үҙемдең әсәй өсөн бер һөйөкһөҙ йән эйәһе булыуыма күнеп тә киттем инде. Күнеү генә түгел, ҡулайһыҙ, шыҡһыҙ, артыҡ баш икәнемә ышаным бөттөм. Шуға күрә, бер кемдең әйткән яҡшы һүҙҙәренә ышана алмайым. Аҡыллы, матур, булдыҡлы булыуыма ышанмайым. Үҙ көсөмә ышанмайым. Мөхәббәткә, яратыуға, һоҡланыуға лайыҡ икәнемә ышанмайым. Был минең бәләм һәм төп бәхетһеҙлегем.
Иртәгәһенә һыйырҙы көтөүгә ҡыуыу менән Мөнөй әбейгә керҙем. Ул мине көткән. Ғәҙәтенсә. Аҡ кейемдән, китап тотоп һикеһендә ултыра. Уныһы күп уҡыуҙанмы, әллә боронғолоҡтанмы, ылбырап тиерлек бөткән.
– “Мөхәммәдиә” был. Яҙыуы ғәрәпсә түгел, иҫке төркисә. Түркенемдән алып киткән берҙән-бер “мал”. Төҫөм итеп һин һаҡларһың. Бына быныһы – ул китап араһынан аҡтарып кескәй генә бер төргәкме-нимәне килтереп сығарҙы. – Быныһы һинең йөҙлөгөң. Бетеү итеп эшләгән инем, ғүмерем буйы ошо китап араһында һаҡланым. Бәләкәй сағыңда аңламайынса юғалтып ҡуйырһың, тип ҡурҡҡайным. Ҙурайғас, ышанмаҫһың, һанламаҫһың, тип бирмәнем. Әле биреп ҡуям. Тағып йөрөр булһаң, көмөш сылбырға таҡ. Беҙгә, башҡорт ҡатындарына, көмөш килешә.
Ул тағы ла кисәге әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы: “үҙең бәхет бул”. Сығырға ишек бауын тотҡас икәс, исемен һораным.
– Миңлекәй, – тине. – Мин дә һинеке һымаҡ миң менән тыуғанмын. Йөрәк турлығында.
Ниндәй үкенестәр тулы донъя был? Мин ғүмерем буйы Мөнөй әбей кеүек кешелә мохтаж инем. Көнләшкәнем өләсәйле балалар булды. Миңә өләсәйҙе алыштырырлыҡ, миңә кәрәк аҡылдар бирерлек, аңларлыҡ, яратырға өйрәтерлек кешем баҡтиһәң, эргәмдә булған. Ул да миңә мохтаж булған! Ул үҙен был донъяла артыҡ итеп иҫәпләгән, ә миңә, минең донъяма ул ныҡ кәрәк ине бит... Ул күптәргә кәрәкле була ала ине, күптәргә! Мөнөй әбейҙең ғүмер юлы үҙе минең сираттағы һабағым түгелме ни? Ул үҙе лә бит асыҡ әйтте, фәһем ал, минең хаталарымды ҡабатлама, тине. Һин кәрәк кешеләр күп, шуларҙы эҙләп тап, тине. Эйе, эйе, үткәнгә үкенеп ултыр, тимәне.
Мөнөй әбей таңға үткәйне. Нәҫел-ырыуы булмаған, ерләү мәшәҡәттәре “силсәүит”кә төшөргә тейеш ине. Беренсе тапҡыр әсәйем һүҙемде кире ҡаҡманы, өсөһөн-етеһен үҙебеҙ уҡыттыҡ. Кәфенлек-хәйерлектәрен әбей үҙе әҙерләп һалып ҡуйған булған. Хәйер, беҙҙә бөтә оло кешеләрҙең ундай нәмәләре әҙерләнгән була ул. Йәштәр генә, йүнһеҙ, үҙҙәре әле шундай сығымдарҙы уйламаған-хәстәрләмәгән, ә боғалаҡҡа тығылырға башы еткән...
Кешеләр таралғас, әсәйемә кендек инәйемдең Мөнөй әбей булғанын һөйләнем. Бот сабып аптыраны, байтаҡ ҡына башҡайҡан ултырҙы.
– Ниңә әйтмәне, иҫемә төшөрмәне икән шуны иҫән сағында. Иннәкә бүләге лә бирелмәй ҡалғандыр инде, эй Хоҙайым. Бурыслы булып ҡалдыммы икән ни? Ҡырҡын, йыллығын да уҡытһам бәхилләр микән әруахы...
Әсәйемдең был мөнәсәбәтенә аптыраным да, һөйөндөм дә. “Булһа ни булған, башты ҡатырмале, былай ҙа эш муйындан”, - тип илтифат итмәҫ, тип ҡурҡҡайным. Юҡ, әсәй кеше балаһын белә-күрә өлөшһөҙ ҡалдырырға тырышмаҫ.
Дөрөҫөн әйткәндә, Мөнөй әбейҙең һөйләгәндәрен ауыр кисерҙем мин. Атай-әсәйҙең әле тыуып ҡына килгән балаға, йәғни миңә шундай ҡаты бәғерле булыуҙарын белеү рәхәт тиһеңме. Үпкәләнем дә, рәнйенем дә тиһәң дә була. Үҙ ҡанынан яралған сабый өсөн бер ҡулъяулыҡ та йәлләп торһон сәле... Баланың киләсәге, бәхете, был донъяла яулаясаҡ урыны менән шаярғандарын аңламанылар микән ни? Нисек үҙ сабыйыңдың бәхетен киҫмәк кәрәк? Шул үпкәләремә тонсоғоп бер аҙ һөйләшә алмай йонсоном. Әле әсәйемдең ихласлап хафаланыуы, хатаһын төҙәтергә тырышып ятыуы күңелемде бөтәйтте. Ысынында иһә мин уларға насар бала булманым, буғай. Имгәк-фәлән түгелмен, саҡырғандарын көтмәй беренсе килеп эшкә йәбешәм, ҡаршы һүҙ әйткән юҡ. Эйе, серҙәш булманым булыуын. Күңелемдәген асманым, уларҙың бикле йөрәк ишектәрен ҡаҡманым. Ә үҙем ғүмер буйы уларҙан хуплау, яҡлау, саҡ ҡына булһа ла атай-әсәй мөхәббәте көттөм. Әле лә көтәм. Тик был турала әйткәнем генә юҡ.
Баҡсалағы балан да сәскәһен ҡойҙо. Яҙҙың һуңғы аҡ сәскәләре... Тимәк минең йәйге депрессия башлана. Ап-аҡ ҡышты яратып еткермәһәм дә, яҙҙың ап-аҡ сәскәгә күмелгән мәлен иҫем китеп яратам мин. Шул сәскәләрҙең ҡойолоуын ауыр кисерәм. Ҡайҙа ҡарама – йәм-йәшел. Ҡыҫҡаһы – “тоска зеленая”. Бызырлап торған шеш-мәҙәрҙе йәм-йәшел итеп буяп ҡуялар бит әле, хәс шул...
Атайым да заманында “етте шул хәсрәт айы” тип көйөп йөрөр ине. Хәҙер үҙем шуны уҡ ҡабатлайым: хәсрәт айы етте. Ҡаланыҡыларға рәхәт – уларға ял, отпуск. Байыраҡтары өсөн диңгеҙ буйы, яхта, пляж... Ярлыраҡтарына – тәбиғәт, һыу буйы, шашлыҡ-машлыҡ... Ауыл кешеһенә иһә ал да юҡ, ял да юҡ. Таңдан төнгәсә аяҡтан йығылырҙай булып мал аҙығы хәстәрләү. Ирлеләргә, ишле ғаиләләргә еңелерәк, әлбиттә. Гөр килешеп салғы менән ҡолас ташлап сабалар, тәбиғәттә ҡаҙан аҫып күмәкләшеп аралашалар ҙа, эш тә тиҙ бөтә. Ә мин бер йөрөйөм сапҡыслы трактор эҙләп. Икенсегә йыйғыслыһын артынан сығып китәм. Алып ҡайтырға тағы бер бәлә – был юлы арбалы трактор ғына түгел, тейәшергә көнлөксөләрен дә эҙләргә тура килә. мәшәҡәт әҙ саҡта эшселәр табыуы ныҡ ҡыйын түгел, аҡсаң булһын да, асыҡ йөҙөң менән һыйыңды йәлләмә. Ә бесән ваҡытында, һәр береһе үҙ хәстәре менән янғанда ауыр тура килә. Ҡайһы саҡта берәй тракторсының һөйәркәһе генә булырға микән әллә тигән алйот уйҙар ҙа килеп керә башҡа, валлаһи...
Бигерәк арытты йөҙ һыуҙары түгеп һәр береһенә инәлеү. Һөйәркә итеү түгел, өйләнергә теләгәне лә табылыр ине, әлбиттә. Тәҡдим менән килгәндәре лә бар. Элек нимә ҡамасаулағанын аңламай торғайным, хәҙер беләм: яҡшымы-насармы Сашка-Искәндәр образы күңелемде бикләгән. Башҡа бер кемгә лә күңелем төшмәй, ә донъя көтөү өсөн генә сығырға... Күрәһең, әле тормошом тамам көрсөккә терәлмәгән – яңғыҙым да йырып сыға алам бит әлегә, шөкөр. Һәр йылдағыса быйыл да алда торған сығымдарҙы барлайым, керемдәрҙе самалайым. Бер гектар бесәнде сабыу хаҡы тағы артҡан, тиҙәр. Йөк килтереү ҡышын уҡ ҡиммәтләнгән ине – утын килтергәс, беләм. Көнлөксөләрҙең дә эсмәгәнерәк, уңғанырағы хаҡты ҙурыраҡ һорай торған. Көтөүлеккә, бесәнлеккә түләйһе бар, малға һалым да бар, көтөүсегә ай һайын эш хаҡын да биреп бараһы... Был ир тигәндәре үлгәс-үлгәс, өйөн һалып, донъяһын нығытып үлһә ни булған?! Күрше-тирә йорттарын заманса материалдар менән көпләп, кем таш, кем профнастил кеүек нәмәләр менән ихаталарын уратып бөттө. Ә минең ун йыл торған штакетниктарым ҡойолорға тора инде. Нисек яңыртырға? Белгән юҡ. Төкөтмә-фәлән менән өйҙө ҙурайтыу хаҡында хатта хыял да итмәйем. Йәй пенсияһын шулай итеп “һыйыр ялап” бөтөрә. Барлы-юҡлы һөт һатҡан аҡса көндәлек кәрәк-яраҡҡа һәм тамаҡҡа китәсәк. Уҡыу башланыр алдынан тағы бер проблема – балаларҙы мәктәпкә әҙерләү. Кесеһенә ағаһыныҡы ҡалһа ла, олоһона костюмын-башҡаһын алырға кәрәк буласаҡ. Енем һөймәгән эш булһа ла, зарплатаһы ярап тора ине әле. Былай булғас, теләйһеңме-юҡмы эшкә кереү хаҡында уйларға тура килә. хәҡиҡәтте танырға тура килә – хәҙер миңә ундай “йылы” урын тәтемәйәсәк тә. Бюджет өлкәһендәге ниндәй эшкә лә ауыл башлығы хужа. Ә мин уның ирлек ғорурлығын етерлек мыҫҡыл иттем. Нәҫелдәре менән эскерле, тәкәббер зат бит улар. Рәхәтләнеп үс аласағын белә инем, әлбиттә. Үкендермәксе, теге сүктермәксе була инде. Ниндәй эшкә керергә ғариза яҙһам да: “Мораль яҡтан тотанаҡлығы шикле, махсус белеме юҡ”, тип, кире ҡағып ҡына тора. Әйтерһең, ул үҙе хакимиәт башлығы профессияһына уҡыған! Юғары белемле белгес, имеш... Эйе, белгес, тик кешеләр менән идара итеү буйынса түгел, ә зоотехния буйынса. Беренсе ҡулдарын йүгерткеләгәндә: “Һыйырҙы яһалма ҡасырыу методын тормошта ҡулланып ҡарамаҡсы булғайнығыҙ мәллә? Яҡшыраҡ уҡырға булған: минең бит мөгөҙөм юҡ. Туҡал һыйыр менән бутарға ҡойроғом юҡ”, – тип ныҡ ҡына ирештергән инем. Юҡ, түбән тәгәрәмәгәнем өсөн ниңә үкенергә тейешмен мин? Үкенмәйем. Ундай буҡҡорһаҡтарға кәнтәй булғансы, ошолай бар нәмәне яңғыҙ һөйрәүсе йөк аты булыуың хәйерлерәк. Нисауа, әле хәлем йәшәрлек. Ә бына эш шулай ҙа табырға кәрәк. Шәхси эшҡыуарҙарҙы күңелемдән барлап сығам. Ауылдағы киоскыға һатыусы булып урынлашырға була-булыуын. Әммә бер нисә йыл элек эшләп киткәнемдә ныҡ ялҡып сыҡҡан инем. Төшкө ял сәғәте лә, ял көнө лә булыуы етмәгән, йома-шәмбе-йәкшәмбе төн уртаһынаса эшләтә. Йәш-елкенсәктең аҡсаһын һыра менән алдап, һура. Ҡарт-ҡоро бахыр пенсияһын ашап-эсеп бөтә лә, сәғәттәр буйы бурысҡа биреүемде һорап инәлеп йәнемде көйҙөрә. Туҡтауһыҙ эсеүҙән һаҫып бөткән була ҡайһыһы. Янында торорлоҡ түгел, күңел болғандырырғыс еҫтәр һаңҡытып, меҫкенләнеп теңкәмде ҡоротоп тора. Аҡһаҡал булып, йәштәргә аҡыллы кәңәш-төңәш биреп түр башында намаҙҙан тормай ултырырға тейеш ҡарттар бит ул! Ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарыһүҙҙәр һөйләп, гонаһ эштәрҙән тыйып, ҡурсалап торорға тейеш инәй булаһы әбейҙәр бит ул! Ер емертеп эшләп, донъя тотҡаһы булырға тейеш ирҙәр, ҡарт инәһе кеүек түл йәйеп матур-матур балалар табаһы ҡатындар бит ул! Кешелектәрен, үҙ-үҙҙәрен юғалтҡан бисараға әйләнеп бер көтөүгә әйләнеп юҡҡа сыҡҡан улар. Алкаштар көтөүе. Ә магазин хужаһы өсөн – килем килтереүселәр. Көн оҙоно эшләүгә рәхмәт әйтеүсе юҡ. Ул ғына ла түгел, ҡаныңды эсә. Хеҙмәт кенәгәһе менән договор төҙөҙөп эшкә ҡушҡанмы – барлы-юҡлы аҡсаны “подоходный налог” алып ултыра! Ауыр-ауыр һыра йәшниктәре, тағы әллә нәмәләр ташыта әле, йөк ташыусы берәйһен ялларға йөҙ тәңкәһен йәлләп. Юҡ, ул тормошҡа үҙем теләп ҡабат барып инәһем юҡ! Күргәнем еткән.

(Аҙағы - иртәгә ошо уҡ ваҡытта)

Артыҡбикә. Повесть. Рәйлә Сабитова. (Дауамы).
Артыҡбикә. Повесть. Рәйлә Сабитова. (Дауамы).
Автор:
Читайте нас: