Урманда магазин асылған, ти. Уға оҙооон сират та теҙелә. Бына ҡуян, сиратһыҙ ғына магазинға инмәксе була, әммә уны айыу ҡолағынан тотоп артҡа ырғыта:
– Сирратҡа баҫ! - ти ҡалын тауышы менән.
Был хәл ике көн буйы ҡабатлана. Өсөнсөһөндә лә айыу ҡуянды сираттың ҡойроғона ырғыта. Ҡуян иһә, айыуға ысын күңелдән рәнйеп китеп:
– Был ниндәй хәл, фәләнеңде фәләнәйтәйем!!! Өсөнсө көн, ӨСӨНСӨ КӨН, тайыш табан, һинең өсөн магазинды аса алмайым!!!!