Сара башын ике услап тотто. Ул Ангелинаның үҙ-үҙен тотошонан уҡ сирле икәнен һиҙемләргә тейеш ине. Нисек белмәгән-күрмәгән кешеһенә ярҙамға ташланды һуң ул? Шиктәр булды, әлбиттә... Тәү күрешкәндә эсе таҡыр икәнен дә күрҙе. Икенсе күрешкәндә ҡорһаҡлы булыуы аптыратты. Юҡ, эске мөхәррирен тыңламаны, сөнки үҙе лә баш мөхәррир тарафынан нахаҡҡа рәнйетелгәс, кемгәлер бик ярҙам иткеһе килде. Шуны эшләй алыуы күңелдә ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙырҙы. Аңра һарыҡ! Рауилдың вахтаһынан ҡайтып төшөүе бәйләнсек уйҙарынан ҡотҡарҙы. Ирҙе ҡаршы алыу, уның өйҙәге кәйефен булдырыу ҡатындың бурысы. Был бурысты Сара матур итеп еренә еткереп атҡара. Ирекәйе тормош көтөүгә әүәҫ, тик карьера яһайым тип серәнмәне. Уның ҡарауы, һәр саҡ үҙаллы фекер йөрөткән кеше булып ҡалды. Эйе-эйе, ире үҙлеген юғалтҡан, икенсе кешеләрҙең фекерен ҡеүәтләүсе, хуплаусы йән эйәһе булып йәшәмәне. Рауилдың Себер йөрөп эшләүенә лә Сараның ҡаты сирләп китеүе сәбәп булды. Шундай ирҙе нисек яратмайһың да, нисек хөрмәт итмәйһең? Әлбиттә, һүҙгә килешкән, үпкәләгән мәлдәр ҙә була, ғаиләлә унһыҙ булмай. Бындай ыҙғыш күберәк Иректе ҡалайыраҡ тәрбиәләүгә бәйле булды шикелле. Берҙән-бер бала булғас, Сара нығыраҡ иркәләне. Атай кеше ҡатыраҡ тоторға тырышты, ир тәрбиәһен ул шулай аңлай. Һәр хәлдә, Ирек иғтибарҙан мәхрүм булманы, тик балаҡайҙы үҙаллы тип әйтеп булмай. Бәлки, ата кешенең йыш өйҙә була алмауы, ҡырҙа эшләүе йоғонто яһағандыр. Хәйер, нимәһенә зарланырға, Ирек үҙ теләге менән Силәбегә китте. Яйлап тормош көтөргә өйрәнер. Шулай ҙа "Лада" машинаһын төкөттөргәнен Рауилдың белмәүе хәйерле. Белмәгәндең беләге тыныс. Иҫке машина инде ремонтланды, элеккенән дә зәһәрерәк ялтырап ултыра.
Рауил Сараның ниндәй мажараға тарыуын телефон аша һөйләшкәндә тыңлағайны инде. Ҡайтып төшкәс, ентекләп һорашырға тотондо. Башын берсә ҡағып, берсә сайҡап, ҡатынын тыңланы.
- Балаһы урланған әсә нимә генә кисермәгәндер. Урамдағы теләһә кемдең һүҙенә ышанған һине лә аңламайым, - ауыҙынан сыҡҡан тәүге һүҙе ошо булды.
Үҙен йәлләр, йыуатыр тип көткән Сара быны ишеткәс, ҡыҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалды:
- Ҡапыл эштән китеп, япа-яңғыҙ тороп ҡалыуы рәхәт булды тиһеңме миңә? Мин дүрт стена эсендә бикләнеп ултырырға тейеш инемме ни? Бәлки, хаталанмаҫ өсөн берәү менән дә ҡатнашмаҫҡалыр, ә? Әгәр ҙә телевизор эшләп ултырған булһа, йә ноутбук боҙолмаған булһа, мин дә яңылыҡтарҙы белеп ултырған булыр инем. Бала табыу йортондағы хәлде берәйһе әйткән булһа, исмаһам!
- Әйҙә, - тине ире. - Киттек телевизор алырға.
- Юҡ, миңә ноутбук кәрәк...
Бер нисә көндән Сараға Илдар ағаһы шылтыратты. Илдар өлкән улына өй һалдырыу менән мәшғүл. Улар ҙа ҡул оҫтаһы Рауилдың ҡайтҡанын көтөп кенә торалар.
- Сара, өйҙөң ҡыйығын ябырға кәрәк. Кейәүһеҙ быны эшләп булмай.
Ағайҙың үтенесен нисек кире ҡағаһың инде, ярамай, уның ярҙамы арҡаһында Луиза бәләһенән еңел ҡотолдо, шуға күрә Сара иренә йәһәтерәк йыйынырға ҡушты.
"Эштең тейешле күләмен атҡарҙыҡ та, әле ҡайнаға менән йылға буйында ял итәбеҙ", - тип яуап бирҙе Рауил бисәһенең аҙаҡҡы шылтыратыуына. Сараға "Ял итәбеҙ", тиеүе һис кенә лә оҡшаманы. Ағаһының тағы бер шөғөлө бар, һунар итергә ярата. Саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, ҡырға сығып китә. Сара ағаһынан айырмалы рәүештә, һунар итеүҙе күрә алмай. Тәбиғәттә ҡош-ҡорт, йәнлек үҙ иркендә йөрөргә тейеш, уларҙың йәндәрен ҡыйыу гонаһ, ти ул. Бигерәк тә Илдарҙың Рауил кейәүен үҙе менән һунарға йөрөтөүе оҡшамай. Сара асыуланғас, бер талай Рауилһыҙ ғына йөрөнө. Хәйер, судьяның дуҫтары былай ҙа етерлек. Әле бит бына тағын кейәүен эйәрткән... Һунарсылыҡ ҡомары ағаһында ҡайҙан киләлер, быны аңлатыуы ҡыйын. Әллә байҙарҙың кәсебе шул инде? Һәр хәлдә, һунар тиһәләр, унда ытырғаныу хисенән тыш бер нәмә лә юҡ. Ауыр хәтирәләр уята был һүҙ.
Сара күп бала-сағалы булыу тураһында хыял йөрөтә торғайны, әммә көтмәгәндә-уйламағанда бөтәһе лә селпәрәмә килде. Ул икенсе балаға буйға уҙғас, шундай ҡанатланып-осоп йөрөгәйне. Һәр әсәгә хас, күңел яҡты уй-хыялдар менән тулы. Йөклө сағында бер ниндәй ҙә сир тойманы бит ул, ә сабый үле тыуҙы. Ире һунарға киткән мәлгә тура килде был бәхетһеҙлек. Эйе, үҙенең ҡазаға юлығыуын Сара Рауилдың һунарға китеүе менән бәйләй. Бала табырға етешкән көндәренең береһендә Рауил ашығып ҡайтып инде лә, шкафтан рюкзакты сығарып, нәмәләрен барлай башланы:
- Илдар ҡайнаға һунарға саҡыра.
Тере йәнде донъяға килтерергә әҙерләнгән Сара был һүҙҙәрҙе ишетеү менән ытырғанып китте.
- Йөрөмә, - тине. - Һунар мәле түгел.
Ысынлап та, һунар тыйылған осор ине. Ләкин ағаһының һәм уның дуҫтарының - үҙ законы.
- Ҡайнаға эргәһендә иптәш кәрәк, - тине Рауил ҡәтғи тауыш менән. - Бер-бер хәл булһа, шунан аҙаҡ ғүмер буйы үкенеп йәшәйекме? Ул мине алырға тип, машинаһы менән етеп килә.
Сараның кәйефе төштө, шулай ҙа иренә ҡаршы өндәшмәне, бары тик бер йәнлеккә лә мылтыҡ тоҫҡамаҫҡа һүҙ алды. Ағай һәм кейәү дәртләнеп, шау-гөр килеп, күңелле хәбәр һөйләшеп, көлөшә-көлөшә һунарға сығып киттеләр. Ул көлөү әле лә ҡолаҡ төбөндә ишетелгәндәй. Тап шул төндө Сара эсе ауыртыуҙан ыңғырашып уянды. "Ашығыс ярҙам" саҡырттылар, тиҙ генә хастаханаға алып барып еткерҙеләр. Хәле ауырлашҡан Сараға операция яһанылар. Сабый үле тыуҙы. Һунарҙа йөрөгән ире былар тураһында бер нәмә лә белмәне, сөнки урманда телефон тотмай, уны эҙләүҙән фәтеүә юҡ ине.
Рауил шылтыратҡанда Сара наркоздан арынып бөтмәгәйне әле.
- Кәләш, беҙҙең һунар уңышлы булды! - тип ҡысҡырҙы ул шат тауыш менән. - Бер мышыны атып алдыҡ. Тик быуаҙ булып сыҡты, шуныһы үкенесле.
Сараның ҡулынан телефоны төшөп китте. Бер нисә сәғәттән "аһ-уһ" итеп эргәһенә килеп еткән иренә шелтәле ҡараш ташланы ла, күҙҙәрен йомдо. Хәле ауыр ине ҡатындың, ҡаны зарарланғаны асыҡланды, әллә шәбәйә, әллә юҡ, тигән һүҙҙәр ҙә булды. Артабан ҡатмарлы операциялар үткәрергә тура килде, ҡиммәтле дарыуҙар, ҡиммәтле дауаланыу талап ителде, иң үкенеслеһе, аналығын алдырҙы... Рауилға оҙон аҡса артынан Себергә юлланыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Һуңынан һунар тураһында бер ҡасан да һүҙ ҡуҙғатҡандары булманы. Ләкин ул Сараның күңелендә яҙылмаған бер төйөр булып ҡалды. "Ауға бармаһалар, быуаҙ мышыға ҡорал күтәрмәһәләр, минең балам да иҫән ҡалған булыр ине..." тигән уй тынғылыҡ бирмәне.
Йылға буйында, имеш. Илдар йортон эшләшергә түгел, ә ауға алып сығыр өсөн саҡырған булырға тейеш кейәүен. Күңелдә ошо шик тыуыу менән Сара: "Тиҙерәк ҡайт, өйҙә кәрәкһең",- тип Рауилға телефондан әллә нисә тапҡыр тылҡыны. Сюрприз алда булған икән, Илдар ағаһы үҙе шылтыратты.
- Сара, минең егеттәр, шәп эш-ләп, планды үтәнеләр. Хәҙер рәхмәт йөҙөнән мин уларҙы Питерға алып китәм. Кейәү өсөн ҡайғырма, үҙем ҡарап йөрөтөп алып ҡайтам. Былай ҙа киң донъяға сыҡҡаны юҡ, - тине бойорған тауыш менән. Рауил да: "Беҙ Питерға юлға сыҡтыҡ", - тип яуапланы.
Бер аҙна тигәндә саҡ әйләнеп ҡайттылар. Өйгә килеп инеү менән Рауил бисәһен ҡосағына алмаҡ булып, ҡулдарын һуҙҙы.
- Ундағы архитектура, һарайҙар! Иҫ китерлек! Эх, һине лә алып барырға кәрәк булған, Сара!
- Йәш саҡта тегендә-бында йөрөтә торғайның, хәҙер матур һүҙҙәр менән генә йыуаһың.
- Йә, улай тимә инде, кәләш! Алып барырмын! Йөрөтөрмөн!
- Мин япа-яңғыҙмын бит инде... Һинең арҡала икенсе балам үле тыуҙы!
- Сара, нишләп улай тиһең? Ни өсөн минең арҡала?
- Мине "Тиҙ ярҙам" менән алып киткәндә, әйт, һин ҡайҙа инең? Һунарҙа! Быуаҙ мышы атып йөрөнөң! Ике йәнде бер ыңғайҙан ҡыйҙың да баһа! Мин һиңә барма, йөрөмә, тимәнемме, ә! Хоҙай язаһы беҙгә төштө. Шуны һаман аңламайһың! Мышы төшөмә инһә, әле һаман йоҡонан яҙам, белгең килһә!
- Мин мышыны ат-ма-ным. Сара, мин мышыны үл-тер-мә-нем. Мин бит һунарсы түгел. Сара, нисек шулай тип уйлай алаһың? Киреһенсә, ундағы аусыларҙың ҡомарын мин тыйҙым. Мин. Юғиһә, улар ҙур һунарға сыҡҡандар ине.
Сара ышанманы, иренә тишерҙәй итеп ҡараны:
- Кем атты быуаҙ мышыны?
- Әйтһәм, күңелеңә ауыр буласаҡ, Сара.
- Ағайым...
Рауил яуап бирмәне, бары ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡлаған килеш.
- Йөрәк әрнеүеңде кәметә алһа, ант итеп әйтәм, мин үлтермәнем быуаҙ мышыны, - тине. - Йөрөтмә был йөктө үҙең менән.
Сара башын иренең күкрәгенә ҡуйып, тауыш-тынһыҙ ғына илап ебәрҙе.
- Шулай булғас, теге ваҡыт, балалы ҡатын, тип, ни өсөн Луизаны ҡотҡарырға тырышып йөрөгәнемде һин дә аңлайһыңдыр бит!
КӨМӨШ ШЫРШЫ
Рауилын вахтаһына кире оҙатҡандан һуң, Сара шиғырҙар уҡырға күсте. Әлеге мәлдә уның күңеле шиғриәткә тартыла. Мөхәббәте, йән-йәре менән бер аңлашылмаусылыҡтың юҡҡа сығыуы күңелгә яҡты хистәр, кисерештәр өҫтәне. Жәләлетдин Руми - күберәк шиғри һүҙ менән яҙған фәйләсуф. Үҙеңә аҡыл ал уның яҙғандарынан, Сара, шиғырҙары бөгөнгө көнгә төбәп ижад ителгән кеүек. Бына ниндәй була ул ысын һүҙ сәнғәте...
Интернет селтәрендә лә беҙ күпме күрмәгән-белмәгән халыҡ менән аралашабыҙ, хәбәрләшәбеҙ, дуҫлыҡҡа алабыҙ. Кешенең үҙен күреп белмәй тороп, нисек дөрөҫ фекер йөрөтөргә мөмкин? Матур постар аҫтында кемдәр йәшеренгән? Хатта күргән кешебеҙ ҙә үҙенең асылын йәшерә. Шул арҡала Сара үҙе саҡ хөкөмгә эләкмәй ҡалды. Луиза-Ангелинаны психик ауырыу тиһәләр ҙә, унда әллә кемде төп башына ултыртырлыҡ һәләт бар. Әсәһе лә, ана, селтәр аша кем менәндер танышып, алтмыш етелә тормош башлана ғына, тип ысҡындырҙы бит әле. Әсәһе һуңғы арала инеп сыҡҡаны юҡ, ваҡ-төйәк мәшәҡәте килеп сыҡтымы, әллә әхирәттәре менән берәй фитнес клубҡа яҙылғанмы? Юғиһә, гел шул турала һөйләй ҙә ҡала торғайны. Юҡ, онотмаған, ана, шылтырата, өйөмдө йыйыштырырға кәрәк, килеп ет, ти. Ярай, Сара башта үҙ өйөн ипкә килтерер ҙә, шунан әсәһенә табан юл алыр. Линиза ханым ире үлгәндән һуң донъяһын бигүк ҡарамай башлағайны. Хәйер, элек тә өйҙө ялтыратып тотманы. Йыйыштырыу, йыуыу-ышҡыу, рәтләү һәр саҡ өлкән ҡыҙы елкәһендә булды. Әсәһе эшенән ҡайта ла: "Шул былай тип әйтте, был ҡырын ҡараны", - тип йөрәк дарыуына йәбешә лә, кәнәфигә барып ауа торғайны.
Сара эште йоҡо бүлмәһенән башланы. Бөтөн мөйөш-һәйеште аҡтарып йыуҙы, таҙартты. Шкафтарҙы, шифоньерҙағы булған әйберҙе һөйрәп сығарып, уларҙы таҙаға һәм кергә айырырға тотондо. Иренең күк курткаһы төпкә, иҫке-моҫҡо араһына инеп ятҡан. Санкт-Петербургтан ҡайтҡас, йыуырға тип ташлағандыр. Аҡса-фәләне ятмаймы кеҫәһендә? Хужабикә куртканы тегеләй-былай әйләндерҙе, эске кеҫәһенә ҡулын тыҡты. Нимәлер бар бында. Ҡағыҙ киҫәгенә оҡшаған, кәрәкле документ була күрмәһен. Сара ҡулына эләккән бөтәрләнеп бөткән ҡағыҙҙы яҙҙы. Ручка менән нимәлер яҙылған. Текстың һыу тейгән өҫкө яғы юйылған, урта өлөшө асыҡ уҡыла.
"Бәғрем, беҙ осрашҡан көндән мин тыныслығымды юйҙым. Көнө-төнө һин генә күңелемдә..."
Был нимә? Мөхәббәт хатымы? Сараның йөрәге дөп-дөп типте. "Беҙҙең аллея буйлап үткәнде хәтерләйһеңме? Ап-аҡ эре ҡар яуа ине. Фонарь яҡтылығында тирә-йүн шундай ялтырай. Гүйә, беҙ икәү - әкиәт донъяһында. Эйе, һин ысынбарлыҡты әкиәт иттең, әкиәтте - ысынбарлыҡ. Бәхетем минең. Ҡасан ғына тағы күрешербеҙ. Мәңге һинеке. Әлфиәң."
Сараның башына күҫәк менән тондорҙолармы ни! Ул ултыра төштө. Күҙ алдында әйберҙәр тоноҡланды. Кемдәрҙер телефондан шылтыратты. Ул бер нәмәне лә ишетмәне, ҡаршылағы нөктәгә төбәлгән килеш ултырҙы ла ултырҙы... Иренең ҡырҙа эшләүенең һөҙөмтәһе. Айырым йәшәүҙең һөҙөмтәһе. Хыянат. Ыңғырашып, хатты атып бәрҙе. Кире эйелә һалып алды: был улика. Ҡағыҙҙы ташларға ярамай. Ҡапыл күңеле болғанды. Ипләп кенә аяғына баҫты. Тәҙрә төбөнә килде. Усы менән тәҙрә төбөнә таянды ла тышҡа, алыҫҡа төбәлде.
Әлфиә менән күптән таныштармы? Иренең, ысынлап тороп, был ҡатынды һөйөүеме? Хәҙер бит интернет, телефон заманы! Нишләп ул алйот бисә хат яҙып һалған? Сәйер. СМС хәбәр менән генә яҙыша алмаймы ни ул? Әллә Рауилдың унан айырылырға уйы бар ҙа, шуға ул күрһен өсөн, юрамал шулай иткәнме?
Ҡайҙа икән ул Әлфиә тигәндәре? Тегендә, Себерҙәме? Бәлки, бында ҡайтҡас, осрашаларҙыр? Ҡайнағаға йорт һалышам, тип китә китеүен. Был юлы йылға буйындағы ял йортонда ятабыҙ, тине, шунан Питер, бер аҙна ҡайтманы ла баһа! Нишләнең һин, Рауил? Сара ниндәйҙер бисураны бәхетле итергә йыйынмай, ирен берәү менән дә бүлешмәйәсәк! Ул хәшәрәтте табып, сәсен йолҡҡосларға! Тик әле Сара үҙенең сәсен йолҡҡослай. Тамаҡ төбө менән үкерә. Күршеләр ишетһә, аптырар. Ишетһендәр, улар ҙа тауышланырға ярата. Хәҙер үк иренә шылтыратырға! Ул ярһып телефонға йәбеште. Хәҙер ишетмәгәнен ишеттерәсәк. Ҡапыл туҡтап ҡалды. Ҡыҙма, ярһыма, тип үҙенә эстән бойорҙо. Эште боҙам тиһәң, айырылышыуҙы тиҙләтәм, тиһәң, Өфөнән Себер тарафтарына телефон аша бер аҡырыуың етә. Алымды үҙгәртергә кәрәк! Әле бит ире: "Һинән китәм-фәлән", - тип ауыҙ асҡаны юҡ. Туҡта, ҡабаланма, инде белдең көндәшең барлығын. Унан аҡыллыраҡ ҡылан! Иренә янап, эште боҙһа, Сара үҙе япа-яңғыҙ ҡаласаҡ!
Егерме йыл бергә ғүмер иткән ирҙең хыянаты шаңҡытты. Әлегә тиклем Рауилдың һиҙҙергәне юҡ ине бит. Хурланыу, рәнйеү, нәфрәт, үкенеү бөтәһе бергә уҡмашып, күкрәк эсендә ут булып ҡайнаны. Нисә йәштә икән ул ҡатын? Бармы ғаиләһе? Эйе, быларҙы асыҡламай тороп, ирҙең битенән алыу килешмәҫ. Ашыҡҡан ашҡа бешер, биш бармағы ла бешер. Сара йөҙөн усы менән ҡаплап, оҙаҡ ҡына ултырҙы. Ул иренә үҙенә ышанғандай ышана ине. Бер ҡасан да Рауилдың кеҫә телефонын алып тикшергәне булманы.
Һауа етмәне. Сара тышҡа атылды. Ҡайҙалыр сығып киткеһе, юҡ булғыһы, онотолғоһо килде. Эйе, бәләкәй сағында ул Ағиҙел ярына барып, поездар үткәнен ҡарарға ярата торғайны. Билдәһеҙлеккә, сикһеҙлеккә китеп юғалған поездар уның күңелен ҡанатландыра, ҡайҙалыр саҡыра ине. Һуңынан балет бейеүсеһе Рудольф Нуриевтың да поездар үткәнен күҙәтергә яратҡанын ишеткәс, бик аптыраны. Ул да бейеүсе булырға хыялланды. Тик әсәһе ул түңәрәккә аҡса түләргә кәрәклеген белгәс, ҡыҙын йәш техниктар түңәрәгенә бирҙе. Техника ҡыҙҙың күңеленә ятманы. Йөрөмәне. Шунан аҙаҡ әсәһе пианино алды. Ул саҡта модала ине. Әсәһе күршеләргә ғорурланып һөйләп йөрөнө. Хатта ҡыҙының уйнағанын тыңлатыр өсөн уларҙы өйгә саҡырғыланы. Ә инде Сара музыка менән нығыраҡ мауыға башлағас, дыңғырлатма шул нәмәне, башым ауырта, тип, тыйып ҡуйҙы. Пианиноның нимәгә кәрәклеген әсә үҙе лә аңламаны шикелле.
Ул иренең үҙенә тоғро икәненә инанып йәшәне. Уны тамсы ла көнләшкәне булманы. Тормошҡа, ғаилә ҡороуға бик етди ҡараған иргә сыҡҡанын белә ине. Ләкин айырым йәшәү ғаиләне нығытмай шул. Көн дә бер-береңде күргәндә, бер түшәктә уянғанда ғына ғаилә була. Бәлки, ире бала теләйҙер? Уға бүтән бала таба алманы шул Сара. Ауыр мәлдәрҙә ғәзиз ире эргәһенән китмәне, шул арҡала иҫән ҡалды бит ул. Иҫән ҡалды, тик бала тураһында бүтән хыяллана алманылар. Ирек хәҙер ҙур, буй еткергән егет. Иренең икенсе йәшлеге башланманымы? Йылдар уҙыу менән ир ҡатынына ныҡ эҫенә, уның һүҙенән сыҡмай башлай, тип тә әйтәләр. Юҡ, улай түгелдер, сөнки байтаҡ йылдар бергә йәшәп тә, айырылышҡандар бар. Ләкин Рауилы ундай заттарға һис кенә лә оҡшамаған. Ауыр операция үткәреп, ҡатынына дауаланырға күп аҡса талап ителгәс, сығып китте ул Себергә. Зарурлыҡтан, Сара хаҡына сығып китте. Ҡалай үкенес был донъя... Вахтанан ҡайтҡас, ҡатынының күҙенә нисек ҡарар, нимә тип һөйләшерҙәр икән? Ул Сара бер нәмә тураһында ла белмәй тип уйлай. Хат тураһында нисек ауыҙ асырға? Ире үҙе һүҙ башламай тороп, бәлки, өндәшмәҫкәлер? Сабырһыҙлыҡ, бер-береһен ғәйепләү араны ғына һыуытасаҡ. Был ғәйбәт түгел, записка уның ҡулында. Артабан хыянатсы ир менән йәшәп булырмы?
Сара һәр саҡ хыял, әкиәт донъяһында йәшәне. Ысынбарлыҡты танырға теләмәне. Бәләкәйҙән шуның арҡаһында үкенестәр ҙә булды. Атаһы менән Яңы йылға яһалма шыршы алырға сыҡтылар. Сауҙа үҙәгендә Сараның күҙе көмөш шыршыға төштө. Ысынлап та, бындай шыршы әкиәттә генә булырға тейеш! Ул иҫе китеп ҡарап торҙо.
- Йә, ҡыҙым, һайла, - тине атаһы.
- Ошоно! - Ҡыҙ көмөш шыршыға төртөп күрһәтте.
- Ул шыршыға оҡшағанмы һуң? Һеҙ бит йәшел шыршы, тип йырлайһығыҙ.
- Эйе, ошо шыршы кәрәк!
Алып ҡайтып инеү менән Ләлә һеңлеһе үкереп иларға кереште.
- Был шыршы түгел. Был яһалма!
- Йыл һайын урман шыршыһы ала алмайбыҙ.
Ҡыҙ нығыраҡ еңмешләнде.
- Үҙегеҙгә булһын яһалма. Миңә ысын шыршы кәрәк! - Илай ҙа илай, һис туҡтатып булмай. Ахыр, һеңлеһе өсөн баҙарҙан урман шыршыһы алып ҡайтылар. Өйҙә ике шыршы ултырҙы - береһе Сараныҡы, икенсеһе һеңлеһенеке. Һеңлеһе унан көлә торғайны: "Һин шыршың кеүек яһалмаһың..." Яһалма тормош эсендә йәшәйме ни хәҙер Сара? Ҙурайғансы шулай булды. Сара Яңы йыл алдынан үҙенең яһалма шыршыһын ҡорҙо. Ә Ләлә өсөн урмандан ҡырҡып килтерелгән шыршы һатып алдылар. Ул үҙенә яһалма тормош ҡорған булып сыҡты. Бөтәһе лә яһалма, ялған... Бәхет тә, мөхәббәт тә. Сараның бите буйлап күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Һеңлеһе сымыры кеше, бәлки, уның менән эс серен бүлешергәлер? Юҡ, бала-сағаһы, бөтмәҫ өй эше, уны борсорға ярамай. Ә әсәһе берәй кәңәш бирмәҫме?
Сара үҙенең тыуған йорто, әсәһе йәшәгән яҡҡа атланы. Эсте әсәйгә бушатырға кәрәктер, моғайын, ул ниндәй ҙә булһа кәңәш бирер. Әсә барыбер балаһын аңлай, аңларға тейеш. Фатирға инде лә, үҙен ҡаршы алып торған Линизаны ҡапыл-ҡара танымай торҙо. Китсәле, сәсен ламинирлатҡан, ҡашын яҫылатып, ҡарайтҡан. Был ни ғәләмәт?
- Әсәй... - тине лә Сара, телһеҙ булып, ауыҙын асҡан килеш ҡатып ҡалды.
- Уй, Аллам, нимә, үҙ әсәңде танымай башланыңмы? Текләмә улай!
- Әллә берәй байрамға йыйынғанһың?
- Миңә һәр көн байрам.
- Сәс...
- Сәсте буятҡанға ҡасан! Бер килеп китер инең!
- Бына килдем бит. Үҙгәреп киткәнһең, әсәй.
- Нишләп мин үҙемде ҡарамаҫҡа тейеш, бынағайыш! - Линиза ханымдың кәйефе шәп. Шундай ваҡытта үҙеңдең башыңа төшкән бәләне һөйләп буламы ни? Ярамай. - Минең дә күңелдә фейерверк атыла. Юҡ, салют!
Әсәһенең ауыҙынан бындай һүҙ ишетелгәне юҡ ине. Сара һағайҙы. Ғәҙәттә, уны һорауҙары менән күмергә яратҡан әсәһе әле телефонын тотоп, аш бүлмәһенә сығып китте. Сара өҫтәл өҫтөндә эшләп ултырған ноутбуктың алдына килеп баҫты. Ганс тигән кешенең аваһы күҙенә салынды. Бәй, әсәһе кем менәндер хат яҙышып ултыра түгелме? "Ҡәҙерлем, һин ни хәлдә?" - тип яҙған теге әҙәм. Сара килеп инеп ҡамасаулағандырмы, әсәһе был һорауға яуап биреп өлгөрмәгән. Ул элекке урынына барып ултырҙы ла, әсәһенең залға ингәнен көтә башланы. Бына Линаза апай йылмайып килеп инде.
- Әсәй, - тине Сара уға һынамсыл ҡарап. - Теге мәл бер ир-егет менән таныштым тип ысҡындырғайның.
- Ысҡындырманым, ә әйттем. Бик һәйбәт кеше. Ярты йыл хатлашабыҙ.
- Һммм... Шунан ҡайҙа йәшәй. Берәй сит илдәме? Инглизсә яҙмаймы?
Был һорау Линиза апайға һис кенә лә оҡшаманы.
- Нимә, әсәңдән көлөп ултыраһың?
Әсәһе валерьянкаға үрелмәҫ борон, Сара йәһәтләп дарыу һауытына үрелде.
- Мә, әсәй, тик миңә асыуланма. Мин һиңә яҡшылыҡ ҡына теләйем.
- Өфөлә йәшәй.
- Гансмы?
- Ҡайҙан беләһең? Әй, һинең белмәгән нәмәң юҡ. Ул элекке хәрби кеше. Еңеү урамында бизнесы бар икән. Шулайыраҡ аңланым.
Сара терт итеп ҡалды. Ул иптәш ҡыҙҙарының хәрбиҙәр менән хатлашҡанын белә. Тегеләр, йәнәһе, Американан, йә Сириянан яҙалар. Матур-матур фотолар ҡуялар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ҡыҙҙарҙың документтары менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Ҡайһы берәүҙәренең Рәсәйгә килер өсөн аҡса һорағандары булды, шуға ла әсәһенең хәбәре Сараны һағайтты ғына.
- Әле ул Өфөнән ситтә йорт һала. Осрашайыҡ тип өгөтләгәне юҡ. Хат ҡына алышабыҙ. Минең менән бер йылғы, хатта бер көндә тыуғанбыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, - тип дауам итте Линиза ханым.
Аҙаҡҡы һүҙҙәре ышанмау тойғоһон көсәйтте генә.
- Аҡса һорамаймы?
- Юҡсы, - Линиза апайҙың тауышы үҙгәрҙе.
- Әсәй, интернетта аферистар етерлек. Аҡса һала күрмә.
- Нимә, мин аферист менән нормаль кешене айырмай тиһеңме? Үҙе өс йөҙ мең аҡсаһын минең аша бер кешегә ебәрҙе. Тимәк, хәлле. Карточка аша эш итәләр, һалымдан ҡотҡарыу юлы тинеме...
- Уның бер тинен дә алма, үҙең дә тотторма. Бөтөнләй белмәгән кеше бит.
- Бөтөнләй үк түгел. Бер мәртәбә осрашыуға килергә тейеш ине, командировкаға ҡапылғара китергә тура килгән. Шуға ҡарамаҫтан, ғәфү үтенеп, үҙенең иптәше аша бер ҡосаҡ гөлләмә ебәрҙе. "Ҡул аҫтындағы ярҙамсым", тине. Бер яҡ күҙе тартышҡан, бәләкәй генә ирекәй килеп, сәскә тотторҙо, сәләм тапшырҙы һәм шуның менән вәссәләм, китеп тә барҙы.
- Әсәй, ғүмер буйы беләм тигән кеше лә ҡай саҡ көтөлмәгән яғын күрһәтә...
- Бына шуға ла әйтәм бит, ҡыҙым, ҡыҫылма кеше донъяһына. Бер аферист ҡыҙға ярҙамлашып, үҙең саҡ янмай ҡалдың. Ярар, ағайың бар, һине йәһәт ҡотҡарҙы, юғиһә, ошо көнгә тиклем артыңдан журналистар ҡалмаҫ ине. Үҙеңдең эшең-ашың бар, шулай булғас, ҡалғаны ни бысағыма кәрәк һиңә? Төпсөнмә.
Әсәһе менән бәхәсләшеүҙең файҙаһыҙ икәнен белеп бөткән Сара бүтән был турала һүҙ ҡуҙғатманы. Линиза апай тынысланып, аш бүлмәһенә инеп китте, ул сәй ултыртҡансы, Сара йәнә ноутбукҡа күҙ һалды, яңы таныштың сәхифәһендә алама ғына бер фото бар, ниндәйҙер яҙыу күҙенә сағылды, тырыша торғас, "Мең ыуаҡ-төйәк" тигән вывеска икәнен аңланы. Эшләгән предприятиеһы шулай аталамы, әллә торған йорто шул тирәләме? Йәнә лә телефонына Ганстың аваһын төшөрөп алды. Бәлки, һеңлеһенә барып сығырғалыр? Юҡ һеңлеһенең кәйефен ҡырырға ярамай. Ул үҙенең өс улы менән бәхетле. Нисек шундай саҡта уның өҫтөнә йөк һалырға? Сара ҡайтырға сыҡты, подъезы төбөнә килеп еткәйне генә, эргәһендә сағыу тауыш яңғыраны.
- Дуҫҡай, Сара, һин ни хәлдә?
Риана! Нисек ҡапыл пәйҙә булды ул? Күрмәй ҙә ҡалаһың, өҫкә килә лә ябырыла, һис ҡотолоу юҡ. Ҡарауыллап тормағандыр бит?
- Сара, әйҙә, ресторанға алып барып һыйлайым үҙеңде! Һинең кеҫәгә төшөр тип ҡурҡаһыңмы әллә? Алина һыйлай.
- Ҡайҙа үҙе?
- Хәҙер килеп етә. Бөгөн арыу ғына аҡса эшләгән! Анау барға инәйек. Мин унда үҙ кеше.
Үҙ хәсрәтең эсендә ҡалып, аҡылдан яҙырға була. Сараға ауыр уйҙарҙан арынырға, төшөнкөлөктән нисек тә ҡотолорға кәрәк. Нишләп әле ул күңел асмаҫҡа тейеш? Шулай тине лә, күршеһенең артынан эйәрҙе. Эйе, Риана был барға йыш инәлер, бармен тегене күреү менән баш ҡағып иҫәнләште. Бейек бүкәнгә менеп ҡунаҡланылар.
- Альберт, ике "Астерикс"! Наилевна, һиңә, бәлки, икенсе төрлө коктейль кәрәктер?
Сара, "Миңә барыбер" тигәнде аңлатып, яурынын ғына һикертте.
Риананың теле сиселде. Ул үҙенең әхирәттәре менән ҡала буйлап ниндәй ресторанда, барҙа булғандарын, ниндәй мажараларға тарығандарын, кемде төп башына ултыртҡандарын кинәнеп һөйләй. Ә Сараның мейеһен тик бер төрлө уйҙар сүкей. Рауил Әлфиәне ресторандар буйлап йөрөтмәйме икән? Шундай татлы хат яҙырлыҡ булғас... Нисек үҙ ирем мине ошоға тиклем алдап йәшәгән? Күптәнме хыянаты?
Ваҡыт үтә бирҙе, Алина күренмәне, түҙемлеген юйған Риана дуҫына туҡтауһыҙ шылтыратырға кереште.
- Сволочь, телефонды алмай! Көтәйек, килер ул.
- Һиңә лә етте, Риана! Артыҡ була башланы...
- Ҡайҙан артыҡ булһын, таман ғына! Артығына аҡса кәрәк! Аҡсалы ир табып булманы... Уй, һин белһәң, Мәскәүҙең, Санкт-Петербургтың бөтөн фәхишәләре хәҙер Себерҙә ти бит. Унда вахтовиктарға арыу түләйҙәр. Ә фәхишәләр ҡайҙа аҡса, шунда йыйыла.
Был хәбәре бөтөнләй кәйефте төшөрҙө.
- Миңә ҡайтырға ваҡыт, - тине Сара ҡаты тауыш менән.
Риана уны ишетмәне лә, йәнә барменға ҡысҡырҙы.
- Альберт, миңә виски!
Бармен ҡыбырламаны:
- Былары өсөн түләгеҙ, - тине.
- Хәҙер Алина килә, түләр.
Бармен баш сайҡаны. Риана тегегә аҡайҙы.
- Беҙ бында йыш байрам итәбеҙ. Һиңә күпме "сәйлек аҡса" ҡалдырып китәбеҙ, мейеһеҙ. Нисек минән түләү талап итәһең? Үҙеңдең даими клиентыңды таламаҡсыһыңмы! - Һөйләнә-һөйләнә Альберт ҡаршыһына килеп баҫты. Кофтаһын күтәрҙе. - Бына, ҡара. Йә, күрҙеңме матур түштең ҡалай икәнен! Бушлай бер нәмә лә юҡ! Иҫәп-хисапты өҙҙөкмө?
Ауыҙын асҡан бармен ҡатып ҡалды. Сара Риананы барып тотоп алды.
- Һеҙ ғәфү итегеҙ, ғәфү итегеҙ, - тине барменға ғәйепле ҡараш менән. Риана сайҡала-сайҡала ишеккә йүнәлде.
- Нимә ғәфү үтенәһең? Ул ҡарун. Беҙҙән "сәйлек аҡса" алғанда бер ҙә тартынмай.
Сара һуҡмыш ҡатынға нимә тип өндәшһен инде, ҡултыҡлап алды ла, фатирына тиклем илтеп ҡуйҙы. Әллә Риананың ҡыланышы күңел торошон үҙгәрттеме, эстәге хәсрәт бүҫкәрә төштө. Рауилы Себерҙә эшләй торһон, мал да ашаған еренә кире ҡайта. Ире алдаша белмәй, Сара һығып аласаҡ унан дөрөҫлөктө!
Хәҙер бына Ганс-манс исеме тынғылыҡ бирмәй уға. "Гангстер" тигән һүҙгә оҡшап тора бит әле. Ҡушаматмы ул, әллә исемме? Сара ноутбукты тоҡандырҙы һәм селтәрҙән Ганстың фотоларын эҙләргә тотондо. Һиҙемләүе дөрөҫ, бер танышыу сайтында ошо уҡ фотоны күрҙе, тик унда исеме бүтән. Шул уҡ сайтта бер таныш ҡатындың исем-фамилияһын күрҙе. Ҡыҙыҡһыныу еңде, Сара уға сәләм хаты ебәрҙе. Яуап оҙаҡ көттөрмәне. Римма исемле ханым уға Ганс менән танышҡанлығы, тик уның сәйер ҡыланышынан шикләнеп, бәйләнеште өҙөүен яҙҙы.
Әсәһе йәшендәге күпме яңғыҙаҡ ҡатындар бар, уларҙың һәр береһе бәхет тураһында хыяллана. Бына шуны белеп, бик оҫта файҙалана бәғзе боҙоҡ әҙәмдәр. Күпме ханымдар аҡса күсерәләр, күпме йортһоҙ тороп ҡалалар - ундай хәбәрҙәр менән интернет тулған. Тик башы әйләнгән ҡатын-ҡыҙ быға иғтибар итмәй, һәр береһе үҙен берҙән-бер һәм уны берәү ҙә алдамай, тип ышана. Сара атаһын иҫкә төшөрөп, илап алды. Әсәһе бәхет эҙләй... Әгәр ҙә әсәһе әйткәндәр дөрөҫ булһа, Гансты Черниковка тирәһендә белешергә кәрәк. Ә ниңә эҙләп ҡарамаҫҡа? Сара ҡараңғылыҡ эсендә һәрмәнеп йөрөмәй, уның ҡулында әҙ генә мәғлүмәт тә бар.
Еңеү урамын табыр өсөн Себер китәһе түгел, ул Черниковкалағы билдәле урамдарҙың береһе. Дөрөҫ, Сараның был биҫтәлә булғаны юҡ тиерлек, күп урындары уға таныш түгел, шуға ашыҡмай, машинаһын әкрен генә йөрөттө. Арттан килгән йөрөтмәндәр ризаһыҙ пипелдәтеп алһалар ҙа, әллә ни иҫе китмәне. Бында иҫке ике ҡатлы йорттар байтаҡ икән әле. "Мең ыуаҡ-төйәк" тигәне ҡай тирәлә? Сараға бәхет йылмайҙы. Ике сағыу һары өй алдына килеп туҡтаны ул. Юлда барғанда уҡ план ҡорғайны, шуға туп-тура бер өйҙөң подъезына барып инде һәм күҙгә иң элек сағылған ишектең төймәһенә баҫты. Эстән тауыш ишетелде: "Кем унда?"
- Миңә Ганс Гасанович кәрәк!
Ишек асылды. Танауын сырыштырып, күҙлек кейә-кейә тумалаҡ бер әбей уға тексәйҙе.
- Кем ул Ганс? - тип һораны.
- Ну, ул... - Сара нимә тип әйтергә белмәне. - Хәйер, үҙем менән башта таныштырайым. Мин социаль хеҙмәткәр. Пенсионерҙарҙы барлап йөрөйөм. Шундай ҡарт барлығын әйткәйнеләр. Нисәнсе фатирҙа торғанын яҙып алмағанмын. - Белмәйем ундай кешене. Етәксегеҙ алмашыныу менән һеҙ ҙә үҙгәрҙегеҙ. Һуңғы арала бер хәл белешкәнегеҙ юҡ, хамелеон шикеллеһегеҙ. - Әбей һуҡранырға тотондо. - Аҙыҡ-түлегем бөтөп китте. Миңә яңы йәшелсә кәрәк. Нимә ҡарап ҡаттың, үт! Фатирҙан күптән йыуылмаған иҫке түшәк-ҡаралдының еҫе аңҡый. Бер заман әбей күнәк менән сепрәк килтереп һалды. Иҙәнгә ымланы. "Был да социаль хеҙмәткәр эшенә инәме икән?" Һорашыу урынһыҙ. Сара йәһәтләп һыу алып, иҙәнде йыуа башланы. Әбей уның артынса ҡарап тикшереп йөрөнө. Ҡайһы бер урындарын ҡабат һөртөргә тура килде. "Өйөмдөң иҙәнен бер аҙна йыуған юҡ ине, кеше бысрағын таҙартып йөрө инде..." тип эстән һуҡранды Сара. Ләкин, ҡалайтһын, бөгөнгө "вазифа"һы уға ошоно эшләргә ҡуша. Эшен тамалағас, ҡарсыҡ:
- Күрше подъезда Трофимыч тигән ҡарт тора. Беләһеңдер уны? Белмәһәң, һиндәге исемлектә барҙыр. Ул Өфөлә тыуған кеше, ғүмер буйы ошонда йәшәне. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уны күрә алмайым. Сволочь булды ул. Ғүмер буйы бур булып ҡалды. Хәҙер генә аяҡтары бик эшкинмәй, юғиһә... Ну, Черниковканы ташлап китмәне. Хатта төрмәлә ултырып сыҡҡас та, кире ошо Черниковкаға ҡайтты. Бына ул ҡарт бүренең белмәгән кешеһе юҡ! Өфөнөң бөтөн тарихын һөйләр.
Сара йәһәтләп сығыу яғына ыңғайланы. Мыжыҡ ҡарсыҡтан ҡотолоуына ҡыуанып, иркен тын алды. "Социаль работник" тигәнде ҡалай йәтеш уйлап сығарҙы! Һәр кем уға ишек асасаҡ. Уға хәҙер Трофимычты күрергә кәрәк! Сара күрше подъезға ингәс, был юлы ишек төймәһенә һаҡ ҡына баҫты. Бер заман ишек киң асылып китте. Яңаҡтары эскә, күҙҙәре төпкә батҡан ҡарт күренде. Трофимыч! Бәлйерәп бөткән ҡарт. Уны ышандырыр өсөн нимә әйтерен алдан уйлаған Сара ҡыйыу ғына өндәште. - Мин "Архяҡлау" берләшмәһе ағзаһы. Беҙ Өфөнөң боронғолоғон һаҡлау, мөмкин булғандарын кире тергеҙеү, архитектура матурлығын юҡҡа сығармаҫ өсөн көрәш алып барабыҙ. Чиновниктар менән көрәшеүе ауыр. Тарихи, боронғо урындар хәүеф аҫтында, сөнки Мәскәүҙең аҡса моҡсайҙары үҙәк урындарҙа йорттар һалырға тырышлыҡ итә.
- Ох, тәтелдәйһең генә, автоматтан атаһыңмы ни!
- Ғәфү итегеҙ, беҙ әлеге мәлдә ҡала халҡынан һорау алыу үткәрәбеҙ. Төп һорауҙар - ҡайһы урындар боронғо һәм улар нимәһе менән иҫтәлекле? Һеҙҙең кеүек Өфө тарихын белгән кешеләрҙе эҙләйбеҙ. Һеҙҙең ярҙам кәрәк, Трофимыч!
- Бик ҡыҙыҡ, - ҡарт бүкәнгә барып ултырҙы, яңағы эскә батҡансы тәмәке һурҙы, Сараға ҡарап, борлатып өрҙө. Ҡатын ҡымшанманы, күҙҙәрен ҙур асҡан килеш тора бирҙе. Алда торған бурысты үтәү хаҡына Сара был һаҫыҡҡа ла түҙергә тейеш.
Ҡарттың күҙҙәре хәйләкәр төлкөләй ҡыҫылды, ул көтмәгән һорау бирҙе. - Әҙерәк һуғабыҙмы?
- Мин эш мәлендә ауыҙыма алмайым. Тик эш буйынса йөрөйөм. Черниковкала һеҙҙе яҡшы беләләр.
Хәйләкәр ҡарашлы ҡарт унан күҙен алманы. "Әллә минең алдағанды белеп тора инде, шайтан..."
- Нисә тапҡыр төрмәлә ултырып сығырға тура килгәнен әйтмәнеләрме? Был кибеп бөткән бәлйерәгән ҡартлас зиндандарҙа ултырырлыҡ нимә эшләне икән, тип уйлайһыңдыр, ә? Тышҡы ҡиәфәт алдаусан була. Бына әле беҙҙе тажзәхмәт тигән бер сир дер ҡалтырата бит? Үҙе күҙгә күренмәй, ә донъяны ҡотҡара торған бөтөн сурепгеройҙарыбыҙ - сәйәсмәндәр, атлеттар, көрәшселәр - бөтәһе лә әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙылар. Тауыш-тындары ла сыҡмай, юҡ булдылар. Мин ҡай берәүҙәр өсөн бына шундай вирус булдым. Төҙәлдеме икән был ҡарт тип уйлайһыңдыр? Ә нимә төҙәлеү? Мин йәшәү өсөн үҙемсә көрәштем. Әгәр ҙә минең көрәш алымы хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡарашына тура килмәй икән... Был ғына мине бик алама, бөткән әҙәм тигәнде аңлатмай. Хәйер, миңә барыбер. Нимә кәрәк һиңә? Архитектура? Юҡ, йорттар өсөн көрәшмәнем. Черниковкала улар булманы ла. Үҙәктә бар ине шәп боронғо өйҙәр, күпселеген емерҙеләр. Үҙең әйтмешләй, Мәскәүҙең аҡса тоҡсайҙары улар урынына ҙур-ҙур йорттар һалды. Берәүҙән дә һорап торманылар. Дөрөҫөн әйт, һиңә нимә кәрәк?
Яуап урынына Сара Трофимычтың алдына Ганстың фотоһүрәтен һалды.
Өҫтәлдә ятҡан һүрәткә бер генә ҡарап алды ла, ҡарт үҙенең һүҙен дауам итте.
- Был фатир миңә мираҫ буйынса бирелде. Әсәйем Өфөнөкө. Ә атайымдарҙың ғаиләһен Ватан һуғышы башланғас, СССР-ҙың көнбайышынан күсергәндәр. Дөрөҫөрәге, хәрби завод эшселәре менән ҡуша эвакуациялана. Минең атай, ул саҡта үҫмер бала, шунда ата-әсәһе менән шул заводта эшләгән. Һуғыш бөткәс, әсәйем менән таныша, шуның һөҙөмтәһе булып мин, Аркадий атлы вирус, донъяға тыуам да инде, - ҡарт кет-кет көлдө. Яңы тәмәке алып тоҡандырҙы. - Мин үҫкән йылдар ҙа еңел түгел ине. Ниндәй генә бандиттарҙы, кеше талаусыларҙы күрергә тура килмәне. Урам мине күп нәмәгә өйрәтте. Эйе... - Ҡарт, бирелеп, тамаҡ өсөн көрәш, урам өсөн көрәш тураһында һөйләй.
- Атайҙар фронттан әйләнеп ҡайтманы, етем ир балалар күп. Әсәләре көнө буйы эштә, балалар уларға буйһонмай, урам балалары булып үҫә. Шундай хәтәр заман ине. Үҫтек! Әсәйем: "Аркаша, башың төрмәлә серейәсәк бит!"- тип әрләй торғайны, - Трофимыч һерелдәп тауыш-тынһыҙ көлдө. Шунан ҡапыл етди төҫ алды. - Бындай кеше Черниковкала юҡ, - тине фотоға ымлап.
- Юҡ? - ышанмаған төҫлө Сара ҡабатлап һораны. - Ганс тураһында, ысынлап та, ишеткәнегеҙ юҡмы?
- Га-а-анс, - тип һуҙҙы ҡарт. - Заманында был тирәлә Ганс та, Франц та йәшәнеләр. Ниндәй генә халыҡ күсеп килмәне беҙҙең Өфөгә. Үҙ иркенән бигерәк, мәжбүри рәүештә! Немецтары ла булды, поляктары ла. Аҙаҡ үҙҙәренә ҡайтып киттеләр. Хәйер, мин белгәндәре өлкән йәштә ине. Хәҙер яҡты донъяла юҡтарҙыр.
- Бөгөн дә бер Ганс бар. Ганс Гасанович.
- Гасанович? - тип ҡабатланы Трофимыч. - Баштуҡ шулай тип әйтергә ине. Нимә, бурысың бармы әллә уға?
Сараның ауыҙы асылып китте. Нишләп Аркадий Трофимыч ҡапыл ғына улай тип һорай ҡуйҙы? Ҡатын өндәшмәй генә баш сайҡаны.
- Был фотола ул түгел, - тине хәҙер ҡарт ҡоро тауыш менән. - Бүтән һорауың юҡмы? Хушлашабыҙмы?
- Зинһар өсөн... - Сараның тауышы ҡалтырап сыҡты. - Һөйләгеҙ, ниндәй кеше ул? Мин эҙләгән кешеме, юҡмы, асыҡларға ярҙам итегеҙ.
- Гасанович яҡын дуҫтарымдың береһен төрмәгә ултыртты. Аҡса махинацияһы. Архзащита, имеш! Кем һин?
- Мин дә шул аҡса менән бәйле... Бер танышым уға ныҡ ышана. Интернет аша танышҡандар. Миңә Гасанович тураһында нығыраҡ белергә ине. Ул ҡайҙа йәшәй?
- Ҡайҙа? Уныһын белмәйем. Кешеләрҙең ҡайҙа йәшәгәндәре менән ҡыҙыҡһынмайым. Бына хәҙер һинең менән танышмын. Тик ҡайҙа йәшәүең миңә кәрәкмәй. Әйттем бит фото уныҡы түгел, - тине ҡарт һәм ҡапыл тумбочка өҫтөндә ултырған араҡыға эйелде. - Архяҡлаусы, минең тәҡдимгә нисек ҡарайһың? Әйҙә, һуғайыҡ! Аркаша йырлар, теләһәң, һин дә ҡушылырһың.
Ҡарт нимәлер белә, тик әйтеп бөтөрмәй. Ә Сара үҙһүҙлеләрҙең береһе, алдына алғанын эшләмәйенсә ҡуймаясаҡ. Нисек тә Трофимычтың телен асырға кәрәк. Ул баш ҡаҡты.
- Мин ҡаршы түгел, Аркадий Трофимыч.
Аш бүлмәһенә инеп ултырғас, ҡарт йәнләнде. Ғолт-ғолт тейешлеһен йотҡас, йәнә үҙе тураһында һөйләргә тотондо.
- Мин үҙем урлашҡан өсөн ике тапҡыр ғына ултырып сыҡтым. Йылғыр инем мин! Ә иптәштәрем бер нисә тапҡыр ҡаптылар. Шул... Бик һирәктәре генә әйләнеп ҡайта алды. Улар ҙа хәҙер теге донъяла. Төрмәнән ҡайтҡас, әле бер талай бандиттарҙан ҡасып йөрөргә лә тура килде, һаман иҫәнмен, - ҡарт тешһеҙ ауыҙын асып көлдө. - Тәк, һине Ганс ҡыҙыҡһындыра, ә? Этем белә, һин эҙләгән Гансмы икән ул? Үҙеңде архяҡлаусы тип таныштырыуың оҡшаны, һе-һе-һе... Һин араҡы менән сауҙа итмәйһеңме? Улай булғас, ни бысағыма һиңә Гасанович, йәғни Ганс?
Ҡарт иҫерҙе шикелле. Булманы былай булғас, тип, Сара урынынан торҙо.
- Туҡта, мин бит джентельмен, ихатаға тиклем оҙатып ҡуяйым.
- Юҡ-юҡ, аяғығыҙҙа саҡ баҫып тораһығыҙ.
-Улай булғас, миңә мотлаҡ саф һауаға сығып әйләнеү кәрәк, - тип Трофимыч ҡулына таяғын алды. Эйәртенешеп урамға сыҡтылар.
- Мин Гасановичтың ҡайҙа торғанын белмәйем, ә ҡатындары күп икәнен беләм. Бисә-сәсә менән шаярырға ярата, - ҡарт кет-кет көлдө. - Аҡсалыларын бигерәк тә. Тағы ла эшләгән урынын беләм, - Трофимыч ҡаршылағы иҫке йортҡа ымланы. - Бына ошонда. Ярым емерек йортта нимә бар икән тип аптырайһыңдыр. Аҫта - подвалда ҙур цех эшләй.
Сараның ҡолағы ҡарп итеп ҡалды.
- Ниндәй цех?
- Иҫерткес етештерәләр. Араҡы. Легаль түгел, әлбиттә, - ҡарт көлөмһөрәне. - Ләкин өҙлөкмәй эшләп ултырғас, уны ҡайҙалыр ҡыйыҡлаусылар ҙа бар, һе-һе-һе... Ҡыҫылып йөрөмә, архяҡлаусы, аңланыңмы? Ганс Гасанович - цех хужаһының уң ҡулы. Ҡарауылсы. Хужаһы кем, белмәйем. Хәйер, белһәм дә, әйтмәйем. Әгәр ҙә һине цех ҡыҙыҡһындыра икән, өмөтөңдө өҙ. Унда анһат ҡына инеп булмай. Пароль кәрәк.
Сараның цехта эше юҡ. Уға Ганс тураһындағы дөрөҫлөктө белергә кәрәк.
- Элек мин дә иркен инеп йөрөй торғайным. Хәҙер урап үтәм. Күптән булғаным юҡ. Хатта ул саҡтағы паролен дә хәтерләйем. Балыҡсы өйҙәме?
"Тағы мәғәнәһеҙ хәбәр һөйләй башланы..." Сараның ҡыҙыҡһыныуы һүрелде. Ул хушлашты ла машинаһына ыңғайланы.
- Архяҡлаусы, туҡта! - Сара боролоп ҡараны. Трофимыч уға кире кил, тип ҡул болғаны. Теләмәһә лә, Сара ҡарт яғына атланы. Трофимыч хәйләкәр йылмайҙы. - Мин һине тегеләй ҙә, былай ҙа һынап ҡараным. Кем икәнеңде барыбер төшөнә алманым. Йә, ярай. Миңә ул мөһим дә түгел. Киттек!
- Ҡайҙа?
- Цехты күрһәтәм. Ганс менән тикторғандан барып таныша алмаҫһың. Ә мин һиңә ярҙам итәм.
Сара йәнә ҡарттың һүҙен йыҡманы, артынан эйәрҙе.
"Мең ыуаҡ-төйәк" тип аталған магазин тапҡырына килеп еттеләр. Эстә уң яҡҡа бәләкәй генә коридор. Шул яҡҡа боролдолар ҙа, аҫҡа подвалға төштөләр һәм тимер ишек ҡаршыһында туҡтанылар. Трофимыч төймәгә баҫты. Ишек башындағы быяла уйым яҡтырҙы, тауыш ишетелде.
- Кем унда?
- Электрик бармы?
"Пароль", тип уйланы Сара. Ишек үҙенән-үҙе асылып китте. Саҡырылмаған ҡунаҡтар эскә үтте. Унда Трофимычты ерән мыйыҡлы бер ир ҡаршы алды.
- Трофимыч, күптән булғаның юҡ ине. Ниндәй елдәр ташланы?
- Шулай, Артур. Килеп сыҡтым. Бына өс туғаным ҡазаға юлыҡты. Бизнесы янды. Уның клиентураһы бар. Шуға ике яҡҡа файҙалы алыш-биреш булыр, тигән уй ошонда килтерҙе.
Бер урында өйөлөшөп ятҡан коньяк этикеткаларын күреп, Сараның иҫе китте. "Легаль булмаған шарап һатыу менән шөғөлләнәләр! Импорт итеп әҙерләйҙәр! Быларҙың эштәре хәтәр!" Ошондағы ниндәйҙер аферист әсәһенең башын әйләндергән! - Ганс Гасанович ҡайҙа? - тип һораны Аркадий Трофимыч.
- Бөгөн булмаҫ. Хужаның заданиеһын һәйбәт үтәне, ял алды.
"Юҡ икән юҡ, был икенсе Ганстыр, - тип уйланы Сара. - Өфөләме икән мин ҡыҙыҡһынған Ганс?" Ары үткәрмәнеләр, саҡырылмаған ҡунаҡтар сығырға боролдо.
Тышҡа сыҡҡас, Трофимыч менән бик йылы хушлаштылар.
- Һин бында тағы ла килә алаһың, әлбиттә. Тик яңғыҙ йөрөмә, - тине ҡарт.
Сара өйөнә бер аҙ тынысланып ҡайтып инде. Ганс Гасанович тигәндәренең әсәһе менән хатлашҡан Ганс түгеллегенә ышанысы артты. Ни генә тиһәң дә, аферистар үҙҙәренең ҡорбандарын алыҫ тарафтарҙан эҙләй, статистика шул турала һөйләй. Ләкин иртә тынысланған булып сыҡты, бер нисә көндән борсолоуы тауышына сыҡҡан әсәһе шылтыратты.
- Ҡыҙым, карточкалағы аҡсам юҡ булды бит!..
- Нисек юҡ булды?
Баҡтиһәң, Ганс тағы ла уның карточкаһы аша икенсе кешегә аҡса күсерткән. Шул арала Линиза ханымдың бөтөн аҡсаһы һыпырып алынған. Ганс шылтыратҡан: "Ашыҡма, бында ниндәйҙер яңылышлыҡ, үҙем хәл итәм",- тигән, тик өс көн инде телефонын алмай. Полицияға хәбәр итергәме, көтөргәме?
- Һин уға һаман ышанаһыңмы, әсәй?
- Нисек тип әйтергә. Ул бит йәш-елкенсәк түгел...
- Осона сығырҙар, полицияға яҙып бир.
- Уй, ағайың белһә, ояты ни тора!..
- Ярай, көймә. Үҙем асыҡлап ҡарайым башта.
Сара иртән тороу менән араҡы етештереү цехына китте. Хәҙер ул юлды яҡшы белә, тиҙ генә барып етте. Шартлы паролде әйтеүгә, ишек асылып китте. Трофимыч менән барғанда күрешкән ерән мыйыҡлы ҡарауылсы ҡаршы алды. Ул Сараны шундуҡ таныны:
- Был һеҙме?
- Миңә Ганс Гасанович кәрәк! - тине Сара киҫкен генә.
- Сабыр итегеҙ, килеп етер, - шулай тине лә ерән мыйыҡ кемгәлер шылтыратып һөйләште һәм трубканы Сараға һуҙҙы.
- Һеҙгә Ганс Гасанович ни өсөн кәрәк? - тине теге яҡтан тауыш.
- Мин Урал аръяғында магазин асырға йыйынам.
- Ганс магазин асышмай, - тине тауыш.
- Беләм, мин ышаныслы партнерҙар эҙләйем. Аҡсаны ҡайҙа һалғанды белергә тейешмен, аңлатыусыһы кәрәк.
Һөйләшеү өҙөлдө. Теге әҙәм ерән мыйыҡҡа ҡабат шылтыратты һәм ҡарауылсы баш ҡағып тыңлағас, Сараға ымланы ла, ары алып китте. Эргәлә генә бер нисә ир баш баҫып эш менән мәшғүл - бер ерҙә шыйыҡса ҡоялар, икенсе урында этикетка йәбештерәләр. Ҡарауылсы уны бәләкәй генә бүлмәгә индерҙе, шунда көтөргә ҡушып, үҙе юҡ булды. Сара өҫтәл өҫтөндәге ҡағыҙҙар араһында соҡона башланы, тартманы асты һәм бер блокнотты килтереп сығарҙы. Һандар, исемдәр, паролдәр, логиндар. Ҡатын һикереп тороп баҫты, арыу ғына документ ҡулына килеп эләкте түгелме? Блокноттан мәғлүмәттәр соҡоп сығарырға була, уға артығы кәрәкмәй ҙә. Тимәк, был тирәнән йәһәтерәк тайырға! Бер-ике аҙым яһауға, кемдер ҡаршыһына килеп баҫты.
- Мине һоранығыҙмы?
Ҡаҡса ғына кәүҙәле ир баҫып тора ине, бер күҙе ҡыҫығыраҡ, бит тиреһе тартышҡандай, күҙен селт-селт йомоп ала. Сара терт итеп ҡалды. Әсәһенең: "Ганс үҙе килә алманы, ярҙамсыһын ғына ебәрҙе", - тип әйткәне иҫенә килеп төштө. - Бик ныҡ текләйһегеҙ, - тине ир.
"Был кәрләне мин үҙем йыға һуға алам, түгелме?" тигән уй үтте ҡатындың башынан. Сара турайыбыраҡ баҫты, сайттан алған фотоны тегегә табан һуҙҙы.
- Был кешене таныйһығыҙмы?
- Тәк... Һин бында эш буйынса түгел, - тине Ганс ҡаты тауыш менән. - Эҙең булмаһын, юғал!
- Мин эш буйынса, - тине Сара. - Һеҙҙең нисә сайтта ошо фото ҡуйғанығыҙҙы, нисә псевдоним менән йөрөгәнегеҙҙе, күпме ҡатын-ҡыҙҙы талағанығыҙҙы белһәләр, ҡайһы бер органдар бик ҡыҙыҡһынасаҡ.
- Нимә? - Ганстың ауыҙы мыҫҡыллы ҡыйшайҙы. - Бер күҙәнәкле хайуан, миңә янап маташаһыңмы?
- Ганс! Мин асыҡ әйтәм, Линиза ханымға аҡсаһын кире һалмаһағыҙ, аҙағы бик үкенесле бөтәсәк. Уның аша аҡса ебәрмәнем, иптәше булып, уның үҙе менән күрешмәнем, тимәксеһегеҙме?
Ганстың йөҙө ҡарайҙы, күҙҙәре аларҙы.
- Иҫкәртәм, имен саҡта...
- Мин ID адресты асыҡланым. Тап ошо компьютер аша бер нисә ҡатын-ҡыҙҙан аҡсаһын урлағанығыҙҙы ла беләм.
- Мин бер тапҡыр киҫәттем, аңламаның. Булды. Бөтәһен дә ошонда теүәлләйбеҙ. Ас сумкаңды! - Ганс шап итеп ишекте япты. - Документтарыңды, тием!
- Инде мине ҡурҡытмаҡсыһығыҙмы?
- Хәҙер миңә бик кәрәк бер документ тултыраһың, бүтәнсә ҡотолоу юҡ, - ир уның беләгенән матҡып тотоп алды. - Миңә янағандар күп булды. Беләһеңме әле улар ҡайҙа? Беләһеңме ҡайҙа? Бынан тере сығырға өмөтләнәһеңме, аңра бисә!
Сара бер мөйөшкә осоп барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ганс ҡабат эргәһенә килеп еткәнсе, ул кеҫәһенән газ баллонын сығарып өлгөргәйне инде, бар көсөнә тегенең битенә газ һиптерҙе.
- Ох-х-х!.. - Битен ҡаплап, йыртҡыстай үкереп, Ганс иҙәнгә ултыра төштө. Сара йән-фарман тышҡы ишеккә ташланды. Гасановичтың яман итеп аҡырғаны ишетелде.
- Тотоғоҙ! Ысҡындырмағыҙ!
Урамға сығып өлгөргән Сара машинаһына табан йүгерҙе, тоҡандырып ҡуҙғалып та китте. Ул подвалдағы хәлдәрҙе полицияға хәбәр итергә тейеш! Шул саҡ үҙе артынан бер түгел, ике машинаның ҡыуа төшкәнен аңғарҙы. Сара тимер атын бар хәленсә ҡыуҙы. Тегеләр шәп машинала, һаман яҡынлашалар. Бына береһе арттан килеп төрттөрҙө, "туҡта", тип ишаралай. Сара бирешмәне, тағы алға сыҡты. Йәнә китте уҙыш. Тегеләр Сараны ситкә ҡыҫырыҡлапмы ҡыҫырыҡлайҙар, бер заман ул ҡаланан сыға башлауын аңғарҙы. Тегеләр үҙ эшенең оҫталары шул, хәҙер бер ҡараңғыраҡ, ышығыраҡ урында ҡамаясаҡтар. Сара ҡурҡыуҙы ла онотто, тырыша торғас, телефонын ҡулына эләктерҙе, тейешле номерҙы тапты: "Ағайым алһа ғына ярар ине!" Алды.
Бышлыҡҡан Сара үҙен бандиттар баҫтырыуын саҡ-саҡ әйтә алды. Ағаһы уның ҡай тирәлә икәнен һорашты, тыныс булырға ҡушты. "Ярҙам килеп етер! Туҡтама, пипелдәт! Берәйһе иғтибар итер!" Тағы килеп бәрҙереүҙәренә ҡулдан телефон төшөп китте. Сара алыҫтараҡ патруль машинаһын шәйләне. Иғтибар итерҙәрме, юҡмы, һәр хәлдә, пипелдәтеп үтеп китте. Ганстың әшнәләре уны йәнә бер боролошҡа этеп индерҙеләр. Бер ни тиклем ваҡыттан уҙышҡан өс машинаға ике экипаж эйәрҙе. Уларҙың сиренаһы бандиттарҙы албырғатты шикелле, саҡ ҡына арттараҡ ҡалдылар. Юҡ, киләләр. Әһә, юл сатына килеп еткәс, бер машина һулға ҡайырылды. Бер патруль машинаһы уның артынан елдерҙе. Ҡыуғынсыларҙың икенсе машинаһы иһә Сараны жыйтлатып уҙып китте. "Ә-ә-ә-ә, ҡурҡаҡтар! Шулаймы ни? Ҡасып ҡотолмаҡсыһығыҙмы? Инде ҡотолоу юҡ һеҙгә!" Полиция машинаһын күреү Сараға ҡыйыулыҡ өҫтәне. Хәҙер йөрөтмән ханым бандиттарҙың машинаһынан тороп ҡалмаҫҡа тырышты. Эйе, ҡасҡын сифатынан хәҙер ул үҙе эҙәрлекләүсегә әйләнде! Арттағы патруль машинаһы Сараны ҡыуып етте. Туҡтарға ҡушалар? Эх, бандит машинаһы эҙ яҙлыҡтыра бит былай булғас! Ләкин буйһонмай сара юҡ. Сара юл ситенә барып туҡтаны. Ҡатын ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, эргәһенә полиция хеҙмәткәре килеп баҫты.
- Гражданка, ниңә фарманды тыңламайһығыҙ! Ни өсөн туҡтаманығыҙ?
- Мине... Мине баҫтыралар! Бандиттар!
- Сара апай! Тағы ла һеҙме? - Эргәһенә килеп баҫҡан икенсе инспектор әлеге лә баяғы Шамил танышы ине. Улар үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмағандай, текләштеләр.
- Сара апай, тағы ла һеҙ! Шайтан! Нимә булды һеҙгә? - Шамил бер яңағын усланы.
- Зинһар, тиҙерәк тотоғоҙ! Ҡасып ҡотолалар!
- Мотлаҡ тоторҙар. Рация аша хәбәр ителде. Хәҙер һөйләгеҙ, был юлы ниндәй мажараға тарынығыҙ?
Тағы ла бер ни тиклем ваҡыттан Сара полиция бүлексәһендә ултыра ине. Һорау алыу башланды, ул булған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләне. Был юлы Стәрлетамаҡтан Илдар ағаһы үҙе килеп төштө. Сара уға ни өсөн бындай хәлгә тарыуын аңлатты, тик әсәһенең исемен әйтмәне. "Социаль селтәрҙә минең хеҙмәттәштәрем менән бер кеше танышҡайны, карточкаһындағы аҡсаһы юғалды". "Ниндәй осраҡта ла тейешле органдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, Сара!" "Мөрәжәғәт иткәндәр, тик файҙаһы булманы шул. Бына мин ҡыҫылғас, эш ҡуҙғалды". Ағаһы яуап урынына сикәһенә һуҡ бармағын ҡуйып борҙо, һиңә етешмәй, йәнәһе. Юҡ, Сара Илдар ағаһына һис кенә үпкәләмәне, әрен дә өндәшмәй генә тыңланы. Уның ҡарауы, ағаһының килеүе Сараны төрлө бюрократик мәшәҡәттәрҙән азат итте. Оҙаҡ та үтмәй, яһалма алкоголь етештереүсе цехтың хужаһын тоттолар, һәм артабан тикшереү эштәре дауам итте. Ганс Гасановичтың үҙенә айырым эш астылар.
Әсәһе ҡыҙының ниндәй мажараға тарыуын ишеткәс, валерьянкаһына йәбеште. Ганстың фашланғанын ишеткәс, тағы "аһ" та, "уһ" итеп диванға барып ятты. Аҡсаһы ҡайтарыласағын белгәс, һикереп тороп бейеп китте.
Эҙәрлекләүселәре "Лада"ны шаҡтай ғына йәмшәйткәндәр ине. "Эй, маладисһың да инде иҫке машинам! Әллә ниндәй вездеходтарға бирешмәй, шулар менән ярыштың! Яратам үҙеңде! Әлдә һин бар минең эргәмдә", - тип һөйләнде Сара. ...Сара суррогат етештереүселәр ваҡиғаһын Рауилына һөйләмәгәйне, ә хәбәр ирекәйенә барып еткән, иртә таң менән шылтыратты.
- Бер сайтта "Журналист тикшереү үткәрә" тигән бәләкәй генә мәҡәлә сыҡҡан, һинең дә исемең телгә алына. Ҡотлайым, бисәкәй! Бер тынала уҡып сыҡтым.
- Аллаға шөкөр, тик ятмайбыҙ, - тине Сара, көсәнеп тамағын ҡырып алды. - Һинең ҡатын тикшереү үткәрә белә. Ҡайтҡас, тағы ла бер тапҡыр быға инанырһың. Бик яңғырауыҡлы фашлауҙар буласаҡ.
Шаярта тип уйлаған Рауил рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. Бындай саҡта ул сабыйға оҡшап китә. Һы, сабый, имеш. Һинең хыянатың арҡаһында инде нисәмә көндәр күҙҙән йәш кипмәй...
Туҡта, нишләп Сара ҡара күҙ йәше ҡойорға тейеш әле? Ул, ысынлап та, үҙ эшенең оҫтаһы. Ғирфан Рәсүлевич юлда тап иткәнендә юҡҡа ғына эшкә саҡырманы ла баһа. Инде ике айлап ваҡыт үтеп китте. Хәҙер Сара иренә үс итеп, эшкә сығырға тейеш.
Элек бер кабинетта ултырып эшләгән Рәүзәт телефон аша уның енәйәтселәрҙе фашлау тарихын әллә нисә тапҡыр һөйләтте.
- Һинең алдан күрә белеү һәләтең бар. Шулай булмаһа, тик торғанда бандиттар араһына башыңды тыҡмаҫ инең! - тине һоҡланыуын белдереп, тел шартлатты.
Маҡтау кемгә оҡшамаһын, Сара ла иреп китте.
- Улай тимә, Рәүзәт. Минең алйот хәлдәргә тарығанды белмәйһең әле һин! - Шунан асылып, Луиза-Ангелина менән булған мажараны һөйләп ташланы, тик бүтән берәүгә лә әйтмәҫкә ҡушты, ояты ни тора. Етмәһә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә булһа ла фотоһы "Эҙләүҙәр" таҡтаһында эленеп торҙо бит. Рәүзәттең былай рәхәтләнеп көлгәне юҡ ине шикелле, һуңынан шылтыратҡанында ла әллә нисә тапҡыр шул хәлде иҫенә төшөрҙө.
- Былай өйҙә эшһеҙ ятһаң, профессионаллекте юғалтаһың түгелме? - тип әйтеп ҡуйҙы аҙаҡ.
Дөрөҫ әйтә Рәүзәт. Иренә генә уның өйҙә ятыуы оҡшай, ләкин Сараның һөнәрен, оҫталығын баһалаусылар ҙа етерлек.
- Беҙҙең кеүектәр юғалып ҡалмай ул! Ғирфан Рәсүлевич мине үҙенә саҡырҙы, - тине Сара ғорурлыҡ менән. - Эш һорап барманым. Үҙе башлап өндәште.
- Эйе, һин сымыры кеше, - тине һөнәрҙәше.
Элек бергә эшләгән һөнәрҙәштәренең хуплауы ла уға көс бирҙе. Сара эшкә сығырға ныҡлы ҡарар итте. Ғирфан Рәсүлевичҡа бер нисә тапҡыр шылтыратты, ләкин баш мөхәррир телефонын алманы. Ахыр, редакцияға үҙе барып килмәк булды. Ҡабул итеү бүлмәһендә эшләгән Нәйрә күптәнге танышы, шуға ҡыйыу аҙымдар менән барып инде. Серетарь ҡатын уны күрермен тип уйламағандыр ҙа, аптырап текләп ҡалды.
- Йә, Нәйрә, мине онотмағанһыңдыр бит? - тип шат йылмайҙы Сара.
- Юҡ-юҡ, Сара, - Нәйрә күҙҙәрен селт-селт йомоп йылмайған булды.
- Хужағыҙ урынындамы? Әллә нисә тапҡыр үҙенә шылтыраттым, трубкаһын алмай, иҫән-һауҙыр бит?
- Сара, һин эш буйынсамы?
- Эйе, ҡайҙан беләһең? Әллә һиңә әйттеме? - тип һораны Сара етәксе кабинетына ымлап.
Нәйрә тамаҡ ҡырҙы.
- Ғирфан Рәсүлевич әле отпускыла. Шуға алмайҙыр телефонын.
- Кем уның урынында? Инеп сығайым.
- Сара, - тине шул саҡ Нәйрә ҡатынға ғәйепле ҡарап. - Мин һиңә аңлатайым әле... Ғирфан Рәсүлевич әле вакансия юҡ тип әйтергә ҡушты. Әгәр ҙә һин шылтырата ҡалһаң...
Сараның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
- Аңламаным.
Нәйрә аҫҡа ҡарап алды ла, ҡапыл башын ҡалҡытып һөйләй башланы.
- Мин бер телефонды тоташтырғанда ишетеп ҡалдым. Элекке эшләгән урыныңдан шылтыраттылар. Һинең бер бала урлауҙа ҡатнашыуыңды һөйләнеләр. "Ул редакцияның имиджын ғына боҙасаҡ. Тилереп китһә, тыйып булмай", тинеләр. Сара, быны мин һиңә яҡын күреп кенә әйтәм, зинһар, мине һатып ҡуйма.
Йөрәге урынынан ҡупҡан Сара үҙен ҡулға алды. Әкрен генә баш сайҡаны.
- Бәлки, тилереп тә аламдыр, ләкин мин алдаҡсы, ике йөҙлө түгел, - шулай тине лә ҡабул итеү бүлмәһенән сығып китте.
Кем уға аяҡ сала? Элекке мөхәрриреме? Шул ҡурҡаҡ әҙәм һаман булышамы? Сара Ғирфан Рәсүлевичтан эш һорап йөрөмәне, ул үҙе саҡырҙы, үҙе өмөтләндерҙе лә баһа. Шулай булғас, эшкә ала алмауын да үҙ теле менән әйтергә тейеш түгелме ни ул? Шайтаныма олаҡ, икейөҙлө түрә! Сара өйөнә күҙ йәштәренә быуылып ҡайтып инде.
* * *
-Һағындырҙың, бисәкәй!
Вахтовик иренең өйгә ҡайтып инеү менән әйткән был һүҙҙәре Сараның йөрәген һыҙып үтте. Бер яҡтан, йән йәренә ышанғы килә, икенсе яҡтан, шик ҡорто уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра.
- Әллә миңә Себер сығып китергәме икән? - тине Сара. - Бергә булыр инек.
- Ауыр эш, ирҙәр генә сыҙай. Мин торған урын ятаҡта икәнде беләһең.
Эстәге шик һис кенә лә кәмемәне. "Ирҙәр генә сыҙай". Ысынлап та, шулаймы, әллә алдаштырыр өсөн әйткән буламы? Ҡороғор, Әлфиә тигән исем тел осонан китмәй ҙә ҡуя бит.
- Бер нисек тә булмай шул, - тине Рауил үкенесле тауыш менән. - Их, һин бешергән ашты һағындым, - ире бишбармаҡ һалынған тәрилкәне үҙенә яҡыныраҡ шылдырҙы.
- Бәлки, киреһенсә, унда рәхәтерәктер?
- Кемгә оҡшаһын ҡар эсендә бикләнеп, быуылып ятыу? - Рауил ауыҙына килтергән итте ҡапмай, туҡтап ҡалды. - Нишләп улай тип һорай ҡуйҙың әле?
- Ҡыҙыҡ, бөтәһе лә ҡайтырға атлығып торамы икән ундағыларҙың? Ҡай берәүҙәр икенсе ҡатын алып тора, тип тә ишеткәйнем.
- Төрлө яҡтан йыйылған халыҡ, ҡайҙан бөтәһен белеп бөтмәк кәрәк. Әйткәндәй, бер шәп шағир менән таныштым. Беҙҙең яҡташ. Бына бер шиғырын телефонға күсереп алдым.
- Ҡайҙа, күрһәт, һин аша-аша эҫе көйөнсә, - шулай тине лә, Сара иренең телефонын алып, икенсе бүлмәгә сығып китте. Шиғыр шәп. Мөхәббәт тураһында. Нишләп ире уны үҙенә күсереп алды икән? Сара адрестар менюһына инде. Юҡ, Әлфиә тигән исем юҡ! Улайһа, ҡайһы ир исеме аҫтында йәшеренгән? Сара һәр береһенә шылтыратып ултыра алмай! Ҡабат ире эргәһенә барып ҡунаҡланы.
- Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙар бармы?
- Күп түгел. Һин бөгөн әллә ҡалайһың. Уҫалһың, - тип көлөмһөрәне ире. Сара ихтыяр көсөн тупланы, ныҡ итеп тамаҡ ҡырҙы һәм үҙен ай буйы тынғыһыҙлаған, йоҡоларҙан яҙҙырған һорауын бирҙе.
- Күптән танышһыңмы Әлфиә менән? Нисә йыл мине алдап йөрөйһөң, ә?
- Кем тиһең? - Рауил һаңғырау кешеләй ҡатынына табан эйелде. - Сара! Был ни тигән һүҙ?
Сара иренә тәкәббер ҡарап алды, яуап бирмәне.
- Кем әйтте һиңә был исемде? - тип һораны Рауил.
-Үҙе.
- Әлфиә тураһында ла, Зөлфиә тураһында ла, Гөлфиә тураһында ла белмәйем.
- Яҙған хаттарын йыйыштырып йөрөр инең.
- Ниндәй хат тураһында һүҙ бара, Сара?
Рауил уны, ысынлап та, бер аңра бәрән тип уйлаймы әллә?
- Бына ошо курткаңдың кеҫәһендәге хат тураһында! - Сара Рауил алдында күк куртканы һелкесләне.
- Тә-ә-әк, куртка... - Рауил ҡапыл йәнләнде. - Эйе, ҡайнаға алып торғайны курткамды.
Сара күҙҙәрен ҡыҫып, ышанмаған ҡиәфәт менән иренә ҡарап алды:
- Нимәгә уға һинең курткаң?
- Теге ҡайҡанда беҙ ҡайнаға менән Питерҙа булдыҡ бит. Мине унда Илдар ағайың алып китте, бик яҡшы хәтерләйһеңдер. Тегендә ҡапыл һыуытты. Ҡайнаға сығып йөрөп килде, ә кеҫәнән хатын алырға онотҡан.
- Нисек?..
- Әйтһәм әйтәйем инде, - Рауил ғәйепле ҡарап, төшөнкө тауыш менән дауам итте. - Ҡайнағаның тегендә... Ҡалайыраҡ әйтергә икән... Үҙеңдең ағайың да баһа, - Сара телһеҙ ҡалды, Рауил теләмәһә лә, һүҙен дауам итте. - Йәшлек мөхәббәте, тиһәм дөрөҫ үк булмаҫ... Шунда бер ҡатынға барып йөрөй. Әй, әттәгенәһе, тәки әйттерҙең. Ҡатынҡайым, берәү менән дә осрашҡаным юҡ. Теләгем дә юҡ. Аңланыңмы? Бир был хатты. Юҡ итәйек.
Сара "Юҡ" тип баш сайҡаны. Нисек кенә булмаһын, хатты һаҡларға кәрәк. Ул кем өсөндөр ҡәҙерле, кем өсөндөр дәлил. Иренең ҡарашы бик етди, алдаған кешегә оҡшамаған. Уның һәр ҡыланышын белеп бөткән ҡатын нишләргә белмәне, башын баҫып, диванға барып ултырҙы. Аҙмы-күпмелер ваҡыттан ҡатындың эргәһенә Рауил килеп ултырҙы. Ҡосаҡлап үҙенә тартты. Сара башын уның күкрәгенә һалды.
- Һин ысын. Һин яһалма түгел, - тине ир.
- Яһалмалар ҙа буламы ни?
Рауил баш ҡаҡты:
- Була, уларҙы хатта ысындан айырыуы ҡыйын. Ләкин мин айыра белдем.
Иренең яурынына башын һалған Сара бер нәмә лә өндәшмәне. Рауилдың тыныс, яғымлы тауышын ишетеү рәхәт ине уға. Эсендә йөрөгән ауыр бер йөктөң төшөп киткәнен тойҙо.
Бер көндө, белепме, белмәйме, кейәүе юҡ саҡта, мул күстәнәстәр тейәп, Илдар ағаһы килеп инде. Сәй эскән арала һеңлеһенән яйлап ҡына хатты бирергә ҡушты. Сара аптыраған ҡарашын ағаһына төбәне, ирекһеҙҙән йылмайҙы.
- Ағаҡайым, һинең тормошта бөтә нәмәң бар - һинең өсөн өлтөрәп торған еңгәбеҙ, аҡыллы балаларың күптән үҙаллы. Ә был бисура бисә арағыҙҙы боҙһа, үкенәсәкһең бит. Еңгәй һине ғәфү итерме?
- Борсолма ағайың өсөн. Ҡатын минән дә шәп ир тапмаясағын белә. Яңғыҙ тороп ҡалғыһы килмәһә, шып-шым буласаҡ. Һиңә лә артығы кәрәкмәй. Судьялар донъяла нисәү генә, беләһеңме?
- Шулай ҙа...
- Ә балаларға килгәндә, һәр бала аҡсалы бай ата-әсәне ярата, - Ағаһының көлөүенән тәне сымбырлап китте.
- Ҡурҡыныс кеше һин.
- Аҡыл һатма, йәме.
Илдар ағаһы артабан һүҙҙе ҡуйыртманы, хатты йомарлап кеҫәһенә тыҡты ла, хушлашып сығып та китте.
Ағаһының шулай дорфа ғына яуап биреп сығып китеүенә йәне көйгән Сара байтаҡ ваҡыт үҙенә урын таба алманы. Рауилы хыянат иткән тип уйлап, үҙе саҡ аҡылдан яҙманы. Ә еңгәһе ишетһәсе? Күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Мәүсилә еңгәһе Илдарым тип өҙөлөп кенә тора. Ағаһының күп уңыштары еңгәйҙең фиҙаҡәрлеге менән бәйле - ғаилә мәшәҡәтен, балалар ҡарауҙы ул үҙ өҫтөнә алды. Ире әҙер ашҡа, йылы түшәккә генә ҡайта. Илдар кешеләрҙе хөкөм итә, бына үҙенең ҡылығын хөкөм итеүсе юҡ. Әллә Мәүсилә еңгәй Илдарҙың икенсе яҡта "йөрөп" ҡайтҡанын беләме икән? "Ҡатын минән дә шәп ир тапмаясағын белә", тигән ағаһы хаҡлымы әллә? Шулай уйланып йөрөй торғас, түҙмәне, еңгәһенә шылтыратып алырға булды: - Мәүсилә еңгәй, һин ни хәлдә?
- Бикәсем онотмаған икән, тип ҡыуанып киттем әле, - тине алсаҡ еңгәһе. - Бына ағайың яратҡан былауҙы бешереп йөрөйөм.
- Эше күп, һуң ҡайта, тиһеңме?
- Эй-й, еңел түгел эше. Эше өйгә эйәреп ҡайта. Закондар, статьялар - бар һөйләгәне. Кеше яҙмыштары...
- Шундай егәрле ирҙе ҡармаҡларға тырышҡандар юҡмы? - тип шаяртты Сара.
- Уның беренсе ҡатыны мин булһам, икенсеһе - эше, - тип көлдө Мәүсилә.
- Берәй кәңәш һорап шылтыратам әле, еңгәй. Минең Азалия тигән дуҫым бар. Ире менән бик татыу торалар, тик анау көнө иренең курткаһынан бер хат табып алған. Ниндәйҙер бер ҡатындың мөхәббәт хаты икән. Миңә хәҙер нимә эшләргә, тип әхирәтем миңә шылтыратты. Мин дә аптырап ҡалдым. Һин, еңгәй, беҙҙән олораҡ, тормош тәжрибәң бар, бындай хәлгә нимә тип әйтер инең? Ире менән ныҡ итеп талашһынмы, әллә белмәмеш булһын да ҡуйһынмы? Улай йәшәүе лә бик ауыр бит. Еңгәһе уфтанды.
- Ҡуйсы-ҡуйсы, ҡалай ауыр хәлгә тарыған. Ҡыҙып китеп, берүк ҡорған донъяһын емерә күрмәһен. Ишеттеңме? Иң ҙур алйотлоҡ ҡыҙыу ҡанлылыҡ арҡаһында яһала. Ярһыу - ул эстәге зәһәр ут. Был ут эргә-тирәләге бөтә нәмәне яндыра ла ҡуя, ҡабат терелтеп булмай. Ире менән тыныс ҡына аңлашһын. Теге уйнаш бисәне лә күрергә кәрәк.
- Нишләп уйнаш?
- Һуң... Ғаиләне боҙорға йөрөгән бисә нишләп уйнаш булмаһын? Никах юҡ, кеше ирен аҙҙыра... Ул ҡатындың нисә ир менән йөрөгәнен әхирәтең белмәйҙер, тип уйлайым.
- Аңланым, еңгәй, рәхмәт!
Был хәл Сараға йән йәрен нығыраҡ баһаларға өйрәтте шикелле, иренә икенсе күҙ менән ҡарай башланы, бүтән ваҡыттағыға ҡарағанда, наҙлыраҡ, яғымлыраҡ булды...
ТЫЛСЫМЛЫ ТАЯҠ
Рауил менән тормоштарына бәйле ҡайһы бер хәлдәргә, мәлдәргә асыҡлыҡ индергәндән һуң, Сара философия китаптарына тотондо. Фәйләсуфтарҙың тормош, йәшәйеш тураһындағы уйланыуҙары, парадокс фекерҙәре оҡшап китте әле уға. Ҡаҙына торғас, үҙе өсөн Плутархты асты. "Плутарх. Өҫтәл артындағы әңгәмәләр". Ай-һай, теш үтерлекме быныһына? Заманында Гай Цезарь тураһында күп ишетергә, уға арналған кинолар ҙа ҡарарға тура килгәйне. Плутарх был император тураһында ҡыҙыҡ ҡына мәғлүмәттәр теркәп ҡалдырған. "Һәм алыш була, бында Помпей еңеүсе була, ләкин ул еңелгән яҡты эҙәрлекләмәй, ә кире үҙенең лагерына ҡайта. Цезарь әйтә: "Әлеге мәлдә еңеү улар ҡулында, ләкин уларҙың береһе лә еңеүгә өлгәшә белмәй". Шулай, Сара ла үҙен берәүҙән дә еңелгән тип тойорға тейеш түгел. Еңеү саралары төрлөсә. Күп кенә хафаларға һалған, ваҡыты-ваҡыты менән көйҙөрөп алған улы Ирек тә сессияны уңышлы тамамланы. Был да еңеү. Алда мине ҙурыраҡ эштәр көтә, тигән ышанысын нығытыр өсөн йәнә китапҡа текләне: "Фарнак Понтийскийҙы бер удар менән ҡыйратҡандан һуң, ул дуҫтарына шулай тип яҙа: "Килдем, күрҙем, еңдем". Ҡыҙыҡ, Сара был һүҙҙәрҙең кемдеке икәнлеге тураһында уйланғаны юҡ ине. Цезарь...
Һағынып көткән балаһының ҡайтып төшөүе Сара өсөн әлеге мәлдә иң оло ҡыуаныстарҙың береһе. Тәүге көндәрҙә Ирек менән Өфө урамдары буйлап та, сауҙа үҙәктәрен дә ҡыҙырҙылар, Сара балаҡайына аҡсаһын йәлләмәне, иң тәмле туҡланыу урындарына алып барып һыйланы, нимә теләй, шуны алып бирҙе. Буш ваҡытында үҙе лә газ плитәһе эргәһенән китмәне. Унан Ирек туғандарына ҡунаҡҡа китте, бер нисә көндән йылмайып ҡайтып инде:
- Әсәй, дуҫтарым менән бер аҙнаға ял йортона китәбеҙ.
Сара ризалашты, дуҫтары янында ла булһын, артабан Ирек менән бергәләп эшләйһе эштәр бар. Былай быуыны нығый шикелле, һәр хәлдә, Силәбенән үҙгәреп ҡайтты, ҡыйыу ғына фекерләй, теге йәки был мәсьәлә буйынса үҙ ҡарашын асыҡ әйтә, бәхәсләшеп тә китә. Бер аҙна эсендә улын түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
- Залға обой йәбештерергә ине, балаҡайым.
Ирек ауыр һуланы.
- Әсәй, минән ниндәй обой йәбештереүсе сыҡһын? Ундай эшкә атайым оҫта, һинән дә, минән яҡшыраҡ эшләйәсәк. Ҡайтҡанын көтәйек.
Аңлашылды. Бөтөн эште атайға ҡалдырмаҡсы, эшкә әрһеҙ Рауилына бик оҡшамаған шул балаҡайы. Өйгә һирәгерәк ҡайта башлауы бер ҙә ҡыуандырмай. Иптәштәрен күрәм, ти ҙә, сыға ла китә. Юҡ, Сара ҡаршы түгел, улының класташтары һәйбәт, аралары өҙөлмәүен ул хуплай ғына. Шулай ҙа телефондан бөтөнләй ят кешеләр менән гәпләшеүе һағайта төштө.
- Улым, мин беләмме ул Аликты? - тип һораны бер көндө.
Ирек баш сайҡаны.
- Юҡ, әсәй. Минең яңы дуҫтар етерлек!
- Ә класташтарың?
- Улар менән хәҙер ҡыҙыҡ түгел. Яңылары күңелле халыҡ. Ниңә, бала-сағамы ни мин, кеше айыра беләм! Борсолма.
Ирек һорап та тормай, "Лада"ға ултырып сыға ла китә, бер тапҡыр ремонт яһалды бит инде машинаға, һәм балаҡайы "бүтән ултырмайым", тип һүҙ биргәйне. Вәғәҙәһен тиҙ онотто. Бер-ике көн хатта өйгә ҡайтып ҡунманы. Улының тормошона артыҡ ҡыҫылырға ярамай, шулай ҙа яңы дуҫтарының кемлеген асыҡлау зыян итмәҫ:
- Ярай, әсәй, һуҡранма. Беҙ, йәштәр, күңел асыу клубтарына йөрөйбөҙ. Тусовкалар була. Төнө буйы һөйләшеп ултырабыҙ. Үҙебеҙҙең уйындар етерлек, беҙҙең өсөн төн ҡыҫҡа, үтә лә китә.
Бына шулай, нимә тип әйтһә лә, улының яуабы бар, ауыҙҙы яба ла ҡуя. Хәҙер Сара иренең вахтанан ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтә, Рауил өйҙә булғанда, улы былай иркен ҡыланмаҫ. Атай кеше улына ла, үҙенә лә эш таба белә.
Бөгөн тағы ла Ирек ҡайтманы. Улын көтөп арыған Сара йоҡларға һуң ғына ятты. Таң атыр атмаҫтан, Ирек ҡайтып инде һәм йоҡлап ятҡан әсәһе эргәһенә дөбөр-шатыр килеп теҙләнде.
- Әсәй, улар кеше өйөнә төштөләр!
- Кемдәр? - Әле йоҡоһонан айнып бөтмәгән Сара күҙҙәрен саҡ-саҡ асып, аптырап улына текләне.
- Алик, уның дуҫтары! Мин дә улар менән бергә инем бит! Нисек итергә, әсәй? Нимә эшләргә?
Ярһыулы ҡурҡҡан тауышты ишетеп, Сараның йөрәге жыу итеп китте. Иректең күҙендә йәш тамсыһы күреп, улын ҡосаҡлап алды.
- Туҡта, улым... Ашыҡма. Мин бер нәмә лә аңламайым. Улым, мин һине ҡотҡарам. Ниндәй бәлә булһа ла йолоп алып ҡалам, тик йәшермәй бөтәһен дә һөйлә.
Улының аңлатыуынса, улар кис иптәштәре менән күңел асыу үҙәгендә байрам итәләр. Алик үҙенең ике дуҫы менән була. Бер аҙҙан Аликтың Рената исемле йөрөгән ҡыҙы ла әхирәттәре менән килеп ҡушыла. Төнгө икеләрҙә Алик табындаштарына шулай тип иғлан итә:
- Хәҙер минең бер таныштарыма инеп сығабыҙ. Унан Ренаталарҙа байрам дауам итә! Шулай бит, Рената!
Алик әшнәләре менән бер машинаға ултыра. Ҡыҙҙарҙы үҙенең машинаһына тейәп алған Ирек улар артынан эйәрә. Бына улар Ағиҙел ярында урынлашҡан ике ҡатлы йортҡа килеп етәләр.
- Был ҡәлғәгә һәр теләгән кеше инә алмай, унда ҡыйыуҙар ғына инергә тейеш, - ти Алик. - Ирек, беҙ һине яҡшылап белмәйбеҙ. Ләкин ҡыйыулығыңа шикләнмәйем. Һин минең янда булаһың!
- Нимә эшләргә тейешмен был йортта?
- Ҡурҡма. Бында минең туғандарым йәшәй. Улар бөтөн кампаниены ҡабул итмәй. Аҡыллыларҙы ғына индерәләр.
Иптәштәренә ҡыҙыҡ, улар кемуҙарҙан һаһылдашалар. Күңелгә шик төшөр ине, ләкин йорт ишеген Алик үҙе аса. Эскә ингәс, ул туп-тура залдағы шкаф янына үтә. Иреккә шуны асып, кәштәнән ҡумтаны алып бирергә ҡуша. Ирек ҡумтаны ала. Теге асырға ҡуша. Ирек ул әйткәнсә эшләй.
- Бармы эсендә берәй нәмә?
Ирек иркен һулай, сөнки шкатулка буш була. Уның яуап биргәнен дә көтмәй, Алик стенанан бер картинаны ала, ә артында - сейф. Һаҡлағыстың кодын белгәндер, йәһәт кенә асып, унан бер төргәкте кеҫәһенә һала һәм "киттек" тип ишаралай. Ирек: - Егеттәр, был урлашыу, минең ҡатышлығым юҡ, - ти.
- Ауыҙыңды яп!
- Алик, һин бит туғандарыма барабыҙ, тинең!
- Туғандарыма. Ләкин мин бит һине улар менән күрештерәм, тимәнем.
- Әллә беҙҙе һатмаҡсыһыңмы?
Ул арала Аликтың әшнәләре Иректе ике яҡтан шаҡарып тотоп алалар. Ә телефоны Алик ҡулына күсә.
- Өнөң сыҡмаһын, бергә урланыҡ! Хәҙер һин беҙҙең менән.
Алик бер ҡуштанына:
- Хәҙер уға телефоныңдағы дәлилде күрһәт! - тип бойора.
Иректе ҡумта тотҡан мәлендә фотоға төшөрөп алғандар икән. Бына шунда ғына Ирек үҙен нимә өсөн файҙаланғандарын аңлап ҡала...
- Яңы алған телефоныңды алып ҡалдылармы, улым? Ә иҫкеһе ҡайҙа?
- Иҫкеһе өйҙә ята, әсәй.
- Шунан.
- Беҙҙе тотһалар, йәки кемдер беҙҙе тотторорға маташһа, телефоның һәлмәк улика буласаҡ. Ул ошо урланған төйөнсөк араһында ятасаҡ, белеп ҡуй, - тине Алик. - Ҡабатлайым, һин хәҙер беҙҙең менән.
Сара битен услап тотто, харап итәләр бит балаҡайын! Ҡалайтып булһа ла телефонды ҡулға төшөрөргә кәрәк, юғиһә, Иректе ҡурҡытып, теләгән енәйәттәрен эшләтә алалар. Эстәге яныуҙы өрөп сығарырға иткәндәй, әсә "уф-ф-ф..." тине һәм ҡапыл, башын ҡалҡытып, тәүәккәл тауыш менән һораны:
- Алик ҡайҙа тора? Йәшәгән урыны бармы? Адресы кәрәк.
Улы, ғәйепле ҡарап, һүҙһеҙ генә баш сайҡаны. "Адресын белмәүе насар..." Сара телен шартлатты. Алик ҡына түгел, уның ике әшнәһе тураһында бөтөнләй бер нәмә лә белмәй икән дә баһа. Үәт бер ҡатлы бала! Ҡайҙалыр күңел асыу үҙәгендә танышҡан да, шуларҙың татлы телдәренә алданып, барыһын да яҡын дуҫтар иҫәбендә йөрөткән. Иректең хәйләһеҙ бер йорт ҡошсоғо икәнен жуликтар үҙҙәре үк аңлағандарҙыр, шуға уны ҡармаҡтарына эләктергәндәр ҙә инде.
Артабан бурҙар Аликтың Рената тигән ҡыҙы йәшәгән йортҡа юл алалар. Байрам шунда дауам итә. Тегеләр шаҡтай иҫергәс, кемдәрелер йоҡоға киткәс кенә, Ирек уларҙың ҡулынан ысҡына ала.
Дөрөҫөрәге, Рената уға ҡасырға ярҙам итешә. Ҡыҙ уға үҙенең еңел булмаған хәлен дә һөйләп ала. Бынан бер нисә ай элек ул бай эшҡыуарҙарҙың йортона йыйыштырыусы булып урынлаша. Шунда хужабикәнең ҡыйбатлы биҙәнеү әйберҙәре һалған сейфын күреп ҡала. Был турала Аликҡа һөйләгәс, тегеһе кодты белергә ҡуша. Артабан Рената ярҙамында асҡыстың дубликатын эшләтеп ала. Ҡыҙ аҙаҡ ҡурҡыуға төшөп, был йорттан эштән китә, ләкин Аликтан ҡотола алмай. Хужалар әлеге мәлдә ҡайҙалыр сит илдә ял итә, шунан файҙаланып, Алик өйгә төшөргә булып китә. Ҡыҙ ҡасандыр уны тыңлап, асҡыс эшләткәненә үкенә, ләкин...
Нисек тә Иректе бәләнән йолоп алырға кәрәк, Сара уртын сәйнәне, нимә эшләргә? Әсә сәғәткә ҡараны. "Сәғәт ете, тимәк, Алик әле тегендә, шул ҡыҙ янында". Һуҙырға ярамай!
- Улым, беҙ хәҙер былай итәбеҙ, иң башта Алик тураһында нимә беләһең, ошонда теркә. Фамилияһы, тыуған йылы булһа, бик яҡшы. Рената тинеңме? Яҙ адресын.
Улы белгәнен блокнот битенә яҙып бирҙе. Әсә төнө буйы йоҡламағанлыҡтан күҙҙәре һуҙылған Иреккә йәлләп ҡарап алды.
- Әлегә кәрәгең юҡ, бер аҙ серем итеп алаһың. Бар,бар! - Улын эткесләп-төрткөсләп бүлмәһенә индереп ебәрҙе лә, Илдар ағаһына шылтыратты. - Ағай, миңә Алик Базаров тигән егет тураһында мәғлүмәт кәрәк. Үҙеңдең каналдарың аша белеш. Хәҙер үк кәрәк, үтенәм.
- Ай, Алла!.. - Ағаһының ризаһыҙ тауышы ишетелде. - Тағы ниндәй эш ҡырҙың, Сара?
- Ант итеп әйтәм. Минең ҡыҫылышым юҡ. Бик яҡын кешемә ярҙам итергә кәрәк, зинһар, ағай.
- Сара, мин һине бик яҡшы беләм, гел үҙ башыңа бәлә эҙләй ҙә йөрөйһөң. Асыҡ итеп әйтәм, минән бер ниндәй ҙә ярҙам көтмә. Ишеттеңме?
- Ағай!
- Ишеттеңме, тием! Хуш бул! - Илдар шулай тине лә, телефонын һүндерҙе.
Сара сәбәләнеп усын усҡа ышҡыны. Нимә эшләргә? Ағаһының ярҙамынан тыш, улын ҡотҡарып булмай. Был юлы ул Мәүсилә еңгәһенә шылтыратты.
- Еңгәй, ағайыма әйтсәле, миңә бер кеше тураһында мәғлүмәт кәрәк. Мине тыңламай!
- Хәҙер яйлап ҡына аңлатырмын. Сабыр бул, ыуаланма.
Әл дә бөтәһен дә аңлап торған еңгәһе бар. Ысынлап та, бер нисә минуттан Илдар үҙе шылтыратты.
- Ну һине... - тип ауыр һуланы ағаһы. - Инде еңгәң аша эш итә башланыңмы? Теге мәл бер әхирәтеңдең "серен сискән" инең. Иренең курткаһынан ят ҡатындың хатын табып алған, имеш. Нимә уйлап һөйләнең уны, башың бармы һинең, юҡмы?
- Ағай, һинең ғаиләң, һинең именлегең өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙермен. Эйе, һөйләнем, һеҙҙең өйҙә бөтәһе лә яҡшы икәнен аңлағас, тынысландым. Миңә шунан артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй.
Тағы бер нисә минуттан ватсапҡа Алик тураһында белешмә килеп төштө." А. Базаров сығышы менән Свердловскийҙан. Мәктәп йылдарынан уҡ иҫәптә тора: кеше талап йөрөгәндәр, иптәше ултыра, ә Базаров шартлы хөкөм ителә. Бынан бер нисә йыл элек төрмәгә эләгә, ике йыл ултырып сыға. Өфөгә килеп сығыуына шулай уҡ ике йыл. Даими эшләгән урыны юҡ".
Эйе, Алик Иреккә ҡарағанда тормошто күберәк күргән егет. Шулай ҙа уны ҡурҡытырға була. Тик нисегерәк, ни рәүешле? Килдем. Күрҙем. Еңдем... Көсөргәнешле уйҙан Сараның ҡашы төйөрөлдө, йоҙроҡтары йомарланды. Риана! Бына кем кәрәк Сараға!
Ул өҫкө ҡатҡа осоп барып менде, тиергә була, һәм Риананың ишек төймәһенә бар көсөнә баҫты. Бына йоҡонан айнымаған, асыла алмайынса һуҙылған күҙҙәр уға текләне.
- Риана, бурысыңды ҡайтарыр ваҡыт етте!
Риананың күҙҙәре маңлайына менде, унан йөҙө инәлгән, йәлләткән төҫ ала башланы. Сара ҡатынға иҫенә килергә ирек бирмәйенсә фарман бирҙе:
- Йыйын!
- Бу-бур... Бөгөн ҡайтарам...
- Хәҙер үк!
Һуҙылған күҙҙәр түңәрәкләнде, даһрайҙы. Йоҡоһо тамам осто.
- Бер әҙәм аҡтығына алып барам. Харам байлыҡ йыя. Тиҙ бул, Регина! Тиҙ!
- Талайбыҙмы?
- Талағанды тартып алабыҙ!
Сара ашығып-ҡабаланып хәлде аңлатырға кереште, "ыһы-ыһы!" тип, һәр һүҙен йоторҙай булып тыңлаған Риананың күҙҙәрендә хәҙер ут тоҡанды.
- Минең бурыс шуның менән түләнәме? Улайһа, ныҡ итеп өжкөтөргә кәрәк! - Ҡатын стенкаһынан униформа һөйрәп сығарып, шуны кейә башланы. - Полиция формаһына оҡшағанмы? Беҙ бит разбойниктар янына барабыҙ.
Сараның күҙенә кобура салыныу менән, тыны ҡыҫылды.
- Был нимә!?
- Эй-й, буш был кабура! Нияз йәш сағында бер хәрби ведомствола һаҡсы булғайны, - Риана башына усы менән һуҡты. - Миндә бита бар. Бына ул ҡурҡыныс!
Бер секундтан хужабикә суҡмар ҡосаҡлап тора ине инде. "Ҡалай сос был!" - тип аптырап ҡуйҙы Сара.
Ирек әйткән адрес буйынса, иҫке ағас йортто тиҙ генә барып таптылар. Сара "Лада"һын ышығыраҡ урынға ҡуйҙы. Риана артҡы ултырғыста ятҡан битаға ымланы:
- Алайыммы?
Сара "Юҡ" тип баш сайҡаны. Шунан икенсе ҡатҡа күтәрелделәр. Ҡыңғырау эшләмәй, Риана кемуҙарҙан дөбөрләтергә кереште. Бер аҙҙан ишек яйлап асылды. Унда сәсе-башы туҙған бер ҡыҙ күренде.
- Һеҙгә нимә-ә-ә?
Ул һүҙен әйтеп бөтөрмәне, Риана ҡыҙҙы эскә этеп ебәрҙе лә, атылып инеп китте. Сара унан ҡалышманы.
- Полиция! Ҡайҙа Алик?
Ҡурҡыуынан ауыҙы ҙур асылған ҡыҙ мөйөштәге диванға күрһәтте. Риана Аликтың юрғанын һыпыра тартып алды:
- Тор! Йортҡа төшкәнегеҙ өсөн ҡулға алынаһығыҙ! - тип ҡалын тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Был тауыштан Рената хатта торған урынында һикереп китте. Айнып бөтмәгән егет әле бер нәмә аңламай ине.
- Алик Базаров! - Сара уға иҫкә килергә ирек бирмәйенсә, телефонына ағаһынан килгән яҙыуҙы уҡырға кереште. - Сығышы менән Свердловскийҙан. Мәктәп йылдарынан уҡ иҫәптә тора...
- Һеҙгә нимә кәрәк? - тине Алик телен көс-хәл менән әйләндереп.
- Кисә һеҙ төшкән йорт - видеокүҙәтеүҙә. Видеояҙмалар беҙҙең ҡулда. Икегеҙ ҙә телефонығыҙҙы бында! Йәһәтерәк! - тип Сара фарман бирҙе.
Ул телефонды тикшергән арала, Риана һорау яуҙырырға кереште.
- Кем һеҙгә адресты өйрәтте? Кем һеҙгә ярҙам итеште? Исем-шәрифтәре? Тағы нимә урланығыҙ?
- Һеҙ бында закон буйынса... - тип Алик нимәлер әйтә башлағайны, Риана уны яман тауыш менән бүлдерҙе.
- Өй уратып алынған! Бер ишара етә, бында эҙегеҙ ҙә ҡалмаясаҡ!
Дауамы бар. Башы - https://vk.com/tamasharb?w=wall-119242692_34450