Үҙем юлым уңмай ҡайтып барам, үҙем һантый һымаҡ көлөп, ҡыуанып атлайым. Әлдә әле инәйем риза булманы бабайға барырға. Риза булып китеп барһа бабай менән, балаларына нимә тиер инем шунан мин. Ә йәшәй алмай кире ҡайтһа күҙенә нисек ҡарар инем инәйемдең. Өйөмә ҡайтып еткәнсе мин үҙемдең эшкә ашмаған яусы, димсе икәнемде һәм әбей таба алмаҫымды аңланым. Шуға күрә ауылымдағы башҡа әбейҙәргә барып та тормаҫҡа булдым. Тик нисек бабайымдың аңына еткерергә инде быны? Был бурыстан нисек тә ҡотолорға уйлап олатайҙың килгәнен көтөп йөрөйөм. Ә бабайым юҡ булды, бик оҙаҡ ҡына ваҡыт ул күренмәне...
Мин был тарихты онота ла башлағайным инде, олатайым тағы килеп инде беҙгә. “Килен минең йомошомдо үтәгәндер инде, мине нимә тип ҡыуандырыр икән тип килә ятам.” – тине ул. “Олатай зинһар үпкәләмәгеҙ, мин ысын күңелдән тырышып ҡараным һеҙҙең йомошоғоҙҙо үтәргә, әммә”...- мин һүҙемде һөйләп бөтә алманым. “Аңлашылды, был ауылда ла уңманым инде әтеү мин.” – тине бабайым мине бүлдереп.
Бер генә минутҡа ул миңә бөтөрөнөп, шиңеп киткән кеүек тойолдо.
Ләкин ул үҙен тиҙ генә ҡулға алды. “Ярай килен, юҡтың артынан ҡыума тиҙәр бит,”- ул ярты һүҙендә туҡтап ҡалды, нимәлер уйлай ине шикелле.
Ә мин ҡотолдом тип эстән генә ҡыуанып та бөтмәнем, ул мине аяҡтан йығырлыҡ хәбәр һалды.”Эйе булмағас булмаһын да, килен беҙ былай эшләйек. Әйҙә икәүләп минең менән һинең тыуған яғыңа йөрөп ҡайтайыҡ. Бәлки һинең тыуған ауылыңда барҙыр берәй әбей, бәлки үҙеңдең туғандарың араһында яңғыҙ инәйең барҙыр.”- тине бабайым. Мин телһеҙ ҡалдым, нимә тип әйтергә лә белмәй инем.
Тыуған яғыма әллә ҡасандан бирле ҡайтҡаным юҡ бит инде минең. Ҡайтҡан саҡта ла тик өйҙә генә, тик атай – әсәй янында ғына була ла кире китә торғайным. Ә инде атайым менән әсәйем гүр эйәһе булғас, бөтөнләй ҡайтҡаным юҡ. Әбейҙәрҙе лә иҫләмәйем бит, шунан һуң әллә нисә йылдар буйы күҙгә, башҡа күренмәй, ҡайтмай йөрө лә ҡайта килеп, инәй әйҙә беҙҙең менән, бына һиңә бабай алып килдем тиемме ни. Ошоларҙың барыһын да бабайыма әйтеп һалам, ипләп кенә был нийәтенән баш тартырға өгөтләйем уны. Әммә мине тыңлаймы һуң ул үҙ һүҙле ҡарт, йәнем дә көймәгәйе... “Юҡ инде килен, хәҙер кире тайпылыу юҡ. Һин мине улайтып не кидай понимаешь. Мин үҙем алып йөрөйөм машинамда һине, бөтә юл сығымдарын үҙ өҫтөмә алам. Имен - һау кире алып ҡайтып ҡуям һине ауылыңа. Һин дауай, дауай килен хәлемә кер минең, аңларға тырыш йәме.”- тип үҙенекен тыҡыны олатайым. Балаларымды ҡалдырыр кешем юҡ тигәнгә, илап ятҡан имсәк балаң юҡ та инде. Ҡыҙҙарың ҙур, донъя ҡалдырырлыҡ булғандар инде. Һыйрҙарым һауылмай торор бит беҙ йөрөп ҡайтҡансы, һыуалҡы тартыр тиүемә, шундай ваҡытта күршеләрең нимә өсөн, әллә нисә күршең бар.
Был сәфәрҙән нисек тә тайпылырға уйлап, индәй генә дәлил килтерһәм дә бабайым яуабын табып, бөтәһен дә юҡҡа сығара барҙы. Иң ахыры мин әптән арып, бабайҙың ҡыҫымына бирештем. “Ярай олатай, минең Йылайыр ауылында бер туған һылыуым (һеңлем) йәшәй. Шул һылыуыма шылтыратып һөйләшәм дә, шунан һеҙгә яуап бирермен. Ул тыуған ауылға ла йыш ҡайтып йөрөй, кешеләрҙе лә белә. Әгәр ҙә яңғыҙ әбейҙәр бар тиһә, беҙҙе менән йөрөргә риза булһа юлға сығырбыҙ Хоҙай ҡушһа. Ә хәзер күҙемдән юғалығыҙ, хатта ныҡ арыным һеҙҙән. Имен аман ҡайтып етегеҙ.”- тип бабайымды ҡыуып тигәндәй ҡайтарып ебәрҙем. Үҙем, ер һөрөп ҡайтҡан кеше һымаҡ, аяҡтарымды саҡ һөйрәп барып урыныма йығылдым. Ну был ҡарттың ныҡымышлығын...
Бер ике көн һылыуыма ла шылтыратманым, был турала кемгәлер һөйләү түгел уйлағым да килмәй ине.
Аҙыраҡ бабайға йәнем көйөүе баҫылғас, Йылайырҙа йәшәгән Мәғәфүрә һылыуыма шылтыратып бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Шаңғыратып көлөп туҡтағас, әбейҙәр бар инде ул тип, һылыуым ауылдар буйлап беҙҙе менән йөрөргә риза булды. Тик шәмбе, йәкшәмбе көндәре генә йөрөй алыуын, былай көндәрҙә эштән китә алмауын әйтеп хушлашты. Олатайға хәбәр иттем инде, һылыуым риза, шәмбе көн мине килеп алырһығыҙ ҙа юлланырбыҙ тип. Эй хәйерлегә генә булһын Хоҙайым...
Шулай итеп шәмбе көнө тәүәкәлләп, әбей эҙләп юлға сыҡтыҡ. Бабайым бик күңелле, йор һүҙле, үткер телле, өҫтәүенә йыр һөйгән кеше лә булып сыҡты. Ул юл буйы йә төрлө йырҙар йырлап, йә аллы – гөллө көләмәстәр һөйләп, йә мөнәжәт әйтеп, йә шиғыр уҡып минең күңелемде күрергә тырышты. Әйләнгән һайын миңә рәхмәтен дә әйтергә онотманы. Шундай талантлы олатайыбыҙ бар икәненә аптырап та, һоҡланып та, бер нисә көн алдан уны борҡолдатып, тупаҫ рәүештә ҡыуып ҡайтарғанымды иҫләп оялып та килә торғас, мин юлдың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәҙер инде мин был шул тиклем таланттарға эйә булған, үтә шәп, үтә әрһеҙ олатайыбыҙға нисек тә әбей табып биреү теләге менән яна башланым. Йылайырҙа туҡтап, һылыуымда сәй эсеп, уны ла үҙебеҙ менән ултыртып алдыҡ та ары ҡуҙғалдыҡ.
Машинала ниндәй ауылдарға, ҡайһы туғандарға туҡтарға һөйләшеп, үҙебеҙгә күрә бер план ҡороп алдыҡ.
Бына беҙ тыуған ауылыбыҙ Матрайҙа, тәүҙә үҙ туғандарыбыҙға, шунан таныш – тоноштарға барып, әбейҙәрҙең ҡылын тартып ҡарарға булдыҡ.
Иң тәүҙә әсәйем мәрүмдең ике туған һылыуына, шунан үҙебеҙҙе уҡытҡан өлкән йәштәге уҡытыусыбыҙға, тағы ике өс әбейгә барҙыҡ. Һәр өйҙә беҙҙе яҡты йөҙлө, күркәм, бик һөйкөмлө әбейҙәр ҡаршы алды. Төҙөк, бөхтә йорт ҡуралы, матур өйҙәрҙә йәшәй ине улар. Һәр бер өйҙә беҙҙе йылы ҡаршы алдылар. Ризыҡ теҙеп өҫтәлдәренә, тәмле сәйҙәр тәҡдим иттеләр. Иғтибар менән йомошбоҙҙо тыңланылар ҙа, ипләп кенә, үпкәләтмәҫкә тырышып ҡына кире ҡаҡтылар. Ҡоҙалап барған бер әбейебеҙ ҙә риза булманы. Ғүмер буйы көткән донъяларын, нигеҙҙәрени ташлап, балаларынан, ейән – ейәнсәрҙәренән айырылып китергә теләмәне. Шулай итеп Матрайҙа уңманыҡ,
юлыбыҙҙы ары дауам иттек. Тыуған ауылыбыҙҙан аша ауылда ятҡан Безводный( Петропавловский) ауылына яҡын туған инәйебеҙгә барып әбейҙәр һорашып белешергә булдыҡ. Беҙ килеп туҡтағанда инәйебеҙ ҙә, олатайыбыҙ ҙа өйҙә ине. Улар ихлас ҡыуанып ҡаршы алды беҙҙе. Ауыл кешеһенең ҡунаҡсыллығының сиге юҡ. Бик оҙаҡ күрешкәнебеҙ ҙә булмағас, нимә алып, нимә ҡуйырға белмәй өлтөрәп тора инде инәйебеҙ ҙә, олатайыбыҙ ҙа. Инәйебеҙҙең бабайы, олатайыбыҙ алдында йомошобоҙҙо әйтергә уңайһыҙланып, аш өҫтәле артынан торғансы беребеҙ ҙә һүҙ башламаныҡ. Ике бабай һөйләшә, һөйләшә тышҡа сығып киткәс кенә, инәйебеҙгә ниндәй мәшәҡәт менән йөрөгәнебеҙҙе аңлатабыҙ. Бик етди ҡабул итте был хәбәребеҙҙе инәйебеҙ. “Эййй, өлкән кешегә яңғыҙ ҡалыуы анһат түгел инде. Нисек кенә ярҙам итергә икән һеҙҙең был бабайығыҙға ҡыҙҙар” – тип оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ул. “Әбейҙәр хәҙер бабайға бармай шул ул. Ай һай табып булмаҫ тием бабайға барырлыҡ әбейҙе. Үҙегеҙҙең еңгәгеҙ бар инде, барып ҡарағыҙ әле, бәлки юлығыҙ уңыр”- тине. Беҙ һүҙһеҙ генә бер беребеҙгә ҡарап алдыҡ та, был еңгәйебеҙгә лә барыуҙың файҙаһыҙ икәненә төшөндөк. Хатта инеп тормаҫҡа ла булдыҡ. Әсәйем мәрхүмдең бер туған бер бөртөк ҡустыһы мәрхүмдең ҡатыны ине ул еңгәйебеҙ. Яҡын туған еңгәйебеҙҙе бындай йомош менән борсорға ла ҡурҡтыҡ хатта. Сөнки беҙҙең тоҡомда ирҙәре үлһә ҡатындары башҡа иргә сыҡмай, хатта баштарына ла килтермәйҙәр ундай уйҙы. Шуға күрә башҡа ауылдарға барып ҡарарға булдыҡ.
Инде беҙ сәфәребҙҙе Байғужа ауылына, икәүһе бергә йәшәгән апайҙарыбыҙға барырға булып дауам иттек. Апайлы, һылыулы икәүләп ғүмер итә беҙҙең был апайҙарыбыҙ. Өлкәне тормошҡа сыҡмай, ғүмерен һылыуына һәм уның ике балаһына бағышлаған. Шул ике баланы тыуғандан ҡарашып, үҫтерешеп, уҡытып, оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итеп, хәҙер ҙә һаман да шулар тип йәшәй. Ошо апайҙарыбыҙҙың ҡылын тартып ҡарарға булдыҡ. Бәлки бында юлыбыҙ уңыр тип өмөтләндек, өмөтһөҙ шайтан тимәгәндәр бит юҡҡа ғына. Их белһәм ине мин алдағы хәлдәрҙе...
Байғужаға кисләтеп кенә, ҡараңғыла килеп индек. Ваҡыт ныҡ һуң булыуға ҡарамаҫтан апайымдар яҡшы ҡаршы алды беҙҙе. Йорттары йәтеш кенә, ҙур булмаған ике бүлмәле. Эй бәләкәй генә өйҙәрен ҡурсаҡ шикелле итеп тота икән был бөрсә шикелле егәрле ике апайым. Ҡайҙа ҡарама тәртип, бөхтәлек, таҙалыҡ. Бөтә ерҙә лә, стеналаларҙа, койка дивандарҙа үҙ ҡулдары менән сигеп ҡуйылған селтәрҙәр, яҫтыҡ тыштарында сигелгән аҡ ҡоштар йөҙә. Тумбочка, комодтар өҫтөндә сигелгән күгәрсендәр оса. Ап – аҡ тәҙрә ҡорғандары(пәрҙәләре), карауат япмалары сәскәләр төшөрөп сигелгән. Һоҡланғыс әкиәт донъяһы инде бына. Шул тиклем йәмле, матур донъя көтә икән апайымдар. Бына улар ихлас ҡына итеп табын янына саҡырҙылар беҙҙе, матур итеп һөйләшә, һөйләшә ашап, эсеп алғас бер уңайһыҙлыҡ килеп сыҡты. Апайымдар икәүләшеп тороп беҙҙе төпкө өйгә саҡырып алып:”Беҙҙең өйөбөҙҙә ғүмерҙә лә ир – ат йоҡлау түгел, аяҡ баҫҡаны ла юҡ. Был бабайығыҙҙы ҡайһылайтып йоҡлатайыҡ икән? Беҙ ҡурҡабыҙ бит әле” – тип аптыраттылар. Шырғаяҡ һылыуым өй яңғыратып көлөп апайымдарҙы ҡосаҡлап алды. “Һай ике һәтәү, ул бабай кеше ашамай бит! Алйып бараһығыҙмы әллә”- тип тынысландырып ҡараны. Әммә икеһе лә ысынлап тороп ҡурҡа ине был ғүмер буйы икәүләп кенә йәшәгән апайымдар. Ҡулдары ҡалтырап, үҙҙәре һерелдәп яҡшылап хәбәрен дә һөйләй алмай торған ошо ике бахырсыҡ ҡатынды мин бик йәлләнем шул мәлдә. Мөғжизәле, күркәм донъяларын емереп инеп, тыныс, бәхетле тормоштарын болғатып, ҡуҙғытып ебәргән кеше һымаҡ тойоп киттем үҙемде. Уңайһыҙлап йөрөгән өсөн икәүһенән дә ғәфү үтенеп, беҙ икебеҙ ҙә һеҙҙе менән бергә төпкө бүлмәлә йоҡларбыҙ, бабайҙы алғы бүлмәгә һалырбыҙ. Ҡурҡмағыҙ, беҙ һеҙҙе яҡларбыҙ, һаҡларбыҙ, ул бабай бер ҙә ҡурҡыныс түгел, мәрхүм Радик кейәүегеҙҙең яҡын туған олатаһы тип саҡ күндереп йоҡларға яттыҡ. Әммә улар керпек тә ҡаҡмай төн үткәргәндер тип уйлайым. Сөнки йоҡларға ятҡас, мин бер килке көлөп, аптырап яттым апайыдарҙың был холҡона. Ә инде бабай ҡуҙғалған, тышҡа сығып ингән йәки сөскөргән һайын икәүләшеп һикерешеп тороп ултырғандарын ишетеп, уларҙы йәнем өҙөлөп йәлләп, илап таң аттырҙым.
Иртәнсәк тышҡа сығып, йыйнаҡ, таҙа ишек алдында, һәр нимәһе үҙ урынында
булған тәртипте күреп һоҡландым. Нисек ул, береһе таяҡҡа таянып, аҫҡап саҡ йөрөгән, икенсеһе лә һаулығы маҡтанырлыҡ булмаған ошо ҡураныс ҡына кәүҙәле ике апайым, ошолай матур донъя көтә алалар икән? Ҡайҙан көс, ҡеүәт килә уларға? Мин уйҙарыма бирелеп китеп, тирә – яҡта нимә булып ятҡанын абайламай ҡалғанмын. Ҡысҡырып, ҡысҡырып апайымдарҙың олоһоның илағанына һиҫкәнеп киттем. “Мин яңғыҙым ҡайһылайтам? Ул һылыумды алып китһәгеҙ миңә үлергә генә ҡала инде. Юҡ, юҡ бирмәйем, уйламағыҙ ҙа.”- тип һөйләнеп илаған апайымдың эргәһендә, ҡапыл алдында Дейеү пәйҙә булғандай, йөҙө ҡағыҙҙай ап – аҡ булған икенсе апайым ҡатып ҡалған. Мин был күренештән бөтөнләй иҫем китеп, күҙҙәремде түңәрәкләндереп аптырап, Мәғәфүрә һылыуымдан ымлап ҡына нимә булғанын һорайым.
Шарҡылдаҡ Мәғәфүрә көлә - көлә: ”Һай ошо икәүҙең һәтәүлеген, алйотһығыҙ ҙа инде! Бабай алып китеп бармай ҙа баһа һеңлеңде, улайтып иларға апай. Әллә миңә һылыуыңды бирәһеңме тип кенә һорай бит. Ә һинең нимәгә ҡобараң осҡан апайым? Олатай машинаһына көсләп тыҡмай бит һине алып китәм тип. Әллә миңә бараһыңмы тип һорай ғына. Һай ошо икәүҙе, шулайтып кеше ҡурҡалыр шул ирҙәрҙән”...
Шунан һуң ике апайым да һәләтләп беҙгә әбей эҙләшергә тотондолар. Был саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан, был ҡурҡыныс бабайҙан тиҙерәк ҡотолорға теләгәндәрҙер инде. Әммә ләкин ниндәй генә ишекте ҡаҡһаҡ та, юлыбыҙ уңманы. Һәр өйҙә лә яҡты йөҙ, ҡайнап торған самауыр ҡаршы алды беҙҙе. Тик бер генә әбей ҙә илен ташлап әллә ҡайҙа сит – ят яҡҡа олағырға риза булманы. Беҙ тамам арып, әбей эҙләү уйынан төңөлөп тигәндәй, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ике апайым, был аяҡлы бәләләрҙән ҡотолоу ҡыуанысынан, ҡапҡа төбөндә беҙҙе оҙатып, ҡосаҡлашып тороп ҡалдылар. Эй АЛЛАҺЫм беҙ һөмһөҙҙәр арҡаһында ни тиклем тетрәнеү кисерҙе ошо бахырсыҡ апайымдар. Ғүмерҙә лә онота алмаҫтар, беҙгә яҡшы һүҙ ҙә ҡушмаҫтармы икән инде?...
Ошондай күңелһеҙ уйҙарға батып, һөйләшмәй, бер өн дә сығармай киләбеҙ машина эсендә. Матрайға етеп килгәндә Мәғәфүрә һылыуым, ипләп кенә миңә ҡағылып, ҡурҡып ҡына һүҙ башланы, минең йәнем көйөп , эстән ҡайнап ултырғанымды һиҙгәндер инде: ”Эй Зилдә апай, әйҙә Япарһаҙға Сәрүәр еңгәйебеҙгә барып етәйек. Алыҫ түгел бит Матрайҙан боролорға ғына кәрәк. Әйҙә инәйек, һин нисек уйлайһың? Әйҙә ҡарышма инде.”- тине ул мине өгөтләп. “Юҡ, юҡ етте, булды, юҡтың артынан ҡыума тиҙәр. Бер ҡайҙа ла боролоу ҙа, инеү ҙә һөҙөмтә бирмәҫ барыбер. Тура ҡайтабыҙ, һине Йылайырҙа өйөңә төшөрөп ҡалдырабыҙ ҙа ҡайттыҡ беҙ. Хатта һөйләмә лә башҡа”- тип ҡырҡа ҡаршы төшәм мин.
Олатайыбыҙҙың ҡолаҡтары ҡарп итеп ҡалды.“Ҡайҙа, ҡайҙа? Ниндәй еңгәйегеҙ? Ҡайҙа боролорға? Әйҙә етеп ҡайтайыҡ яҡын булғас. Килен һин кире һуҡма әле. Анауынсама юлдар йөрөп киләбеҙ, был еңгәйегеҙгә лә етеп ҡайтайыҡ, үкенескә ҡалмаһын.”- тип өгөтләргә тотондо мине бабайыбыҙ. Арыуым еттеме икән, мин башҡа ҡарышып торманым...
Бына беҙ Япарһаҙ ауылында яратҡан ғына Сәрүәр еңгәйебеҙҙең ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаныҡ. Быныһы инде атайыбыҙҙың бер туған ҡустыһының ҡатыны, шулай уҡ яҡын туған еңгәйебеҙ. Беҙ машинанан сыҡҡансы ялпылдап өйөнән Сәрүәр еңгәйебеҙ килеп тә сыҡты.
Мин инде әллә ни замандан бирле еңгәйемде күргәнем юҡ ине. Ул өлкәнәйеп киткән, бөтөнләй икенсе кеше кеүек күренде миңә. Әммә еңгәйем ныҡ матур әбейгә әйләнгәйне. Уның һәр ваҡыт янып, балҡып торған ерән(рыжий) сәстәре ап - аҡ булған. Был аҡ сәстәр шул тиклем уға килешә, күркәм, һөйкөмлө итә ине еңгәйемде. Әбей тип әйтерлек тә түгел инде уны, тик сәстәре генә ағарған, ә йөҙөндә һырҙар юҡ тиерлек. Етеҙ ҡуҙғалып, ялп – йолп баҫып йөрөүе лә элеккесә ҡалған. Һаман да ҙур тауышлы, элеккесә гөрһөлдәп тора көлөүе лә, ихлас, асыҡ күңелле инде еңгәйем, эй матур ине еңгәкәйем... Ошо еңгәйемә бәйле бик күп йылы иҫтәлектәр һаҡланған күңелемдә. Ул иҫтәлектәр үҙе бер айырым ҙур тарих, АЛЛАҺЫ бирһә насип булһа яҙырмын әле яратҡан еңгәйем тураһында айырым хикәйә...
Эй матур ине еңгәйем тип яҙғайным бит әле. Олатайыбыҙҙың уны күргәс тә йөҙө яҡтырып, күҙҙәрендә нурҙар балҡып китте. Эй ғашиҡ булды ла ҡуйҙы бит бабайыбыҙ... Ысынлап тороп күҙе төштө уның еңгәйебеҙгә. Ул хатта йәшермәй ҙә быны, һоҡланып та, ҡыуанып та еңгәбеҙҙән күҙҙәрен ала
алмай ине. Кеше шул йәштә лә ғашиҡ була ала икәненә икәүләп шаһит булып, өндәшмәй генә Мәғәфүрә менән олатайҙы күҙәтәбеҙ. Ә еңгәйебеҙ бөтөнләй бер нимә лә һиҙмәй, аш – һыу әҙерләү менән мәшөғөл. Әллә һиҙҙермәй генәме икән инде? Ҡатын ҡыҙ бит ул ныҡ һиҙгер була ундай яҡҡа...Эйе юҡҡа ғына: ”Любви все возрасты покорны!”- тимәгән бит инде урыҫ халҡы. Һәм мөхәббәт алдында бәндәләрҙең бөтәһе лә көсһөҙ...
Сәрүәр еңгәйемдең тәмле итеп бешергән ашын, итен ашап, тәм – том ҡушып хуш еҫле сәйен эсеп алғас, йомошобоҙҙо еткерәбеҙ. Был еңгәйебеҙ ҙә беҙгә бер ниндәй ҙә яңы хәбәр әйтмәне. “Әллә инде бер ҙә белмәйем шул, килеп сығырмы икән был йомошоғоҙ. Яңғыҙ әбейҙәр бар ҙа ул беҙҙә, хатта ҡәҙимге генә күп улар. Әммә”... Еңгәйебеҙ хәбәрен һөйләп бөтөп тә өлгөрмәне. “Ҡуй ҡоҙағый әбей эҙләп тә тормайыҡ, һин дә йонсома, мин дә йонсомайым. Әйҙә үҙең бар ҙа ҡуй миңә, хатта күңелеңмә яттың, оҡшаның инде миңә. Икәүләп гөрләтеп донъя көтөрбөҙ. Әйҙә ҡоҙағый ризалығыңды бир, ҡәҙерләп кенә торормон, өрмәгән ергә ултыртмаҫмын.”- тип бабайыбыҙ уның һүҙен бүлдерҙе.
Тәүҙә еңгәбеҙ өндәшмәй беҙгә күҙ һалып алды, шунан гөрләтеп көлөп ебәрҙе. “Ә ә ә юҡ, юҡ ҡоҙа хатта һөйләмә лә ул хәбәреңде. Юҡ мин бабайға барыу ҡайҙа ул, юҡ. Мин шул тиклем бәхетле булдым мәрхүм ирем менән. Бер түгел алты ҡыҙ үҫтерҙек. Төрлө саҡтар булды, бөтәһе лә ал да гөл була торғайны тип әйтә алмайым, әммә беҙ үтә лә бәхетле булдыҡ. Хәләлемдең яҡты иҫтәлегенә тап төшөрөп, бабайға барам тип сабып йөрөй алмайым. Юҡ булмай! Хатта өгөтләмә лә ҡоҙа! Һин бик күркәм, һөйкөмлө кешһең, егәрле, булдыҡлы, шәп кеше икәнең дә күренеп тора. Әммә булмай, үпкәләмә зинһар!” – тип еңгәйебеҙ ҡәтғи кире ҡаҡты олатайыбыҙҙың тәҡдимен. Ул хатта тышҡа сығып китте ялпылдап, әллә үпкәләне, әллә йәне әрнеүен, күҙ йәштәрен күрһәткеһе килмәне... Ә бабайыбыҙ Мәғәфүрә менән миңә ябырылды:”Әйҙә ҡыҙҙар миңә ярҙам итегеҙ әле. Ошо еңгәйегеҙ миңә ныҡ оҡшаны, башҡа әбейҙәргә барып та тормайыҡ. Еңгәгеҙҙе өгөтләп күндерегеҙ миңә тормошҡа сығырға. Бөгөн үк алып та ҡайтайыҡ, беҙҙең менән бергә барып күрһен донъямды, ауылымды, туғандарымды. Шунан күсереп алыуы ла оҙаҡ булмаҫ. Әйҙә, әйҙә өндәшмәй тик ултырмағыҙ, еңгәгеҙҙе күндерешегеҙ”... тип нығытып ҡуйҙы ул беҙҙе, еңгәйебеҙ тынысланып кире өйгә ингәнсе. Мин Мәғәфүрә һылыуыма:”Хатта Сәрүәр еңгәйгә өндәшә күрмә! Ишеттең бит нисек үпкәләгәнен.”- тип бышылдайым, ул ризалашып баш ҡаға. Бына еңгәйем, бер нисә әбейгә барып киләйек әле, бәлки юлыбыҙ уңыр, тип тәҡдим яһаны. Минең инде бер ергә лә барырға теләгем юҡ ине. Үҙегеҙ генә йөрөгөҙ әйҙә тип тороп ҡалдым...
Бер нисаҡлы ваҡыттан һуң, танауҙары төшөп, күңелһеҙ генә ҡайтып инде яусыларым. Ғәжәпкә ҡаршы еңгәйем менән һылыуым күңелһеҙ генә ҡайтып инһәләр, олатайыбыҙҙың киреһенсә йөҙө яҡтырып киткән, йылмайып бөтә алмай ине ул. Мин был үҙгәрешкә аптырап:”Олатай үҙегеҙгә әбей табып, шул ҡыуаныстан ҡояштай балҡып килә ятаһығыҙмы әллә?”- тип һорайым. “Юҡ, юҡ килен тапманыҡ, шуға ҡыуанып бөтә алмайым”- тине бабайым. “Аһа, аһа анауынсама юлдар үтеп, шул һеҙгә әбей эҙләп йөрөүебеҙ түгелме ни? Әллә алйып бараһығыҙмы, әбей таба алмағанға ҡыуанырға? Әллә беҙҙе мыҫҡыл итәһегеҙме?”- мин ысынлап тороп бөтөнләй асыуланып киттем. “Туҡта, туҡта ҡыҙмай тор! Һай бирлеһең дә инде килен! Һиңә Радик улым нисек түҙҙе икән! Ай һай ай! Тәүҙә һөйләгәнде тыңлап бөт, эштең айышына төшөн шунан бирлән.”- тип олатай мине туҡтата. Аҙыраҡ асыуымды ауыҙлыҡлап, бабайҙы тыңларға була тынып ҡалам. “Бая уҡ әйткәйнем бит инде, әбей эҙләп тә тормайыҡ, күңелемә һеҙҙең еңгәйегеҙ бик оҡшаны. Әйҙә ҡоҙағый миңә тормошҡа сыҡ, бына итеп йәшәрбеҙ АЛЛАҺЫ бирһә”... - тип тағы еңгәйебеҙҙе өгөтләй башланы. Был юлы еңгәйем һүҙ ҙә өндәшеп торманы, баш ҡына сайҡаны ла сәй ҡайнатырға ҡуйып, өҫтәл әҙерләй башланы. Мин, Мәғәфүрә һылыуымдың нимәлер һөйләргә йыйынып ауыҙын асҡанын күреп, ҡапыл ҡаты ғына итеп итәгенән тартып туҡтатам.
Ауыҙыңды ла асма, өгөтләмә еңгәйҙе тип ымлайым уға ҡаштарымды емереп ҡарап, асыуланып. Һылыуым минән үтә алмай өндәшмәй ҡала.
Мин, йәнемде аҡтарып сығып килгән ярһыуымды баҫыр өсөн, тышҡа сығып киәм. Бәҙрәфкә барып килеп, тышта элеүле торған ҡул
йыуғыстан (умывальниктән) шаптырлатып һыу ағыҙып, һабында үсем бар кешеләй ҡат, ҡат ҡулдарымды һабынлап йыуам. Бағанала күренгән кнопкаға баҫып, насостан теш ҡамаштырырлыҡ һыуыҡ һыу сығарып, битемде земберләтә, земберләтә йыуам. Ҡәҙимге генә ваҡыт тышта тыныслана алмай тотҡарланам. Нимәгә ярһыйым үҙем дә аңламайым..
Бушты бушҡа ауҙарып, балаларымды ҡалдырып йөрөгәнгә үҙемә йәнем көйәме, олатайыбыҙҙың үтә әрһеҙлегенә, һөмһөҙлөгөнә, юҡ тигәнде белмәй ныҡышыуынамы, әллә урынлы, урынһыҙ көлгән, былай ҙа ныҡ көйәләнгән еңгәйебеҙҙең хәлен һиҙмәгән һылыуымамы? Мин быны аңламаным, яйлап үҙемде ҡулға алып, өйгә инәм дә ...
Инәм дә ...”Нишләп юҡ тигәнде аңламайһығыҙ ул, Мәғәфүрә һин бит беләһең дә инде мин ағайың мәрхүмде нисек яратҡанымды, хөрмәт иткәнемде, ҡәҙерләгәнемде... Исмаһам һин ныҡышма, мин ағайың мәрхүмдең иҫтәлегенә тап төшөрөп бабайға барып ултыраһым юҡ. Ҡоҙа мин һеҙҙе насар кеше тимәйем, бына тигән шәп бабай икәнең күренеп тора. Әммә мин ҡалған ғүмеремде ирем мәрхүмдең яҡты иҫтәлектәре менән генә яңғыҙ йәшәп, баҡый донъяға күсергә йыйынам...” – еңгәйем илай, илай ошо һүҙҙәрҙе яуҙыра, йә ҡысҡырып илай, йә һыңҡылдап тымып ҡала ла бер аҙға, шунан тағы иларға тотона ине. Мәғәфүрә, башын түбән эйеп шымып инеп киткән, олатайыбыҙ ыуаланып, нимә әйтергә лә белмәй үрле, ҡырлы йөрөй. Мин өйгә килеп индем дә ошо күренешкә хайран булдым. Эштең нимәлә икнен аңлап алғас, мин тиҙ генә еңгәйем янына үтеп уны ҡосаҡлап алдым. Эргәһенән үтеп барышлай, Мәғәфүрәнең беләген ныҡ итеп семтеп алам, ул ҡымшанманы ла хатта, әллә һиҙмәне лә инде...
“Эй еңгәкәйем зинһар беҙҙе ғафү итә күр, үпкәләмә инде йәме. Беҙҙең һине кәмһетергә, мыҫҡыл итергә уйыбыҙға ла инеп сыҡҡаны юҡ. Олатай һиңә ысынлап тороп ғашиҡ булған, шуға ныҡыша. Ә Мәғәфүрә бикәсең әбей эҙләп арығанға ғына әйтә, яман уй менән һөйләмәй бит. Ярай еңгәй тыныслан инде зинһар, беҙ һине ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, ағайыбыҙҙың рухына тоғро булғаныңа бик шатбыҙ. Имен - һау бул беҙ ҡайтайыҡ инде.”- тип мин еңгәйемде саҡ тынысландырып алам. Мәғәфүрәгә тишерҙәй итеп ҡарап, алда юлда уны нимә көткәнен белдерәм. Сәрүәр еңгәйебеҙ айвайыбыҙға ҡарамай, юл алдынан беҙҙе тәмле ризыҡтары менән сәй эсереп оҙатып ҡала.
Хәҙер инде беҙ бер ергә лә туҡтамай ҡайтып етергә нейәтләп юлға сыҡтыҡ. Мәғәфүрә һылыуымды тетмәк булып машинаға инеп ултырһам да, мин бөтөнләй һөйләшергә теләгем юҡ икәнен тойоп, бер өн дә сығармайым. Һылыуым да бер хәбәр ҙә һөйләмәй, тик бабайҙың әйләнгән һайын ауыр көрһөнөп, тамаҡ ҡырып алыуы ғына тынлыҡты боҙа. Машина ыңғайына бәүелеп килә торғас күҙҙәремде йомам да ойоп ҡына йоҡлап китәм.
“Апай, әйҙә инеп сәй эсеп сығығыҙ, юлығыҙ алыҫ бит әле, ҡайтып еткәнсе асығырһығыҙ.”- тип яуырыныма ҡағылғанға уянып китәм. Мин ауыҙ асып та өлгөрмәйем, өлгөр олатайыбыҙ машинаһынан ырғып тигәндәй сығып, һылыуым артынан атлай ҙа башлай. Башҡа юл ҡалмағанға мин дә улар артынан эйәрәм. Һылыуымдың сәйе ҡайнағанын көткәндә, бабайыбыҙ бар Рәсәйҙең, Башҡортостандың пенсионер әбейҙәрен тетеп әрләп ултырҙы. “Кәнишне әбейҙәр хәҙер бабайға сыҡмай, Хөкүмәт әбейҙәргә пенсия түләп ҡотортоп бөттө, нишләп улар бабайға барһын инде. Бында һин әбей тапмай йонсоғаныңда эше лә юҡ ул Хөкүмәттең.”- тип бер килке һуҡыранды ул. Бик, бик йәл дә, ҡыҙғаныс та ине олатай ошо хәлендә, шул уҡ ваҡытта бабайҙың әбейҙәрҙе лә, хөкүмәтте лә әрләүенән түҙеп торғоһоҙ көлкө килә.
Сәй эсеп, тамаҡ ялғап алғас, олатайыбыҙ аҙыраҡ тыныслана төштө. Ул ултыра биргәс:”Киленемә тәҡдим яһай алмайым, бигерәк дыуамал бит ул. Туңҡайта һуғырға ла, йә булмаһа ырғыта тибергә лә күп һорамаҫ.
Ҡоҙаса, әйҙә үҙең бар ҙа ҡуй миңә.”- тине Мәғәфүрә һылыуыма.
“Уй й й бай ай тауык кәлләһеңме әллә (тауыҡ баш)? Мин ныҡ йәшмен дә баһа! Һеҙҙән былайыраҡтарға барманым әле мин. Әбей тапмаһағыҙ ни зәрәр юҡ (зыян юҡ), барҙыр әле һеҙгә насибы.”- тип үзбәк, башҡорт телен бергә бутап яуап бирҙе һылыуым. Ун йылдан ашыу Үзбәкстанда кейәүҙә булып ҡайтҡан Мәғәфүрәбеҙҙең ныҡ тулҡынланған йәки ҡурҡҡан ваҡыттарында шундай “үзбәге” сығып китә торған ғәҙәте бар ине...
Шулай итеп әллә күпме көндәр йөрөп, әллә нисә саҡырым юлдар үтеп беҙ олатай менән ҡайтып барабыҙ. Ауыр
уйҙарына сумып бабай рульдә, мин әптән арып, башымды артҡа ташлап ойоп, күңелһеҙ генә, тауыш – тынһыҙ ғына үҙ яғыбыҙға етеп киләбеҙ.
Олатайҙың ауылында туҡтап, ул донъяһын байҡап, малына тамаҡ, ҡош - ҡортона ем биргәнсе көтөргә тура килде. Мин тыштан ғына бабайҙың донъяһын ҡарап сығам. Өйө ҙур, матур, башҡа ҡаралтылары ла (усаҡлығы, һарай, келәттәр һәм башҡа ҡоролмалары) төҙөк, иркен ишек алдында һәр ерҙә тәртип. Булдыҡлы, бөтмөр хужаның донъяһы икәне ярылып ята. Эй ҡуйһаңсы ошо егәрле, шәп кешегә лә әбей табыуы бик ҙур бәлә... Ярай ҡырҙағы, алыҫ ауылдарҙағы әбейҙәр әллә ҡайҙа сығып китергә шикләнәләр икән, үҙебеҙҙең яҡын тирәләге инәйҙәр нимә ҡарай икән һуң? Улар белә бит инде олатайҙың ниндәй кеше икәнен, насип түгелдер инде... Шулай үкенесле тамамланды беҙҙең олатайыбыҙға әбей эҙләп сыҡҡан сәйәхәтебеҙ. Ул мине ауылыма алып килеп ҡалдырҙы ла,
башҡа күрешмәнек...
Ошо сәйәхәттән һуң бер йыл тирәһе үткәс, бабайыбыҙҙың үҙенә әбей тапҡаны, ул әбейҙең Өфө ҡалаһынан булыуы һәм олатай янына күсеп килеүе тураһында хәбәр ишетелде. Өҫтәүенә ул әбейҙең бик бай ҙа булыуы тураһында һөйләнеләр. Мин был хәбәргә сикһеҙ ҡыуандым. Әйҙә рәхәтләнеп йәшәһен, көйөнмәһен, яңғыҙ йонсомаһын, һәр кем үҙ пары менән йәшәргә, бәхетле булырға лайыҡлы. Әллә нисә ауылдарҙан эҙләп таба алмаған әбейҙе, бабайыбыҙҙың ҡаланан таба алыуы мөғжизә
бит инде... Насип мал ауыҙ йыртып керә, тигән боронғолар. Шуның һымаҡ насип булғас, табылған бит тормош иптәше олатайыбыҙға...
Автор: Зилдә Хәмиҙуллина.