+7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь , 13:00

Донъяны һүҙ биҙәр

“Тел менән саҡ-саҡ аралашыу – саҡ-саҡ фекер йөрөтөү ул”. Ҡайһы бер негр ҡәбиләләренең һүҙлек байлығы тик 300 генә һүҙҙән тора. Шундай хәлдә ҡалып ҡуймайыҡ тим, йәмәғәт! Һәр халыҡҡа, милләткә үҙ теле донъяла иң матуры, иң ғәзизе, иң бөйөгө. Һандуғасҡа һайрау һәләте тыумыштан һалынған кеүек, һәр кемгә тыумыштан үҙенең әсә телен белеү һәм уны тәрән үҙләштереү һәләте бирелгән. Фәҡәт әсә теле, туған тел генә баланың һәр бер уйын, уның аңын, хистәрен һәм күңел хәрәкәттәрен бөтә нескәлектәре менән сағылдыра. Мине һуңғы йылдарҙа туған телебеҙҙең “бысрана” барыуы, сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе йыш, урынлы-урынһыҙ ҡулланыу, телебеҙҙең матурлығын, байлығын тулы кимәлдә файҙалана алмауыбыҙ ҙур борсоуға һала. Бигерәк тә йәш быуындың “типа”, “супер”, “прикинь”, “офигеть”, “короче”, “класс”, “в шоке”, “прикол”, “в тему” кеүек һүҙҙәрҙе кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә ҡулланыуына көн дә шаһитбыҙ. Телебеҙгә ҡағылышлы ғәжәп, сәйер, аяныслы хәлдәргә, күренештәргә лә йыш осрарға тура килә… Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең нисек уйнауҙарын, холоҡ-фиғелдәрен, телмәрҙәрен көн дә күреп, ишетеп йөрөйбөҙ. Эйе, хәҙерге заман балалары элеккеләренән ныҡ айырыла шул. “Заман башҡа – заң башҡа” тигәндәй, бер көндө уйнап йөрөгән балаларҙың үҙ-ара һөйләшкәндәре, бер-береһенә нисек итеп өндәшеүҙәре шаҡ ҡатырҙы. 5 йәшлек ҡыҙыҡай ҡойма аша үтеп барған, үҙенән бер нисә генә йәшкә өлкән малайға: “Эй, мужичок!” – тип өндәште. Был “матур” һүҙҙе эргәһендәге иптәш ҡыҙы эләктереп тә алып, “Эй, чувак!” – тип ҡеүәтләп ҡуйҙы. Ярай әле былар балалар баҡсаһына йөрөп, белем, телмәр мәҙәниәте алырҙар. Ә бына тик өйөндә генә ултырып, тиҫтерҙәре менән аралашмай, башҡортса бер генә һүҙҙе лә аңламаған, русса ғына һөйләшкән 4 йәшлек ҡыҙсыҡ хаҡында нимә әйтергә лә, тормошон нисек аңлатырға? Өйөндә башҡортса һөйләшмәйҙәрҙер, тип уйлай күрмәгеҙ. Ата-әсә лә, мәктәптә уҡып йөрөгән ағаһы ла үҙ-ара тик башҡортса ғына аралаша. Баҡтиһәң, был бала тик телевизор ҡарап, ундағы донъя менән аралашыу һөҙөмтәһендә ошо кимәлгә еткән. Ошо тормоштан уға сығырға ярҙам итеүсе генә юҡ!

 
 
Интернет селтәрендә көнө-төнө дуҫтары менән аралашып, әңгәмә алып барған үҫмерҙәрҙең эске донъяһын, телмәр мәҙәниәтен, “Бәйләнеш”тә ҡулланған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен беҙ аңламайбыҙ, хатта аңларға ла теләмәйбеҙ. Улар үҙҙәрендә йыйылған эске тойғоларҙы әйтергә, бүлешергә ышаныслы терәкте ситтән эҙләйҙәр. Үҫмер үҙенә бикләнә, өлкәндәр менән һөйләшмәй, аралашмай башлай. Туҙға яҙмаған һүҙҙәр менән аралашыу баланың телмәрен боҙа. Был өлкәлә тикшереүҙәр алып барған ғалимдар ошондай һығымтаға килгән: үҫмер малайҙарҙың – 70, ә ҡыҙҙарҙың 53 процентының телмәре “бысраҡ”. Ҡыҙҙар араһында һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланыу көндән-көн киңәйә бара. Улар араһында: “Тиҫтерҙәрем араһында ни тиклем текәрәк һөйләшәм, ят һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡулланам – минең баһам да шул тиклем ҙурыраҡ”, тигән фекер өҫтөнлөк итә.
Эйе, тел үҙгәрә, үҫә, камиллаша бара. Быны берәү ҙә инҡар итергә йыйынмай. Тел йәмғиәттән башҡа йәшәй алмаған кеүек, йәмғиәт тә телдән башҡа йәшәй алмай. Телебеҙ тормоштоң матди кимәлен күтәрә, фәндең, техниканың, мәҙәниәттең, халыҡ күңеленең һәм психологияһының мөһим бер өлөшө. Әҙәби тел халыҡтың йәнле һөйләү теленән бик ныҡ айырыла башлаһа, ул әҙәби тел ҡулланылмай башлай. Уның урынына халыҡтың йәнле һөйләү теленә яҡын булған яңы әҙәби тел барлыҡҡа килә. Күпселек милләттәр хәҙерге көндә туған теле ҡулланыуҙан туҡтаған, үле телгә әйләнмәһен өсөн көрәш алып бара.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: көньяҡ диалект, Эйек, Һүрәм һөйләше әҙәби художестволы телгә иң яҡыны булыуын онотмаһаҡ ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, башҡорттар йәшәгән төрлө төбәктәрҙә, райондарҙа булып, күптәр менән аралашырға тура килде. Эйек, Һүрәм һөйләше иң камилы, иң матуры булараҡ, күптәрҙе үҙенә йәлеп итә, һоҡландыра.
Тел – ул барыһын һөйләп, көйләп тора. Тик уны ҡолаҡ һалып тыңлай, ишетә белергә генә кәрәк. Ошо уңайҙан бик фәһемле хикәйәт килтереп киткем килә.
Бер бик уҡымышлы, белемле кеше сит тарафтарҙа йөрөп ҡайтҡан. Ундағы халыҡтың һөйләшеүе шишмә сылтырауына оҡшаш, матур икән. Өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, үҙенең ғаиләһенә сәйәхәте хаҡында, шул илдең теле тураһында һоҡланып һөйләгән. Бер көндө бәләкәй улы менән урманға, тирә-яҡты гиҙергә сыҡҡандар. Аҡландың ситенән сылтырап, йүгерә-йүгерә шишмә аҡҡан. Улар ял итергә ултырған. Малай һағайып: “Атай, ишетәһеңме? Бында ла кемдер шул телдә һөйләшә белә!” – тигән.
Бәғзеләр менән оҙаҡ йылдар буйына көн дә тиерлек аралашып йәшәһәң дә, улар ниңәлер күңелеңә инмәй. Бер ваҡыт уның менән юлдар айырылһа, уны бөтөнләй тиерлек онотаһың. Ә инде башҡа берәү менән осрашыуың иһә күҙ асып йомған арала ғына үтеп китә, ә ул кеше бер генә һүҙе менән, бер минут ҡына һөйләшеү менән һинең хәтереңә һис ҡасан да онотолмаҫлыҡ булып уйылып ҡала. Юҡҡамы ни, борон-борондан кеше күңелен байытыусы, шатландырыусы дуҫтарса әңгәмәне сағылдырған күркәм телмәргә ныҡлы иғтибар бирелгән. Әҙәпле һәм матур һөйләй белеү, кешеләр менән ихлас мөнәсәбәттә булырға мөмкинлек бирә. Кешене беҙ уның яҡшы һүҙе аша таныйбыҙ. “Минең һине күреүемде теләһәң, һүҙ башла”, – тигән бөйөк фәйләсүф Сократ. Ололар аҡылына, зиһененә, һүҙенә көндән-көн нығыраҡ мохтаж була барабыҙ. Киләсәк быуындарға аманат итеп еткерерҙәй мәҡәл-әйтемдәребеҙ бар: “Ауыҙың ни һөйләгәнде ҡолағың ишетһен”, “Ахыры заман килһә, атаһы торор – улы һөйләр, инәһе торор – ҡыҙы һөйләр”, “Ашы тәмле бал була, һүҙе тәмле бей була”, “Донъяны һүҙ биҙәр”, “Ишеткән бер һүҙҙе һөйләмә”, “Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә инә”, “Йәш ғүмер, әйткән һүҙ, атҡан уҡ – кире ҡайтмай”, “Теле барҙар – халыҡ булған, теле юҡтар – балыҡ булған” һ.б.
Һүҙ байлығы, матур һәм бай телмәр – кешенең интеллектуаль үҫеш белемлелек, мәҙәнилек күрһәткесе. Ундайҙарҙы йәмғиәт аҡыллы, ижади шәхес итеп ҡабул итә. Улар үҙҙәренә эште тиҙерәк табалар, хеҙмәт баҫҡысы буйлап уңышлы үрләйҙәр. Тормошта ла уңғаныраҡ булып сығалар. “Тел менән саҡ-саҡ аралашыу – саҡ-саҡ фекер йөрөтөү ул”. Ҡайһы бер негр ҡәбиләләренең һүҙлек байлығы тик 300 генә һүҙҙән тора. Шундай хәлдә ҡалып ҡуймайыҡ тим, йәмәғәт.
Милли телдең, әсә телебеҙҙең ҙур ҡыйынлыҡтар кисереүен күрмәү, шул ауыр сиргә ҡаршы көндәлек көрәш алып бармау – беҙҙең тарафтан кешелектең киләсәген күрәләтә талау булыр. Телебеҙ бар халыҡ яҡлауына, ҡайғыртыуына мохтаж иң бөйөк, иң ҡиммәтле хазина ул. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡына ҡәҙерле буласағын һис ҡасан да онотмаһаҡ ине.
 
Үкенескә күрә авторы күрһәтелмәгән
https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2018-03-02/don-yany-bi-r-211908
Донъяны һүҙ биҙәр
Донъяны һүҙ биҙәр
Автор:
Читайте нас в