* Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – үткәнде ҡайтарып булмай, киләсәк хаҡында күп хыялланма – киләсәгең әле етмәгән. Һинең ғүмерең – ул бөгөнгө көн, уны матур итеп һәм файҙалы итеп үткәр.
* Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – улар бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл.
* Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.
* Тәүбәңде яңыртып тор, ғүмеребеҙҙе ағыулаусы гонаһлы эштәрҙән үҙеңде тыйырға өйрән.
* Йышыраҡ Ҡөрьән уҡы, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш, Аллаһты иҫтә тотор өсөн зекерҙәр әйтеп йөрө.
* Кешеләргә изгелек ҡыл – үҙеңде бәхетле тойорһоң.
* Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныслылыҡ булдыра.
* Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.
* Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге артыҡлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.
* Берәй файҙалы эшкә бөтә булмышың менән бирел – был һинең ҡайғыларың китеүгә сәбәп булыр.
* Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн.
* Хәл-ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш алыуына ла әҙер бул, һәм, әгәр ҙә улар тормошҡа ашһа, һиңә ул тиклем үк ауыр булмаҫ.
* Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.
* Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!
* Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә.
* Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама.
* Минут һайын Күктең ярылып төшөүен йә иһә Ер шарын һыу баҫыуҙы хафаланып көтмә. Бел: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Һиңә яҙған һынауҙар һине барыбер бер нисек тә урап үтмәҫ, ә яҙмағандары иһә һиңә һис ҡасан ҡағылмаҫ. Шуға ла һәр нәмә өсөн алдан борсолоп, нервыларыңды бөтөрмә.
* Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап.
* Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Әлбиттә, һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр.
* Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баштан-аяҡ эшкә сум.
* Яҡшы уйҙарҙа бул, насар уйҙарҙан һаҡлан. Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе.
* Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, Уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул.
* Күңелең тартҡан эш менән шөғөллән – һинең шөғөлөң донъяуи бәхеттең бер өлөшө булып, үҙеңә лә, кешеләргә лә файҙа килтерһен өсөн.
* Һәр эштә лә тәүәккәл бул һәм бөгөнгө эшеңде иртәнгегә ҡалдырма.
* Аллаһы Тәғәләнең һиңә биргән ниғмәттәре, яҡшылыҡтары хаҡында уйлан, улар тураһында кешеләргә һөйлә, шөкөр ит.
* Аллаһы Тәғәлә һиңә иман, аҡыл, һаулыҡ, байлыҡ, ризыҡ, ғаилә һәм эш бирҙе икән, бының өсөн Уға рәхмәтле бул.
* Кешеләрҙең күберәк яҡшы яҡтарына иғтибарыңды йүнәлт, кәмселектәренә күҙеңде йом. Камил кеше юҡ, һәм был тәү сиратта һинең үҙеңә лә ҡағыла.
* Ғәйбәт һүҙҙәренә ышанма. Кешеләрҙең хаталанғанын көтөп, кәмселектәрен эҙләмә, сөнки был һиңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.
* Һаулығыңды һаҡла, сөнки тән сәләмәтлеге – йән сәләмәтлеге.
* Аллаһы Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл: ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, бер кеше лә белмәгәндәй итеп өҫтәмә ураҙалар тот. Шул рәүешле йәнеңдең дә, тәнеңдең дә яйлап таҙарына барыуын һиҙерһең.
* Бәхетле бул! ❤
Шәйх ʼӘйд әл-ҠАРНИҘЫҢ «Ҡайғырма!» («Не грусти!») китабынан