Был икәү шаңҡый төшөп бер-береһенә ҡарашып алдылар, әһә, тием эстән генә, саманан аштырҙым, буғай, әгәр риза булмаһалар үҙ ирке менән килеп ингән аңра һатып алыусыларҙы сығарып ебәреү ҡайҙа, утыҙ һумға, хатта егермегә лә төшөргә ризамын. Юҡ, ризалаштылар былар, тиҙ генә, ҡарһалана-ҡарһалана бәшмәктәрҙе һауыттарына бушатырға тотондолар, өймәләм дүрт биҙрә булды. Үҙҙәре асмәйелдәр иҙәнгә төшкәнде шапылдап ашап йөрөгән көндәре. Ҡара хисапҡа шәпмен бит, дөрөҫ күҙаллағанмын - биҙрәһе ун һум була инде! - Әсәйем шулай тип тантаналы тонда тамамланы ла өҫтәлгә усындағын һалды. - Иртәгәге көн Йылайыр баҙарына йыйына инегеҙ бит, мына һеҙгә, иркенләп тотоноғоҙ!
Эш боҙолған, булыры булған, ни әйтәһең инде:
- Оҫта сауҙагәрһең икән, әсәй, - тигән булдым аптыраған көндән.
- Һи, балам, әсәйеңдең йәшерен һәләттәрен һаман да булһа белеп бөтөрмәйһең әле!
- Яҡшы иткәнһең, бейем, - тине Вәсилә лә, - шул һыу һауыты баҙға төшкән һайын аяҡтарға эләгеп аптырата ине, хәҙер иркенерәк булып ҡалғандыр әле?
- Ызнамы шулай, һеҙ эштә йөрөгәс ни өй тирәһең шулайтып таҙартам, тәртипкә килтерәм шул. Тиҙҙән Алла бойорһа картуф өлгөрә, уны ла ялан тарафтарынан килгәндәргә һатыулашып осорормон әле, ул саҡлыһы беҙгә нимәгә?! Бынан бүтән, мин барҙа, аҡсаһыҙлыҡтан интекмәҫһегеҙ!
- Шулайтырһың, әсәй, башҡалар ҙа бит ғаилә аҫрай, уларға ла ашарға кәрәк! - тинем уның әйткәндәрен ҡабатлап.
- Әйтмә лә! Бына беҙ һуғыш осоронда һәр телем икмәкте бүлешеп ҡаба инек, беребеҙ икенсебеҙҙе ҡайғыртып йәшәнек, шуға ла еңдек инде дошманды!
- Иртәгә баҙарҙан һиңә нимә алып ҡайтайыҡ, бейем?
- Минең яратҡан кәнфиттәремде табып апҡайтһағыҙ шу еткән!
Баҙарҙан теге кәнфиттәрҙе таптыҡ тәки, өҫтәп матур яулыҡ та һатып алдыҡ. Шуның менән вәссәләм, башҡа әйбер алырлыҡ аҡса ҡалмағас тиҙ арала кире боролдоҡ.
Әсәйем ике ҡапҡаны ла шар итеп асып ебәреп беҙҙе урамға уҡ сығып көтөп тора ине.
Күстәнәскә, япҡан яулыҡҡа балаларса ҡыуанған әсәйем өсөн шатланып, өсәүләшеп ғаилә табыны артына ултырҙыҡ.
Быйыл да бәшмәк уңған икән. Баҙар тултырып һаталар. Шуларҙы һатып алып ҡайтып эшкә керешкән Вәсилә һүҙ араһында әйтә ҡуйҙы:
- Бәшмәк тоҙлайбыҙ ҙа ул, уны килештереп, ҡиммәт хаҡҡа һатыусы ғына юҡ, эргәбеҙҙә фатирыбыҙҙы йәмләп бейем йөрөп ятһа ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр ине!
+2 °С
Болотло