-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Август 2022, 11:15

Йүргәк исеме ҡушыу... йәки Асылына күрә есемеме? Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Шағир булырҙайы шофер   Беҙҙең яҡта һуғыш ваҡытынан ҡалған бер лаҡап йөрөй. Бер ир кеше һуғышҡа китеп, күпмелер ваҡыт үткәс, киткәнендә ауырлы ҡалған ҡатынынан һөйөнсө хаты алған. “Һау ғынамы, баһадирым, нисек унда хәлдәрең, дошмандарҙы юҡ итеп буламы? Атаһы, һөйөнсө, яңыраҡ  улыбыҙ тыуҙы, һуйған да ҡаплаған, тас үҙең инде, сәңгелдәктә талпынып ята. Үҙенә Альберт тип исем ҡуштыҡ...” тип башлап киткән ҡатыны хатын. Ире уға хат аша асыуланып: “Ҡаҡшатҡанһың икән ул исемде ҡушып, беҙ бында бер альберттарҙы бөтөрә алмай йөрөйбөҙ, ә һин унда... фәлән-фәсмәтән...” - тип яуап яҙып ебәргән. Был хәл булғанмылыр-юҡмылыр, һәр хәлдә, яугирҙың асыуын аңларға була. Ни өсөн тигәндә, Альберт, ысынлап та, германдарҙың исеме һәм, үкенескә күрә, ХХ быуатта беҙҙең милләткә лә сит исемдәр сире йоҡто. Исемгә ҡарап есемдең формалашыуы, есемдең исемгә бәйлелеге  тураһында беҙ бик күп кенә миҫал-дәлилдәр килтерә алыр инек. Бер мәл ҡыҙыҡ өсөн генә тип, исем-аттары үҙебеҙсә ҡушылмаған милләттәштәремдең тормошон күҙ алдына килтереп, үҙемсә ҡыҙыҡ ҡына һығымталарҙа яһағайным. Ундай исемдәрҙе йөрөтөүсе кемделер уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн, ул исемдәрҙе атап тормайынса ғына, ҡайһы бер фекерҙәремде әйтеп үтәм. Сит милләттән алынған йә булмаһа халыҡ-ара исем-аттарҙы йөрөтөүселәрҙең мин күҙ алдына килтергәндәренең күбеһенең тормош юлы бик ҡатмарлы, ғаиләләре тарҡалған йә булмаһа яҙмыштары емерелгән булып сыҡты. Ә инде ҡалғандары үҙ ғүмерҙәрендә ниндәйҙер уңыш, ғаилә бәхете, карьера бейеклеге яулаған осраҡта ла, улар быға саманан тыш ихтыяры, ҡаратырышлығы, үтә егәрлелеге һәм эшһөйөүсәнлеге ярҙамында ғына өлгәшкән. Был осраҡлы ғына тап килеүҙер тип  уйлайһығыҙ икән, таныштарығыҙ, дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ араһынан сит йә бер ниҙе лә аңлатмаған мәғәнәһеҙ исемлеләренең яҙмыштарын, тормош юлын күҙ уңынан үткәреп ҡарағыҙ. Сит исемдәрҙе йөрөтөүселәрҙе мин талантһыҙ, һәләтһеҙ тип әйтмәйем, әммә улар тәбиғәттән бирелгән ошондай һәләттәре, таланттары булған көйө лә, тәғәйенләнеше буйынса үҙ урынында булмай сыға, осраҡлы кеше менән ғаилә ҡора, үҙенә тиң булмаған кешеләр менән аралашып, үҙ асылына ят булған мөхит барлыҡҡа килтерә һәм шул арҡала ғүмерен заяға үткәрә. Бер шағир әйтмешләй, уларҙың “Шағир булырҙайҙары - шофер, шофер булырҙайҙары шағир булып йөрөй...”  

Сәскәләр нәфислеге, ҡылыстар сыңы...

Яйы сыҡҡанда тағы ла бер төркөм исем-атлылылар хаҡында әйтеп китергә кәрәктер. Ундайҙар иһә совет осоро неологизмы йоғонтоһонда бөтөнләй мәғәнәһе булмаған яһалма ялтырауыҡ исемдәрҙе йөрөтөүселәр. Уларының иһә, бөтөнләй яҙмыштары булмай, булған хәлдә лә үҙҙәренеке булмай сыға. Ундайҙарҙың тормошо декорация ғына, хатта милли рухтары ла лозунгылар рәүешендә һымаҡ. Шағирә Зөлфиә Ханнанованың “Уйланайыҡ! Яҙмышыбыҙ һәм иманыбыҙ тураһында” тигән бер гәзиттәге мәҡәләһенә берәү ҙә битараф ҡалмағандыр: “...алдан өс-дүрт йәшлек малай йүгерә. Арттан хафаланып өләсәһе ҡысҡыра: “Джери, сынок, не торопись!” – тигән була. Йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Америка йәнһүрәтендәге сысҡандың ҡушаматын ҡушҡандар  бит балаға! Хәҙер урыҫтарҙа балаларына Виолетта, Джонни кеүек урыҫ менталитетына хас булмаған исемдәр ҡушырға тырышҡан була бит...“ тип, Зөлфиә лә балаға дөрөҫ итеп исем ҡушыу мәсьәләһенең мөһимлеген билдәләп үтә. Былар барыһы ла “Исеменә күрә есеме” тигән әйтемдең әһәмиәтен аңламауҙан килә. Үкенескә күрә, беҙҙең милләттә лә бар ундай мәғәнәһеҙ исемдәрҙе ҡушыусылар. Беҙҙең яҡта ошондай ят мәғәнәһеҙ исемдәрҙе балаларына ҡушыусыларға бер инәй асыуланып: “Эй,ҡайҙан табалар һуң ундай мәғәнәһеҙ исемдәрҙе? Уларҙы бит урыҫтар хатта эттәренә лә, бесәйҙәренә лә ҡушмай”, - тигәйне.

Исемдең есемгә, йәғни кешенең асылына, булмышына бәйле әһәмиәтен нисек аңлатырға була һуң? Белеүебеҙсә, исемде беҙгә мулла йәғни Хаҡ Тәғәлә, дин менән мөнәсәбәте булған кеше ҡуша. Әйтеүҙәренсә, был саҡта бәндәнең ғәмәл дәфтәрендә ҡушылған исеме менән тамғаланып, компьютерҙа сайт, электрон адрес йә файл асылғандай, махсус пункт-урын асыла икән. Унда кешегә ошо исемгә Хаҡ Тәғәлә тарафынан тәғәйенләгән ҡот, бәрәкәт, ырыҫ, бәхет, уны уңышлы, бәхетле һәм оҙон ғүмерле итә торған мәғлүмәт, энергия килә һәм әгәр ҙә бәндә үҙ асылына, диненә, лөғәтенә һәм милләтенә хас булмаған исем-атлы булһа, юғарыла һанап үтелгән Хоҙай бүләгенән мәхрүм ҡала. Сит йә мәғәнәһеҙ исем-аттарҙы йөрөтөүселәрҙең яҙмыштары булмауын, уларҙың тормошта уңмауын Хаҡ Тәғәләнең бүләгенән мәхрүм ҡалыуына бәйләп аңлаталар ҙа инде. Дөрөҫөрәге, был осраҡта уларҙың үҙҙәрендә түгел ғәйеп, ә шундай исем биреүсе атай-әсәйҙәрендә, уларҙың ошо хәҡиҡәтте аңлап етмәүендә.

Яңы тыуған сабыйға йүргәк исеме биреүҙә элек беҙҙең халыҡта һис тайпылышһыҙ үтәлә торған йола һаналған. Йүргәк исемен хатта сабыйҙың әсәһенә лә әйтмәгәндәр, уны тик кендек инәйҙәре генә оло сер итеп һаҡлар булған. Йүргәк исеме биреү сабыйға үҙ исемен ҡушҡанға тиклем уны ен алыштырыуҙан, күҙ тейеүҙән, нәмә ҡағылыуҙан һаҡлау маҡсатында башҡарылған. Мин, мәҫәлән, беҙҙең халыҡта ни өсөн йүргәк исеме ҡушылыуының бер сәбәбен һуңыраҡ аңланым. Баҡтиһәң, яңы тыуған сабыйҙың йәне эйәһе йоҡлаған саҡта ирекле рәүештә уның тәненә инеп-сығып, башҡа тарафҡа сәйәхәт  ҡылып йөрөй ала икән. Әйтәйек, сабый йоҡлап китте лә, йәне сәйәхәт ҡыла икән, ти. Һәр йән эйәһенә кире ҡайтҡан саҡта әгәр ҙә уға йүргәк исеме ҡушылмаған булһа, ул яҡын-тирәләге ошо уҡ халәттәге икенсе баланың тәненә инеп китә лә, тегеһенең сәйәхәттән һуңғараҡ ҡалып ҡайтҡан йәне был сабыйға һыйынырға мәжбүр була. Баҡтиһәң, беҙҙе өләсәйҙәр “ен алыштыра” тип ҡурҡытҡан күренеш ошо була икән дә. Бына һиңә кәрәкһә!  Ошо урында йөҙәрләгән сабыйҙар бер юлы тыуған балалар табыу йорттарында ниндәй хәлдәр барғанын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Ә бит беҙҙең халыҡта йүргәк исеме ҡушыу йолаһы бар, тип әйтер берәү. Ә ул исемдәрҙе хәҙер кемдәр ҡуша һуң? Акушерҙармы? Шәфҡәт туташтарымы? Бала табыу йорттарының баш табибтарымы?

Беҙҙең халыҡта ете быуын туғандары араһында бер үк исемде ҡушыу ныҡ тыйылған. Был йола ла һуңғы ваҡытта онотола бара. Әгәр ҙә туғандар араһында бер үк исемле ике кеше булһа, уларҙың береһе бәхетле, ырыҫлы, икенсеһенең ғүмере ҡыҫҡара, тигән аңлау бар. Ни өсөн тигәндә, бында ла әлеге лә баяғы ғәмәл дәфтәрендәге ҡот, бәрәкәт йыйылмаһы урыны булған исемгә барып төртөләбеҙ. Кем белә, бәлки өлөшлө бәндә төшөнсәһе лә ошо күренешкә, дөрөҫөрәге, кешенең үҙ асылына тап килгән исем йөрөтөүенә бәйлелер.

Атаҡлы авар яҙыусыһы Рәсүл Ғамзатов “Минең Дағстаным” тигән китабында исемдәрҙең мәғәнәһе хаҡында шундай һүҙҙәр әйткән: “Ҡыҙҙар исеме йондоҙҙар балҡышына һәм сәскәләр нәфислегенә оҡшарға, ә ир-ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм китаптар аҡылы сағылырға тейеш”. Әлбиттә, шағирҙың әйткән һүҙҙәре бер ниндәй ҙә мәғәнә аңлатмаған исемдәргә ҡағылмай. Яңы тыуған балаға мәғәнәле исем ҡушыуҙан башлана кешенең бәхетле көнитмеше, уңыштарға өлгәшеүе, оҙон ғүмерле,ҡотло, ырыҫлы булыуы.

 

Мәғәнәһеҙ исем – аҙашҡан яҙмыш 

Аҙағы "Тамаша" журналынының яңы (июль-август) һанында. 

Йүргәк исеме ҡушыу...  йәки Асылына күрә есемеме? Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Йүргәк исеме ҡушыу... йәки Асылына күрә есемеме? Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Автор:
Читайте нас