Иғтибарлап ҡараһам, эргәмдә ысынлап та ифрат та күркәм ир ултыра ла баһа.
Шым ғына ҡыҙҙарға шыбыр¬ҙайым:
– Эйе, ҡыҙҙар, матурлыҡ өләш¬кәндә мин йоҡлап ҡалғанмын, бәхет өләшә башлағанда уянып киттем. Һеҙ ҙә уяу булығыҙ.
Йәтеш иттем, тегеләр ҡып-ҡыҙыл булып киттеләр ҙә шымдылар.
Тора-бара иремде техникумда уҡытып та алдым, эшендә лә маҡтаулы. Бының тирәһендә ҡатын-ҡыҙ күп сыуала башланы. Мин көнләшмәнем, ғауғалашып йөрөмәнем. Күреп йөрөлә бит инде: сығып китә торған ир, сәсең менән иҙән һеперһәң дә, көнләшеп, сат йәбешеп ятһаң да, сыға ла китә, уны бер нимә менән дә тотоп булмай. Шулай, тинем дә тегеләргә иғтибар итмәҫ булдым.
Ғиндуллам йылдар үткән һайын тағы ла күркәмерәк була барҙы, түрә булып китте. Тик мине, балаларын ташламаны. Ауылға йыш ҡайта торғайныҡ. Ауылдың зәһәр телле ҡатындары ғәйбәткә оҫта бит инде, былар баш вата, ти: шундай шәп ир анау йәмһеҙ Әминә менән ниңә тора икән?.. Бер заман үҙемә төрттөрҙөләр, матур Ғиндуллаға матур ҡатын кәрәк ине, йәнәһе. Араларында сибәрҙәр ҙә, бер нисә ир алмаштырып ҡырҡылып бөткән үткерҙәр ҙә бар. Мин былай тинем:
– Һүҙ ҙә юҡ, Ғиндулла матур, һәйбәт ир, мин йәмһеҙ, уныһы ла дөрөҫ. Тик мин шуны ғына аңлап етмәй инем: инде егерме биш йыл торабыҙ, нишләп мине ташлап сығып китмәй икән ул? Мәжбүрләп тотмайым, ялбармайым, китәм тиһә, бер һүҙ әйтмәҫ инем, тик улай тип ауыҙ асҡаны юҡ. Шул үҙемде лә бик аптырата.
Ауыҙҙарын асып миңә текләгән бисәләр, һүҙҙәрем менән ризалашып, ашыға-ашыға баш сайҡаны.
– Аптырата ине, – тип һүҙемде дауам иттем. – Ә бер көн килеп яуабын таптым бит.
Юрый туҡтаным да тегеләргә йәнә күҙ йөрөтөп сыҡтым. Тегеләрҙең түҙемһеҙлеге сиге¬нән ашып бара.
– Сер бик ябай булып сыҡты бит, әүкәйҙәр. Әминәнең матурлығын аңлар өсөн, уға Ғиндулла күҙҙәре менән ҡарарға кәрәк икән.
Ошонан һуң беҙҙең менән булышыуҙан туҡтанылар.
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛИИНА-ҒАЙСАРОВА
https://ye102.ru/articles/mahsus/2021-11-07/maturly-tura-ynda-2565171