-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Август 2022, 20:00

«Күгәрсен үлгән» тауында. Хикәйә.

Интернет селтәрендә Башҡортса википедияла меңдәрсә мәҡәлә яҙып “Викиөләсәй” тип танылған, киң билдәле шағирә ауылдашының тыуған төйәк атамалары тураһындағы берләшмәлә бер нисә һүҙҙән торған атамалар тураһында яҙмаһын уҡығас, беҙҙә лә ундай атамалар байтаҡ таһа, тип иҫләп ултырҙы Ришат. “Бисәләр өмә иткән” яланы, “Байлар ҡунған”, “Үрге...”, “Бирге ыласын ояһы” тауҙары, “Баш элгән” урманы, “Эт һалған” күл, “Ат үлгән” кисеүе, тағы әллә ниндәйҙәре... Шулар тураһында фекерен яҙып ултырғанда, ҡапыл һуңғы атама үҙе өсөн бик мөһим булған ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө лә ҡуйҙы. Эйе, үҙҙәре сығарған йырының юлдары ла ҡолаҡта сыңлай башлағандай булды:...Күгәрсен үлгән тауындаКүгәрсендәр күрмәнек...Нур сығарғайны ул йырҙы, эй моңло булды ла инде. Хәйер, ҡалған өсәүһе лә тауыштары бармы-юҡмы, ул башлаһа, ҡушыла инеләр......- Мөдир, йыраҡмы әле?- Хәҙер, малайҙар, тағы әҙерәк барһаҡ, етәбеҙ!Бөтә кәрәк-яраҡтарын йөкмәп алған дүрт егет, ара-тирә шулай хәбәрләшеп, ашыҡмай ғына лесовоз тәгәрмәстәре йырып бөткән юлдан килә торғас, “мөдир” ҡушаматлыһы:- Ана, эшселәр будкаһы, еттек тиһәк тә була! Әйҙәгеҙ, ошонан йылға аша сығайыҡ та, берәй уңайлыраҡ ерҙе ҡарап туҡтарбыҙ!Тау аҫтында бәләкәй генә яланлы яр башына туҡтанылар. Әйберҙәрен бер йыуан ҡарағай төбөнә өйҙөләр ҙә, сәй ҡайнатыу хәстәренә тотондолар. Тиҙ генә ҡоро-һары йыйып килтерҙеләр, Нур ут яғып ебәрҙе. Таған әтмәләп, сәйнүккә һыу алып элделәр. Рәжәп, тәмәке ҡабыҙҙы ла:-Йә, Мөдир, ҡайҙа инде диләнкәң!- Ҡаршығыҙҙағы тау беҙҙеке, малайҙар! Хәмиҙулла ағай ҡыш көнө бер генә бағана юнды ла: “Энекәш, ошо тауҙың был яҡ битләүендә күпме ҡырҡа алаң, вис ағас һинеке, теге яғына бик барырға теләһәң дә бара алмаҫһың, был яғын да үҙең күреп тораң, йәһәннәм!” – тигәйне.- Әәә, ана юнылған бағана күренә, шулмы?- Шул инде, бында бүтән кем йөрөр, тиң!- Дәә, тапҡанһың урын! Ошо йәһәннәмгә килеп ҡырҡмаһаҡ,- тине Рәжәп эре һары тештәре аша сыртлатып төкөрөп.- Бындай ерҙән леспромхозға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса, диләнкә бирелмәй, шуға һәйбәт ағас тороп ҡалған да.Белеп бөтһә икән егеттәр, был яҡҡа килеп сығыуҙың әтнәкеләрен......Ришат әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, берәй йыл әҙерләнмәй тороп, уҡырға барырға самаламаҫҡа булды. Элекке клуб мөдире тимер юлға эшкә китер булғас, шул бушаған урынға урынлашты ла ҡуйҙы. Йәнәһе, ҡышҡы кистәрҙә әҙерләнергә ваҡыт күп буласаҡ. Клуб менән китапхана элекке иҫке мәсет йортонда урынлашҡан. Бында ҡасандыр мәктәп тә булған, мәғариф усағына яңы бина төҙөгәстәр, бушағанын клуб иткәндәр. Мәҙәниәт идаралығы эш хаҡын өҫтәп түләмәһә лә, китапханаһын да, клуб эше менән бергә алып барырға ҡуша. Шуға ла ауылда шаяныраҡ ағайҙар Ришатҡа исемен әйтеп тормай ғына “мөдир”, тип ошо вазифалары менән генә өндәшә ине, аҙаҡ барыһы ла шулай атап алды ла китте...

 
Егерме саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауыл Советына сессияларға саҡырталар. Шунда яңы мөдир һыуыҡ, иҫке бина урынына яңыһын төҙөп булмаймы, тип һорау биргәйне.
“Шул эште етәкләрлек кешеһе генә юҡ ине, тотонорҙай булһаң, бөгөндән аҡса табабыҙ”-, тине рәйес. Бер ни тиклем уйланып йөрөгәс, ә ниңә тотоноп ҡарамаҫҡа һуң тип, лесничествоға барҙы. Унда, әйҙә, ағас таба алһаң, диләнкә ярырбыҙ тигәстәре, бер нисә урында ярарлыҡтай ағас ҡарап ҡайтты, белгән генә ағайҙарҙы ла алып барҙы. Тик, ул ерҙәрҙәге ағастарҙы ҡырҡырға рөхсәт бирмәнеләр. Йә әле йәше етмәгән, йә башҡа сәбәп таптылар. Аптырап йөрөгәндә ауылдаш ағайҙың күрше лесничествола лесничий булып эшләгәне иҫенә төштө. Март аҙағында ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ямаш лесничествоһына сыҡты ла китте.
Шәриф ағай эште ҡыҙыу тотто, шулай уҡ ошонда урман ҡараусы булып эшләгән ауылдашы Хәлим ағайҙы саҡырып алды ла: “Бар, ҡайтып атыңды егеп кил дә, ...-се кварталда ҡарағай ағасы үҫә бит, шунда диләнкә ярып бир”, тип ҡушты. Шул көндө үк диләнкә ярҙылар, конторға кире килгәс, Шәриф ағай:”Теләһә ниндәй ваҡытта ҡырҡ! Документ төҙөүе ҡыйын булмаҫ аныһы”.
- Ниңә ауыл тирәһендә ярманылар икән? Беләм, матур ғына урындар бар ҙа инде. Һәй,туғаным, һинең һолоң, бойҙайың юҡ шул, табырҙар ине, мин дә юҡты һөйләп торам инде, - тип түбән яҡ колхоздарға ағас эшләткән ағайҙар өсөн ағасты һәр саҡ тапҡандарына ишараланы. Ысынлап та, теге ярып ҡараған диләнкәләрҙең береһенә Ҡырмыҫҡалы районына ағас эшләтеүсе бер ағай үткән аҙна билет алып ҡайтҡайны...
Яҙын бара алманылар, бесән еткәс тағы тотҡарландылар. Сентябрь башында ғына ике класташы - Нур менән Рәжәп, тағы мәктәпте үҙҙәренән түбәнерәк класта уҡып бөткән Ғәйсәр барырға риза булдылар. Күрше ауылға йәйәүләп, ә Ямашҡа ауылдың эшселәрен йөрөткән леспромхоз машинаһына ултырып барып еттеләр. Шәриф ағай конторала ине:
- Мин һине килмәйҙер тип уйлағайным, - тине, - ярай, ағастың ҡайҙа икәнен беләһең, барығыҙ ҙа ҡырҡа башлағыҙ, теге аҙна башында Ҡамайылғаға, лесхозға барып, диләнкәне дәкүминтләп ҡуйырбыҙ. “Дружба” бысҡығыҙ ҙа юҡ икән, беҙгә әлегә әллә ни кәрәк түгел, берәүһен биреп ебәрәм, ун литрлыҡ канистр менән бензин да алырһығыҙ. Шул саҡ контораның икенсе яғындағы квартираларынан ағайҙың ҡатыны Нурйыһан апай килеп инде:
- Үҙебеҙҙең ауылдаштар килгән дәһә, әйҙәгеҙ сәйгә! Юлдан килгәндәр бит, ниңә шунда уҡ алып инмәнең, - тип шелтәләп тә алды ағайҙы. Апай сәй эсереп, аҙыҡлы ат арымаҫ, тип бер артмаҡлы муҡсай бәрәңге лә бирҙе. Бөтһә, килеп алығыҙ, оялып ас ятмағыҙ, тип тә иҫкәртте. Әйткәндәй, ауылдаштары байтаҡ килеп төпләнгән леспромхоз базаһы был яҡҡа күскәс барлыҡҡа килгән ауылға.
- Әле леспромхоздың Моторинда будкаһы бар. Башҡа юл юҡ, машина юлынан тайпылмаһағыҙ, шунда барып төртөлөрһөгөҙ. Эшселәр унда ашап-эсеп йөрөй, аттарҙы ҡарауыллаусылары бар. Эшселәр кискелеккә ауылдағы баракка йоҡларға ҡайта. Бабайға һеҙҙең менән күңеллерәк тә булыр, шунда ҡунып йөрөрһөгөҙ. Диләнкә будканан бер биш йөҙ метр ғына йылға ашаһында, унан башҡа осло тау юҡ ул тирәлә. Ағас йыҡҡанда һаҡ булығыҙ, тау текә, ботап бөткәс үк турамағыҙ, ағас ятышынан төптән бер нисә метр ҡабыҡтың ҡатыршы өлөшөн әрсеһәгеҙ, ағасығыҙ аҫҡа тиклем шыуыр, кәрәк размерға шунда турарһығыҙ, - тип өйрәтеп, кәңәштәр бирҙе. - Магазинда Хәбир ағайығыҙ эшләй, нимә кәрәк, алығыҙ, икмәк тә бирер. Ашарығыҙға бөтһә, кистән эшселәр менән ҡайтып, кәрәк нәмәне алһағыҙ, иртән кире тағы улар менән килергә була. Бөгөн тәпәйләргә тура килә инде, нисауа, яйлап барып етерһегеҙ, һалдат бутҡаһын ашаған егеттәр ҙә һеҙ, - тип оҙатып ҡалды Шәриф ағай...
...Рәжәптең ”тапҡанһың һин дә диләнкә ярыр урын!”, тигәненә Ришат:
- Уның ҡарауы, ағасты трелевкалап тормаҫбыҙ, аҫҡа шыуып төшкәнен турап, күҫәкләп кенә өйөп ҡуйырға була. Аҡсаны трелевка өсөн дә түләрмен...
- Дәә, Мөдир, бик матур һайраның. Тауҙың исемен нисек тине әле Шәриф ағай? - тип Нур Ришатҡа төбәлде.
- Күгәрсен үлгән, тине шикелле.
Егеттәр тауға оҙаҡ итеп ҡарап торҙо...
Тәүге көндәрҙә эш ыңғай ғына барҙы, бысҡы матур эшләй, Ришат, Нур алмашлап бысалар, береһе бысҡанда икенсеһе оҙон ҡолға менән этеп тора. Рәжәп менән Ғайсар балта менән йығыр яҡтан ағаста “подруб” алалар.Бер нисәне ауҙарғандан һуң ботаҡтарын ботайҙар. Атаһы электән моторлы бысҡы тотҡас, Ғайсар рәтен белә, бысҡының сылбырын үткерләй һалып бирә, карбюратор “сөскөрә” башлаһа, уны асып таҙарта. Араларында тәжрибәлерәк Нурҙың ни әйткәнен тыңлап ҡына торалар.
Эштең өсөнсө көнөндә йыуан бер ҡарағайҙы бысҡанда ағас ятышы үргә булһа ла, подрубты аҫ яҡтан алдылар. Күмәкләп еңә алыуҙарына ышандылар, тау үренә табан ҡолаһа, төп яҡ алда булғас, ағас шыумаясаҡ, турап аҫҡа төшөрөүе мең этлек буласаҡ. Шуға ла икенсе ҡолға менән Ғайсар ҙа этәй, Рәжәп әҙерләнгән шыналарҙы балта төйҙәһе менән ҡағып бара. Тик ағас бер ҙә генә бирешмәй, киреһенсә, бысҡыны ҡыҫты ла ҡуйҙы. Бер нисек тә еңә алмағас, Нур бысҡыны һүндерҙе лә Рәжәпкә:
- Сап бер яғынан, подруб өҙөлһә, әйләнә ул ағас, - тине лә, Ришат менән Ғайсарға, - ә һеҙ нығыраҡ этәгеҙ, алып булһа, мин бысҡыны тартып алырға тырышам, -тине. Рәжәп үҙе торған яҡтан байтаҡ тумырғас, ағас яйлап ҡына урынында әйләнә башланы ла, йыуан ботаҡлыраҡ яғы еткәс, аҫ яҡҡа гөрһөлдәп ауҙы. Тик Нур ғына бысҡыны тартып ала алманы, ағас менән бергә китте. Йыуан ағас әйләнгәндә бысҡы ағастың аҫтында ҡалмаһа ла, йәнәшәләге ағасҡа килеп бәрелде. Ярай, бөтөнләйгә иҙелмәгән, “йөрәге” иҫән, әммә рамын стойкаға беркетә торған пластина һынып сыҡҡайны. Бер-ике ағасты, рамды тимер сыбыҡ табып нығытып, бысып ҡаранылар ҙа, эш барырҙай булмағас, туҡтанылар. Арҡыры бысҡылар менән кискә тиклем маташтылар. Кискә табан эштең ныҡ яй барыуына йәндәре көйөп ултырғанда, Ришат:
- Малайҙар, әйҙәгеҙ Ямашҡа, хәҙер эшселәр ҡайта, машинаға өлгөрәйек! Унда леспромхоз складында моғайын запчасть табып булыр. Бер юлы икмәк, кәнсер-маҙар, туҡмас-фәлән алырға ла кәрәк. Барактарында урын булыр әле, йоҡларбыҙ шунда,- тигәс, тиҙ генә йыйындылар ҙа машинаға йүгерҙеләр. Өлгөрҙөләр. Базала склад мөдире күренмәне, өйөнә ҡайтып киткәйне. Ауылдаштары Хәсән ағай:
- Һеҙ Хәлимә апайҙың өйөнә барығыҙ, мужыт иртәгә иртәрәк килтерә алырһығыҙ, бауайы беҙҙең ауылдыҡы, Дәүләтғәле ағайға үҙегеҙҙең ҡайҙан икәнегеҙҙе танытығыҙ, - тип өйөн өйрәтеп ебәрҙе. Барып тапҡас, Ришат иптәштәрен ҡапҡа тышында ҡалдырып, өйгә инде. Унда ике өлкән йәштәге ағай өҫтәл артында бал эсеп ултыра, хужабикә өйҙә юҡ. Эстәкәндәргә бал ҡойоп ултырған ҡартырағы:
- О, Сәлим улым килгән дә, әйҙә-әйҙә үт-үт, ултыр, -тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ришат:
- Мин, Сәлим түгел дә ул, Дәүләтғәле бабай. Хәлимә әбейгә йомош менән килгәйнек, “Күгәрсен үлгән”дә клубҡа ағас ҡырҡып ятабыҙ, -тип әйтеп ҡарағайны ла, ҡыҙмаса булып алған бабай:
- Һин теге юлы ла мине алтатҡайның, Ғарифулла энекәйҙең малайы ла һин, был юлы алташтыра амаҫһың, дауай ултыр, өҫтәл артына, -тип эстәкәнгә бал ҡойған ыңғайы бармаҡ янай-янай Ришатты орошоуын дауам итте:
- Үәт малай, атайыңғошап һин тә шыма ғына икәнең, мине алтай амаҫың. Ғарифулланың малайларын туңҡайып торһалар ҙа таныйым мин...
Ул арала һауған һөтөн тотоп, хужабикә лә килеп инде. Бабай:
- Хәлимә, мына, Сәлим улым кигән тә - Сафа ағайымтың күршеһе Ғарифулла энекәштең малайы. Һинтә йомошо бар. Ишетһен ҡолағың, нәмә кәрәк, вис биреп ебәр!, - тип бойорҙо әбейенә. Сәлим сараһыҙҙан үҙенең яңы роленә күнеп, апайға бысҡыларының ватылыуы, нәмә кәрәклеген аңлатты. Складында булып бирә алһа, иртәрәк килеп, иртәнге машинаға өлгөртмәҫме икәнен үтенде. Дәүләтғәле бабай Ришатҡа иптәштәрен дә саҡырып керетергә, әбейенә малайҙарҙың тамағын туйҙырырға ҡушты. Ришат сыға һалып: “Әйҙәгеҙ, тамаҡҡа ашап сығайыҡ, белегеҙ, минең исемем Сәлим. Сафа бабайҙың энеһе Дәүләтғәле бабай мине “һин күрше Ғарифулланың малайы”,- тей ҙә ҡуя. Әбейе лә иртәрәк килергә риза булды, бабай мине Сәлим тигәс, Мөдир тиһәгеҙ тиегеҙ, тик исемде әйтеп ҡуймағыҙ, йәме!”, - тип иҫкәртте.
Ашанып алғас, баракҡа йоҡларға киттеләр. Унда кәрт һуғалар, ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләйҙәр, бер-береһен кәзекләйҙәр. Бигерәк тә бер ҙур кәүҙәле, кәкре оҙон танаулы урыҫ ағайға көн юҡ, хатта берәй ҡыҙыҡ һөйләгәндә лә “Лүнкә һымаҡ был да...”, тип башлайҙар. Ағай башҡортса һыу һымаҡ эсә, ояла, унан тәмәке тартырға сығып китә. Бер сыҡҡанында Нур Хәсән ағайҙан тегенән ниңә көлгәндәрен һорағас, ағай көлә-көлә аңлатты. Барак йыйыштырыусы мәрйә ауыҙынан сыҡҡан лаҡап икән. Лүнкә мәрйәне түшәк бүлешергә ризалатҡан, имеш. Быны белгән әхирәттәре ”Йә, нисек һуң, Лүнкә?” тип һораша икән. Мәрйә тегеләргә: “ Эй, ҡуйығыҙ, һорамағыҙ ҙа шуны. Танауына ҡарап риза булғайным...”, тип яуаплаған. Шунан һуң лаҡап таралған. Әле һаман эшселәр теленән төшкәне юҡ. Тағы бер ағайға “Кампот”, тип өндәшәләр. Уныһы ниндәйҙер ғәйебе өсөн ултырып ҡайтҡас: “Тегендә шәп, көн һайын жареный компот бирәләр”, - тип ысҡындырғас эләккән ҡушамат икән...
Төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр, мажаралар, лаҡап, һулға йөрөүҙәр менән маҡтанышыуҙарҙы тыңлап ятып, һуң ғына йоҡоға китһәләр ҙә, иртән иртүк тороп, леспромхоз складына килделәр. Хәлимә әбей унда ине инде. Иң тәүҙә һынған пластина урынына яңыны табып бирҙе, өҫтәп ике яңы бысҡы сылбырын тиҙ генә кеҫәгә тығырға ҡушты, өр-яңы стартер ҙа тотторҙо. Ришат бысҡының сылбыры йөрөй торған полотно ла һорап алды, сөнки иҫкеһе ағас ҡыҫҡас ҡыйшайғанға оҡшай ине. Хәлимә әбей егерме литрлыҡ канистр һондо ла: “Анауынан бензин тултырып ал!,- тип мискәне күрһәтте. Бензинды шланг менән тултырып бөтөп, ҡапҡасын матурлап ябып торғанда ишектә Хәбир ағай күренде:
- Ришат, һин бында ни эшләп йөрөйһөң?
Ришат тиҙ генә Рәжәпкә:
- Ришат бар алып сыға тор! - тип канистрҙы тотторҙо, үҙе һиҙҙермәй генә ағайға күҙ ҡыҫты. Хәбир ағай ҙа эштең ниҙә икәнен аңлап, һүҙҙе икенсегә борҙо:
- Бында киткәнегеҙҙе күреп ҡалғайным. Әле ваҡытығыҙ бар! Егеттәр, магазиндан берәй нәмә кәрәкмәйме?- тине.
- Кәрәк ине шул, - тигәс, бергә сығып, магазинына табан йүнәлде. Юлда Ришат ағайға Дәүләтғәле бабайҙың үҙенең Сәлим түгел, тигәненә ышанмауын аңлатты, саҡ тотторманың, тип көлдө.
- Һәйбәт апай ул, алдашмаһағыҙ ҙа бирер ине, беҙҙең ауылдыҡыларҙы үҙ итеп кенә тора ла ул...
- Һуң, алдаштырырға кисә ҡыҙмаса булған бабай үҙе мәжбүр итте , -тип аҡланды Ришат. Хәбир ағай ҙа прилавка аҫтынан леспромхоз эшселәренә генә тәғәйенләнгән ит консерваларын сығарып тотторҙо, макарон, ярма, маргарин, шәкәр, байтаҡ икмәк, тағы тәмәке алдылар...
Күңелдәре күтәрелгән урмансылар диләнкәгә тиҙ килеп етте. Эш тағы ла гөрләне. Ришат ике көн Ҡамайылғала, Иҙелбашында билет артынан йөрөгәндә лә эш туҡталмаған.
...Лесхозда, картаһынан ҡарап, делянка ярылған чертежды тикшереп ултырған урман инженеры: “Ағас рөхсәт ителгән ерҙә түгел”, - тип Шәриф ағай менән Ришатты сығарып ебәрҙе. Ағай лесхоз болдорона сығып:
- Бар энекәй, Чапайға йүгер, тауҙы күсерергә кәрәк!, -тигәс, Ришат йүгереп кенә барып, Чапаев урамындағы араҡы һатылған магазиндан ярты йәшник ҡыҙыл араҡы килтерҙе. Ағай: “Уларға ошолары таман булыр!” - тип килтергән араҡыларҙың яртыһын бүлеп алып, кире инеп китте лә ярты сәғәттә эште “бешереп” тә килеп сыҡты. Унан бухгалтерҙан счет яҙҙырып алғас, икәүләп ашханала ашап алғандан һуң, ағай: “Инде был счет менән Иҙелбашына бараһың, банктан үткәрергә кәрәк! Шуны эшләп ҡайта алһаң, ҡалғаны минең эш, билетты силсәүиткә ҡалдырырым”, - тип аңлатты. Ришат: “Ҡалған яртыларҙы үҙеңә ал”, - тиһә лә баш тартты: “Ҡайтҡас, егеттәреңә кистән тәмләтеп ятҡырырһың”, - тине Шәриф ағай. Поезға тиклем ваҡыт үткәрергә станцияға яҡын йәшәгән Нурҙың ағаһына ингәйне, ул: “Һин был диләнкәнән килгән кейем менән йөрөмә инде ҡалаға”, - тип үҙенең курткаһын кейҙереп ебәрҙе. Иртәгәһен мәҙәниәт бүлегендә: “Банкҡа беҙҙең дә бараһы бар, аҡсаны үҙебеҙ күсерербеҙ бөгөн үк!”,- тип ҡағыҙҙарҙы алып ҡалдылар. Райсоветтың мәҙәниәт бүлеге мөдире эштең башланғанын ишетеп ныҡ шатланды. Ришатты Силәбеләге мәҙәниәт институтына барырға димләй башланы. Уйлап ҡарарға вәғәҙә биреп, хушлашып ҡайтып китте мөдир. Иртәгәһенә төшкә егеттәр эргәһенә саҡ килеп етте. Атлап килеп бер аҙ арыһа ла, төштән һуң эшкә сыҡты.
 
«Күгәрсен үлгән» тауында. Хикәйә.
«Күгәрсен үлгән» тауында. Хикәйә.
Автор:
Читайте нас: