– Fүмерҙә булмағанды, күҙемә күрендеме икән? – тип, нимә уйларға ла белмәйенсә баҫҡан урынынан ҡуҙғалырға ла ҡурҡып, ауыҙын асып шаҡ ҡатып ҡалды, хатта ишеген ябырға ла онотто. Бер аҙҙан иҫенә килеп ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны. Ишек эстән бикле, күрәһең, күҙемә күренмәгән, тик был инәнән тыума яланғас бисә ҡайҙан килеп сыҡты икән, айҙан төшмәгәндер бит? Ҡатыны ҡайтһа, нимә тип әйтер? Фәһим тағы ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны, шаҡылдатырға тотондо. Эстән бер тауыш та ишетелмәне.
Был ваҡытта Рәхиләнең ҡото осҡайны. Ҡараңғы. Сит кешенең ванна бүлмәһендә яп-яланғас ултыра, һәрмәнеп халат кеүек әйбер табып алды, өҫтөнә кейгәс тыныслана төштө, тик ишекте асырға ҡурҡты. Был ирҙең уйында нимә барын ҡайҙан беләһең, яланғас булғас, еңел аҡыллы ҡатын тиҙер. Рәхиләне бындай хәлдә күрмәгәс, танырға ла өлгөрмәгән күрәһең. Таныһа исеме менән өндәшер ине.
Рәхилә нимә эшләргә тип аптырап торғанда, Фәһимдең ҡатыны Йәмилә ҡайтып инде. Уныһы ирен сәйер хәлдә күреп ғәжәпләнде. Фәһим юғалып ҡалған, ғәйепле бала кеүек ни эшләргә белмәй бер тегеләй, бер былай йөрөй, ванна бүлмәһен шаҡый. Ҡатынының һорауына:
– Ишек асып торғанда бер яланғас ҡатын килеп инде лә, ошонда бикләнде, – тине. Йәмилә, әлбиттә, ышанманы, ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны. Бикле.
– Әһә! Тоттом! – тип уйланы ул, иренә яман итеп ҡарап. Тегеһе уның һайын аҡланырға тырышты. Йәмилә ҡысҡырынырға кереште, ванна бүлмәһенең ишеген шаҡылданы. Бер мәлде унан Йәмиләнең халатын кейгән ҡатын килеп сыҡҡас, йығылып китә яҙҙы. Рәхиләне танып алғас шаҡ ҡатты был.
– Бына, йыраҡ та йөрөмәйһең икән ә! Ҡайһылай йәпле! Ҡатының эштә саҡта тиҙ генә саҡыртып алаһың. Тик бөгөн иртәрәк ҡайттым шул, ҡамасауланым, – тип һүҙҙәрен теҙҙе генә. Йәмилә Рәхилә менән Фәһимде тыңларға ла теләмәне, көнсөллөк уты кимерҙе уның күңелен. Үҙен кәмһетелгән ҡатын итеп тойҙо, күҙҙәренән йәше лә атылып сыҡты. Рәхилә эштең асылы ниҙә икәнен һөйләп биргәс тә ярһыуы баҫылманы:
– Оҙаҡ уйланыңмы был уйҙырмаңды! Халатымды сис тә, күҙемдән юғал! – тип екерҙе.
Рәхилә фатирының асҡысы өйөндә бикләнеп ҡалыуын, ошо сумкаһы өсөн генә сыҡҡанын, ишеген ысынлап та аса алмауын ҡабат-ҡабат әйткәс, ҡатын тынысланғандай булды. Фәһимдән ишегенең йоҙағын ватып булһа ла асып биреүен үтенде.
Был ваҡиғанан һуң Йәмилә оҙаҡ ҡына тыныслана алмай, ирен Рәхиләнән көнләшеп, хатта айырылырға ла уйлап йөрөнө. Ә Рәхилә “английский” йоҙағын алыштырҙы. Иртән ишекте бикләү әллә ни ваҡытты алмай, уның ҡарауы асҡысһыҙ бикләнмәй, урамда тороп ҡалыу ҡурҡынысы янамай. Ышаныслы!
Автор: Рәйлә Назарғолова